Әүлиә ҡәберҙәренә зыярат

                                                          Әүлиә ҡәберҙәренә зыярат

                           Мосолман ­башҡорттарҙың әүлиә ҡәберҙәрен зыярат ҡылыу йолаһы
   Башҡортостандың Әүеш ауылы янындағы Әүеш тауында бик боронғо ҡәбер бар. Халыҡ хәтере буйынса, бында изге әүлиә ерләнгән һәм 1904 йылда Зәйнулла Рәсүлев ишан ҡушыуы менән ул ҡәбергә таш ҡуйылған. Мосолман башҡорттарҙың әүлиә ҡәберенә зыярат ҡылыу йолаһы тураһын да башҡорттар тормошон революцияға тиклем үк өйрәнеүсе Р. Игнатьев үҙ яҙмаларында аныҡ мәғлүмәт ҡалдырған.
   Ғәрәп хәрефтәре менән уйылған ҡәбер ташындағы яҙманан Берке хан ваҡытында, хижрә буйынса 651 йылда, Әүеш тауында Мөхәмәт Рамаҙан әүлиә үҙенең һуңғы төйәген тапҡанлығын беләбеҙ.

   Ҡәбер янында тигән мәҡәлә ошо биттә: //nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99ber-yanynda.html#more-5560

   Тау итәгенән шишмә ағып сыға. Уны башҡорттар изге шишмә, тип йөрөтә. Май аҙағы-июнь башында шишмә һыуын алып ҡалыу йолаһы бар, сөнки июндә шишмә һыуы юғала. Май айында Әүеш тауы бөтөн Башҡортостандан, хатта ҡаҙаҡ далаларынан килгән мосафирҙар менән тула. Улар тау башындағы әүлиә ҡәберенә зыярат ҡыла, Аллаһ ризалығы өсөн доғалар уҡый, тик Хаҡ Тәғәләнән генә үҙҙәре, бала-сағалары, туғандары өсөн ярҙам, еңеллек, һаулыҡ, байлыҡ, мәрхәмәт, иман ныҡлығы һорай, тирә яҡты йыйыштыра. Йәнә бер башҡорт йолаһы бар – тау итәгендә ус аяһындай ташты ҡулына йомоп, теләк теләй-теләй өҫкә үрләп, ҡәберлек янына һалалар. Ундай таштарҙан ҙур ғына бер түбә ҡалҡып сыҡҡан. Ҡайтҡандарында изге шишмә һыуын тейәп алалар.
   Мосолман башҡорттар борондан зыярат ҡылған бындай әүлиә ҡәберҙәре башҡорттар йәшәгән һәр төбәктә бар, уларҙың матур ҡаралған булыуы, халыҡтың күпләп йөрөүе йоланың ныҡлығы тураһында һөйләй. Мосолман башҡорттарҙың изгеләр ҡәберҙәренә зыярат ҡылыуы тураһында 18-се быуатта инглиз сауҙагәре Гокта яҙып ҡалдырған. Ул ҡараҡалпаҡтарға барғанында ҡаҙаҡ далаларынан һәм башҡорт иле аша уҙған. Илек тоҙон сығарған дала башҡорттарының һәм ҡаҙаҡтарҙың бейек тоҙ тауын “изге”, тигәндәрен ишеткән.     “...ошо тау аҫтында изге нуғай ята, ул ятҡан ергә тиклем, имеш, өңөлгән юлда бар. Шунда башҡорттар хәйергә аҡса, көмөш әйберҙәр ырғытҡан булған. Ундай хазиналар тау тишегендә күп, тик хәҙер илек тоҙон Рәсәй кешеләре сығара...”.
   Көньяҡ-көнсығыш мең башҡорттары риүәйәттәренә ҡарағанда, Башҡортостандың Миәкә районындағы Нарыҫтауҙа башҡорт батырҙары Иҙеүкәй хан менән уның улы Мораҙым ерләнгән. Был тарихи шәхестәр тураһында ҙур эпоста бар. Уларҙың ҡәбере борондан изге иҫәпләнә, тау итәгендә бик матур шишмә урғылып сыға, һыуы шифалы,тиҫтәләрсә сирҙән дауа. Изге ҡәбергә зыярат ҡылырға башҡорттар ғына түгел, ҡаҙаҡ далаларынан, Урта Азиянан күпләп килгәндәр. Иҙеүкәй хан Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң йәшәгән күренекле тарихи шәхес икәнлеге билдәле. Мосолман башҡорттарҙың изге һанаған ата-бабаларының ҡәберҙәренә быуаттар буйы зыярат ҡылыуы – халҡыбыҙ мәҙәниәтенең боронғо йолаһы икәнлеге һис шикһеҙ.                       Башҡорттарҙың изге ҡәберлектәргә әл мисаҡтан зыярат ҡылыуы, доғалар уҡып хәйер таратыуы, Аллаһ ризалығы хаҡына ҡорбан салыуы, үҙе менән алып менгән теләк ташын ҡәбер янына өйөүе, изге шишмәлә йәнен, тәнен таҙартыу ниәтендә доғалар уҡып һыу ҡойоноуы, Хаҡ Тәғәләнең ризалығында йәшәргә ниәт итеүе, Аллаһ Тәғәләнән түлһеҙҙәр – бала, сирлеләр – сәләмәтлек һорауы – быларҙың барыһы ла халҡыбыҙ изге һанаған, Аллаһҡа яҡынайған, Уның һөйөклөһөнә әйләнгән ата-бабаларыбыҙҙы ололау йолаһы. Изге ата-бабаларыбыҙ милләтте һәр саҡ һаҡлап-яҡлап, хәүеф-хәтәрҙе иҫкәртеп тора, тип иҫәпләнгән һәм иҫәпләнә.
   Башҡортостандың Күгәрсен районындағы Төпсән ауылы эргәһендәге Әүлиә тауында ла изге ҡәберлек бар. Яҡын-тирәләге ауылдарҙың халҡы әлеге көндә лә йыйылышып изге ҡәбергә зыярат ҡыла, тирә-яҡты йыйыштыра, доғалар уҡый, хәйер тарата, теләк ташын ҡәбер янына өйә. Бында ла, Әүеш тауындағылай, теләк таштарынан ҙур түбә ҡалҡып сыҡҡан. Был районда Шәмиғол хәлфә Бикбаевтың изге ҡәбере айырыуса ҡәҙерләп һаҡлана. Шәмиғол хәлфә әле тере сағында уҡ тирә-яҡта ғына түгел, алыҫ-алыҫтар ҙа бик ҙур ихтирам ҡаҙанған шәхес. Наҡшбәндиә тәриҡәтендә торған Шәмиғол хәлфә дини эшмәкәр генә түгел, башҡорт халыҡ имләүен, шифалы үләндәрҙе ныҡлы белеүе менән танылған. Уның дауаһын алған хисапһыҙ рәхмәтле кешеләрҙең хәтерләүенсә, Шәмиғол хәлфә айырыуса һөйәк сирҙәрен һәм башҡа тән сирҙәрен еңел дауалаған, үҙендәге дауалау ҡөҙрәтен Аллаһ биргән көс, тип әйтер булған. Инде Шәмиғол хәлфәнең вафатына ла ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтеп китте, ә даны һаман сағыуыраҡ балҡый бара. Йылдың ниндәй миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан, уның изге ҡәберенә зыярат ҡылырға килеүселәр ағымы туҡтамай.
   Баймаҡ районы Манһыр ауылы зыярытында ерләнгән Мөжәүир хәҙрәттең изге ҡәберен белмәгән башҡорт юҡтыр. Хәҙрәт бик намыҫлы, бар ғүмерен тамсыһына тиклем халҡына бағышлап, халыҡ араһында ихтирамға, башҡа милләттәрҙең, башҡа дин әһелдәренең хөрмәтләүенә ирешкән. Мөжәүир хәҙрәт тыумыштан гипноз көсөнә эйә булған, күп сирҙәрҙе бер күреүҙән дауалаған. Хәҙрәт 1967 йылда Аллаһ рәхмәтенә киткән, халыҡ уны хәтерендә әүлиә, тип һаҡлай. Изге ҡәберенә зыярат ҡылғанда доғалар уҡып рәхмәт әйтә, хәйер тарата.
   Өфөнән алыҫ түгел, Ауырғазы районында, Йәғәфәр ишан ерләнгән зыярат бар. Ҡәбере бик ҡаралған, семәрле суйын кәртә менән уратылған, уны 19 быуат баштарында мосолман сауҙагәрҙәр эшләткән булған. Әлегә тиклем изге ишан ҡәберенә мосолман мосафирҙарҙың юлы өҙөлмәй. Ҡәберенән алыҫ түгел, Өршәк яры буйындараҡ, ишан шишмәһе лә сылтырап ята. Уны ла мосолмандар ҡарап, таштар менән уратҡан, изге шишмәнең һыуы бик шифалы, мосолмандар хатта ҡыш көнө лә уны эҙләп килә.
   Мосолман башҡорттар зыярат ҡылған бындай изге ҡәберҙәр башҡорттар йәшәгән һәр төбәктә мотлаҡ осрай. Айырым әйткәндә, экспедиция ваҡытында беҙ Хәйбулла, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Ишембай, Салауат, Әбйәлил, Бөрйән һәм республикабыҙҙың башҡа райондарындала күрҙек. Был – күренеш, башҡорттарҙың изге әүлиәләр ҡәберенә зыярат ҡылыуы киң таралған һәм ул башҡорт халҡында Ислам дине килгәнсе үк ныҡ тамырланған булған. Шуныһы үкенесле, башҡорттарҙың әүлиәләргә зыярат ҡылыу йолаһы Башҡортостан ғалимдарының күҙ уңынан төшөп ҡалған. Әлеге көндә лә был матур йолаға иғтибар итеүсе юҡ, уның тураһында башлыса тыуған яҡты өйрәнеүселәр йә журналистар яҙа. Изге урын иҫәпләнгән әүлиәләр ҡәберлектәрен бер кемдә иҫәпкә алмаған, уларға бәйле тарихи риүәйәттәр ныҡлы өйрәнелмәгән. Республикабыҙҙың Шишмә районындағы Хөсәйенбәк һәм Турахан кәшәнәләре генә, изге әүлиәләр ҡәберлектәре булараҡ, бер аҙ өйрәнелгән булыуҙары менән айырыла.
   Мосолман башҡорттарҙың изге әүлиәләр ҡәберлектәренә зыярат ҡылыуҙарын өйрәнеү донъяуи әһәмиәткә лә эйә. Советтар Союзы тарҡалыу менән, ҡайһы бер элекке республикаларҙа, имеш, “саф ислам ” өсөн хәрәкәт йәһәт тарала башланы. Төрки мосолман халыҡтарында борондан йәшәп килгән ҡағиҙәләр, халыҡты уҡмаштырып, ойоштороп торған йолалар улар тарафынан инҡар ителә. “Саф исламсылар” айырыуса башҡорттарҙа таралған изге әүлиәләр ҡәберҙәренә зыярат ҡылыуҙы күралмай. “Саф исламсылар” араһында бигерәктә ваһһабсылар халыҡ йолаларына ҡаршы. Ваһһабсылар тыуҙырған ығы-зығы Рәсәйҙелә урап үтмәне, ҡайһы бер төбәктәрҙә улар күбәйептә бара. Шуның өсөн Башҡортостанда Ислам диненең артабанғы үҫешен, бигерәктә башҡорт халыҡ йолалары менән тәбиғи үрелеп үҫешен, ғилми тикшереү бик ваҡытлы һәм әһәмиәтле.
                                                                             Зәкирйән ӘМИНЕВ, философия фәндәре кандидаты.

                                                         Зыярат ҡылыу тәртибе
   Зыярат ҡылыу – ул кемделер, тере йәки мәрхүмде Аллаһ ризалығы өсөн барып күреү. Ғәҙәттә, беҙ кемде ихтирам итәбеҙ, яратабыҙ, шул кешене күрергә ашҡынабыҙ. Халҡыбыҙҙа: “Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлеләрҙең ҡәберен бел!” тигән бик фәһемле әйтем дә бар. Зыярат ҡылыр өсөн тәүҙә ихлас теләк һәм изге ниәт – фәҡәт Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн булырға тейеш. Иман Малик Әбү Иҙрис Әл-Хауләниҙең хәҙисендә: “Аллаһ Тәғәлә әйткән: “Кемдер Минең ризалығым өсөн берен-берен ярата икән, Мин дә уларҙы мотлаҡ яратасаҡмын… тигән”. Икенсе хәҙистә: “Кем-кемде ярата, Ҡиәмәт көнөндә шулар менән ҡубарыласаҡ”, тиелгән.
   Мөхәммәт бәйғәмбәр (с. ғ.с.): “Минең ҡәберемә килгән һәр кемде Яуап көнөндә яҡлашырмын. Кем минең ҡәберемә килә, ул мине тере сағымда килеп күргән һымаҡ булыр”, –ти.
   Зыярат ҡылыусылар юлда булған саҡта, өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡансы фәрештәләр улар өсөн тәсбих әйтеп торорҙар, ә сауабы шул кешеләргә яҙыла, ти. Ә ҡайтып инһәләр, фәрештәләр уларҙың гонаһтарын Аллаһ Тәғәлә ярлыҡауҙы һорап доға ҡылалар икән. Зыярат ҡылыу йолаһын күптәребеҙ белмәй. Уның тәртибе былай:
   1. Ниәт ихлас булыуы мотлаҡ. Фәҡәт “Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн”, тиергә.
   2. Ниндәйҙер кирәмәт күрер йәки әүлиәне һынар өсөн барырға ярамай. Әгәр, ниндәйҙер насар уйҙар килһә, “Әстағафируллаһ”, тип ихлас әйтегеҙ.
   3. Тулы тәһәрәтле булыу лазым.
   4. Зыярат ҡылыусы ҡәбер әһелдәрен “Әссәләмү ғәләйкүм тәхийәтән минни иләйкүм”, тип сәләмләргә тейеш.
   5. “Әл-Фәтиха” һәм 3 тапҡыр “Әл-Ихлас” сүрәләрен уҡып, Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн әруахтың рухына бағышларға кәрәк. Нисә ҡапҡа күрәһең, шул саҡлы уҡырға. Юлдағы ҡыйынлыҡтарҙы – Аллаһ Тәғәләнең бүләге, тип ҡабул итегеҙ, сөнки беҙҙең маҡсатыбыҙ – Аллаһ. Хәҙистәрҙә әйтелеүенсә, мосолмандарҙы зыяратҡа 70 000 фәрештә оҙата бара.
   6. Ҡәбер янында торған да – ерләнгән әүлиәнең аяғы осонда тороғоҙ. Шул ваҡытта уны алдығыҙҙа тора, икән тип күҙ алдына килтерегеҙ, рабита, йәғни йөрәктәр менән бәйләнеш тойорға тырышығыҙ. Баҫып торған килеш “Әл-Фәтиха” һәм 11 “Әл-Ихлас” сүрәләрен уҡып, сауабын Мөхәммәт (с.ғ.с.) бәйғәмберебеҙҙең һәм шәйехтең рухына бағышларға. Шул ваҡытта шәйех менән фәйез (Ал лаһтан килгән илаһи нур) тойорға тырышырға, үҙеңдең йөрәгеңде уныҡынан аҫтараҡ тора икән, тип күҙ алдына килтерергә тырышығыҙ. Бәрәкәт аласағыңа ышан, үҙең тоймаһаңда мотлаҡ бәрәкәт киләсәк.
   7. Киткәндә тағыла “Әл-Фәтиха” (1-се сүрә) һәм “Әл-Ихлас” (112-cе сүрә) сүрәләрен 3 йә 11 тапҡыр уҡы. Ҡайтҡанда буш һүҙҙәрҙе ҡуйып тор. Шәйех Ғәләүетдин Аттар: “Изгеләрҙең ҡәберҙәренә яҡынлашыу кешеләргә ҙур йоғонто яһай”, тигән.
   Наҡшбәндиә һәм Шазилийә тәриҡәттәренең шәйехе Сәйед әфәнде әйтеүенсә: “Кем йома көн ата-әсәләренең зыяратына барып “Йәсин” сүрәһен уҡыһа, уға ошо сүрәләге күпме хәреф бар, шунса гонаһы ғәфү ителә”, тигән. Әгәр кемдер ата-әсәһе тере саҡта уларға тейешле хөрмәт күрһәтмәһә, ә һуңынан үкенеп ғәфү үтенһә һәм Аллаһтан уларҙың гонаһтарын ғәфү итеүҙе һораһа, ул ата-әсәһен тере саҡтарында ҡыуандырған һымаҡ буласаҡ. Әгәр кемдер “Аятел-Көрси” (2-се сүрә, “Баҡарә”нең 255-cе аяты) уҡып, Аллаһ Тәғәләнән уның сауабын ошо зыяратта ятыусыларға биреүҙе һорай икән, һәр ҡәбергә 40 нур төшөп, ҡәберҙәре киңәйтәсәк. Шулай уҡ, “Йәсин” (36-cы сүрә) уҡып, сауабын мәрхүмдәргә бағышлаһа, бөтәһенеңдә ҡәбер ғазабы еңеләйтелә һәм сүрәне уҡыусыға зыяратта нисә кеше ерләнгән, шул хәтле сауап яҙыла.
   Аллаһ һәммәбеҙ ҙе лә тура юлдан барырға һәм изге эш тәр эшләргә насип итһен!
                                                                                                          Фәнирә ҒАЙСИНА әҙерләне.