Пәйғәмбәребеҙҙең киҫәтеүе

                                Пәйғәмбәребеҙҙең киҫәтеүе
      Әй, Аллаһ ҡолдары! Әхмәт, Әбү Дауд, Әл-Хәким Әл-Мостадраҡ һәм Әл-Муржәмдәге Әт-Табарани, Сәүбән хәҙрәттәре (Аллаһ уларҙан ҡәнәғәт булһын) хәбәр итеүенсә, Аллаһтың илсеһе, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, әйткән: «Халыҡтар бер-береһен һеҙгә ҡаршы йыйылырға саҡырасаҡ, бер-береһен табын тирәләй ашауға йыйылырға саҡырған кеүек».
     Унан: «Эй, Аллаһ илсеһе, был беҙҙең аҙ булыуыбыҙға бәйлеме?» — тип һорағандар.
     Ул: «Юҡ, һеҙ күп булырһығыҙ, әммә һеҙ иһә аҡҡан ағым өҫтөндәге күбек кеүек булырһығыҙ».
     Һәм Ҡөҙрәтле, Бөйөк Аллаһ дошмандарығыҙҙың йөрәктәренән һеҙҙән ҡурҡыуҙы алып ташлар, ә һеҙҙең күңелдәрегеҙгә көсһөҙлөк һалыр.
     Кемдер: «Ниндәй көсһөҙлөк, Аллаһ илсеһе?» — тип һораған.
     Ул: «Донъя тормошон яратыу һәм үлемде нәфрәт итеү», — тип яуап бирә.

     Әй, Аллаһ ҡолдары, бәлки, һеҙ был хәҙисте беләһегеҙ йәки ишеткәнһегеҙҙер. Ул ышаныслы. Хәҙистә телгә алынған «гүфә» һүҙе — ул күбек һәм көслө ағым өҫтөндә барлыҡҡа килгән һауа ҡыуышлыҡтары. Был һүҙҙе «гүфә» аңлата.
     Мөхәммәд ғәләйһиссәләм, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, хәҙерге заман мосолмандарын ағын һыу өҫтөндә йыйылған күбек менән сағыштыра. Ул күбек шаптырҙап аҡҡан һыуҙың өҫтөн тултырып аға, әммә уға ҡағылһаң, ул юҡҡа сыға һәм тарҡала.
     Аллаһ рәсүле хәбәр итеүе буйынса ни өсөн һуң бөгөнгө мосолмандар был хәлгә төштө?    Ысынында шундай хәлдә, һеҙ үҙегеҙ күреүегеҙсә. Көнсығышта һәм Көнбайышта ла хәҙерге мосолмандарҙың хәле  аш-һыу өҫтәле эргәһенә ашарға теләүселәр йыйылған кеүек. Үҙ күҙҙәребеҙ менән был хаҡлыҡты һәм күҙгә күренеп торған сағыштырыуҙы беҙ күҙәтә алабыҙ. Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән һүҙҙәре ни өсөн уларға ҡағылды?
     Яуап: Ул мосолмандар үҙҙәрен быға дусар итеүҙәре арҡаһында шундай хәлгә төштө. Был ҡыҫҡаса ғына. Бының ентекле аңлатмаһында Аллаһ Үҙ ҡолдарын ошолай тип, һүрәтләй: «Улар мөьминдәргә ҡарата йомшаҡ, кәферҙәргә ҡарата ҡырыҫтар». Һәм һәр саҡ шулай булырға саҡырған.
     Әммә бөгөн мосолмандар: «Юҡ, беҙ иман килтергәндәргә ҡарата ҡаты булырға һәм кәферҙәргә ҡарата баҫалҡы булырға ҡарар иттек». Улар беҙгә бойороҡ бирә һәм беҙ буйһонабыҙ. Улар беҙҙе файҙалана, һәм беҙ уларға хеҙмәт итәбеҙ. Улар беҙҙең хоҡуҡтарыбыҙҙы ҡыҫалар, ә беҙ уларҙың кәмһетеүҙәре алдында баш эйәбеҙ.
     Аллаһ, беҙгә әйтте: «Бер-берегеҙ менән булышмағыҙ (талашмағыҙ), юғиһә, рух төшөнкөлөгөнә бирелерһегеҙ һәм көсһөҙ булырһығыҙ». Һәм Ул беҙҙе һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа саҡырҙы.
     Әммә бөгөнгө мосолмандар: Юҡ, беҙ бер-беребеҙгә ҡаршы торорға тейешбеҙ, хатта ваҡ-төйәк нәмәләр арҡаһында ла. Хатта бының өсөн беҙҙең абруйыбыҙ, берҙәмлегебеҙ юғалһа ла, бер-беребеҙгә дошман булырға тейешбеҙ бик аҙ ғына мөлкәт һәм аҡса өсөн булһа ла.
     Һәм, был мосолмандар ҡабул иткән ҡарарҙарҙы, ошо шағирҙың шиғыр юлдарын кәүҙәләндерә:
     - Нимәгә ул, изгелеген?
     Ҡайҙа бараһың?
     Өйҙә ултыр!
     Сепрәк һәм ризыҡ бирәләр бит!
     Аллаһ мосолмандарға мөрәжәғәт итеп: «Аллаһының арҡанына тотоноғоҙ», тигән һүҙҙәре менән, йәғни мәғәнәүи тәржемәлә, Уның ҡанундарын һәм әмерҙәрен үтәгеҙ тигән. Әммә бөгөн мосолмандарҙың күпселеге шулай тип, әйттеләр: Был арҡанға йәбешеү ваҡыты бик оҙаҡҡа һуҙылды, ул иҫкергән, ул беҙгә мәшәҡәт тыуҙыра һәм инде асыуландыра. Беҙ уны ҡалдырырға ҡарар иттек һәм яңы нәмә эҙләргә, модернизациялау, яңы тәртип кәрәк тиҙәр. Беҙ үҙебеҙгә икенсе арҡан (верфь) табасаҡбыҙ, бында, унда, теләһә ҡайҙа, уны ныҡ тотоп торасаҡбыҙ, уның закондарына һәм етәкселегенә баш эйеп. Бөгөнгө мосолмандарҙың күпселеге ҡысҡырып йә һүҙһеҙ шулай ти.
     Аллаһ быны аңлатып, мәғәнәһең төшөндөрөп: Уларҙы башҡа быуындар алмаштырҙы, намаҙҙарын уҡымаусылар һәм нәфселәренә эйәргәндәр. Улар һәммәһе лә (гөнаһ ҡылыуҙа) берҙәй үк золом ҡылыусылар. Һәм Аллаһ Һүҙе беҙҙе улар кеүек булмағыҙ тип саҡыра.
Ләкин ҡайһы бер мосолмандар: «Юҡ, беҙ ундайҙарҙан булмаясаҡбыҙ һәм нәҫелдәребеҙҙең нәҫеле булырбыҙ». Уларҙан һуң һуңғы быуындар ҙа килде, намаҙҙарын үтәмәүселәр һәм үҙҙәренең нәфселәренә эйәрҙеләр.
     Бына хәҙер, беҙҙең көндәрҙә, беҙ күрәбеҙ, мосолман тигәндәрҙең бик күплеге араһында бар шундайҙар, кемдәрҙәрҙең кәүҙәләре бил бөкмәгән, сәждә ҡылып маңлайҙары ергә теймәгәндәре. Улар енси теләктәргә һәм кәйеф-сафаға бирелгән.
     Аллаһ: Беҙ һинән элек рәсүлдәр һәм пәйғәмбәрҙәрҙең ебәрҙек халыҡҡа. Уларҙы ҡурҡыныс хәтәр хәлдәргә дусар иттек. Ауырлыҡтар, ауырыуҙар, ярлылыҡта һәм аслыҡта, Аллаһҡа буйһонһон, тип. Ул беҙҙе Аллаһтан баш тартҡан кешеләргә оҡшамаҫҡа саҡырҙы һәм беҙгә ҡыйын шарттарҙа, бәлә-ҡазалар беҙҙе һәр яҡтан уратып алғанда, уларҙан ҡотолоу өсөн Аллаһҡа һыйынырға бойорҙо.
     Беҙгә: «Аллаһы Тәғәләгә һыйынығыҙ!» — тип әйтелде, әммә беҙ быны асыҡ инҡар иттек. Беҙ белемгә мөрәжәғәт итәбеҙ, башыбыҙҙа һаҡлаған белемдең ҡоло булабыҙ, һәм Аллаһтан, Сөбхәнәһү үә Тәғәләнән һыйыныу эҙләмәйбеҙ.
     Әй, ҡолдарым, минең һеҙгә әйткән һүҙҙәремде Аллаһ раҫламаймы ни, беҙҙең замандағы мосолмандар үҙ-үҙҙәрен, һыуҙа ағыусы күперек кеүек күбек булырға, тип, хөкөм иткәндәр.
Мөхәммәд пәйғәмбәр роле, (Алла уны фатихалаһын һәм сәләмләһен) тап ошонда, беҙгә хәбәр итеү өсөн, беҙҙең хәлдең эҙемтәләре тураһында бит. Рәсүлебеҙ быны күрмәйенсә, уның һәм был ысынбарлыҡ араһында оҙон быуаттар ҡалынлығында стена аша Раббыбыҙ Үҙенең рәсүленә вәхи итеп, беҙгә был турала хәбәр итте.
     Бөгөн, мин һеҙгә шуны әйтәм, эй, Аллаһ ҡолдары! Бер кем дә ҡаршы килмәһен өсөн һәм ошондай юҡ-барҙы һорамаһын тиеп: беҙ мосолмандар булып ҡалмайыбыҙмы ни? Беҙ Аллаһҡа иман килтермәйбеҙме ни? Беҙҙең мәсеттәребеҙ тулы түгелме? Беҙҙең көмбәҙҙәребеҙ һәм манараларыбыҙ күккә күтәрелмәйҙәрме?
     Әммә ысынында яуап быға шундай: Былар барыһы ла йолалар, былар барыһы ла традициялар, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм тышҡы сағылыштары. Әммә ысынбарлыҡ шундай, мин һеҙгә тасуирлағанса.
     Ул — Аллаһ, беҙгә әмер бирҙе, һәм беҙ унан йөҙ борҙоҡ. Аллаһтың рәсүле, беҙҙе өгөтләнеүенә һәм беҙ уның иҫкәртеүҙәренән битараф булдыҡ. Эйе, мосолмандар араһында һаман да бар бик аҙҙар, Аллаһҡа биргән вәғәҙәләрен һәм анттарын үтәүселәр, сабыр иткәндәр һәм бер-берһен шуға саҡырыусылар.
     Әммә һеҙ бит беләһегеҙ ҡушыуҙарҙың береһен, Алланың билдәләгәнен. Был ҡанунды, Аллаһтың рәсүле, Зәйнәбкә аңлатты. Ул һораны: «Эй, Аллаһтың рәсүле! Арабыҙҙа тәҡүә кешеләр булһа ла, беҙ (Ҡиәмәт көнөндә) һәләк буласаҡбыҙмы?». Ул былай тип яуаплаған: «Эйе, әгәр ҙә боҙоҡлоҡтар күбәйһә. Һәм фетнәнән һаҡланығыҙ. Ғәҙелһеҙлек ҡылғандар ыңғай һеҙҙә һәләк булырһығыҙ».
     Шулай ти Раббыбыҙ һәм Уның рәсүле, мосолмандар үҙҙәре үҙҙәрен шуға дусар итәләр, был ысынбарлыҡ. Мин һеҙгә һөйләгәндәрҙе үҙегеҙ күрәһегеҙ, минең һүҙҙәремде раҫлап. Беҙ бер-беребеҙ менән көрәшәбеҙ, бер-беребеҙгә дошмандар, бергә булырға Аллаһ әмер бирһә лә.
Һәм Аллаһ беҙгә әмер иткән бит: Теләктәшлек күрһәтергә, ваҡ-төйәк нәмәләргә битараф булып ыҙғыш сығармаҫҡа, бик аҙ ғына мөлкәттәр өсөн талашып берҙәмлек боҙмаҫҡа. Әммә беҙ киреһен эшләнек, Аллаһ беҙгә ҡушҡанса түгел. Ваҡ-төйәк нәмәләр өсөн, буш мөлкәт һәм аҡса хаҡына берҙәмлек һәм теләктәшлекте боҙоп беҙ дошманлаша башланыҡ, һәм бер-беребеҙ менән һуғыша башланыҡ. Һөҙөмтәлә берҙәм джәмәғәт ваҡ киҫәктәргә тарҡалды, бер-береһе менән дошманлашҡан, бер-береһе менән ҡаршы торған төркөмдәргә.
     Беҙ әлеге һыу күбегенә әйләндек, ағымы өҫтөндә аҡҡан ыңғайы юҡҡа сығып барған күпереккә. Беҙҙе сағыштырып ҡараһалар ине һыу ағымы менән. Сөнки ағым һыуҙары күбәйгән һайын шундай мөһим әйберҙәр тыуҙыра, ярҙар, ҡаршы торған ҡая-таштар емерә...
     Әммә беҙ ағым түгел, беҙ күбек кенә ошо ағымдың өҫтөндә тупланған һәм юҡҡа сығып барыусы. Әммә беҙ өмөтһөҙлөккә һәм пессимизмгә төшмәйек. Оптимист булып, Аллаһтың йомартлығына һәм ярҙамына өмөт итәйек. Уға йөҙөбөҙҙө борайыҡ, ҡушҡандарын үтәйек, тыйғандарынан тыйылайыҡ. Һәм беҙ бары тик Уға ҡайтасаҡбыҙ.
     Уның әмерен, вәғәҙәләрен үтәйек, Көнсығышта ла, Көнбайышта ла беҙ терәк эҙләмәйәсәкбеҙ һәм бер кем алдында ла баштарыбыҙҙы түбән эймәйбеҙ беҙҙе Барлыҡҡа килтергәндән тыш.