Архив автора: Назир Сабитов

Иртән торғас уҡыла торған доға

                                        Иртән торғас уҡыла торған доға.

   Мосолман иртәләрен уянғас, түшәгенән

بـِسمِ اللهِ الرَّحْمَنِ الرَّحِيمِ

   "Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим" тип торорға тейеш.
Унан һуң ошо доға уҡыла:

الْحَمْدُ لِلّهِ الّذي أَحْيَانَا بَعْدَ ما أَماتَنَا وَاِلَيهِ البَعْثُ وَ النُّشُور

«Әлхәмдү лилләәһилләҙии әхйәәнәә бәғдә мә әмәәтәнәә вә иләйһил-бәғҫү вәннушур»
   (Беҙҙе үлгәндән һуң терелтеүсе Аллаһҡа маҡтау булһын! Үлгәндән һуң терелтеү Аллаһтандыр, ҡайтыу ҙа Уғалыр.)
   Был доғаны белмәгәндәргә: «Һаулыҡ һәм сәләмәтлек эсендә тағын бер көндө башлатҡан Аллаһҡа маҡтау булһын! Беҙгә бөгөн дә хәйерле һәм имен тормоштарын бирһен»- тип тә доға ҡылырға мөмкин.

Тәүбә намаҙы

                                                    Тәүбә намаҙы

     Гонаһтарға үкенеп, тәүбә һәм истиғфар ҡылыу өсөн уҡыла торған рәҡәғәтле нәфел намаҙы ул.Тәүбә намаҙын үтәгәс, ошондай истиғфар уҡыла: «Әстәғфирул-лаһ, әстәғфирул-лаһ. Әстәғфирул-лаһа тәғәлә мин күлли ҙәнбин әҙнәбтүһү ғәмдән, әү хатаъән, сирран әү ғәләниййәтән үә әтүбү иләйһи минәҙ-ҙәнбил-ләҙи әғләмү үә минәҙ-ҙәнбил-ләҙи лә әғлмү иннәкә әнтә ғәлләмүл ғүйүб».
    Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарымдың һәр ҡайһыһын ярлыҡауҙы үтенәм. Белеп ҡылған гонаһтарымды ла, белмәй ҡылған гонаһтарымды ла, аңһыҙлыҡтан ҡылған гонаһтарымды ла, аңлы рәүештә ҡылған гонаһтарымды ла ярлыҡауынды үтенәм, Аллаһ. Гонаһтарымдың бөтәһенән дә тәүбәгә киләм, үкенеү менән тәүбә итәм. Әй, Аллаһ, һәр бер ғәйебемде белеүсеһен.

Тәсбих доғаһы

                                                     Тәсбих доғаһы

                                          Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
     Сүбхәнә ҙил-мүлни үәл-мәләкүт. Сүбхәнә ҙил-ғиҙзәти үәл-ғәҙамәти үәл-ҡудрати үәл-кибрийәи үәл-жәбәрүт. Сүбхәнәл-мәликил-хәййил-ләҙи лә йәмүт. Сүббүхүн-ҡуддүсүр-раббил-мәлә икәти үәррух. Лә иләһә илләл-лаһү нәстәғфирүл-лаһ. Нәс әлүкәл-жәннәтә үә нәғүҙу бикә минән-нәр.
     Мәғәнәһе: “Ерҙәге һәм күктәге бөтә мәхлуҡатҡа хужа булған Аллаһы Тәғәлә бөтә кәмселектәрҙән пак. Ғиззәт, ҡөҙрәт үә бик ҙур олуғлыҡ эйәһе Аллаһы Тәғәләне сафлыҡ өлгөһө тип таныйым. Бөтә ғаләмдең батшаһы һәр ваҡыт тере Аллаһы Тәғәләне бөтә ғәйептәрҙән пак тип беләм.
     Ул Аллаһы Тәғәлә кәмселектәрҙән бик тә пак һәм мөҡәддәс зат, бөтә фәрештәләрҙең һәм Ябраил фәрештәнең дә Раббыһы. Аллаһы Тәғәләнән башҡа һис бер Тәңре юҡ. Ул Аллаһы Тәғәләнән беҙ гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауын һорайбыҙ Эй, Аллаһ, беҙ һинән йәннәт һорайбыҙ, тамуҡ утынан Һиңә һыйынабыҙ”.

Тәсбих намаҙы

                                                      Тәсбих намаҙы

     Тәсбих намаҙы — тәүбә һәм истиғфарҙарҙың иң олоһо.
     Хәҙрәти Ғикримәңдән, үҙ сиратында, хәҙрәти Ибне Ғәббәстән ишетеп, былай тип риүәйәт иткән: «Хәҙрәти Рәсүл Әкрәм, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, мөхтәрәм ағаһы Ғәббәс ибне Ғәбделмотталиб хәҙрәттәренә, тәсбих намаҙын күҙ уңында тотоп: «Эй, ағайым! Мин һиңә иң махсус кәңәш биреүем менән хөрмәт күрһәтәйем әле. Ул кәңәштәремде тотҡан тәҡдирҙә һинең гонаһтарыңдың әүәлгеһе һәм һуңғыһы, яңыһы һәм иҫкеһе, хаталыҡ менән һәм белеп эшләнгәне, кесеһе һәм олоһо, йәшерене һәм асығы — барыһы ла ғәфү ителер. Көс-ҡөҙрәтең етһә, шундай намаҙҙы һәр көн уҡы, һәр көн уҡый алмаһаң, яйына бер тапҡыр уҡы. Уны ла булдыра алмаһаң, йылына бер тапҡыр уҡы, һис булмаһа, ғүмереңдә бер тапҡыр уҡы!». Читать далее

Кемдәр йәһәннәмгә керә?

                                                     Кемдәр йәһәннәмгә керә?

   Йәһәннәмгә кереүсе кешеләр тураһында Ҡөрьәндә бик күп дәлилдәр бар. Унда кафырҙар ғына түгел, хатта оло гонаһлы мосолмандар ҙа керәсәк. Мосолмандарҙан ҡалған халыҡтың: мөшриктәре лә, монафиктары ла, мәжүсиҙәре лә һәм Ислам диненән башҡа диндәгеләрҙең барыһы ла йәһәннәмгә керәсәк.
   Иң беренсе сиратта — кафырҙар. Кафырҙар бер генә сифат менән сифатланмаған, улар бер нисә төрлө:
   Ялғансылар, йәғни, Аллаһы Тәғәләнең һүҙҙәрен “дөрөҫ түгел ул ялған” тип әйтеүселәр. Әгәр ҙә улар намаҙ уҡып, ураҙа тотһалар, улар ҙа кафырҙар булалармы? Аллаһы Тәғәләнең хаҡ һүҙен ялған тип әйтеүселәр барыһы ла кафыр, хатта намаҙ уҡып, ураҙа тотһалар ҙа. Намаҙ уҡыусы кешеләрҙең “Аллаһтың Һүҙе дөрөҫ түгел" тигәндәрен күргәнем юҡ, күрергә лә яҙмаһын.
   Шикләнеүселәр, йәғни Аллаһтың Һүҙе дөрөҫмө икән, йәннәт-йәһәннәм булырмы икән, юҡмы икән, — тип шикләнеп йәшәүселәр ҙә кафырҙар араһынан, улар ҙа мәңгелек утта.
   Тәкәбберҙәр. Аллаһы Тәғәлә бәндәһенә: “Бәндәм, намаҙ уны”, — тигәндә, ул: “Көтөп тор, һиңә сәждә ҡылырға ваҡытым юҡ әле", — тип әйтһә, йәиһә: "Бәндәм араҡы эсмә, эсергә ярамай, уны һиңә хәрәм ҡылдым”, -тигәндә бәндә Уға: “Өйрәтмә, мин һинән дә яҡшыраҡ беләм”, — тип әйтеү тәкәбберлелек. Әгәр бәндә Аллаһҡа тәкәбберлек ҡыла икән ул кеше лә кафыр һәм ул мәңгелек йәһәннәм эйәһе. Читать далее

Хәҙистәрҙә ахырызаман билдәләре

                                                Хәҙистәрҙә ахырызаман билдәләре

* Инсандарҙың башына шундай бер заман килер, араларында риба ашамағандары ҡалмайҙыр, әгәр ашамаһа — яза бирелә.
* Әҙәм балаһына сауҙа итеү, артымға аҡса биреү арталыр, хәләл-хәрәм онотолор. “Аҡса ҡайҙан булһа ла килһен”, — тиелер.
* Күптәр аҙ ғына донъя өсөн динен фида итерҙәр.
* Хәйләһеҙ эш башҡарып булмаҫ, һатыусылар һәм яҙыусылар күбәйеп, ҡәләм мул булыр.
* Яҡынлыҡ ептәре өҙөләлер һәм фәҡәт таныштарға ғына сәләм бирелә.
* Иманды күңелдә һаҡлау — утлы күмерҙе ҡулда тотоп торған кеүек ҡыйын буласаҡ.
* Мөьмин иртәнсәк кафыр булып торор йәки уның киреһе...
* Фетнә бер өйгә инер, тәжрибәһеҙ йәштәрҙең башына үтер.
* Өс нәмә ҡыйынлашыр: хәләл аҡса, ғәмәлдәге сөннәт һәм йәндән яҡын бер дуҫ.
* Кеше ҡатынына итәғәт итеп, әсәһенә ҡарышыр һәм, иптәшенә яҡынайып атаһынан алыҫлашыр. Читать далее

Ҡаһым түрә

башкирский всадник

                           Ҡаһым түрә

   Бер заман француз батшаһы Наполеон, Россияға ҡаршы һуғыш асып, рус батшаһы Александрҙы Мәскәүҙән ҡыуып сығарған. Александр батша ғәскәре менән Мәскәүҙе кире үҙ ҡулына алыу өсөн ни тиклем һуғышһа ла булдыра алмаған. Көн уйлаған, төн уйлаған, көндәрҙең берендә бер уйға килә алған. Үҙенең һанаттарына әйткән: «Минең ҡул аҫтымда башҡорт тигән халыҡ бар бит әле. Шуларҙан ғәскәр һорап ҡараһаҡ, ҡалай булыр икән?» — тигән. Һанаттар: «Дөрөҫ әйтәһең, батша хәҙрәт, был эште булдырһа, шулар ғына булдыра инде», — тигәндәр. Башҡорт иленә илсе ебәргәндәр. Был хәбәрҙе алғас, башҡорттарҙың аҡһаҡалдары йыйылышып кәңәш-төңәш иткәндәр. «Барайыҡ, шул дошмандарҙы айҡайыҡ, батырлығыбыҙҙы күрһәтәйек», — тигәндәр, Тирә-яҡҡа һөрән һалғандар, «Һуғышырға теләгән кешеләр, ҡоралдарын алып, аттарына менеп сыҡһын», — тигәндәр.
   Күҙ асып йомғансы йыһан ғәскәр йыйылған. Йыйылышып, һуғышырға тип, юлға сыҡҡандар. Башлыҡ итеп Ҡаһым түрәне һайлағандар.                  Ашамағандар, эсмәгәндәр, ун көн, ун төн киткәндәр. Читать далее

Икенсе әрме

Башкиры, война 1812 год                         Икенсе әрме

   Берҙән-бер көн француз батшаһы Мәскәү батшаһына һуғыш аса. Күп ер-һыуын, күп ҡалаларын баҫып алып, Мәскәүгә килеп инә. Француздар Мәскәүҙе килеп алғас, батша, һанаттарын эйәртеп, Мәскәүҙән сығып киткән. Үҙ һанаттарының ҡалтырап тешәүен күргән батша ҡулына бер ус тупраҡ алып әйткән, ти: «Ай, ата-бабам йөрөгән ер-һыуым! Шулай уҡ дошманға ҡалырһығыҙмы икән ни? Ҡабат миңә һеҙҙе күреү насип булмаҫмы икән ни?». Һанаттары ләм-мим һүҙ әйтмәй, баштарын баҫып, уйға талып тик ултырғандар, ти.
   Был хәлде ситтәрәк ауын ямап ултырған бер балыҡсы ҡарт ишеткән дә батша янына килгән, ти. Читать далее

Салауат менән Балтас

                                               
                                            башкирские всадникиСалауат менән Балтас

   Урыҫ батшаһы башҡорттарҙың батыр, һуғышсан халыҡ икәңен белен, оло яу-фәлән сығып китһә, уларҙы яуға аты-ние менән саҡырыр булған.
   Бер заман прусактар менән һуғыш башланғас, башҡорттарҙы яу сабырға саҡырып батшанан фарман килгән. Күп ир-егеттәр менән атҡа атланып, Танып буйҙарынан Ҡыйғаҙы, Балтас тигән старшина, Йүрүҙән яҡтарынан Юлай батыр яуға киткән. Балтик диңгеҙе буйында дошманды ҡыйратҡас, батша башҡорт ғәскәрҙәрен йыйып алған да, башлыҡтарының теләгенә, хеҙмәтенә ҡарап, төрлө бүләк, чиндар биргән. Теләге буйынса Ҡыйғаҙы батыр ер-урман, Балтас— фәҡәт аҡса алған. Юлайға ер-һыу ҙа, миҙал да тейгән.
   Ҡолой Балтастың ере былай ҙа күп булған. Шулай ҙа, яуҙан ҡайтып күпмелер йәшәгәс, хәҙерге Илекәй ауылы яҡтарындағы урманлы-туғайлы, йылғалы, күлле ерҙәргә күҙе төшкән, шул ерҙәрҙе лә үҙенеке итергә ҡыҙыҡҡан.
   Ул заманда ошо яҡтарҙа Илекәй менән Дауыт исемле ике батыр йәшәгән икән. Был ике батыр әйткән: «Беҙҙең дә ул ерҙәргә күҙебеҙ ҡыҙа, тик уны әйтергә ҡыймай ғына йөрөнөк, — тигәндәр. — Улайһа, өс уҙаман, ил-йорт башы, йәрәбә һалайыҡ. Йәрәбә кемгә сыға, ер шуныҡы булыр». Читать далее

Салауат телмәре

Салауат батыр                       Салауат телмәре

   — Казактар араһында был көндәрҙә бик ҙур эш сығып тора ,— ти Салауат үҙенең телмәрендә. — Дон яғынан бер Бүгәс тигән батыр килеп сығып, батша түрәләренә ҡаршы һуғыш башланы. Ул батыр хаҡында халыҡ араһында: «Ул Әбей батшаның ире Петр икән», — тигән хәбәрҙәр ҙә йөрөй. Ул батырҙан мин хәбәр алдым. Ул: «Башҡорттарға мин ирек бирәм, — ти. Үҙ илдәренә үҙҙәре баш булһындар, башҡорттар үҙ илдәрендә теләһә ҡош булын осһондар, теләһә балыҡ булып йөҙһөндәр», — ти. Батша түрәләренә, баярҙарға, һанаттарға бик ямап күҙ менән ҡарай.
Мин бөтә илдәрҙән хәбәр алдым. Ошо форсаттан файҙаланып, Бөрйән, Тамъян, Түңгәүер, Үҫәргән, Табып, Ҡатай, Юрматы, Ҡыпсаҡ илдәре бере лә ҡалмай, күтәрелергә тора. Читать далее