Мөнәжәттәрҙе тергеҙеү

Мөнәжәттәребеҙҙе тергеҙәйек
Таштимер, мечеть
     Башҡорт фольклорында шаҡтай ҙур ҡиммәткә эйә булған бер жанр йәшәп килә. Ул — бәйет һәм мөнәжәттәр. Был икеһе бер-береһенә көйләү рәүешендә яҡын торһалар ҙа, айырым әҫәрҙәр. Эстәлектәре яғынан бер үк тигәндәй, йәғни икеһе лә «ҡайғы-хәсрәт» әҫәре тип йөрөтөлә. Әммә «мөнәжәттәрҙең шишмә башы дини культураға табыныуҙан тора» тип фаразлайҙар. Мәҫәлән, «күп кенә әҫәрҙәрҙә уларға дини мотивтар һис тә хас булмаһа да, строфа аҙағы һайын «сабырлыҡ бир Аллаһ», «Шәфәғәт ҡыл, Рәсүлуллаһ» кеүек өндәшеүҙәр ҡабатланып бара.
     Нимә һуң ул мөнәжәт? Ғәрәп-фарсы теленән Аллаһҡа ялбарыу, доға, Аллаһ менән йәшерен һөйләшеү, тип тәржемә ителә.  Әлеге был жанрҙың иләһи көскә юнәлтелгән, әммә ысынлыҡта үҙ-үҙең менән һөйләшеүгә ҡоролған монолог икәнен аңларға була. Мөнәжәттең мәғәнәһенә — Аллаһҡа һыйыныу, ярҙам һорап ялбарыу, серләшеп, ихлас күңелдән эсеңде бушатып, еңеллек һәм ҡотолоу эҙләү инә.

     Мөнәжәттәрҙең тәрбиәүи мәғәнәһе ҙур, сөнки был жанр үҙ эсенә бик күп ҡиммәтле темаларҙы туплаған. Бында Аллаһҡа ялбарыу, мөрәжәғәт итеү, әсә һәм бала мөнәсәбәттәре, тыуған-үҫкән илдән айырылыу, донъяға ҡараш, донъя малына табыныу, йәшәү һәм үлем, пәйғәмбәрҙәр тормошо сағылыш таба.
     Мөнәжәт жанрына иҫкелек ҡалдығы, кисәге көн, кәрәкмәҫ бер нәмә итеп ҡарау ҙур хата икәнлеген һәр ваҡыт иҫкә төшөрөп тороу зарур. Был жанр ҙур фәлсәфәүи, тәрбиәүи әҫәр. Бында беҙҙең тормошҡа ҡарашыбыҙ, йәнебеҙ, рухыбыҙ бик асыҡ сағыла. Беҙҙең имгәнгән йәнебеҙгә, рухыбыҙға мөнәжәт тигән дауа һис артыҡ булмаҫ, иншаллаһ.
     Мөнәжәт ул — Аллаһ менән элемтәгә инеү. Әгәр һин уны ихластан башҡарһаң, күҙҙән йәштәр аға башлай. Әйтәләр бит: тауышы бигерәк моңлы, ул әйткән мөнәжәттәр илата ла, уйлата ла. Кеше шул халәткә керә торған булырға тейеш.
     Мөнәжәттәрҙә бит боронғо ауаз, уларҙың рух көсө, башҡорт традицияларынан килгән йола, халыҡ ижады ул. Мөнәжәттәрҙе, уларҙы көйләүселәр тыңлағанда халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтенең байлығына, уның тәрән аҡыллы (хикмәтле) философ, нескә күңелле шағир булыуына, уларҙың тәрбиә көсөнә тағы бер ҡат хайран ҡалаһың. Мөнәжәттәр халыҡтың үткән тарихи осорҙарҙағы милли аңын, ижтимағи-эстетик һәм әхләки идеалын, этник психологияһын, хатта характерын аңларға ярҙам итәләр, уларҙа бабаларыбыҙҙың донъяға ҡараштары, ынтылыштары, рухи донъяһы сағылыш тапҡан.
     Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе яңынан кире ҡайтарыр өсөн тырышайыҡ. Мәсеттәрҙә бәйет һәм мөнәжәттәр әйтеү ул концерттарҙағы йырлау түгел. Ҡайһы бер кешеләр дөрөҫ аңламауы ла мөмкин. Бәйет менән мөнәжәтте йырламайҙар, уларҙы әйтәләр. Сөнки мөһим ролде һүҙ уйнай. Уны йыр менән бутарға ярамай. Мөнәжәт менән йырҙың ритмдары төрлө, уны айыра белеү шарт. Бәйеттәрҙә һәм мөнәжәттәрҙәге һүҙҙәр — халыҡ һүҙҙәре. Улар дингә, матурлыҡҡа, игелеклелеккә өндәй. Беҙҙең әбей-бабаларыбыҙ борон һүҙҙе һуҙып көйләй башлағандар. Көйләп һөйләгәс һүҙҙәрҙең аңлайышы күңелгә тиҙерәк инә, оҙағыраҡ һаҡлана, ислам динебеҙҙе аңларға һәм таратырға ярҙам итә. Хәҙер беҙ көйләп һөйләүҙе Ҡөръән уҡыу миҫалында ишетә алабыҙ.
     Бына шулайтып мөнәжәттә иң мөһиме – һүҙ икәнен аңланыҡ. Беҙҙең башҡорт халҡына ғына хас мөнәжәттәр бар. Уны башҡарғанда, күңел аша үткәреп, йөрәк менән сығыш яһау кәрәк. Ә тауышыңдың мөмкинлектәрен, матурлығын күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуяһы түгел.
     Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ — бергә тупланып, аралашыу, фекер алышыу. Беҙ, башҡорттар, үҙебеҙҙең кем икәнебеҙҙе, тамырҙарыбыҙҙы белеп бөтөрмәйбеҙ. Ә үҙебеҙҙең кем икәнебеҙҙе белеү, тулайым аңлау өсөн тамырҙарыбыҙҙы тойоу кәрәк. Уны милли үҙаң тиҙәр. Халҡыбыҙ интелектуаль байлыҡҡа иҫ киткес бай. Дини, рухи мираҫыбыҙ иҫ киткес көслө беҙҙең. Бер ваҡыт беҙ уны юғалта яҙҙыҡ. Шуға ла кире ата-бабалар ҡалдырған дини тәрбиәгә, йолаларға, әхләҡҡә, әҙәпкә, тамыр ауаздарына ҡайтайыҡ. Шунһыҙ беҙҙең рухи күңелебеҙ буш булыр.

мунаджат, мечеть Таштимерово Аклима апай, мечеть деревни Таштимерова Абзелиловский район, мечеть д. Таштимерово мечеть д.Таштимерово мунаджаты, башкирская мечеть
Алмас хазрат