Архив автора: Назир Сабитов

«Сәләм» һүҙен таратыуҙың файҙаһы

                                                              Сәләм биреү

                                           «Сәләм» һүҙен таратыуҙың файҙаһы
                                                      Аяттар һәм хәҙистәр
   Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Иман килтермәй тороп, һеҙ Йәннәткә инә алмаҫһығыҙ, бер-берегеҙҙе һөйә белмәй тороп, иманлы була алмаҫһығыҙ. Бер-берегеҙгә ҡарата һөйөүгә алып бара торған юлды күрһәтәйемме? Үҙ-ара «сәләм» һүҙен таратығыҙ!» — тигән.
   «Сәләм» һүҙен таратыуҙың файҙаһы күп. Шуға ла Ислам мөьмин- мосолманды сәләм һүҙенән айырылмаҫҡа өндәп кенә тора.
   «Әй, иман килтергән кешеләр! — тип нәсихәт бирә Ҡөрьән. Сит-ят кешеләр өйөнә ингәндә рөхсәт һорамай, сәләм бирмәй инмәгеҙ. Был — үҙегеҙ өсөн хәйерле».
                                                                                                          «Ән-Нур» (Яҡтылык) сүрәһе, 27-се аят
   «Дин ҡәрҙәштәрегеҙҙең өйҙәренә ингәндә Аллаһ тарафынан бирелгән мөбәрәк һүҙҙәр менән яҡшы тормош, именлек теләп, бер-берегеҙгә сәләм биреп инегеҙ».
                                                                                                               Шул уҡ сүрә, 61-се аят
Читать далее

Имам Әғзәм Әбү Хәнифә

                                                         Имам Әғзәм Әбү Хәнифә

                                                               Инеш һүҙ

   Бөтә ғәләмдәрҙе юҡтан бар итеүсе, уларҙы ризыҡландырыусы һәм улар менән идара итеүсе Раббыбыҙ Аллаһ Тәғәләгә беҙҙең күңелебеҙҙән ысын хәмед һәм маҡтауҙарыбыҙ булһа ине.
Был донъяға рәхмәт итеп ебәрелгән пәйғәмбәрҙәрҙең иң дәрәжәлеһе беҙҙең пәйғәмбәребеҙ һәм илсебеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә Аллаһтың сауаптары һәм сәләмдәре булһа ине.
   Бөгөнгө көндәрҙә беҙҙең халҡыбыҙ әкренләп үҙенең асылдарына ҡайтып бара. Ул асылдарының иң мөһим булғаны Ислам дине. Аллаһҡа шөкөр, мосолмандар һаны көндән-көн арта.
   Билдәле булыуынса беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Ислам динен ҡабул итеп, унда булған дүрт мәҙһәбтең береһен һайлап алдылар. Ул да булһа Имам Әғзәм Әбү Хәнифә мәҙһәбе. Ләкин мәҙһәбтең үҙен өйрәнеү етмәй, Имамыбыҙҙың тормош юлы менән дә таныш булыу бик мөһим. Әбү Хәнифә тураһында төрлө дини матбуғатта мәғлүмәт әҙ булыу сәбәпле был китап әҙерләнде.

Читать далее

Мөьминдәр әмире Ғүмәр Әл-Фәруҡ әйткәндәрҙән

                                                         Ғүмәр хәҙрәт әйткәндәре

                                     Мөьминдәр әмире Ғүмәр Әл-Фәруҡ әйткәндәрҙән
   Бер кешегә ярҙам иткәндә, тегенеһе: «Балаларыңдың файҙаһын күрергә насип итһен!» — тип доға ҡылғас, уға ҡаршы Ғүмәр: «Аллаһы Тәғәлә балаларға ҡалдырмаһын, уларға мохтаж итмәһен», — тигән.
                                                                     * * *
   Бер ваҡыт бер кеше килеп: «Арабыҙҙа мөхәббәт юҡ, ҡатынымды айырырға булдым», — тигәс, ул: «Башҡалар өйөнә лә мөхәббәтте тултырып ҡуйғандары юҡ. Бер-берегеҙҙе хөрмәт итергә кәрәк. Шул ваҡыт бөтәһе лә булыр!» — тигән.
                                                                     * * *
    Читать далее

Ғәли хәҙрәт әйтеп ҡалдырғандарҙан

                                                       Фәҡир – кем ул?

                                         Ғәли хәҙрәт әйтеп ҡалдырғандарҙан.
     «Дүрт төрлө халыҡ бар ваҡытта донъя туҡталып тормаҫ: улар — һаран булырға хаҡтары була тороп та һаранлана белмәгән байҙар; белгәндәре менән ғәмәл ҡылып ҡына торған ғалимдар; белмәгәндәре менән тәкәбберләнә белмәгән наҙандар; Ахирәтте донъяға алмаштырмаған фәҡирҙәр».
     «Бәндә гонаһ эшләһә, Аллаһы Тәғәлә уға дүрт нәмә менән шәфҡәт күрһәтә, — тигән Сәғид бин Билал. — Бәндәне Ул ризығынан мәхрүм итмәй, сәләмәтлеген тартып алмай, гонаһтарын үҙенә күрһәтеп, ашығып язаһын биреп бармай».
     Әбү һөрәйрә әйтеп ҡалдырған бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм, сәхәбәләренә әйткән бик тапҡыр һүҙҙәре килтерелә:
     — Фәҡирҙәрҙең кем булыуын беләһегеҙме? — тигән ул.

Читать далее

Имам Әбү Хәмид Әл-Ғазали вәғәздәренән бер вәғәз

                                                          Ғазали хәҙрәт вәғәздәре

                                Имам Әбү Хәмид Әл-Ғазали вәғәздәренән бер вәғәз
    Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Әй, Әҙәм балаһы! Шайтан һинең дошманың. Был — хаҡ. Һеҙ ҙә уны дошман күрегеҙ. Үҙегеҙҙең төркөм-төркөм булып мәрхәмәт-шәфҡәт эйәһе Аллаһ ҡаршыһында торор көнөгөҙҙө иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Уның алдында, саф булып, баҫып торғанда, һәр берегеҙ бер хәрефен дә ҡалдырмай ғәмәл дәфтәрегеҙҙе уҡырһығыҙ, һәм йәшереп та, асыҡтан-асыҡ та эшләгән бөтә эштәрегеҙ тураһында һорарһығыҙ».
   «Тәҡүә мосолмандарҙы Аллаһ ҡаршыһына, гонаһлыларҙы малдар көтөүен туплауға ҡыуған кеүек итеп йәһәннәмгә ҡыуған көн тураһында онотмағыҙ, һеҙҙең өсөп вәғәҙәләр ҙә, ҡурҡытыуҙар ҙа бар.
Дөрөҫлөктә лә Мин Аллаһ. Миңә оҡшаған зат та, Минең хакимиәтемә оҡшаған хакимиәт тә юҡ. Кем дә кем Минең хаҡыма ураҙа тота, Мин уға Үҙемдең һый-хөрмәтем менән ауыҙ асыу мөмкинлеге бирермен. Кем дә кем төндәрен Миңә ғибәҙәт менән үткәрә, шуға Үҙемдең дәрәжәмдән билдәләнгән бер дәрәжә булыр. Кем хәрәмдәргә күҙ һалмай, Мин үҙем дә уны ут ғазабынан һаҡлармын.
Читать далее

«Ҡотлайым!», «Тәбрикләйем!» — тимәйек, зинһар

                                                                  Ҡотлайым?

                                        «Ҡотлайым!», «Тәбрикләйем!» — тимәйек, зинһар
     «Поздравляю!» Рус телендәге һүҙ был. Уны рус ҡәрҙәштәребеҙ йыш ҡуллана. Сөнки христиан дине тәртибенән килә ул ғәҙәт.
     Христиандарҙың дин әһеле (священник), Аллаһ менән бәндә араһындағы урталыҡта тороп, (посредник) үҙе атҡара алмағанды, фәҡәт Аллаһ үтәй торған ғәмәлде лә үтәйем, ти. Мәҫәлән, кешеләрҙең гонаһын ярлыҡай, ә беҙ, мосолмандар, үҙебеҙ атҡара алмаған, үтәргә көсөбөҙ, хәлебеҙ, мөмкинлегебеҙ булмаған ғәмәлде үтәйбеҙ, тип әйтмәйбеҙ.
     Ҡотлайым (йәки: «Тәбрикләйем!»), тибеҙ икән, хәлебеҙҙән килмәгән эште «үтәйем», — тип әйтәбеҙ булып сыға. Сөнки Әҙәм балаһының ҡотларға ла, тәбрик тә итергә хәленән килмәй. Фәҡәт ҡәрҙәш халыҡтың теленән тура тәржемә итеү юлы менән әйтелә был һүҙҙәр.
     Мосолман кешеһе һәр ғәмәлдең, хәлдең, тороштоң, булмыштың Аллаһтан, фәҡәт уның ихтыярынан икәнде белә. Шуға күрә «Ҡотло булһын!», «Мөбәрәк булһын!» тип, теләген әйтә. Аллаһҡа мөрәжәғәт итә мосолман кешеһе. Аллаһтың ҡотло, мөбәрәк итеүен теләй.
     Бөгөнгө көндә дин әһелдәре лә (муллалар ҙа): «Ҡотлайым!», «Тәбрикләйем!» — ти.
     Динде, дин ғилемен белмәгәнлектән түгел, ә телгә, тел үҙенсәлегенә, халыҡтың менталитетына иғтибар итеп еткермәгәнлектән килә был.
     Телдә кешенең күңеле, ғилеме, тәрбиәһе сағыла. Динде инҡар итеп, динһеҙлекте өгөтләп йөрөгән замандың шауҡымы сағыла «Ҡотлайым!», «Тәбрикләйем!» — тигән һүҙҙәрҙә. Аллаһ бойорһа, яңы быуын, телебеҙгә лә, динебеҙгә лә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә лә иғтибарлы, беҙгә ҡарағанда күпкә ғилемлерәк тә булыр. Шул сағында яңылыш һөйләүҙәр, хаталаныуҙар юҡҡа сығыр.
     Беҙгә, Әҙәм балаларына, хатаға иғтибар итеү, фәһем алыу, төҙәлеү тейешле.
     Оло йәшкә еттем, йәшлектә өйрәнгәндән арынып булмай! — тип аҡлана дин әһелдәре. Был иһә — аҡланырға маташыу ғына. Фәһем алған, ғилеменә даими талапсан булған кеше һис аҡланмай, телендәге лә, ғәмәлендәге лә хаталарын төҙәтә, сәбәп ҡыла ошо йоҫоҡта.
                                                                                                        Башҡортса дини календарь

Байыҡ сәсәндең ҡайтанан килеп сыҡҡаны,халыҡҡа туғанлыҡты аңлатҡаны

       Байыҡ сәсәндең ҡайтанан килеп сыҡҡаны,халыҡҡа туғанлыҡты аңлатҡаны

   Күп йылдар үткән, һыуҙар аҡҡан. Яуҙа ғәйепләнгәндәрҙең аҫылдары аҫылған. Һөргөнгә ебәрелгәндәрҙең ҡайһылары ҡайтышып, тыныс торам тигәндә, тағы ла бер ғауға ҡупҡан. «Француздар яу асҡан, Мәскәүҙе килеп баҫҡан. Батша ҡасҡан» тигән хәбәр таралған. Ил ҡарттары йыйылып, түрә- һәрә һөйләшеп, ат-хат еткән ерҙән саҡырып, илде йыйғандар. Батша фарманын уҡып, кәңәш-төңәш иткән саҡта, ҡәбер төбөнән сыҡҡан кешеләй, башын-күҙен йөн баҫҡан, аҡ һаҡалы биленән ашҡан Байыҡ та йыйынға килгән. Танығандар булғандыр. Берәү бер һүҙ әйтмәгәс, барыһы ла аптырап, Байыҡҡа ҡапланып ҡарағас, Байыҡ былай тигән, ти: Читать далее

Ялан Йәркәй

                                                                    Ялан Йәркәй
                  1
Ялан ғына ерҙең, ай, бүреһе,
Күк һыртландай булыр күбеһе.
Дуҫ-иштәрем күп, тип ышанмағыҙ,
Хас дошманың булыр береһе.

Алтын ғына микән, ай, был донъя,
Көмөш кенә микән был донъя?
Алтын ғына уйлы аҫыл иргә
Баҡыр ғына икән был донъя! Читать далее

Буранбай — Йәркәй сәсән

                                                                               Буранбай
                     1
Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ
Буранбайҙың яҙған хаттары,
Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,
Зар илайҙар ауыл ҡарттары.

Оҙон да ғына оҙон, ай, бик моңло
Буранбайҙың һуҙған йырҙары,
Буранбайҙың йырын тыңлағанда,
Йөрәкһенә ауыл ирҙәре. Читать далее

Ерәнсә

                                                                     Ерәнсә сәсән

   Бер көн ҡаҙаҡ байҙары менән Абулхайыр* хан башҡорт тарханы Аҡмәмбәткә* ҡунаҡҡа килгән. Килгәс, Аҡмәмбәткә:

   - Һинең атаң менән беҙҙең аталар һәр ваҡыт татыу йәшәгән, һин был Яйыҡ буйынан, беҙҙең һыулауҙан кит, үҙеңә тыныс булыр; ҡыш тибенлеккә кәрәк тиһәң, Ирәндектә, Әтәстә* малың ҡышлатырһың. Мин бүтән халыҡты нисек өркөтөргә белермен. Улар үҙҙәре лә ҡасыр, — тигән.
   Аҡмәмбәт, малын ҡурсып, Уралға китмәк булған. Айырым байҙарҙы үҙе менән алып китеүҙе аңлатыу өсөн, «ҡунаҡ күрергә» Абулхайыр хандар янына саҡырған. Ерәнсә сәсән был хәлде белгән дә саҡырмаһалар ҙа килгән. Шунда байҙар менән хан: «Халыҡты ыҙғытаһың», — тип, Ерәнсәгә үҙ шелтәләрен әйтә башлағандар икән, Ерәнсә Абулхайыр ханға былай тигән.
Читать далее