Кеше таныу ғилеме

                                                            Кеше таныу ғилеме

                                                 Кеше таныу ғилеменән бер һабаҡ
   — Дини эштәрҙә, дини вазифалар башҡарып йөрөгәндә башҡа диндәгеләргә оҡшарға тырышыуҙы Ислам ҡанундары рөхсәт итмәһә лә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙә, ғөмүмән, донъяуи эштәрҙә ситтәргә оҡшауҙы, оҡшарға тырышыуҙы ул тыймай, — тип өйрәткән Ризаитдин бине Фәхретдин. — Ғилеме самалы булған ҡәүемдәрҙең ғилемдә алғараҡ киткәндәргә, мәҙәниәте кәмселекле булғандарҙың мәҙәниәт кимәле юғарыраҡ булғандарға оҡшарға тырышыуы бик тәбиғи.
                                                                Хәҙис Шәриф
   «Бер кеше бер ҡәүемгә оҡшаһа, шул ҡәүемдән хисап ителер», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
   Ижтиһад — юғалып ҡалыу түгел, тип тырышлыҡ менән донъя көтөргә саҡырған кешеләрҙе әрләп, үҙҙәренең аят һәм хәҙистәр хөкөмөнән бер ҡарыш та ситкә сыҡмаған әҙәмдәр булыуына дәғүә менән дин әһелдәре хисапһыҙ күп яңы хөкөмдәр сығарҙы. Ситтәргә оҡшау тип тыйырға тырышҡан нәмәләрҙең иң киң таралғаны «Ысулы жәдид менән уҡытыу үә яҙырға өйрәтеүҙәр, ҡара таҡталарға яҙҙырыу үә парталарға ултыртыуҙар, мөғәллимдәрҙең аяҡ өҫтөндә йөрөп дәрес биреүҙәре, ғөмүмән, низамлы мәҙрәсәләр... Оошҡа диндәгеләргә оҡшау була. Диндә был тыйыла тинеләр. Был турала бик күп хәбәрҙәр яҙылды, мәҡәләләр таратылды, бөтә мәмләкәт мосолмандары уҡынылар, ишеттеләр, һөйләштеләр...

   ...Был китап баҫылған ваҡытта Ҡазан гәзиттәренең береһендә шундай бер хәбәр уҡыныҡ: Ҡазан байҙарының береһе Айбаш кейеүге исемле ауылға ир һәм ҡыҙ балаларға махсус мәктәптәр төҙөп, мөғәллимен дә табып, сығымдарын үҙе күтәрәсәге тураһында белдереп, ауыл ҡарттарының ризалығын һораған.
   «Быға ҡаршы ауыл кешеләре, хосусан, мәсет ҡарттары ниндәй яуап биргәндәр тип беләһегеҙ? Әлбиттә, һөйөнөп, илай-илай доға ҡыласаҡтар, тип күңелегеҙгә килер. Ләкин Айбаш кейеүгендә булған мәсет ҡарттары уға: «Беҙҙең илгә жәдид уҡытыусы мөғәллим килтереп мәшәҡәтләнеп йөрөмә, жәдид уҡытырға беҙҙең йәшебеҙ ҙә, ҡартыбыҙ ҙа риза түгел», — тип яуап яҙып ебәрәләр».
                                                     Ризаитдин бине Фәхретдид «Жәүәмиғул кәлим-шәрхе». 461—462-се биттәр
   Бөгөн ҡарттарҙан кәңәш һорап тораһы юҡ, дин әһелдәренә заманса ғилем эйәһе булыуын тормош үҙе талап итә.
   Мәҙрәсәләрҙә «...уҡыр үҙ ғөрөф-ғәҙәттәренсә Ҡөрьән уҡырға өйрәнеп алғандар ни әхирәттәре, ни донъялары өсөн бер файҙа таба алмағандары хәлдә» университеттар ҙа «...дәрес алыусылыр, — тип яҙа ғалим Ризаитдин бине Фәхретдин. — Әҙәм балалары мохтажлыҡ кисергән һәр төрлө хеҙмәттәргә әҙер булып, ғилемдең ғали (оло мәртәбәләренә өлгәшеп сыға».
   «...бөгөнгө мосолмандарҙың арыу ғына өлөшө күҙҙәренә төртөлөр торған нәмәләрҙе шәм яндырып эҙләй, — тип яҙып ҡалдырған ул. — Быларҙың бөтә ғүмерҙәре бер ергә йыйылышып ашау, бер-береһенән ғәйеп эҙләү. Кейем үә мыйыҡ, штиблет үә һаҡал мәсьәләләрен тикшереү, исемдәре сыҡҡан әҙәмдәрҙе дәһри (динһеҙ, үә зиндиҡ (дин дошманы), фасиҡ үә кафыр, миссионер һәм хаин (хыянатсы) яһап үҙҙәрен юғары күтәреүгә тырышыу менән уҙа».
                                                     Ризаитдин бине Фәхретдин «Жәүәмиғул кәлим-шәрхе». 277-се бит

Башҡортса календарь, 2017 йыл