Ризаитдин бин Фәхретдин анкетаһы

                                                         Ризаитдин бин Фәхретдин

   Тәғәйен генә кем тип беләбеҙ Ризаитдин бин Фәхретдинде? Фән эйәләре уны — ғалим, дин әһелдәре — дин белгесе, тарихсылар — тарихсы, философтар — философ, педагогтар — мәғрифәтсе, әҙәбиәтселәр — әҙип, тиҙәр. һанай башлаһаң, уның шөғөлө, һәләте ни саҡлы. Ысын мәғәнәһендә эрудит, энцеклопедик шәхес ул.

   Р. Фәхретдиндең тормошон һәм рухи мираҫын өйрәнеү — халҡыбыҙҙың XIX быуат аҙағындағы, XX быуаттың тәүге сирегендәге мәғрифәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, фән, дин, фәлсәфәүи, эстетик һәм йәмғиәт фекере үҫеше тарихын байҡау тигән һүҙ. Уның биографияһы һәм ғилми-ижтимағи эшмәкәрлеге йөҙөндә ике быуат арауығында йәшәгән башҡорт һәм татар уҡымышлыларының, атаҡлы ғалим-ғөләмәләренең байтаҡ уртаҡ һәм үҙенсәлекле яҡтары айырым-асыҡ сағыла.
   "Донъяла аҡыллы, булдыҡлы, һәләтле әҙәмдәр бик күп, — ти Фәхретдин үҙе. — Ләкин шул әҙәмдәрҙең камиллыҡ эйәләре булып етешеүҙәре өсөн сүкеш менән һандал араһында сүкелеп тороуҙары, әрем, борос йотоп, күҙҙәренән йәш ағыуҙары шарт". Бындай хәл күп кисергән, үҙ заманы һандалында ныҡ сүкелгән шәхес.

   Ризаитдин бин Фәхретдиндең мәҙрәсәләрҙә һабаҡ алып ғилемгә килеү вә белемле кеше булып етешеү юлы үҙенсә фәһемле. Үҙе был хаҡта шулай ти: «Беҙ, халҡыбыҙҙа булған көслө теләк сәбәпле, үҙ ғүмеребеҙҙә бик күп тәржемәи хәлдәр һәм ҡатламдар, тарих һәм маҡтаулы эштәр яҙылған, тәбиғәтебеҙ ирешкән китаптар уҡыныҡ, Ислам ғалимдары ғына түгел, бәлки сит мәмләкәттәрҙең мәшһүр әҙәмдәренән бер ҡәҙәрҙәренең тәржемәләре менән ҡыҫҡаса ғына булһа ла таныштыҡ. Бер-береһенә ҡаршы булған мәсләктәр (йүнәлештәр) һәм бер-береһенә ут менән һыу кеүек ҡапма-ҡаршы тәбиғәттәр, фекерҙәр менән таныш булыу сәбәбенән күңелебеҙҙә бер иркенлек, һәр нәмә хаҡында һалҡын ҡанлылыҡ, бер һүҙгә лә иҫ итмәү, асыу килмәү, хайран ҡалмау хасил булды. Быны Аллаһы Тәғәләнең олуғ бер мәрхәмәте итеп хисап ҡылдыҡ. Ышаныу һәм мәсләктәрҙең хата һәм сауаптарын белер өсөн ғәҙел бер үлсәү булып, шунан файҙаланыу юлдарына керҙек».
   Замандаштары Ризаитдинде сабыр холоҡло, һалҡын ҡанлы, йомшаҡ тәбиғәтле кеше ине, тиһәләр ҙә, ул шәхес булараҡ шаҡтай ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы зат. Уның ҡабилиәтендә һәм ижадында үҙ заманының ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы рухи яҡтары аралашып һәм буталышып китә кеүек. Үҙенең ғүмере һәм фекере лә гүйә эреле-ваҡлы сырмалсыҡтар йомғағы. Хоҙай биргән һәләтендә һәм фиғелендә лә сәйер, серле, сетерекле ептәр аҙ түгел.
   Хосусан мин үҙем дә Ризаитдин бин Фәхретдиндең тәржемәи хәлен һәм ижтимағи-ғилми эшмәкәрлеген, мәсләктәрен берсә ҡыҙыҡһынып, берсә сәйерһенеп, берсә ғәжәпләнеп өйрәндем. Айҙар, йылдар буйы уның йөҙәрләп баҫма китаптарын, инҡилапҡа тиклемге, унан һуңғы матбуғатта, айырыуса «Шура» журналында һибелеп ятҡан мәҡәләләрен, күҙәтеүҙәрен уҡый-уҡый, архивтарҙағы ҡалын-ҡалын ҡулъяҙма фолианттарын, 40 томлыҡ ҡулъяҙма мәжмүғәһен, бүтән әллә ни хәтле яҙмаларын аҡтара-аҡтара аҙап-аптырап ҡалған саҡтарым да булманы түгел. Ғалимден йүгерек ҡәләме артынан эйәреп, энә менән ҡойо ҡаҙығандай, фәндә нисек соҡсоноуын күҙәтмәк ҡыҙыҡ та, хайран итерлек тә. Бер кешегә нисек шул саҡлы ҡаҙынырға, ғилем ынйыларын ҡалай бөртөкләп йыйырға, барыһын барлап белеп бөтөргә мөмкиндер — ғәжәп! Ғилем күп, әҙәм ғүмере ҡыҫҡа ла баһа.
   Ғәрәп, фарсы телдәрен һыуҙай эскән, Ҡөрьән-Кәримде хафиздарҙан артыҡ белгән, хәҙис шәрифтәрҙе хәҙисселәрҙән былай шәрехләгән дин белгесе Фәхретдинде аңлар һәм бар эшсәнлеген анлатыр өсөн тикшеренеүсегә дин ғилемен, Ислам тарихын яҡшы белеү ҙә шарт. Шунһыҙ хәлфә, имам. Мөҙәрис, ҡазый, мөфтөй булған Ризаитдинде, атаҡлы теологты төшөнөү ауыр...
   Ғилем эйәһе менән ҡәҙерле. Фәхг дин-ғалим, Фәхретдин-әҙип ғилемебеҙгә һәм мәҙәниәтебеҙгә ниндәй яңылыҡтар алып килгән, фән, дин, мәҙәниәт даръяһында нисегерәк йөҙгән икән, шул һорауҙарға яуапты уның тормошон һәм ижадын ентекләп өйрәнеп, эҙләп табырға була.

                                        Ризаитдин бин Фәхретдин анкетаһы

   Был анкета Ризаитдии бин Фәхретдин тарафынан 1929 йылда тултырылған булған. Уның төп нөсхәһе Диниә назаратында Һаҡланған. Шул оригиналдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре Бәкер Еникеев 1947—1948 йылдарҙа мөфтөй Ғабдрахман Рәсүлевтан рөхсәт алып күсереп алған. Был мәғлүмәттәр шул күсермәнән.

   Исеме, атаһының исеме, ата-бабалары. Ризаитдин бин Фәхретдин бин Сәйфетдин бин Собханҡол бин Бикмөхәммәт бин Юлдаш.
   Тыуған яғы, тыуған ауылы, Бөгөлмә әйәҙе Варварин волосы Кисеүсат (Юлдаш) ауылы,
   Милләте. Башҡорт-типтәр.
   Вазифаһы. Өфө ҡалаһында Диниә назаратында ағза-ҡазый.
   Йыллыҡ эш хаҡы. Муллалар мәжлесе (йыйыны) тарафынан тәғәйен ителгән 7200 һум йыллыҡ хазина.
   Тыуған йылы, теркәлеүе. 1859 йыл мәдкүр кәримә исеменән бирелгән № 7 метрика дәфтәренең вә жәрдтәр фасылыңа 3-сө номер менән яҙылған.
   Йәше. 60 йәш.
   Милке бармы? Юҡ.
   Ҡайҙа уҡыған? Кем булып ҡайҙарҙа эшләгән? Бөгөлмә өйәҙе Түбән Шилселе ауылы мәҙрәсәһендә тәғкил иткән (уҡыған). Бер фәндән дә әхасуси (махсуслашыу) юҡ. һуңынан шул мәҙрәсәлә хәлфәлек иткән. Имам булғандан һуң мәҙрәсә тәғсан ҡылып (асып), шәкерттәр йыйған булһа ла, Өфөгә күсеү сәбәпле, был эшен дауам итмәгән. Ырымбур ҡалаһында бер-ике йыл хөдис щәрғиә уҡытып шөғөлләнгән.
   Ниндәй урындарҙа хеҙмәт иткән? Ҡасан? 1889 йыл июль айынан башлап 1891 йылдың февраленә ҡәҙәр Бөгөлмә әйәҙе Илбәк ауылында имаМлык вә мөҙәрислек хеҙмәтендә булып, 1891 йыл февраленән 1904 йыл май айына ҡәҙәр Өфө ҡалаһы Ырымбур духовный собраниеһында хеҙмәт иткән. 1918 йыл март башынан Өфө ҡалаһы Диниә назаратында хеҙмәт ҡылалыр.
   Исем-дәрәжәләре. 1889 йылдың II июлендә имам итеп тәсдиҡ ителгән. 1891 йылдың 28 авгусында мәдкүр мәхкәмә тарафынан ахунлыҡ дәрәжәһе бирелгән. Министр тарафынан тәғәйенләнеп, 1891 Йылдың 12 ғинуарында Ырымбур духовный собраниеһында хеҙмәт иткән. Император тарафынан 1915 йыл Личный почетный гражданлыҡ дәрәжәһе бирелгән булған. Быны үҙ ихтыяры менән рәсми рәүештә файҙаланырға теләмәгән, 1918 йылда мосолмандар нәдүәһендә (съезында) ҡазый итеп һайланған. 1920 йылдың 23 сентябрендә был вазифаға яңынан һайланған. 1923 йылдың 10 июлендә мосолмандар нәдүәһендә эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Ырымбур Диниә Назаратының мөфтөйө итеп һайланған.
   Эшендә кәмселектәр булғанмы?
Хеҙмәтендә кәмселектәре тураһында рәсми мәғлүмәттәр юҡ.
   Ғаиләһе, балалары, тыуған йылдары. 1885 йыл 10 июндә ахун Ғәнделнасирҙың Нуръямал исемле ҡыҙына өйләнгән. Шул ҡатындан донъяға килгән балалары:
   1. Ғабдрахман, 1887, 5 март;
   2. Ғәбделәхәт, 1889, 28 ғинуар;
   3. Ғәбделрәшит, 1892, 22 ғинуар;
   4. Зәйнәп, 1893, 27 декабрь;
   5. Сәғит, 1900, 13 февраль;
   6. Әсмә, 1904, 28 июнь.
                                                    Ғайса Хөсәйеноовтың «Ризаитдин бин Фәхретдин» тигән китабынан.