Архив автора: Назир Сабитов

Мүлк (Тәбәрәк) сүрәһе

орнамент круг

                               Мүлк (Тәбәрәк) сүрәһе.
 

   Мүлк сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мүлк», — батшалыҡ, тигән һүҙ. Пәйғәмбәребеҙ салаллаһү ғәләйһи үә сәлләм был сүрәне уҡымайынса йоҡларға ятмаған.хадис
    Читать далее

Ер һәм йыр улы

                                   Ер һәм йыр улы

     "Ер һәм йыр улы" китабынан өҙөк (Китапта йырсы, сәсән, йыраусы Мөхәмәтйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаевтың ҡатмарлы һәм фәһемле тормош юлын сағылдырған хәтирәләре тасуирлана, халыҡ йырҙары, мөнәжәттәр, таҡмаҡтар, ил ағаһы хаҡында төрлө йылдарҙа донъя күргән мәҡәләләр килтерелә) авторҙар Раушания Ҡаҙаҡбаева, Бүләкбикә Ҡаҙаҡбаева

         Әсәйемдең ата-әсәһенең Аҡһыйырҙағы йәшәйеше

     Мине, бер йәш тулыр-тулмаҫтан, әсәйемден аталары Аҡһыйырға алып ҡайтҡан, һәм мин әсәйемдең тәүге иренән булған Зәйнәп апайым менән 16 йәшемә тиклем уларҙа тәрбиәләндем.
     Сәйетгәрәй ҡартатай указлы мулла булды. Ул, Мекетәләге (Ырымбур өлкәһенең Мөхәмәтйәр ауылы) Минһаж хәҙрәттең мәҙрәсәһендә дини белем алғас, Өфө дини идаралығының указы менән Аҡһыйыр ауылына мулла итеп тәғәйенләнә (фотоға ул шул указ ҡағыҙын тотоп төшкән). Ҡартатайҙың атаһы Бәхтеғәни — мулла табип, унын ҡустыһы Шәкир — Аҡташта мулла булып торғандар. Ҡартатай бушлай малайҙар уҡытты: яҙыу танытты, дин ғилемен дә өйрәтте, ҡартәсәй өйҙөң икенсе яртыһында ҡыҙҙарҙы йыйҙы. Бик ғилемле булмаһа ла, боронғо яҙыуҙы танып уҡырға өйрәткәндер Читать далее

Бәраәт кисәһе намаҙы

                                               орнамент круглой формыБәраәт кисәһе намаҙы

     Бәраәт кисәһендә уҡырға айырым махсус намаҙ юҡ, шуға ла аҫта яҙылған нәфел намаҙҙарын үҙ теләгенә ҡарап башҡараһың. Бәраәт кисәһе намаҙына түбәндәгесә ниәт ителә: «Әй, Раббым! Ниәт иттем был намаҙға, күңел тупаҫлығынан һәм донъя баҫыуынан ҡотолоу өсөн, шулай уҡ илаһи ғәфүүнә һәм бәхетлеләр дәфтәренә яҙылыуым өсөн...».
      Бәраәт намаҙы: йәсиғ йәки витр намаҙынан һуңыраҡ ун ике рәкәғәт намаҙ уҡыла, һәр рәкәғәттә бер «Фатиха» сүрәһе, өс мәртәбә сүрәи «Ихлас» уҡыла. Был намаҙҙа 2 рәкәғәт һайын сәләм бирелә.
     Хаҡ Сүбхәнә үә Тәғәлә ул намаҙ эсендә уҡыған Ҡөръән өсөн сауап ҡыла үә хәбәр бирер: «Тамуҡ уты һиңә харам булды», — тип. Читать далее

Бәра’әт кисе

                                                        Бәра’әт кисе

     Үҙенең бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ: «Шәғбән айының 15-се кисен ғибәҙәт менән үткәрегеҙ, — тип нәсихәт бирә, — көндөҙ ураҙа тотоғоҙ. Был кистә Аллаһы Тәғәлә ҡояш сыҡҡансы донъяға рәхмәт күҙе менән ҡарар һәм: «Тәүбә итеп, гонаһтарын ғәфү итеүемде һораусылар юҡмы? Булһа, гонаһтарын ғәфү итәм. Ризыҡ һорап йөрөгәндәр юҡмы? Булһа, ризыҡ бирәм. Ҡайғы-хәсрәттәргә тарып, сәләмәтлектәре юғалып, яфа сигеп ятҡандар юҡмы? Булһа, тәндәренә тынғылыҡ, ауырыуҙарына шифа бирәм. Ниндәй генә теләктәре бар — һораһындар — бөтә теләктәрен үтәйем», — тиер. Был мөрәжәғәт таңға тиклем дауам итер», — тигән.
     Исламға тиклем үк төрлө халыҡтарҙа был кис — Бәра’әт кисе — гонаһтарҙан арыныу, тәүбә итеү, ураҙа тотоу, мәрхүмдәрҙе хәтергә алыу менән үтә торған була. Ислам дине лә уны ҡәҙерле, изге кисәләрҙең береһе — гонаһтарҙан арыныу кисе булараҡ ҡабул итә. Шәғбан айының 14-нән 15-енә ҡарай был кистә япраҡтарына Ерҙә йәшәгәндәрҙән һәр кемдең исем-шәрифтәре яҙылған тормош ағасы тетрәнеп, япраҡтары ҡойолор ҙа, исемдәре ошо япраҡтарҙа булғандар йыл дауамында фани донъянан күсеп китер. Ә йәшәп ҡалғандарҙың яҙмышы фәрештәләр ихтыярына тапшырылыр йәки бөтә булмыштарҙың, бөтә мәхлүктәрҙең йыйыр ризығы, бәндәләрҙең байлыҡ йәки ярлылыҡ хәлдәре, тормоштағы төрлө дәрәжәләре, был донъяға тыуасаҡ һәм үләсәк бәндәләр — бөтәһе лә был кистә билдәләнеп ҡуйыла, ти.
    Читать далее

Йома намаҙы хөтбәләре

                                             Йома намаҙы хөтбәләре

   Йома намаҙында ике хөтбә уҡылыр. Беренсе хөтбә — фарыз булған хөтбә. Икенсе хөтбә иһә — сөннәттер. Хөтбәне уҡыусы кеше (хатыйб) йома намаҙының элек сөннәтен мөнбәргә яҡын бер ерҙә, мөнбәрҙең ҡаршыһында уҡыр. Уҡып бөтөргәс әкрен генә мөнбәргә сығыр, йөҙө менән йәмәғәткә туп-туры ултырыр. Мәзин икенсе аҙанды әйтер.
   Хатыйбтың мөнбәргә сыҡҡанда уҡыясаҡ доғалары тураһында пәйғәмбәребеҙҙән (ғәләйһис-сәләм) килгән риүәйәттәр юҡ. Ләкин хатыйбтың мөңбәргә матур кейем менән сығыуы, һәм мөнбәргә сыҡҡанда ҡайһы бер доғаларҙы уҡыуы урынлы һанала.
   Хөтбәлә доғаларҙы уҡыу мәжбүри һаналмай. Хатыйб, бер ниндәй доға уҡымайса ла, бары тик «Бисмилләһ» тип кенә әйтеп мөнбәргә сыға һәм үҙе теләгән доғаларҙы уҡый ала.
Мәзин аҙан әйтеп бөтөрөүгә уҡыласаҡ беренсе хөтбә: Читать далее

Фирғәүен мәйете

тело фараона

                        Фирғәүен мәйете

   Ләғнәткә осраған Фирғәүен йәки Ҡөрьән-Кәримдә бәйән ителгән 3000 йыллыҡ мөғжизә.
   Боронғо донъя тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар Мысырҙа үҙен Аллаһ тип иғлан иткән Фирғәүен яҙмышы тураһында беләләрҙер. Ҡөрьән-Кәримдә «Юныс» сүрәһендә был хаҡта махсус мәғлүмәт бар — 3000 йыл элек булып уҙған дәһшәтле ваҡиғаларҙың ауазы булып торған мәғлүмәт... Бөйөк Британиялағы музейҙарҙың береһендә һаҡланған бер дәлил кешеләрҙе тетрәндермәй ҡалмай!!
   Лондондағы мәшһүр Бритиш музейын тамаша ҡылғандарҙы хайран ҡалдыра торған һәм иғтибарҙы йәлеп итеп торған бер күргәҙмә бар. Ул — быяла аҫтында һаҡланған сәждә хәлендәге бер кеше жәсәде (тәне). Шуныһы хайран ҡалдыра: был жәсәд бүлектәге башҡа жәсәдтәрҙән киҫкен айырылып тора: мумияланмаған, дарыуланмаған, шуға күрә бөтөн ағзалары үҙ хәлендә һаҡланған. Хатта жәсәдтең һарғайған сәстәре һәм һаҡалдары ла ап-асыҡ күренә. Жәсәдтәрҙең бер нисә аҙнанан боҙола башлауы — мәғлүм хәҡиҡәт. Әммә нимә ғәжәп: 3000 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, был жәсәд серемәгән, боҙолмаған. Хатта мумияланған жәсәдтәр ҙә мәғлүм ваҡыт үткәс боҙола башлай — быны фән иҫбатлай. Ә был жәсәдтең боҙолмауының сере нимәлә һуң?
   Был серҙе беҙгә йәнә мөҡәддәс китабыбыҙ — Ҡөрьән-Кәрим аяттары — асып бирә. Шул ыңғайҙан Ҡөрьәнебеҙҙең мөҡәддәс мөғжизә икәне йәнә бер ҡат иҫбатлана.
Читать далее

Ҡарас сәсән

Башкирский лучник                            Ҡарас сәсән

   Башҡорт ҡашҡалары (Башҡорт, ҡаҙаҡ яуҙарынан бер иҫтәлек. Әхмәтша Солтановтың иҫке ҡулъяҙмаһынан алынды. Ваҡиға 1750 йылдарҙа бара.)
   Хәҙерге Тамъян-Ҡатай кантоны Науырҙа ауылы башҡорттарының төп аталары Айбағыш, Көнбағыш исемле ике бер туған булған. Айбағыштан Килдеш исемле атҡыс-мәргән тыуып, заманында уға тиң булмаған. Көнбағыштан Ҡушкилде тыуып, ул да атҡыс булған. Ҡушкилденән Ҡарас исемле бер улан ҡалған. Ҡарас та атаһы һымаҡ, уҡ-һаҙаҡҡа бирелеп, йәштән батырлыҡ, атҡыслыҡ исеме алып, һәр ваҡыт Килдеш батыр менән бергә яу сабып, яу ҡайтарып йөрөгән. Әүәл атҡыстар йыйылышып майҙан тотҡанда Килдеш менән Ҡарастың алдына һис кем сыға алмаған.
  Читать далее

Таҡмаҡтар

совет осоро

                                   Таҡмаҡтар
               Совет осоронда сыҡҡан таҡмаҡтар
               Төртмә һәм шаян йыр-таҡмаҡтар

Абзыҡайым, атың ҡасҡан, Баҫыу ҡапҡаһын асҡан.
Кисә күңелең бойоҡ ине, Бөгөн күңелең кем асҡан?

              Агроном кабинетта, Күрһәң икән бер йөҙөн.
              Күккә сойоп, болот итеп, Яуҙырһаң икән үҙен.

Агроном көлә микән, Колхозға килә микән?
Арыш менән бәрәңгене. Айыра белә микән?
Читать далее

Шәмиғол хәлфә

Шамиғол халфа                                  Шәмиғол хәлфә

   30-сы йылдарҙағы Сталин режимының ҡәһәрле золомо осоронда Ислам дине әһелдәрен, шул иҫәптән ул заманда халҡыбыҙ өсөн ғалим да, табиб та, тура юлдан алып барыусы ла, аңыбыҙ етмәҫ ысулдар менән беҙҙе ҡурсалаусы ла булған изге әүлиәләрҙе лә ҡырыу башҡорт өсөн ҙур фажиғә булды. Был фажиғәнең ни тиклем тәрәнлеген төшөнөр көндәребеҙ алда әле. Уларҙың ысын мәғәнәһендә бөйөк кешеләр булғанлығын, Аллаға шөкөр, ана шул ҡанлы йылдар осорон мөғжизә менән имен-аман үтә алған бик һирәктәренең тормошо миҫалында күрә алабыҙ. Шуныһы үкенесле, ынйы бөртөктәреләй сүпләп, һәр береһен ҡәҙерләп кенә тарихыбыҙға алтын хәрефтәр менән яҙып, энциклопедиябыҙға теркәп ҡуйыу эшен дәүләт кимәлендә ойоштороп, улан-ейәндәребеҙгә улар хаҡында ғорурланып һөйләй торған урынға, беҙ был донъяның бөтмәҫ ваҡ-төйәк мәшәҡәттәре менән көн үткәрәбеҙ, ә башҡа милләттәр тик ятмай, данлы тарихыбыҙҙы урлай, шәхестәребеҙҙе үҙләштерә. Шәмиғол хәлфә менән дә ҡыҙыҡһынып, йәһәннәм аръяғындағы американдар бынан 5-6 йыл элек үк килеп, әүлиәнең ейәнен күреп, ҡәберен фото һәм видеоға төшөрөп китә. Кемдәр улар, уның тураһында ҡайҙан белгәндәр? Бер кем дә, бер нәмә лә әйтә алманы. Ниәттәре изге булғандыр, тип ышанайыҡ.
Читать далее

Әбйәлил, Баймаҡ изгеләре

узор                       Әбйәлил, Баймаҡ изгеләре

   Хөсәйен әүлиәгә халыҡ элек-электән күп йөрөгән. Совет власы заманында ла юл өҙөлмәгән. Әүлиәнең хикмәтле һуҡмағы булған. “Ауҡа йылғаға төшкәнен – тәһәрәт алырға, ә өҫкә менгәнен – намаҙ уҡырға барған һуҡмағы”, тип аңлаталар ине. Ул һуҡмаҡ яҙлы-көҙлө ныҡ беленә. Тирә-йүндәге үләндәр һарғайһа ла, һуҡмаҡ юлындағы үләндәр йәшел көйө ҡала. Шунан, тирә-яҡта ҡылған үҫә, ә һуҡмаҡ тирәләй генә еләк япраҡтары.
   Элек тапма ауырыуы ныҡ көслө ине бит. Әүлиә зыяратына килеп, аят-доғалар уҡып, Хоҙайҙан һорап, шул ауырыуҙарҙан ҡотолғандар. Шуларҙың араһында минең әсәйем дә бар. Хөсәйен ауылына барып етмәҫ элек тау битләүендә, юлдан йөҙ-йөҙ илле метр тирәһе ерҙә ул әүлиә ҡәбере.
Мәхмүттән Ҡалмаҡ ауылына барған осонда, Түбә башында ике әүлиә ҡәбере бар. Бер йәй ныҡ ҡоролоҡ булғас, кемдер: “Әүлиә зыяраты аяҡ аҫтында тапалып ята. Кәртәләгеҙ”, – ти. Кәртәләп ҡуялар, шунан ямғыр яуҙы, тиҙәр.
Читать далее