Архив автора: Назир Сабитов

Яңы йыл менән!

     Яңы йыл менән (сәләфит-ваһһабтар)! Теш-тырнағы менән Яңы йылды ҡаршыларға ҡаршы булған сәләфи-ваһһабтарға уларҙың ДУМ РБ мөфтийе Бирғәлин А. яуабы. Бирғәлин Prufy.ru сайтының ютуб каналында журналист Рамиль Рахматовҡа биргән интервьюһында Яңы йылды ҡаршылау Ислам диненә ҡағылышы юҡ тине. Был байрам байрам булып ҡалһын тине. Мөфтий Бирғәлингә ҙур өмөт бағышлаған сәләфит-ваһһабтарға иҫке йылды һәм киләһе Яңы йылдарҙы шыршы тирәләй өрөлөп, бейеп-йырлап ҡаршыларға ҡала инде. Радикал ру, видеосайтынан ошо ҡыҫҡартылған хәбәрҙе ҡарағыҙ.

Күрәҙәселәргә ышаныу

                                                               Күрәҙәселәргә ышаныу
     ИншаАллаһ, Аллаһ Тәғәлә килер көндәребеҙҙе насип иткәс, яңы йылға аяҡ баҫырға күптә ҡалманы. Ошо ҡышҡы оҙон, һыуыҡ төндәрҙә киләһе йылда нимә булыр икән, алдағы айҙарҙа тормошобоҙ еңеләйер микән тиеп, киләһе көндәрҙә ниндәй һынауҙар булыр икән тип, уйланып, киләһе ваҡытты түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Әйе, йәшәгән шарттарыбыҙҙы киләһе яҙғы-йәйге осорҙа үҙгәртергә, киңәйтергә, яңынан нимәлер төҙөргә тип, күңелдән ниәтләнеп пландар ҡороп алабыҙ.
     Һәм киләһе көндәрҙә ни булырын белер өсөн ҡайҙан мәғлүмәт эҙләйбеҙ? Әлбиттә гороскоптарҙан, йондоҙнәмәләрҙән, интернеттән күрәҙәсәләр әйткән мәғлүмәттәр ҡарайбыҙ. Беҙҙең күңелебеҙ, нәфсебеҙ һәр саҡ еңеллек, муллыҡ эҙләй, Аллаһ һынауҙарына бирешкән түҙемлегебеҙҙе, етешмәгән сабырлығыбыҙҙы һөйөндөрөр өсөн ыңғай үҙгәрештәр, табыштар кәрәк бит, шулаймы? Читать далее

Мөнәжәттәрҙе тергеҙеү

Мөнәжәттәребеҙҙе тергеҙәйек
Таштимер, мечеть
     Башҡорт фольклорында шаҡтай ҙур ҡиммәткә эйә булған бер жанр йәшәп килә. Ул — бәйет һәм мөнәжәттәр. Был икеһе бер-береһенә көйләү рәүешендә яҡын торһалар ҙа, айырым әҫәрҙәр. Эстәлектәре яғынан бер үк тигәндәй, йәғни икеһе лә «ҡайғы-хәсрәт» әҫәре тип йөрөтөлә. Әммә «мөнәжәттәрҙең шишмә башы дини культураға табыныуҙан тора» тип фаразлайҙар. Мәҫәлән, «күп кенә әҫәрҙәрҙә уларға дини мотивтар һис тә хас булмаһа да, строфа аҙағы һайын «сабырлыҡ бир Аллаһ», «Шәфәғәт ҡыл, Рәсүлуллаһ» кеүек өндәшеүҙәр ҡабатланып бара.
     Нимә һуң ул мөнәжәт? Ғәрәп-фарсы теленән Аллаһҡа ялбарыу, доға, Аллаһ менән йәшерен һөйләшеү, тип тәржемә ителә.  Әлеге был жанрҙың иләһи көскә юнәлтелгән, әммә ысынлыҡта үҙ-үҙең менән һөйләшеүгә ҡоролған монолог икәнен аңларға була. Мөнәжәттең мәғәнәһенә — Аллаһҡа һыйыныу, ярҙам һорап ялбарыу, серләшеп, ихлас күңелдән эсеңде бушатып, еңеллек һәм ҡотолоу эҙләү инә. Читать далее

Никах нәсихәте

                                                        Никах нәсихәте
     Әлхәмдүлилләәһ, Аллаһ Тәғәлә насип иткәс, Уның рәхмәте үә бәрәҡәте менән ошо матур донъяла хәләл ефеттәребеҙ, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ менән йәшәүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Аллаһ Тәғәлә шөкөр ҡылайыҡ, Ул беҙгә ошо матур көнөн биреп, ошо йәштәрҙең никахында ҡатнашырға, уны күрергә мөмкинселек бирҙе. Әҙәм балаһының ғүмерендә өс туйы була тиҙәр. Беренсеһе: был донъяға илап тыуыуы, икенсеһе һөйгәне менән никахлашыуы, өсөнсөһө был донъянан иман менән үтеп, ахирәткә күсеүе. Әйе, тормош шулай ҡоролған бит: ҡайҙалыр сей бала тәүге ауазын һалып был матур, яҡты фани донъяға килә, икенсе ерҙә кемдер был ваҡытлыса йәшәү миҙгелен ҡалдырып башҡа киңлеккә китә. Һәм дә фәлән урында ике һөйгән йәр яңы ғаилә ҡороу теләге менән гөрләтеп туйҙар уҙғара һәм киләсәктә ғүмер буйы үҙҙәре генә барасаҡ тормош юлына аяҡ баҫалар. Читать далее

Нәкшбәндиә зекере

                                               Нәкшбәндиә зекере

     Нәкшбәндиә тәриҡәтенең кесе йома әйтелә торған зекере. Шәйех Мэхмет әфәнде ҡатнашлығында кесе йома зекере.  Хатмүүл хаүәәджәгәән — хатмүл хуаджаган. (Кесе йома зекере).

    Читать далее

Ғәрәптәрҙә йыр-моң һәм бейеүҙәр

                                     Ғәрәптәрҙә йыр-моң һәм бейеүҙәр

     Сәғуд (Сауд ) Ғәрәпстанын да йырлау — бейеүҙәр тыйылғанмы? Әйҙәгеҙ мосолман ҡәрҙәштәр сәғүд ғәрәптәренең борондан килгән туй йолаларын, йырлау-бейеүҙәрен ҡарап алайыҡ. Беҙҙең аҡылға Сәғүд Ғәрәпстаның ҡаты шәриғәтле ил тип, теле-радио һәм башҡа матбуғат пропагандаһы ярҙамында аңға һеңдергәндәр. Шуға ла әле һаман беҙҙең Башҡортостандың сәләфит-ваһһабтары ошо илде үҙҙәренә Ислам дине өлгөһө итеп күрмәктәр. Ысынын да шулаймы? Тарих төпкөлөнә, үткән быуатҡа ҡарап алайыҡ.
     1925 йылдың аҙағында Неджд әмире Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүд Хиджаз короллеген етәкләгән Хөсәйен бин Али әл-Хәшимигә ҡаршы һуғыш барышында Джидда ҡалаһын баҫып ала һәм 1926 йылдың башында ул үҙен Хиджаз, Неджд һәм шул тирәләге ҡушылған өлкәләрҙең короле тип иғлан итә һәм шулай итеп яңы дәүләткә нигеҙ һала. Ул ил 1932 йылдан алып — Сәғүд Ғәрәбстаныны тип атала. Читать далее

Намаҙҙы ваҡытында уҡы!

                                                  Намаҙҙы ваҡытында уҡы!

     Намаҙ – динебеҙҙең терәге һәм иң әһәмиәтле ғибәҙәттәрҙең береһе, Ислам дине шарттарының береһе булып тора. Ҡиәмәт көнөндә лә иң беренселәрҙән булып намаҙ өсөн хисап алынасаҡ һәр кемдән. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндең бик күп аяттарында беҙҙе намаҙ уҡырға саҡыра, бына шуларҙың береһе:
                                                             وَأَقِيمُوا الصَّلَاةَ وَآتُوا الزَّكَاةَ وَارْكَعُوا مَعَ الرَّاكِعِينَ
     Үә әҡиимүс-саләәтә үә әәтүз-зәкәәтә уаркәғүү мәғәр-раакиғиин
     "Намаҙҙарҙы үтәгеҙ, зәкәт саҙаҡаһы бирегеҙ һәм намаҙ уҡыусылар менән бергә намаҙ уҡығыҙ" («Бәҡара» сүрәһе, 43-се аят).
     Намаҙ уҡыу бер ҡасан да өҫтөбөҙҙән төшмәй. Бәлиғлыҡ йәшенә еткән, үҙ аҡылында булған һәр мосолманға намаҙ уҡыу фарыз. Уҡымаһа, ундай кеше ҙур гонаһлы буласаҡ. Намаҙҙы үҙ ваҡытында уҡырға тейешлелеге тураһында бик күп сахих хәҙистәрҙә лә әйтелә. Ғабдулла ибн Мәсгут килтергән хәҙис Имам Бохари йыйынтығында урын алған: «Мин Аллаһ илсеһенән һораным: «Аллаһы Тәғәлә иң яратҡан ғәмәл ниндәй?» – «Ваҡытында уҡылған намаҙ». «Ә унан һуң нимә?» – «Атай-әсәйеңде яратыу һәм уларға иң күркәм мөнәсәбәт». Читать далее

Еңеләйтелгән намаҙ

                                                 Еңеләйтелгән намаҙ

     Сәфәрҙә, юлда, ҡырҙа, вахтала, эштә йөрөгән кешеләргә намаҙҙы нисек уҡырға һуң? Намаҙҙарҙы берләштерергә буламы? Миҫалға: ҡайһы бер кешеләр Сибайҙан, Баймаҡтан Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләйҙәр. Сибай менән Магнитогорск ҡалалары араһы 97 км тирәһе. Ислам динебеҙ буйынса мосолман кешеһе үҙ йәшәгән урынынан 90 км тирәһе ары китһә, уға намаҙҙы ҡыҫҡартып уҡырға рөхсәт ителә. Әйтәйек өйлә (төшкө) намаҙҙың фарызы дүрт рәҡәғәт, ул шуларҙың тәүге ике рәҡәғәтен генә уҡый. Сөннәт һәм нәфел намаҙҙарын уҡымаһаңда була, әгәр уҡырға теләк бар икән, ул ваҡытта уларҙың күп рәҡәғәтлеһе ҡыҫҡартылмай тулыһынса уҡыла. Ә иртәнге намаҙҙың сөннәте уның фарызы менән бергә мотлаҡ уҡыла. Шулай уҡ ахшам менән витр намаҙҙары тулыһынса уҡыла
     Юлда саҡта бәндә тота башлаған ураҙаһын тотмаһа ла була, мәжбүри булған Рамаҙан ураҙаһын өҙә ала. Тик һуңынан был ураҙаны ҡаза ҡылып тултырып ҡуя. Читать далее

Ямғыр һәм зекер

                                                      Ямғыр үә зекер (вәғәҙ)

     Әлхәмдүлилләәһ, Аллаһ насип иткәс ҡышта етеп килә, тышта ҡар бөртөктәре төшә. Әммә һуңғы йылдарҙа төбәгебеҙҙә бик һирәк кенә ҡарҙар яуа, әҙ генә ямғырҙар һибәләй, шул арҡала йәшеллек кибә, һыуҙар ҡорой, урман-далалар яна, ел-дауылдар көсәйә. Сәбәбе нимәлә һуң? Әйҙәгеҙ ҡараштырып үтәйек.
     Нимә ул ямғыр? Ямғыр ул Аллаһы Тәғәләнең беҙгә оло бер бәрәҡәте һәм ҙур бер рәхмәте. Беҙҙең был донъялағы төп йәшәү сығанағы – һыуҙарыбыҙҙы тулыландырып торған бөтмәҫ ниғмәт үә мөғжизә ул. Хатта яңы тыуған баланың тәне 90- 97 процент һыуҙан тора һәм кеше ҡартая килә 60-80 йәштә уның кәүҙәһендә һыуҙың кимәле 50 процентҡа ҡала. Ғалимдар әле һаман һыуҙың нимә икәнен аңлата алмайҙар. Ул Аллаһ Тәғәләнең бөйөк мөғжизәһе ул. Читать далее