Һынамыштар, ышаныуҙар

                                                  Һынамыштар, ышаныуҙар

   Башҡорт халҡының борондан килгән ауыҙ-тел ижадындағы ырым һүҙҙәренә, төрлө һынамыштарына, юрауҙарына әллә ни ышаныу кәрәкмәй. Был донъяла һәр нәмә, хатта саң бөртөгө лә Аллаһ Тәғәләнең рөхсәте менән генә ергә төшә. Бар нәмә Аллаһынан, күккә ҡарап: ҡоҙғон ҡорҡолдай, ауылдан мәйет сыға – тип юрарға ярамай. Башҡорттарҙың боронғо ышаныуҙары хаҡындағы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр беҙгә X быуатҡа ҡараған Ибн-Фаҙлан яҙмалары (912) буйынса билдәле. Сәйәхәтсе бер төркөм башҡорттарҙың йыланға, икенселәренең балыҡҡа, өсөнсөләренең торналарға табыныуын үҙ күҙҙәре менән күргәнлеге хаҡында яҙа. Ибн-Фаҙландың һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡорттар тәбиғәтте һәм уның айырым күренештәрен йәнләндереп кенә ҡалмағандар, бәлки һәр күренештең үҙ хужаһы, үҙ Раббыһы бар тип уйлағандар. Һеҙҙең иғтибарға Башҡорт халыҡ ижады, 10-сы том, 1-се китап. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр китабынан һынамыштар, ышаныуҙар.
* Августа аяҙ булһа, көҙ бысраҡ килер.
* Августа ураҡ ҡыҙа, һыу һыуына.
* Ағас һуң япраҡ ярһа, йыл ауыр килер.
* Ағаста бәҫ күп булһа, бал күп була.
* Ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа – һыуыҡҡа.
Томан төшһә — йылыға.
* Ай баҫып тыуһа, көн аяҙ була.
* Ай башында аяҙ булһа, ай буйы аяҙ була.
* Ай кәртәләнһә, айлыҡ аҙығыңды әҙерлә,
Көн кәртәләнһә, кәрәгенде әҙерлә.
* Ай кәртәләнһә, айырың тот,
Көн кәртәләнһә, көрәгең тот.
* Ай кәртәләнһә, буран булыр.
* Ай кәртәләнһә, киленең ул табып ҡыуанғандай күр,
Көн кәртәләнһә, киленең ҡыҙ табып һөйөнгәндәй күр.
* Ай ҡолаҡланһа, айлыҡ юлға сыҡ,
Көн ҡолаҡланһа, һәнәк-көрәгеңде әҙерлә. *
* Ай ҡолаҡланһа, аяғыңды нығыт,
Көн ҡолаҡланһа, ҡолаҡсыныңды нығыт.
* Ай ос менән тыуһа, көндәр яуынлы булыр.
* Ай салҡан тыуһа, көн һалҡын.
* Ай салҡан тыуһа, шул айҙа аяҙға.
Йөҙтүбән тыуһа, яуынға булыр.
* Ай салҡан тыуһа, аяҙ булыр, ҡырын тыуһа, болот булыр.
* Ай текә тыуһа, ямғырлы була.
* Ай тулы ваҡытта саф һәм яҡты торһа, һауа яҡшы булыр.
* Айҙың уртаһында ямғыр яуһа, ай бөткәнсе ямғыр булыр.
* Айыу баланы ҡыуағы, ҡамыш һәм ҡайһы бер башҡа үләндәрҙең еҫе ғәҙәттәгенән көслөрәк сыҡһа — ямғыр булыр, уларҙың еҫе һиҙелмәһә — көн аяҙыр.
* Аҡман-тоҡман алты көн, алгыһы ла ҡаты көн.
* Аҡыҡ — йөҙөк ҡашы, жәүзә* — яҙҙың башы.
* Алтынсы апрель Хызыр Ильяс* ҡамсыһын һелтәй, имеш.
* Арыш сәскәндә әрем бик әсе булһа, арыш яҡшы булыр.
* Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле-ямғырлы булыр.
* Апрель етһә, яҙ етер, иреп ағып ҡар китер.
* Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, Болотло булһа, ашлыҡ уңыр.
* Апрелдең шапырыныуы марттың дименән.
* Ашлыҡ урғанда һалам шартлап һынһа, ямғыр булыр.
* Аяҙ булһа — айға көс, Болот булһа — көнгә көс. *
* Аяҙ булһа — һыуытыр, Болот булһа — йылытыр.
* Барыс йылды* барын сәс,
һис булмаһа, тары сәс.
* Барыс йылы — байлыҡ, һыйыр йылы — туҡлыҡ, Ҡуй йылы — ҡытлыҡ, Ҡуян йылы — йотлоҡ.
* Бер ҡырпаҡ менән ҡыш булмаҫ.
* Беренсе ғинуарҙа көн йылы булһа, арыш уңыр, Ел булһа, тары уңыр, томан булһа, һоло уңыр.
* Беренсе күк күкрәү көндәр йылыта башлауға булыр.
* Беренсе күк күкрәү ҡибла яғынан булһа, иген уңыр.
* Беренсе мартта ел булһа, йыл алама килер.
* Беренсе мартта көн елле булһа.
Бөтөн йәй елле булыр.
* Беренсе мартта көн ҡояшлы, елле булһа,
Яҙ, йәй яҡшы булыр, иген уңыр.
* Беренсе сентябрҙә йылы булһа, бөтөн көҙ йылы булыр,
Әгәр шул көндө ел булһа, киләһе йәй ашлыҡ насар булыр.
* Боҙ ҡытыршы булын туңһа, иген уңыр.
* Боҙ ултырып ҡалған йылды ауырлыҡ булыр.
* Болондағы кипкән бесән дымланһа, ямғыр яуасаҡ.
* Болот ҡиблаға табан барһа, көн аяҙытыр.
* Болоттар бер урында өйөрөлһә, көн боҙола.
* Болот бергә өйөлөп, бик юғары күтәрелһә, йылы ямғыр булыр.
* Болот һирәк булһа, аяҙ һәм һалҡын булыр.
* Болот юлланып торһа, ямғырға.
* Бүрәнә шартлаһа, һыуыҡ булыр.
* Ваҡ ямғыр томалап яуа башлаһа, һауа оҙаҡҡа боҙолор.
* Ғинуарҙың көнө ҡыҫҡа, февралдең айы ҡыҫҡа.
* Ғаҡрәп* башында ҡар яуһа, ҡырҡ көн ҡара ятыр.
* Егерме бишенсе июлдә ҡырау булһа, ҡыш һыуыҡ
килер.
* Ел елләмәй, томан асылмай.
* Етегән йондоҙ ҡараһыу булып күренһә, ямғыр булыр.
* Етенсе август иртән һалҡын булһа,
Ҡыш иртә килер, оҙон да булыр.
* Жәүзә* кермәй йәй булмай, Ҡәүес* кермәй ҡыш булмай.
* Ике ҡатлы тәҙрәләр быуланыу — һалҡынға.
* Ильин көн* ямғыр булһа, илле көн ямғыр яуыр.
* Имән башы шаулаһа, көн боҙолоуға.
* Имән сәтләүеге уңған йылды аслыҡ булыр.
* Иртә аяҙытһа — кис аяҙытмаҫ, кис аяҙытһа — һис аяҙытмаҫ.
* Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр.
* Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, аяҙ булыр.
* Иртән ҡояшты болот ҡаплаһа, аяҙ була.
* Иртәнге томан ҡалын булып та,
Ҡояш нуры менән тиҙ таралһа, һауа бик оҙаҡ боҙолмай торор.
* Иртәнге томан өҫкә күтәрелһә — яуынға,
Ергә төшөп һеңһә — аяҙға.
* Иртәнге ямғыр төшкә хәтле.
* Иртәнсәк болотло булып,
Ҡояш сыҡҡанда аяҙытһа,
У л көндө ямғыр булмаҫ.
* Иртәнсәк ысыҡ күп төшһә, көн бик эҫе булыр.
* Йондоҙҙар бәләкәй генә булып күренһә, ямғыр булыр.
* Йондоҙҙар емелдәһә — һалҡынға.
* Йондоҙҙар ҡуйы күренһә, аяҙ булыр.
* Йүкә сәскәһе ҡойола башлаһа, арыш сәсергә ваҡыт.
* Йылан йылы — яуынлы.
* Йыл башында ел булһа, йыл әйләнә ел-дауыл булыр.
* Йылға боҙҙары ниндәй көндә киткән булһа,
Игенде шул көнгә тура килтереп сәс — уңыр.
* Йылғаларҙа боҙ төндә китһә, ашлыҡ булыр.
* Йылҡы йылын һаҡлыҡ менән ҡаршы ал.
* Йәй ағас япраҡтары һарғайһа, көҙ иртә килә.
* Йәй көнө бик ҡыҙҙырһа, ямғыр булыр.
* Йәй көнө һауа төтөн һымаҡ күренһә, аяҙ булыр.
* Йәй көнө ямғыр болото аҡһыл күренһә, боҙ яуыр.
* Йәй ҡышҡа ҡарап килә.
* Йәйге эҫелә рәшә булһа, игендәрҙе киптерер.
* Йәшен күп булһа, баланды ҡырау һуғыр.
* Кесаҙна боҙолған көн аҙна буйына барыр.
* Кинәт һыуыҡ башланһа, көн аяҙға китер.
* Кис аяҙ булып та, йондоҙҙар әҙ күренһә, йылы булыр.
* Кис һауа йылынып китһә, ямғыр көт.
Вариант: Киске һауа ныҡ йылынһа.
Төнөн ямғыр башланыр.
* Кистән аяҙ булһа, иртән дә аяҙ килә.
* Кишер япрағы шиңһә, ямғыр яуыр.
* Көҙ йылы килһә, ҡыш оҙон була.
* Көҙ килеше йәйенән билдәле.
* Көҙ көнө ағас япраҡтары ҡойолмаһа, халыҡҡа ауырлыҡ.
* Көҙ оҙон килһә, яҙ һуң килер.
* Көҙгө һыуыҡтан көнлөк ҡас.
* Көҙҙән иртә ҡар яумаһа, алғы йәйҙе иген уңышы насар булыр.
* Көҙ арттан ҡараһа, аяҙ булыр.
* Көҙ аяҙ булһа, аҙыҡ аҙ булыр.
* Көн елләһә, ямғыр булыр.
* Көн ҡыҙҙырһа, ямғырға була.
* Көндөҙ болотлап, кис елләһә — көн һыуытыр.
* Көнсығышынан ел сыҡһа, ямғырға.
* Күк иртә күкрәһә, яҙ иртә килер.
* Ҡабаҡ япрағы остан ҡойолһа, ҡыш оҙон була.
* Ҡайын ағасында бөрө күп булһа, тары бик уңыр.
* Ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.
* Ҡар ағасҡа йәбешеп торһа, көн епшетер.
* Ҡар иртә төшһә, яҙ иртә килер.
* Ҡар күп булһа, йәй иген уңыр.
* Ҡар ҡояш менән китһә, бойҙай уңыр.
* Ҡар тәрән булһа, игеп уңыр.
* Ҡары ҡалын ҡыштың үләне ҡалын булыр.
* Ҡарама ағасында сәскә булһа, ҡарабойҙай уңыр.
* Ҡараса* килмәй көҙ булмаҫ, ҡаңтар* тыумай боҙ булмаҫ.
* Ҡатлаулы болот тиҙ үғһә, аяҙ булыр, әкрсн үтһә, ямғыр булыр.
* Ҡаты яуым тиҙ туҡтар.
* Ҡибла яғынан ике-өс көн ел булһа, ямғыр ғәләмәте.
* Ҡоролоҡ йылы — ҡытлыҡ йылы.
* Ҡояш аяҙға байыһа, иртәгеһенә аяҙ булыр.
* Ҡояш байығанда күк йөҙө ҡыҙыл булһа, ел күтәрелер.
* Ҡояш байығанда төньяғынан һауа ҡыҙҙырһа, ысыҡ булыр.
* Ҡояш байығас, төньяғында болот аҡ булһа,
Бер ай буйы һауа боҙолоуы.
* Ҡояш байығанда ямғыр яуа башлаһа, тиҙ туҡтар.
* Ҡояш батҡас, һауала ҡыҙыллыҡ оҙаҡ торһа, аяҙ булыр.
* Ҡояш байыр алдынан болот тармаҡланып һуҙылып торһа, ямғыр булыр.
* Ҡояш байыған мәлде болот араһына инеп янһа,
Иртәгеһен үк көн ямғырлы булыр.
* Ҡояш байығанда аяҙ булып,
Төньяҡтан һалҡынса ел иҫеп торһа, ҡырау булыр.
* Ҡояш байығанда артынан болот ағылһа, ҡеүәтле ел булыр.
* Ҡояш бик йыраҡта күренһә, һалҡын булыр.
* Ҡояш ҡолаҡланып сыҡһа, ямғыр булыр.
* Ҡояш ҡыҙарып байыһа, елле ямғыр булыр.
* Ҡояш томан ваҡытында сыҡһа, көндөҙ бөркөү булыр.
* Ҡояш ҡыҙарып сыҡһа — ямғыр булыр,
Ҡыш көнө шулай булһа — һалҡын булыр.
* Ҡояш сыҡҡанда бағана-бағана нур сәселһә, һыуыҡ булыр.
* Ҡояш сыҡҡанда бейек күренһә, аяҙ булыр, түбән күренһә, ямғыр булыр.
* Ҡояш сыҡҡанда ғәҙәттәгенән ҙурыраҡ күренһә, ямғыр көт.
* Ҡояш сыҡҡанда һауа ҡыҙарып торһа, шул көндө ямғыр булыр.
* Ҡояш түбән байыһа, иртәгеһен ямғыр булыр.
* Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы булыр.
* Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа — һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта.
* Ҡыш көнө болот юлланып торһа, йылы булыр.
* Ҡыш көнө бәҫ күп булһа, бал күп булыр.
* Ҡыш көнө тоҙ еүешләнһә, ҡар яуа.
* Ҡыш көнө шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.
* Ҡыш көнөндә ҡояш әйләнәһендә түңгәләк күренһә, буран булыр,
Әгәр инде был түңгәләк ҡояшҡа бик яҡын булһа, аяҙ булыр.
* Ҡыш көнө ҡояш эргәһендә түңгәләк булһа, көн һал­ҡынайта.
* Ҡыш көнөндә урман елһеҙ шаулаһа, буран булыр.
* Ҡыш күк күкрәһә, бик ҡаты ел булыр.
* Ҡыш урман шаулаһа, йылы көндәр көт.
* Ҡыш һыуыҡ булһа, иген уңыр.
* Ҡышҡы көн йәйҙе әйтер, йәйге көндәр яйҙы әйтер.
* Ҡыш ҡар күп булһа, йәй ямғырлы булыр.
* Ҡыш ҡарһыҙ булһа, йәй ярлы була.
* Ҡыштың кендеге йәйгә бәйләнгән.
* Ҡыш көн — бер тотам.
* Май айы һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр,
Себенгә юҡлыҡ булыр.
* Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
* Майһыҙ ҡар бөтмәҫ.
* Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йыл яҡшы була.
* Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.
* Март, марттың көнө — шарт.
Вариант: Мартта — шарт.
Мартта шартлата.
* Март сыҡмай — дәрт сыҡмай.
* Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
* Мартта йылы булһа, яҙ һалҡын, елле була.
* Мартта көн менән төн тиңләшә.
* Мартта шарт та шорт, апрелдә апырыр ҙа шапырыр.
* Марттың берендә аяҙ булһа, яҙ буйы аяҙ була.
* Марттың егерме бишендә һыу ҡатһа, бер аҙналыҡ юлға сыҡ.
* Марттың шартын апрель сығарыр.
* Мейес көслө тартһа — һыуыҡ була,
Насар тартһа — епшек була.
* Мейестә утын шартлап янһа, көндәр йылытырға булыр.
* Микула* етмәй йәй булмай, Микула етмәй ҡыш булмай.
* Миләш һуңлап сәскә атһа, көҙ оҙаҡҡа һуҙылыр.
* Миләүшә сәскәһе асылһа, көн аяҙыр.
* Мөрйәнән сыҡҡан төтөн ергә ятһа,
Йәйен ямғыр булыр, ҡышын ҡар яуыр.
* Муйыл уңған йыл арыш уңыр.
* Муйыл уңған йылды иген уңмаҫ, ҡоролоҡ булыр.
* Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр.
* Октябрь — ҡара бейә, ноябрь — ала бейә.
* Октябрь — ни арба, ни сана.
* Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ.
* Өҙлөкһөҙ күк күкрәһә, борсаҡ яуыр.
* Өйкөм болоттар ойошмай күп йөрөһә, аяҙ булыр.
* Питрау* етте — яҙ үтте,
Ильин үтте — йәй бөттө.
* Питрау үтте — йәй үтте.
* Питрауға саҡлы үләндең шифаһы сәскәлә,
Питрауҙан һуң — тамырҙа.
* Покрау* етте — ҡыш етте.
* Покрауҙа ҡар күренер.
* Покрауҙан элек ҡар күренһә, йыл иртә килер.
* Салауат күпере бейек булһа, аяҙ булыр,
Түбән булһа, һауа боҙолор.
* Салауат күпере йәшкелтем булһа, ямғыр күп булыр,
Ҡыҙылһыу булһа, ҡаты ел булыр.
* Салауат күпере ҡалҡһа, көн аяҙыта.
* Салауат күпере юғары һуҙылһа, шул көндө аяҙ булыр,
Әгәр түбән булһа, ямғыр булыр.
* Салауат күпере ямғырҙан оҙаҡ торһа, һауа боҙолор,
Тиҙ бөтһә, аяҙ булыр.
Вариант: Йәйғор ямғырҙан һуң тиҙ юғалһа, аяҙға китер.
* Сана юлы һуңға ҡалһа, ашлыҡ уңыр.
* Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын булыр.
* Сентябрҙә күк күкрәһә, миҙгел оҙаҡ килер.
* Сентябрҙә ҡар күренһә, ҡырҡ көн аяҙ булыр.
* Сентябрҙә ҡар күренһә, көҙ оҙаҡ килер.
* Спас* етте — эш китте.
* Сәскәләр хуш еҫ бөркһә, ямғыр яуыр.
* Тамсы боҙо оҙон булһа, яҙ оҙон килә.,
* Тау баштарында ҡар күп булһа, еләк күп булыр.
* Томбойоҡ һыу өҫтөнән ҡәҙимгенән юғарыраҡ күтәрелһә —
тиҙ арала ямғыр булыр, сәскәләре асылһа — көн аяҙыр.
* Томан күп төшһә, емеш уңыр.
* Төтөн тура сыҡһа — һыуыҡҡа тарта.
* Төндә бәҫ булһа, көндөҙ ҡар яумай.
* Төштән һуң килгән ямғыр оҙаҡ яуа.
* Төньяҡ еле ямғырҙы ҡыуа.
* Тыуған ай дуғалы булһа, дауыл була.
* Тәҙрә тирләһә, ямғыр яуыр.
* Урман шаулаһа, көн боҙола.
* Урындан-урынға күсеп күк күкрәһә, боҙ булыр.
* Усаҡтағы утын һыҙғырып янһа, көн һыуытыр.
* Февралдә ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, ул йылды иген уңыр.
* Февралдә һыуыҡ: «һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә, көнөм генә ҡыҫҡа», — тип әйтә, имеш, ти.
Вариант: Февраль әйтә ти: «Әгэр мин ғинуар урынын­ да булһам, һыйырҙың мөгөҙөн төшөрөр инем», — тип.
* Хутта* ике күҙең мут.
* Хәмәл* әмәлеңде ҡоротор.
* һабан һөргәндә ярмалы балсыҡ сыҡһа, ул ерҙә ашлыҡ уңыр.
* һауала нәжәғәй уйнаһа, иген уңыр.
* һыртлыҡтан* ҡурҡма, ҡытлыҡтан ҡурҡ.
* һыртлыҡ оҙон булһа, ҡытлыҡ ҡыҫҡа булыр.
* һыртлыҡ һығыға ҡалһа, ҡытлыҡ йоҡоға ҡалыр.
* һыуыҡ ҡолаҡтан алыр.
* һыуыҡта боҙ өҫтөно шыя сыҡһа — йылы көндәр көт.
* һәүер* килмәй яҙ булмаҫ.
* Шайтан таяғының сәнскеләре ян-яҡҡа таралһа — һауа торошо үҙгәрмәҫ, бергә йыйылһа — көн боҙолор.
* Шәреле ер туңмай, шалҡан сәсһәң, уңмай.
* Шәфәҡ таңға һуҙылһа, иртәгеһенә ямғыр була.
* Ысыҡ гиҙ китһә, ямғыр булыр.
* Ысыҡлы йыл бал күп булыр.
* Эт йылы буран күп була.
* Эт йылында мал үҫер, барыс йылды бары үҫер.
* Әғәр ҙә ҡайындың осонда япраҡтары һарғая башлаһа,
яҙ иртә килә, түбәндәгеләре һарғая башлаһа, яҙ һуң килә.
* Әгәр яңы ай бик асыҡ ялтырап күренһә, һалҡын булыр.
* Әгәр яңы ай нәҙек кенә күренһә, ай буйы аяҙ булыр.
* Әүүәл кисе* аяҙ — бик һуң килер яҙ.
* Яҙ ерҙән быу күтәрелмәһә, иген насар ҡалҡыр.
* Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
* Яҙ иртә күк күкрәһә, йәй ямғырлы килер.
* Яҙ көнө йылғала һыу артмаһа, ашлыҡ уңмаҫ.
* Яҙ көнө иретмәй, оҙаҡ туңдырып торһа, йәй ҡоро булыр.
* Яҙ күк күкрәүҙән элек йәшен йәшнәһә, аслыҡ булыр.
* Яҙ ташҡын шәп булһа, иген уңа.
* Яҙғы боҙға яҫтыҡ ҡалынлығы булһа ла ышанма, көҙгө боҙға көҙгө ҡалынлығы булһа ла ышан.
* Яйыҡ башынан* ел иҫһә, йәй көнө лә ҡыш була.
* Яйыҡ башынан ел сыҡһа, яҙ килеүҙең билдәһе.
* Ялағай уйнаған йыл иген уңа.
* Ямғыр ергә тиҙ һеңһә, көндәр ямғырлы булыр.
* Ямғыр яуғанда салауат күпере ҡалҡһа, ямғыр туҡтар,
Әгәр туҡтағас ҡалҡһа, ямғыр оҙаҡ була.
* Ямғыр яуғанда тамсылар күбекләнһә, ямғырлы һауа оҙаҡ булыр.
* Ямғырҙан һуң йәшен ялтыраһа, аяҙ булыр.
* Ямғырҙан һуң ҡояш ялтырай ҡыҙарһа, тағы ямғыр көт.
* Ямғырҙы «һиҙеп» йылғалағы һыу кәмей.
* Ямғырлы ваҡытта көнсығыштан ел сыҡһа, ямғыр оҙаҡҡа барыр.
* Яңы ай тыуғанда ел булһа, ай бөткәнсе ел булыр.
* Яңы тыуған айҙың дүртенсе көнөндә ниндәй һауа бул­һа, ай буйы шундай һауа булыр.
* * *
* Аҡҡош иргә килһә, яҙ оҙаҡ торор.
* Ала ҡарға ағас башына ҡунһа, яҙ гиҙ, еңел килер; ергә ҡунһа, оҙаҡ, ауыр килер.
* Апрель ярчыһьшда торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.
* Ат аяғын тибенһә — ямғырға.
* Ат бышҡырһа, ямғырға.
* Ат ҡарға ятһа, йылыға тарта.
* Бал ҡорто кире әйләнеп ҡайтһа, ямғыр яуа.
* Бал ҡорттары умартанан бик иртә осоп сыҡһа, көн аяҙ буласаҡ.
* Балыҡ һыу өҫтөндә уйнай башлаһа, ямғыр була.
Вариант: Балыҡ өҫтә йөҙһә ямғырға.
* Беренсе мартҡа тиклем ҡара ҡарта күренһә, ҡар тиҙ китер.
* Бесәй башлы ябалаҡ (өкө) ҡысҡырһа, ашлыҡ насар булыр.
* Бесәй битен йыуғанда ҡолаҡ артын һыйпаһа, ямғыр булыр.
* Бесәй биген бик оҙаҡ йыуһа, оҙаҡ ямғыр яуыр.
* Бесәй бүрәнә тырнаһа, көн боҙола, бөгәрләнеп ятһа, һыуыҡ була.
* Бесәй ишекте тырнаһа, ямғыр, йо бурап булыр.
* Бесәй мейескә керһә, буран булыр.
* Бесәй моронон ҡаплап ятһа, көн һыуыта.
* Бесәй һыу эсһә, ямғыр булыр.
* Бесәй юғары менеп ятһа, һалҡынға.
* Бөрсә ҡоторһа, һауа боҙолор.
* Болот килгәндә әтәс ҡысҡырһа — көн аяҙайырға.
* Болотло көн бесәй салҡан ятһа — аяҙый.
* Бүҙәнә ҡысҡырһа, бойҙай уңа.
* Иген баш ҡоҫһа, кәкүк һаҡауланыр.
* Иртән беснәк һайраһа, көн боҙолор.
* Иртән бал корттары умартанан сыҡмайынса шаулашһа, төш ваҡытында ямғыр булыуын көт.
* Иртән, йә көндөҙ бал ҡорттары ҙур төркөм булып, умартаға ашығып ҡайтһалар һәм унан бөтөнләй тиер­лек осоп сыҡмаһалар, тиҙҙән ел күтәрелер, ямғыр яуыр.
* Иртән һауа болотло булһа ла, бал ҡорттары тырышып нектар йыйһа, тиҙҙән һауа торошо яҡшырасаҡ.
* Йылға шаулап, тәлмәрйен баҡылдай башлаһа — ямғыр була.
* Йәшен йәшнәп, болот килгәндә бал ҡорттары умартаға инеп йәшеренмәһә, ямғыр булмай, ул ситләп үтә.
* Келәт аҫтында әтәс ҡысҡырһа, ямғыр яуыр.
* Кисен бал ҡорттары осоуҙан иртә туҡтаһа, алдағы көндәрҙә яҡшы һауа һаҡланыр.
* Көҙгә табан ҡырмыҫҡа иләүҙәре ҙурайһа, ҡыш ҡаты килә.
* Көн болотло булһа, балыҡ ҡапмай.
* Күгәрсендәрҙең ныҡ гөрөлдәүе — һауа насарайыуға.
* Кәкүк тауыш бирҙе — һалҡын көндәр үтте.
* Ҡаҙ һыңар аяғын ҡанат аҫтына тыҡһа, көн һыуытыр.
Вариант: Ҡаҙ һыңар аяҡта торһа, һалҡынға.
* Ҡаҙ ҡанат аҫтына моронон тығып йоҡлаһа, һалҡын була.
* Ҡаҙ ҡаңҡылдаһа, йылы килә, ҡарға ҡарҡылдаһа, ҡайғы килә.
* Ҡаҙ тешен шаҡылдатһа, һалҡын булыр.
* Ҡара бойҙай сәскәһе бар ерҙә ҡорт тынмаҫ.
* Ҡара ҡарға килгәс, бер айҙан ҡар китер.
* Ҡара ҡарға ояға ултырһа, өс аҙнанан сәсеүгә сыҡ.
* Ҡара ҡарға уйнаһа, һауа боҙолор.
* Ҡарға мең ҡарҡылдаһа ла яҙ булмаҫ, ҡаҙ бер ҡаңҡыл­даһа ла яҙ булыр.
* Ҡарға елгә ҡаршы ултырып ҡысҡырһа, ямғыр булыр.
* Ҡарға килгәс тә юлға төшһә, иген уңыр.
* Ҡарға килһә, ҡар китер.
* Ҡарға ҡар теләһә, ямғыр яуыр.
* Ҡарға ҡарҙа ҡойонһа, көн боҙола.
* Ҡарға мороноң ҡанат аҫтына йәшерә икән — һыуыҡ көт.
* Ҡарға тоташ йөрөһә, ашлыҡ уңыр.
* Ҡарға яуым теләй, тартай аяҙ теләй.
* Ҡарға йылы яҡтан килгәс ағас башына ҡунһа, йыл туҡлыҡлы була.
* Ҡарға түбән осһа, ямғыр булыр.
* Ҡарлуғас иртә килһә, көндәр тиҙ матурланыр.
* Ҡарлуғас көндө маҡтай, һандуғас төндө маҡтай.
* Ҡарлуғас түбән осһа, ямғыр булыр, юғары осһа, аяҙ булыр.
* Ҡарлуғас уйнаҡлап осһа, ямғыр булыр.
* Ҡоҙғон юғары осһа, аяҙ булыр.
* Ҡоро йылды ҡуян күп, яуын йылды сысҡан күп.
* Ҡош ҡабарынһа, көн боҙола.
* Ҡоштар берҙәм осоп китә башлаһа, ҡыш ҡаты килә.
* Ҡоштар яҙын иртә килһә, йәйен ҡоролоҡ була.
* Ҡояш байығас, әтәс ҡысҡырһа, көн аяҙ булыр.
* Ҡырмыҫҡа ҡанатланһа, ямғыр була.
* Ҡырмыҫҡа иләүе йәйләнһә кон яҡшыра.
* Ҡыҫала ярға сыҡһа, кон боҙола.
* Ҡырмыҫҡа иләүҙәре ҙур булһа, ҡыш һыуыҡ булыр.
* Ҡыш көнө мейес аҫтында сиңерткә сырылдаһа, көн йылытыр.
* Мал ҡайһы яҡҡа арҡаһын ҡуйып ятһа, шул яҡтан ел көт.
* Өйрәк ҡойонһа — һалҡынға.
* Өйрәк ҡысҡырһа, йылы була.
* Өкө ҡысҡырһа, һалҡынға тарта.
* Себештәр бергә йыйылһа, ямғыр була.
* Серәкәй менән ләпәк күбәйһә, аяҙға тарта.
* Сиңерткәләр ныҡ сырылдашһа, көн ҡороға китер.
* Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.
* Сыйырсыҡ сыбар килһә, иген уңыр.
* Сыйырсыҡтан алда турғай килһә, туҡлыҡ була.
* Сысҡан күп булған йылды — туҡлыҡ, ҡуян күп йыл­ды — аслыҡ.
* Сысҡан менән һуҡыр сысҡан ҙур запас йыйһа, ҡыш ҡаты килә.
* Сәүкәләр ҡысҡырышһа — ямғырға.
* Тартай яҙ көнө бүҙәнәнән алда ҡысҡырһа, аслыҡ булыр.
* Тауыҡ иртә төнәһә, таңға ямғыр яуа.
* Тауыҡ әтәс булып ҡысҡырһа, үҙ башына.
* Тауыҡ оя баҫырға һуң ултырып, иртә торһа, аслыҡ булыр.
* Торна бейеһә, һауа йылыныр.
* Торна иртә килһә, яҙ оҙаҡ тормаҫ, тиҙ йылытыр.
* Торна килһә, торош юҡ.
* Торна ҡысҡырһа, көн йылытыр.
* Торналар бик өҫтән һәм торҡолдашып осһа — көҙ матур булыр.
* Торналар бейектән осһалар, көн аяҙ була, тиҙәр.
* Торналар йыйылып уйнаһа — көн йылыға.
* Торналар түбән осһа, һауа боҙолор.
* Төш ваҡытында әтәс ҡысҡырһа, көн аяҙ булыр.
* Турғай түбәндән осһа, көҙ ҡыҫҡа булыр.
* Турғайҙар кәпәренеп ултырһа, ямғыр булыр.
* Тәлмәрйен ҡысҡырһа, көн йылыта.
* Тәлмәрйен һыу өҫтөнә сығып ҡысҡырһа, һауа боҙолор.
* Тәлмәрйендәр ярға сыҡһа, яуын көт.
* Умарта ҡорто шаулаһа, ямғыр булыр.
* Үрмәксе ауы күбәйһә, көҙ сыуаҡ, ҡыш һалҡын була.
* Үрмәксе ауы күп осһа, көн аяҙ, йылы булыр.
* Үрмәксе ауын тәгәрмәс кеүек итеп ҡуйһа, аяҙға тарта.
* Үрмәксе ептәре бейектән осһа, аяҙ булыр.
* Үрмәксе ауы үҫемлектәргә ятһа, йылыға тарта.
* һандуғас менән таң тыуыр, ҡарлуғас менән көн тыуыр.
* һарығош ҡоро ботаҡта һайраһа, йыл ҡоро килер.
* һыйыр арт аяғын ҡалтыратһа, һалҡын булыр.
* һыу буғаһы биш-алты тапҡыр рәттән ҡысҡырһа, иген
уңыр.
* Эт аунаһа — ямғырға.
* Эт ҡарҙа аунаһа, көн аяҙ була.
* Эт ояһынан сыҡмаһа, буран сығырын көт тә тор.
* Эт һыу зсһә, ямғыр булыр.
* Эг юлға ятһа. көн йылытыр.
* Эгәр торналар берәмлэп-берәмләп килһәләр, йәй яҡшы булыр,
Әгәр көтөүе менән осоп килһәләр, йәй насар була.
* Юлда йылан осраһа, ямғыр яуа.
* Яҙ көнө тауыҡ әтәс булып ҡысҡырһа, йыл ауыр булыр.
* Ямғыр алдынан бал ҡорттары умарта тирәһендә генә оса,
һауа яҡшы торор булһа, алыҫҡа оса.
* Яр ҡарлуғастары түбән осһа, ямғырға тарта.
Вариант: Ямғыр булаһы булһа, ҡарлуғастар бик түбән осор.
* * *
* Арҡа һыҙлаһа, ямғыр була.
* Баш ҡысыһа, ямғыр яуа.
* Быуындар һыҙлаһа, көн боҙола.
* Кеше ауырайып торһа, ямғыр була.
* Ҡолаҡ ҡысытһа, ҡышын буран булыр, йәйен ямғыр булыр.
* Ҡолаҡ шаулаһа, һауа боҙолор.
* Ҡолаҡ япрағы ҡысытһа, буран булыр.
* Аҡ сәс — аҡыл сәсе.
* Аҡыллы баш ҙур була.
* Ауыҙы ҙур ашлы булыр, күҙе ҙур йәшле булыр.
* Аяҡ баш бармағы оҙон кеше ҡатынына баш, икенсе
бармағы оҙон булһа, ҡатыны иренә баш булыр, ти.
* Аяғы ҙур — ғәйрәтле, ҡулы ҙур — йөрәкле.
* Аяғы йөнлө мал-тыуарҙан бәхетле булыр.
* Башы ҙур — баш булыр.
* Башы ҙур — бей булыр, ҡолағы ҙур — ҡол булыр.
* Беләге йөнлө бей булыр,
Ҡолағы йөнлө ҡол булыр,
Балтыры йөнлө бай булыр.
* Ҡул кипһә, ямғыр булыр.
* Ҡул ҡыштырлап торһа, ҡоролоҡ булыр.
* Теш һыҙлаһа, һауа боҙолор, йә ямғыр, йә буран булыр.
* Уң ҡолаҡ ҡысытһа — йылытыр, һул ҡолаҡ ҡысытһа — һыуытыр.
* Башы йыуан бай булыр, балтыры йыуан ҡол булыр.
* Ирене йоҡа кеше уҫал булыр.
* Егеттәр биҙәнһә, мыйыҡ сыҡмай.
* Елкәһе соҡор — ялҡау булыр.
* Керпеге оҙонға күҙ тейә.
* Кеше ҡытыҡсан булһа, көнсөл була.
* Күҙ малды ҡаҙанға, кешене гүргә керетә.
* Күҙе осло уғры булыр.
* Күҙең ҡырыйында миңең булһа, йәшле булырһың.
* Ҡаш араһы алыҫ ҡыҙ алыҫ ергә төшөр,
Ҡаш араһы яҡын ҡыҙ яҡын ергә төшөр. *
* Ҡаш бер-береһенә яҡын булып үҫһә, кеше кәләште яҡындан ала.
* Ҡашы бергә тоташҡан кеше тыуған-үҫкән иленән йыраҡ
китмәй, ҡаш араһы йыраҡ булһа, йыраҡ китә.
* Ҡулы йомшаҡ ҡыҙ үҙенән йәшкә барыр.
* Ҡулы йөнлө кеше бай була.
* Ҡулы ҡаты ир ҡарт ҡатын алыр.
* Ҡулы һыуыҡтың йөрәге ҡыҙыу.
* Майлы күҙҙә яғым булмай.
* Маңлайы киң кешенең зиһене яҡшы була.
* Маңлайы тарҙың аҡылы тар.
* Муйыны миңле — бәхетле,
Күкрәге миңле — көйөклө,
Күҙе миңле — йәшле.
Ауыҙы миңле — ашлы.
* Оло ҡолаҡлы кеше ялҡау була.
* һирәк тешле кешенең ауыҙында һүҙ тормай.
* * *
* Аҡҡош атыу килешмәй: яңғыҙлыҡҡа була.
* Алдыңдан ҡара бесәй уҙһа, юлың уңмаҫ.
* Ауыл арҡыры аҡҡош уҙып китһә, аслыҡ булыр.
* Буш сәңгелдәк бәүетмә — сабыйың илаҡ булыр.
* Бала яңағына таянып ултырмаһын: етем ҡалыр.
* Беренсе күк күкрәгәндә ятып тәгәрләһәң, бил һыҙлауы
бөтә.
* Беренсе ужымды күргәс, өҙөп алып ашап, ужым өҫтөнә ятып аунаһаң, иген уңа.
* Бесәй юлды киҫһә, юл уңмай.
* Бутҡа бешергәндә ашаған ҡалағыңды ялама — кейәүең ашамһаҡ булыр.
* Буш өйгә ен эйәләшә.
* Бөркөттөң тырнағын йөрөтһәң, зәхмәт ҡағылмаҫ.
* Бысаҡты салҡан ташларға ярамай: өйҙән мәйет сығыр.
* Ерҙәге ташты ҡуҙғалтһаң, ел сығыр.
* Етегән йондоҙҙо ете ҡабат һанаһаң, һауап булыр.
* Ете йыллыҡ һағыҙаҡ саҡһа, әҙәм үлтерер.
Вариант : Етегән тигән ете йондоҙ
Ете уратып әйтһәң һауап була.
* Иҙәнең таҙа һепер, юғиһә ирең шаҙра булыр.
* Иләк аша ҡарама — кейәүең шаҙра булыр.
* Ишек тупһаһына ултырма — үҫмәҫһең.
* Йорт тирәһендә һайыҫҡан шыҡырыҡлаһа, ҡунаҡ килер.
* Йылан мөгөҙөн (аяғын?) күргән бәхетле булыр.
* Йәй көнө туғайҙа тәлмәрйенде аша атлаһаң, юл уңмай - уны урап үтергә кәрәк.
* «Кәбәк» тиһәң — кибә, «ҡандала» тиһәң — ҡаҙала.
* Кис иҙән һепермә — фәҡирлек килер.
* Кисен аҡса һанама — ҡулыңда аҡса тормаҫ.
* Кис көнө һағыҙ сәйнәһәләр, «үлгән кешенең үпкәһен сәйнәйһең», тиҙәр.
* Киҫкән тырнаҡты теләһә ҡайҙа ташлама: шайтан килтереп ашыңа һалыр. Тырнаҡтан кеше бирән була. Нигеҙгә һал, йә утҡа яҡ.
* Көйәнтәне ашатланһаң, бот төбөңә ҡыяраҡ сыға.
* Күк ҡабағы асылғанда ни теләһәң, шул ҡабул була, имеш.
* Кәкүк ауылға осоп килһә, аслыҡ булыр.
* Кәкүк ҡапҡаға, йә өй эргәһендәге ағасҡа ҡунып ҡысҡырһа, шул ағасҡа һөт ҡоялар.
* Кәкүк ҡыйыҡ башынан осоп үтһә, ут сыға, әйҙәр.
* Кәкүк өй башына ҡунып ҡысҡырһа, өй хужаһы үлә, тиҙәр. *
* Кәкүк яҙ көнө ағас япраҡ ярғас та ҡысҡырһа, аслыҡ булыр.
* Ҡаза килер булһа, ҡаҙ ҡоймаға менә.
* Ҡайын ағасында япраҡ ҡалһа, ҡатындарға ауырлыҡ,
Имәндә япраҡ күп ҡалһа, ирҙәргә ауырлыҡ булыр.
* Ҡайын ултыртҡан кеше ҡайғылы була.
* Ҡара йыландың ҡаны етмеш төрлө имгә ярай.
* Ҡараңғыла ашама — кейәүең уғры булыр.
* Ҡойроҡло йондоҙ афәт килтерә.
* Ҡулды йыуғас, һелкеп сәсрәтһәң — шайтан күбәйә.
* Ҡыр ҡаҙын һанарға ярамай, иҫәбе юғала, ти.
* Ләйсән һыуып ете йыл һаҡлаһаң, ынйыға әйләнә.
* Мендәр-түшәк өҫтөндә икмәк ашама, атаң-әсәң үлер.
* Өй башына ҡоҙғон ҡунһа, ул өйҙән мәйет сығыр.
* Өй эсендә һыҙғырырға ярамай: ҡаза килер.
* Сәсте теләһә ҡайҙа аяҡ аҫтына, тышҡа ташларға ярамай: ҡош өйөрөлдөрөп, үҙ ояһына илтеп һалыр, ти. Кешенең шунан башы әйләнеүсән була.
* Сыңрау торна бейегән ерҙә иген булмай.
* Тауыҡ, өйрәк, ҡаҙҙы көтөү ҡайтҡанда баҫырға ултыртһаң, себеш күп була.
* Торнаны атырға ярамай.
* Туҙбаш йыланды үлтерһәң, йортҡа ҡаза килә.
* Утҡа төкөрмә, ауыҙың ҡутырлар.
* һеперткене баштан юғары күтәрһәң, кеше үҫмәй, ти.
* һайыҫҡан ҡыйыҡ башына ҡунһа, ҡайғы килер.
* һыҙғырһаң, ел сығыр.
* һыйыр игеҙ быҙаулаһа, йә үҙ башына, йә хужаның башына булыр.
* Эт олоһа, бәлә килә.
Вариант: Эт олоһа — ҡазаға.
* Этең олоһа, яманға юра.
Башҡорт халыҡ ижады. 10-сы том. 1-се китап. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. Өфө: Китап. 2006. 544 бит. Ошо ссылка буйынса ҡарарға мөмкин — //kitaptar.bashkort.org/files/%D0%91%D0%B0%D1%88%D2%A1%D0%BE%D1%80%D1%82%20%D1%85%D0%B0%D0%BB%D1%8B%D2%A1%20%D0%B8%D0%B6%D0%B0%D0%B4%D1%8B.%2010-%D1%81%D1%8B%20%D1%82%D0%BE%D0%BC.pdf