Ғибрәтле һабаҡтар (йәҡин)
Дин хөкөмдәренән ғибрәтле һабаҡтар
Ҡөрьән өйрәтә: «Кем дә кем тура юл менән бара икән, тапҡан юлы — үҙе өсөн файҙа; кем дә кем хаҡ юлдан яҙып, аҙашып ҡала икән, үҙенә зыян килтереү өсөн аҙаша. Кешегә тейешле булған йөктө бер кем дә күтәреп йөрөмәй, һәм Беҙ бойорғандарыбыҙҙа һәм тыйғандарыбыҙҙы аңлатып биреү өсөн алдан илселәр ебәрмәй тороп бер ҡасан да, бер кемде лә язаға тартманыҡ.
Ҡылған гонаһтары өсөн «ниндәй ҙә булһа бер ауыл халҡын һәләк итергә теләгән саҡтарыбыҙҙа ла Беҙҙең ихтыярыбыҙ менән уларҙың дингә килмәгән байҙары аҙғынлыҡҡа, иманһыҙлыҡҡа бирелде, унан маңлайына яҙылғандары алдына килеп баҫты һәм Беҙ уларҙың береһен дә ҡалдырмай һәләк иттек.
Нух ҡәүеменән һуң күпме халыҡтарҙы юҡҡа сығарҙыҡ. Уларҙы Аллаһ үҙе генә белә. Ҡолдары ҡылған гонаһ эштәрҙе лә үҙе күреп тора», — ти.
«Әл-Исра» (Төндә күсереү) сүрәһе, 15— 17-се аяттар