Аллаһ Тәғәлә бурыстарыбыҙ

                                             Аллаһ Тәғәлә бурыстарыбыҙ

   Аллаһ Тәғәлә алдында беҙҙең бурыстарыбыҙ:
1. Бер Аллаһҡа, уға ҡатнашсылар бирмәйенсә инанырға.
2. Бөтә күңелең менән һәм бөтәһенән дә нығыраҡ итеп Аллаһты яратырға.
3. Беҙҙең гонаһтарыбыҙҙан тик унан ғына ярлыҡау һорарға.
4. Уға ғына ышанып, тик Уның үҙенән генә ярҙам һорарға.
5. Һәр ваҡыт һәм тик Уның Бер үҙенә генә ғибәҙәт ҡылырға.
6. Уның бөтә биргәндәренә рәхмәтле булырға.
7. Уның яратҡандарын яратырға һәм ҡушмағандарынан баш тартырға.
8. Ул ҡушҡанды үтәргә һәм тыйғандарынан тыйылырға.


   Беҙ көндәлек тормошта ҡасан Аллаһ Тәғәләнең исемен әйтәбеҙ?
   Берәйһе менән айырылышҡанда: «һине Аллаһҡа тапшырам», «Аллаһҡа аманат бул», — тибеҙ.
Кемделер оҙатҡанда: «Аллаһ Тәғәлә һине бәлә- ҡазаларҙан һаҡлаһын», — тибеҙ.
   Ҡайғы-хәсрәт, ауырлыҡтар килгәндә: «Аллаһ һаҡлаһын», «Аллаһ ярҙам итһен», — тибеҙ.
   Берәр нәмә эшләргә булһаҡ: «Инша Аллаһ, Аллаһ бирһә, Аллаһ насип итһә», — тибеҙ.
   Берәйһенә асыуланғанда: «Аллаһ хөкөм итһен», — тип әйтәбеҙ. Этәр ҙә беҙҙең яҡындарыбыҙға асыуланған кеше ләғнәт яуҙырһа, беҙ: «Аллаһ Тәғәлә үҙе һаҡлап, яҡлап торһон инде», — тибеҙ.
   Хата яһағанда: «Әстәғәфируллаһ: Аллаһтан ғәфү үтенәм», — тибеҙ.
   Ашар алдынан йәки ниндәйҙер эште башлар алдынан «Бисмилләһи: Аллаһ Тәғәләнең исеме менән башлайым», — тибеҙ.
   Ашағандан һуң йәки берәй эште тамамлағандан һуң «Әл-хәмдү-лилләһ», — тибеҙ.
   Берәй яҡшылыҡ килеп сыҡһа, «Машаллаһ: был Аллаһ Ихтыяры менән килеп сыҡты», — тибеҙ.
                                              Аллаһ кемде ярата?
— Аллаһ, кем Уға буйһона һәм ғибәҙәт ҡыла, шуларҙы ярата.
— Аллаһ, кем Уға Уның ниғмәттәре өсөн рәхмәт әйтә һәм Уны маҡтай, шуны ярата.
— Аллаһ иманлы һәм тәҡүәле кешеләрҙе ярата.
— Аллаһ эш һөйөүселәрҙе һәм ғилемлеләрҙе ярата.
— Аллаһ тыйылғандарҙан тыйылып ҡушҡандарын үтәгән кешеләрҙе ярата.
— Аллаһ Уның ҡушҡандарын үтәп һәм беҙҙең яратҡан Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) өйрәткәнсә йәшәгәнде ярата.
— Аллаһ йәмәғәтенә, балаларына һәм ҡул аҫтындағы кешеләргә ғәҙел булғандарҙы ярата.
— Аллаһ, кем ата-әсәһенә хөрмәт итә, шуларҙы ярата.
— Аллаһ, кем үҙенең яҡындарына һәм таныштарына ярҙам итә, шуларҙы ярата.
— Аллаһ шундай мосолманды ярата, кем үҙенең аҡылын хаҡ, ғәҙел эштә файҙалана.
— Аллаһ теүәл һәм тәрбиәле кешене ярата.
                                            Аллаһ кемде яратмай?
— Аллаһ, Кем Уға буйһонмай һәм ғибәҙәт ҡылмай, шуларҙы яратмай.
— Аллаһ уның ниғмәттәренә шөкөр итмәүселәрҙе яратмай.
— Аллаһ сит кешенең мөлкәтен ашаусыларҙы яратмай.
— Аллаһ тәрбиәһеҙ һәм тупаҫ кешеләрҙе яратмай.
— Аллаһ яуызлыҡ эшләүселәрҙе яратмай.
— Аллаһ алдаҡсыларҙы яратмай.
— Аллаһ кемдәр уның ҡанундарын үтәмәй һәм беҙҙең яратҡан Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) нимәгә өндәгән шуны үтәмәүселәрҙе яратмай.
— Аллаһ тәкәбберҙәрҙе яратмай.
— Аллаһ бәрәшәндәрҙе яратмай.
— Аллаһ ялҡауҙарҙы һәм һәпрәләрҙе яратмай.
— Аллаһ золомлоҡ ҡылыусыларҙы һәм ғәҙел булмағанҙарҙы яратмай.

                                                      «Хаҡ диндә беренсе аҙымдарым» Мөршиҙә Уйсал