Нух пәйғәмбәр
Аллаһы Тәғәлә юлдан яҙған бәндәләрен тоғро юлға һалыу өсөн Әҙәм пәйғәмбәрҙән һуң да пәйғәмбәрҙәр ебәреп торған. Былар араһында иң мәшһүрҙәренең береһе Нух пәйғәмбәр. Уның заманында халыҡ Аллаһты бөтөнләй онотоп, поттарға ғибәҙәт ҡыла башлаған. Нух пәйғәмбәр быларҙы төрлөсә өгөтләгән, поттарға табыныу сикһеҙ ҙур гонаһ икәнлеген һөйләгән. Уларға ер һәм күкте, бөтөн ғаләмде яралтҡан бер Аллаһҡа ҡайтырға, уға ғына ғибәҙәт ҡылырға ҡушҡан. Тегеләр бының һүҙҙәрен тыңламағандар, унан көлгәндәр, мәсхәре ҡылғандар: «Имеш, һин генә аҡыллы кеше, һин генә инде беләһең, башҡалар бер ҙә белмәйҙәр», — тигәндәр. Нух пәйғәмбәр күп йылдар тоғро юлға өндәп тә, былар бер ҙә тыңламағас, Аллаһы Тәғәлә уларҙы һыу менән һәләк итергә булған. Нух пәйғәмбәргә ҙур бер кәмә яһарға ҡушҡан. Һыу таша башлау менән, үҙенә эйәргән ғаиләһе менән шунда керергә һәм үҙ янына кәмәгә төрлө януарҙар, ҡоштарҙан берәр пара алырға ҡушҡан.
Шулай итеп, Нух пәйғәмбәр бер кәмә яһай башлаған. Үтеп барған кешеләр бынан көлөп, мәсхәрә ҡылып китә торған булғандар. Читать далее