Яулыҡ хаҡында
Башта иманды күңелеңә индер, шунан иһә яулыҡ ябынырһың
Һуңғы йылдарҙа йәмғиәтебеҙҙә ислам динен ҡабул итеп, шәриғәт ҡанундарына ярашлы кейенгән ҡыҙҙарҙы йыш осратырға мөмкин. Шулай уҡ һижәб кейгән ҡыҙҙарҙың эшкә урынлашҡанда йә уҡыған урында төрлө аңлашылмаусанлыҡтар менән осрашыуы ла билдәле. «Мәктәп директорына мосолманса кейенеү оҡшамай, яулығыңды һалмаһаң, эштән китергә тура килер, тип янай», — тигән шылтыратыуҙар ҙа булғыланы ҡайһы бер райондарҙан. Ысынлап та, йәмғиәтебеҙ бөгөн мосолман кейемендәге ҡыҙ-ҡатындарҙы ҡабул итергә әҙер түгел. Шул уҡ ваҡытта һижәбте тыйған йәки яҡлаған закон да юҡ. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эргәһендәге Ҡатын-ҡыҙҙар, балалыҡ һәм атайлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия үткәргән «Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме тураһында» тип аталған ҡорҙа ошо турала фәһемле генә һөйләшеү уҙҙы. Гәзит уҡыусыларға ошо ҡорҙа яңғыраған фекерҙәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
Читать далее