Мөбәх ғәмәлдер

                                        Мөбәх ғәмәлдер

   Мөбәх шундай ғәмәлдер, уны ҡылыу ҙа, ҡылмау ҙа дөрөҫ үә хәләлдер. Мөбәх ғәмәл бәндәнең үҙ ихтыярында. Теләһә ҡылыр, теләмәһә ҡылмаҫ. Уны ҡылған кеше лә, ҡылмаған кеше лә сауаплы һәм гонаһлы булмаҫ. Мөьмин-мосолман кешегә Мөбәх үә хәләл булған эштәрҙең хисабы юҡтыр. Харам йә мәкрүһ булмаған эштәрҙең бөтәһе лә мөбәхтер. Мәҫәлән: ултырыу, тороу, йөрөү, йоҡлау, хәләл тәғәм ашау, зарарһыҙ һүҙ һөйләү, ниндәй ҙә булһа гонаһһыҙ һәм зарарһыҙ эштәрҙе ҡылыу кеүек шәриғәттә бойоролмаған һәм тыйылмаған эштәрҙең бөтәһе лә мөбәхтер.
1. Хәләл тәғәмдәрҙе туйғансы ашау, туйғандан артығы — хәрәмдер.
2. Хәләл эсемлектәрҙе туйғансы эсеү
3. Иманһыҙ кешеләр бешергән таҙа аштарҙы ашау
4. Аллаһы Тәғәләнең бәғзе пәйғәмбәрҙәренә вә бәғзе китаптарына ышана торған, иманһыҙ кешеләр боғаҙлаған хайуандарҙың итен ашау
5. Аш һеңдереү өсөн иҫертмәй торған һыуҙарҙы эсеү
6. Иҫертмәй торған, йөҙөм һыуынан яһалған һеркәне эсеү
7. Тоҙ күленә төшөп, тоҙға әйләнгән үләкһәнән булған тоҙҙо ҡабыу
8. Ышаныслы табибтың һүҙе буйынса ауырығанда шифа өсөн хәрәм тәғәм һәм хәрәм эсемлектәр менән дауаланыу
9. Ҡырағай хайуандарҙың ите, йөнө, тиреһе, һөйәге менән файҙаланыу өсөн үлтереү, аулау.

10. Хайуандарҙы бестереү
11. Ҡатын-ҡыҙға ебәк кейем кейергә мөмкиндер, ә ирҙәргә —
хәрәмдер
12. Ебәк менән тышланған мендәр, яҫтыҡ үә кейеҙ кеүек нәмәләрҙе
ҡулланыу
13. Ирҙәр арҡа өлөшө ептән булып, буйы ебәктән булған кейемдәрҙе
кейеү
14. Көмөшлө еренә ҡул тейҙермәйенсә көмөш биҙәкле һауыттарҙы
ҡулланыу
15. Ҡатындарға алтын үә көмөш зиннәттәр менән биҙәнеү
16. һауыттарҙы алтын, көмөш үә аҡ ҡҡурғаш менән ялтыратыу
17. Ирҙәр көмөш билбау, көмөш биҙәкле ҡылыс тағыу
18. Зарарһыҙ һүҙ һөйләү
19. Ғибрәтле һәм вәғәзле көйлө шиғырҙар уҡыу
20. Ғибрәтле һәм вәғәзле шиғырҙарҙы тыңлау
21. Үҙеңә йә бер кешегә золом ҡылдырмаҫҫ өсөн ялған һүҙ һөйләү
22. Дошманлашҡан кешеләрҙе килештереү үә дуҫлаштырыу өсөн ялған һүҙ һөйләү
23. һуғышта дошман ғәскәрен алдау өсөн ялған һөйләү. Ошо өс урындан башҡа урындарҙа ялған һөйләү хәрәмдер
24. Хәрәм ҡылыусы кешенән зарланып ғәйеп ҡылыу
25. Зарары тейә торған кешенән һаҡланыу өсөн уның яуызлыҡтарын кешегә һөйләп ғәйеп ҡылыу
26. Кем икәнлеген һис аңлатмайынса, бер кешенең ғәйептәрен һөйләү
27. Фәлән ауыл кешеләре, йә фәлән ҡәүем, тип бер йәмәғәттең ғәйептәрен һөйләү
28. Уҫаллыҡ менән асыу килтергән кешене хаҡһыҙ, ахмаҡ, наҙан, тип әйтеү
29. Хаҡ һүҙҙәр менән аҙ-маҙ уйын-көлкөлө һүҙҙәр һөйләү
30. Яҡшы кешеләргә ҡыҙығып, үҙеңә лә шул яҡшы кешеләр кеүек булырға тырышыу
31. Зарар булғанда тештәрен көмөш, алтын, йә башҡа нәмәләр менән яматыу
32. Зарар булғанда, ҡорһаҡтағы баланы ярып алыу
33. Артығыраҡ хаҡ биреүсегә һатыу.
34. Йорт-тирә, ағастар кеүек йәнһеҙ нәмәләрҙең һүрәтен төшөрөү
35. Дауалау өсөн, ғөһөр сәбәпле ғәүрәт ерҙәргә ҡарау
36. Үҙ ҡатыныңдың йә иреңдең бөтә ағзаһына ҡарау
37. Мөхтәрәм ҡәрҙәш булған ҡатындарҙың муйындарына, эйәктәренә, балтырҙарына ҡарау
38. Мәхрәм булмаған ят ҡатындарҙың йөҙҙәренә ҡыҙыҡһынмайынса ҡарау
39. Ирҙәр тәндәренең кендектән юғары үә теҙҙән түбән булған ерҙәренә ҡарау
40. Ғәҙеллек ҡылырға ҡулынан килеп, бай үә ҡеүәтле кеше, мөһим зарур сәбәпле ике, өс йә дүрт ҡатын алыу (дүрттән артыҡ хәрәмдер)
41. Шәриғәт буйынса, сәбәп булғанда, ҡатынды айырыу
42. Ҡатын-ҡыҙҙ йорт эсендәге мунсаға кереү
43. Рамаҙан айында мосафир булған кеше ураҙаһын тотмайынса ҡазаға ҡалдырыу
44. Мосафир кеше ситегенә өс тәүлек тулғансы мәсех ҡылыу
45. Ите хәләл булған хайуандарҙың иттәрен, һөттәрен, йә йомортҡаларын ашау
46. Иҫертмәй үә тәнгә зарар килтермәй торған ниндәй ҙә булһа ашлыҡ үә орлоҡ, үләндәрҙе ашау
47. Иҫертмәй үә тәнгә зарар бирмәй торған һыу, эсемлектәрҙе эсеү
48. Үҙ игенлегеңдә үҫкән ашлыҡты хаҡы күтәрелгәнсе һатмай тороу
49. Аласаҡ бурыс өсөн килтереп түләгәнсе бер нәмә алып тороу
50. Аслыҡтан һәләк булыр дәрәжәгә килгәндә хәрәм ризыҡты ашау
51. Аслыҡтан һәләк булыр дәрәжәгә еткәндә, кеше тәғәмен алып, бер аҙ ашау (хатта тәғәм эйәһенең үҙенән һорамаһа ла). Ләкин һорарға мөмкин булғанда, һорамайынса алып ашау дөрөҫ булмай.
52. Һабаҡ уҡытыу менән шөғөлләнгән кеше уҡытҡаны өсөн хаҡ алыу.

 “Имамға ярҙамға” китабынан (дауамы).