Архив автора: Назир Сабитов

Ураҙа айының фазиләттәре

                                           Ураҙа айының фазиләттәре

                                                            Беренсе хөтбә
    Бына беҙ Рамаҙан айының бер нисә көнөн оҙатып ебәрҙек. Тотҡан ураҙаларыбыҙҙы Аллаһ Тәғәлә ҡабул итеп алһын, әмин. Был ай мосолмандар өсөн иң мөһим айҙарҙың береһе, сөнки унда динебеҙҙең биш рөкөнөнөң береһе — фарыз ураҙа үтәлә. «Эй һеҙ, иман килтергәндәр! һеҙгә тиклем йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз ителде — Аллаһтан ҡурҡыусыларҙан булыуығыҙ өсөн», — тиелгән Ҡөрьәндә, («Һыйыр» сүрәһе, 183 аят).

     Көслө хәҙистә әйтелгәнсә: «Ислам биш рөкөнгә нигеҙләнгән: 1) “Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, һәм Мөхәммәт — Уның рәсүле” тип шәһәдәт итеү, 2) намаҙ уҡыу, 3) Рамаҙан айында ураҙа тотоу 4) зәкәт түләү, һәм 5) Аллаһ йортона хаж ҡылыу» (Әл-Бүхари, Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Ниндәйҙер өйҙөң бер рөкөнө (нигеҙ ташы) йығылһа, ул өй ҙә емереләсәк. Шулай уҡ Рамаҙан айындағы ураҙаны инҡар иткән кеше — намаҙ уҡыһа ла — диндән сығып китә. Рамаҙан ураҙаһын еренә еткереп тотҡан кеше бынан алдағы гөнаһтарынан таҙарынасаҡ: «Кем Рамаҙан ураҙаһын ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән тотоп сыҡһа, шуның бынан алда булған гөнаһтары ғәфү ителер. Кем Рамаҙан айында ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән намаҙҙарҙы ҡылһа, шуның бынан алда булған гөнаһтары ғәфү ителер. Кем Ҡәҙер кисендә ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән намаҙҙарҙы ҡылһа, шуның бынан алда булған гөнаһтары ғәфү ителер», — тиелгән хәҙистә. (Әл-Бүхари, Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Читать далее

“Намаҙ” мөнәжәте

“Намаҙ” мөнәжәте

Намаҙ уҡып ҡарайыҡ,
Бер Хоҙайға ярайыҡ.
Хоҙай беҙгә юл бирһә
Ожмах-һарай барайыҡ.
Ожмах-һарай барғайлар,
Ҡоштай кеүек осҡайлар.
Тамауҡ-һарай барғайлар,
Һис тә аяҡ баҫа алмайлар.
Тамуҡ торор утын сәсеп,
Йылан торор ауыҙын асып,
Хәбибуллабыҙ булмаһа,
Һис кем ҡотолмаҫ ҡасып.
Намаҙ уҡыған кешенең
Нурлы булалыр йөҙө.
Намаҙ уҡымаған кеше
Ҡара булалыр йөҙө.

Хоҙай үҙе кисерһен

Баҡсаларға гөлдәр сәстем,
Матур булып үҫһендәр.
Гонаһыбыҙ күп инде,
Хоҙай үҙе кисерһен.
Баҡсаларҙан йыйып алдым,
Матур гөлдәр сәсәгем.
Ҡәберҙәргә барып кергәс,
Белмәйем, ни күрәсәгем.
Был донъяла торған саҡта
Күп ине дуҫтарым.
Балалар доға ҡылмаһа,
Яңғыҙ башым нишләрмен?
Беҙ бараһы зыяраттарға
Ултыртҡандар аҡ ҡайын.
Балаларҙан доға һорап,
Ҡайтырбыҙ аҙна һайын. Читать далее

Иманлы халыҡ – киләсәкле

иман     Иманлы халыҡ – киләсәкле

     Миллиардтарса кешенең меңәр йылдар һуҙымында үҙ-үҙен һынаған дини тәғлимәт һаман да йәшәүен дауам итә һәм бер быуын донъялыҡтан киткәндән һуң тағы ла шунсама кеше дингә килә икән, тәғлимәттәрҙең тәғлимәте – дин. Икенсе һүҙ менән әйткәндә – кешелектең йәшәү Конституцияһы. Мораҙым бей ишандың нәҫеле, көслө рухлы, арҙаҡлы шәхесебеҙ Салауат Килдин менән ҡорған әңгәмәбеҙҙә һүҙ иман, дин, халыҡ яҙмышы хаҡында бара.
      – Һәр халыҡтың мәҙәни донъяһында үҙе тотҡан диненең әһәмиәтенә килгәндә, иң тәүҙә, моғайын да, әхлаҡи ҡиммәттәр юҫығында ҡарау урынлылыр. Хәйер, был хәл-күренеш аксиомаға тиң. Сөнки кешелек үҫешенең дини баҫҡысы һәр халыҡты тик яҡшылыҡ, тик изгелек, тик ғәҙеллек юлына сығарыу маҡсатында барлыҡҡа килгән. Тарихтан шуны ла беләбеҙ: динде, Аллаһы Тәғәләне инҡар иткән, мәжүсилек йолаларына тоғро ҡалған ҡәүемдәр һәм халыҡтар Ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан йә Хаҡ Тәғәлә уларҙы башҡа халыҡтар менән алыштырған.
     Миҫалға Ҡөрьәндең “Һуд” сүрәһендә һүҙ барған мәдйән халҡының аяныслы яҙмышын килтерергә булыр ине. “Мәдйән халҡына үҙҙәренең туғаны Шөғәйепте ебәрҙек. Ул әйтте:             “Эй, халҡым! Аллаға ҡоллоҡ ҡылығыҙ. Унан башҡа һеҙҙең илаһ юҡ! Оҙонлоҡ, ауырлыҡ үлсәүҙәрендә хыянат итмәгеҙ. Рәхәттә йәшәгәнегеҙҙе күрәм дә, килер көндөң язаһынан һеҙҙең өсөн ҡурҡам. Эй, халҡым! Ғәҙеллек менән үлсәгеҙ, кешегә зыян килтермәгеҙ. Донъяға боҙоҡлоҡ таратып йөрөмәгеҙ! Хәләл кәсеп менән тапҡан мөлкәтегеҙ һеҙгә хәйерлерәк, мөьмин булһағыҙ. Мин һеҙҙең өсөн һаҡлаусы түгел!” – тине. Улар: “Эй, Шөғәйеп! Һинең доғаң ата-бабабыҙ табынған илаһты ташларға, малыбыҙҙы теләгәнсә тотонмаҫҡа ҡушамы ни? Һин бит күндәм инең, хаҡ юлдан алып бара инең”, – тине. Ул: “Эй, халҡым! Раббым миңә асыҡ аяты менән яҡшы өлөш биргәс, һеҙҙең һүҙҙе тип, Ул тыйғанды тотмаһам... Уйланығыҙмы шуны?
Читать далее

Тәһәжжүд намаҙы

                                          Тәһәжжүд намаҙы

     Тәһәжжүд намаҙы тип төндә йоҡонан уянып нәфел намаҙ ҡылыуға әйтәләр.
Тәһәжжүд намаҙы 2, йә 4, йә 6, йә 8, йә 10, йә 12 рәҡәғәтле нәфел намаҙы. Уртаса алты рәҡәғәтле намаҙ төндә уҡыла. Тәһәжжүд намаҙы ваҡыты төнгө 2–се яртыла, йәғни көндөҙгө өйлә намаҙы ваҡытынан тап 12 сәғәт үткәс башлана һәм имсәк ваҡытына, йәғни, иртәнге намаҙ башланыуға 15 минут ҡалғанға ҡәҙәр дауам итә.
     Тәһәжжүд намаҙындағы сауаптар икһеҙ-сикһеҙ күп. Уны даими уҡығандарҙың һәр доғаһы ҡабул ҡылына, дәрәжәләре юғары була, сөнки ул – Рәсүллаһ саллал-лаһ ғәләйһи үә сәләмдең берҙә ҡалдырмаған һәм уҡып барған намаҙы.
     "Исра" сүрәсенең һәм 78 сы аяттарында: "Ҡояштың көнбайышҡа йүнәлеүенән төндөң ҡаралыуына тиклем намаҙ ҡыл, таң ваҡытында намаҙ ҡыл, сөнки сәхәр намаҙына фәрештәләр шаһит булыр. «Әй, Мөхәммәд! Төндәрен уянып, артыҡ намаҙҙар ҡыл. Раббың һине маҡтар, юғары дәрәжәгә күтәрер»,—тиелгән.
     Тәһәжжүд намаҙы хәҙрәти пәйғәмбәребеҙгә (ғәләйһиссәләм) был аят менән әмер ителгән. Шул уҡ аятта Аллаһ Тәғәлә илсеһен юғары дәрәжәгә күтәрәсәген тәһәжжүд намаҙы әмер иткәндән һуң белдергән. Был юғары дәрәжә менән тәһәжжүд намаҙы араһында бер бәйләнеш (элемтә) барлығын күрһәтә. Әгәр шулай булһа тәһәжжүд намаҙының әһәмиәте ҙур икәнлеге асыҡлана.
     Аллаһу Субхәнәһү Тәғәлә пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә әйтә: «Уҡы һин тәһәжжүд намаҙын, „Мәҡамәм мәхмүҙә“ тигән дәрәжәле урынға ирешерһең», — ти.
    Читать далее

Мөстәкрәһ ғәмәлдәр

                                                  Мөстәкрәһ ғәмәлдәр

   Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм ҡылыныуын яратмаған ғәмәлдәр — мөстәкрәһ ғәмәлдәр. Дәхи әүүәлге изге ғалимдар ҙа уны ҡылыуҙы мәғҡул күрмәнеләр. Мөстәкрәһ ғәмәлде ҡылыу бик ҙур гонаһ булмаһа ла, бәләкәй гонаһтарҙан, олуғ әҙәпһеҙлектән һанала. Мөьмин мосолман кешеләргә ҡылыуы мөстәкрәһ булған ғәмәлдәрҙең мәшһүрҙәре 60:
1. Ашты эҫе көйөнсә ашау үә эсеү
2. һыуҙы бик һыуыҡ көйөнсә эсеү
3. Бер юлы төрлө-төрлө күп аштар ашау
4. Кешенең ашағанын ҡарап тороу
5. Ашағанда ҙур-ҙур ҡабып ашау
6. Мәжлестә аш килтерә торған тарафҡа ҡарап тороу
7. Ашты табаҡтың уртаһынан алып ашау
8. Ҡапҡан ризығыңды ауыҙыңдан сығарыу
9. Ашты яҡшы сәйнәмәй йотоу
10. Аш ашағанда күп һөйләшеү
Читать далее

Хәрәм ғәмәл

                                                     Хәрәм ғәмәл

   Хәрәм — шәриғәттә бик ҡаты тыйылған ғәмәл. Уны ҡылыу һис тейеш түгелдер. Хәрәм ғәмәлде ҡылған кеше бик гонаһлы булыр. Гонаһ булыуынан ҡурҡып ҡылмай ҡалған кеше сауаплы булыр. Хәрәмде хәләл тигән кеше иманһыҙ булыр.
   Хәрәм ике төрлө: харам золми үә харам ғайри золми. Харам золми — ҡылыусы кешенең үҙенән башҡа кешегә лә зарары үә зыяны тейә торған харамдыр. Мәҫәлән: кеше үлтереү үә сәбәпһеҙ ҡыйнау үә яман тел тейҙереү, кеше малын урлап, йә талап, йәки алдап алыу кеүектәр.
   Харам ғайри золми — ҡылыусының үҙенән башҡа кешегә зарары үә зыяны теймәйенсә, үҙенә генә гонаһ килтерә торған хәрәмдер. Бында башҡа кеше хаҡы юҡ. Мәҫәлән: хәрәм ризыҡтарҙы ашау үә хәрәм эсемлектәр эсеү. Харам золми үә харам ғайри золмиҙан айырмаһы шулдыр — харам золми ҡылған кеше һуңынан үкенеп тәүбә ҡылһа ла, зарар үә зыян ирешкән кеше риза булмайынса тороп, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең гонаһын ғәфү итмәйәсәк. Әммә харам ғайри золми ҡылған кеше һуңынан үкенеп, ихлас Аллаһы Тәғәләгә тәүбә ҡылһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең гонаһын шул сәғәттә ғәфү итеүе лә ихтималдыр. Мәҫәлән: берәү бер кешенең малын урлап, йә талап алһа, ул кеше һуңынан үкенеп, ни ҡәҙәр тәүбә ҡылһа ла, мал эйәһен бәхилләтеп ризалығын алмайынса тороп, Аллаһы Тәғәлә уның гонаһын ғәфү итмәйәсәктер, сөнки ғәфү итһә, мал эйәһенә йәбер үә золом кеүек булалыр. Әммә бер төрлө хәрәм тәғәмде йә эсемлекте эскән кеше үкенеп, ихласлыҡ менән гонаһынан тамам тәүбә ҡылһа, шул уҡ ваҡытта Аллаһы Тәғәлә уның гонаһын ғәфү итеүе ихтимал. Сөнки был мәсьәләлә һис кемгә йәбер үә золом юҡтыр. Аллаһы Тәғәлә Ғафуур үә Рәхиимдер.Ихлас тәүбә ҡылған кешенең тәүбәһен ҡабул итеүҙе вәғәҙә ҡылған.
Читать далее

Мөбәх ғәмәлдер

                                        Мөбәх ғәмәлдер

   Мөбәх шундай ғәмәлдер, уны ҡылыу ҙа, ҡылмау ҙа дөрөҫ үә хәләлдер. Мөбәх ғәмәл бәндәнең үҙ ихтыярында. Теләһә ҡылыр, теләмәһә ҡылмаҫ. Уны ҡылған кеше лә, ҡылмаған кеше лә сауаплы һәм гонаһлы булмаҫ. Мөьмин-мосолман кешегә Мөбәх үә хәләл булған эштәрҙең хисабы юҡтыр. Харам йә мәкрүһ булмаған эштәрҙең бөтәһе лә мөбәхтер. Мәҫәлән: ултырыу, тороу, йөрөү, йоҡлау, хәләл тәғәм ашау, зарарһыҙ һүҙ һөйләү, ниндәй ҙә булһа гонаһһыҙ һәм зарарһыҙ эштәрҙе ҡылыу кеүек шәриғәттә бойоролмаған һәм тыйылмаған эштәрҙең бөтәһе лә мөбәхтер.
1. Хәләл тәғәмдәрҙе туйғансы ашау, туйғандан артығы — хәрәмдер.
2. Хәләл эсемлектәрҙе туйғансы эсеү
3. Иманһыҙ кешеләр бешергән таҙа аштарҙы ашау
4. Аллаһы Тәғәләнең бәғзе пәйғәмбәрҙәренә вә бәғзе китаптарына ышана торған, иманһыҙ кешеләр боғаҙлаған хайуандарҙың итен ашау
5. Аш һеңдереү өсөн иҫертмәй торған һыуҙарҙы эсеү
6. Иҫертмәй торған, йөҙөм һыуынан яһалған һеркәне эсеү
7. Тоҙ күленә төшөп, тоҙға әйләнгән үләкһәнән булған тоҙҙо ҡабыу
8. Ышаныслы табибтың һүҙе буйынса ауырығанда шифа өсөн хәрәм тәғәм һәм хәрәм эсемлектәр менән дауаланыу
9. Ҡырағай хайуандарҙың ите, йөнө, тиреһе, һөйәге менән файҙаланыу өсөн үлтереү, аулау.
Читать далее

Мөстәхәб ғәмәлдәр

                                           Мөстәхәб ғәмәлдәр

   Мөстәхәб ғәмәлдәр — пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм күп ваҡыт ҡылған үә дәхи ул ғәмәлде ҡылған кешегә сауап, бәрәкәт буласағын аңлатҡан ғәмәлдер. Мөстәхәб ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмаған кеше гонаһлы ла булмаҫ, ҡиәмәт көнөндә шелтә лә тейеш булмаҫ. Мөьмин мосолман кешегә ҡылыуы кәрәкле булған мөстәхәб ғәмәлдәрҙең мәшһүре 122 төр:
1. Мәдинә-и Мөнәүәрәгә барып, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең ҡәбер шәрифе булған Рауза-и Мутәһһәраны зыярат ҡылыу
2. Нәфел намаҙҙар уҡыу
3. Нәфел ураҙалар тотоу
4. Нәфел хажы ҡылыу
5. Ғөшөр үә зәҡәттән башҡа нәфел саҙаҡалар биреү
6. һәр ваҡыт мөмкин тиклем тәһәрәт менән йөрөү
7. Намаҙ ваҡыты кергәнсе тәһәрәт алып ҡуйыу
8. Тәкбирҙе, йәғни “Аллаһу Әкбәр” тип күп әйтеү
9. Тәхлилде, йәғни “Ләә иләәһә иллә Аллаһ” тип күп әйтеү
10. Тәсбихте, йәғни “Сүбхән Аллаһ” тип күп әйтеү
11. Тәхмидте, йәғни “Әлхәмдүлилләһ” тип күп әйтеү
12. Истиғфарҙы, йәғни “Әстәғфируллаһ” тип күп әйтеү
13. Буш ваҡытта Ҡөрьән уҡыу
Читать далее

Сөннәт ғәмәлдәр

                                      Сөннәт ғәмәлдәр

   Сөннәт ғәмәлдәр — пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салаллаһу ғәләйһи үәссәләм күп тапҡыр ҡылған үә ул ғәмәлде ҡылыусы сауаплы булыр тип һөйләгән ғәмәлдәр. Хәҙрәти Мөхәммәд өммәтенән булған кешегә сөннәт ғәмәлдәрҙең һәр береһен ҡылырға тырышыу тейешле. Сөннәт ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, ғөҙөрһеҙ (сәбәпһеҙ) ҡылмаған кеше ҙур гонаһлы булмаһа ла, ҡиәмәт көнөндә шелтәгә тейешле булыр. Үә дәхи пәйғәмбәребеҙҙең шәфәғәтенә лайыҡлы булмаҫ. Мөьмин үә мосолман кешегә ҡылыуы тейешле булған сөннәт ғәмәлдәрҙең мәшһүрҙәре 70:
1. Һәр бер яҡшы үә изге эштәрҙе “Бисмилләһ” менән башлау.
2. Сөскөргәндән һуң “Әлхәмдүлилләһ” тийеү.
3. Иманлы кешеләргә осрағанда сәләм биреү.
4. Аш ашарға ултырғанда ике ҡулды йыуыу.
5. Аш ашап бөтөргәс, ауыҙҙы, ике ҡулды йыуыу.
Читать далее

Вәжиб ғәмәлдәр

                                       Вәжиб ғәмәлдәр

   Вәжиб ғәмәлдәр ҙә фарыз кеүек шәриғәттә ҡылырға бойоролған ғәмәлдер. Вәжиб ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, ғөҙөрһөҙ ҡылмаған кеше гонаһлы булыр, вәжиблығына ышанмаған кеше иманһыҙ уҡ булмаһа ла, ҙур гонаһлы булыр. Мөьмин һәм мосолман кешегә ҡылыуы вәжиб һаналған ғәмәлдәрҙең мәшһүрҙәре 40 төрлө:
1. Йорт кәрәктәренән артыҡ малы булған кеше рамазан айынан һуң фәҡирҙәргә үҙе өсөн һәм сабый балалары өсөн фитыр саҙаҡаһы биреү.
2. Йорт кәрәгенән артыҡ малы булған кешегә ҡорбан ғәйете көндәрендә үҙе өсөн ҡорбан салыу
3. Ихрам ҡылып, Ҡәғбәне тауаф ҡылып һәм Сафа үә Мэрүа тауҙары араһында йөрөп, ғүмерендә бер мәртәбә ғүмрә хажын (гүмрә хажы фарыз булған хаждан башҡа, ҡайһы айҙа ҡылынһа ла дөрөҫ була) үтәү.
4. Фытыр ғәйете һәм Ҡорбан ғәйете намаҙҙарын уҡыу.
5. Һәр көн йәстү намаҙынан һуң витр намаҙын уҡыу.
Читать далее