Назир Сабитов

Назир Сабитов

Записей (928), комментариев (0)

Нет информации об авторе

Главная: https://nazir1965.com

Записи автора Назир Сабитов

Мөстәкрәһ ғәмәлдәр

0

                                                  Мөстәкрәһ ғәмәлдәр

   Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм ҡылыныуын яратмаған ғәмәлдәр — мөстәкрәһ ғәмәлдәр. Дәхи әүүәлге изге ғалимдар ҙа уны ҡылыуҙы мәғҡул күрмәнеләр. Мөстәкрәһ ғәмәлде ҡылыу бик ҙур гонаһ булмаһа ла, бәләкәй гонаһтарҙан, олуғ әҙәпһеҙлектән һанала. Мөьмин мосолман кешеләргә ҡылыуы мөстәкрәһ булған ғәмәлдәрҙең мәшһүрҙәре 60:
1. Ашты эҫе көйөнсә ашау үә эсеү
2. һыуҙы бик һыуыҡ көйөнсә эсеү
3. Бер юлы төрлө-төрлө күп аштар ашау
4. Кешенең ашағанын ҡарап тороу
5. Ашағанда ҙур-ҙур ҡабып ашау
6. Мәжлестә аш килтерә торған тарафҡа ҡарап тороу
7. Ашты табаҡтың уртаһынан алып ашау
8. Ҡапҡан ризығыңды ауыҙыңдан сығарыу
9. Ашты яҡшы сәйнәмәй йотоу
10. Аш ашағанда күп һөйләшеү
тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Хәрәм ғәмәл

0

                                                     Хәрәм ғәмәл

   Хәрәм — шәриғәттә бик ҡаты тыйылған ғәмәл. Уны ҡылыу һис тейеш түгелдер. Хәрәм ғәмәлде ҡылған кеше бик гонаһлы булыр. Гонаһ булыуынан ҡурҡып ҡылмай ҡалған кеше сауаплы булыр. Хәрәмде хәләл тигән кеше иманһыҙ булыр.
   Хәрәм ике төрлө: харам золми үә харам ғайри золми. Харам золми — ҡылыусы кешенең үҙенән башҡа кешегә лә зарары үә зыяны тейә торған харамдыр. Мәҫәлән: кеше үлтереү үә сәбәпһеҙ ҡыйнау үә яман тел тейҙереү, кеше малын урлап, йә талап, йәки алдап алыу кеүектәр.
   Харам ғайри золми — ҡылыусының үҙенән башҡа кешегә зарары үә зыяны теймәйенсә, үҙенә генә гонаһ килтерә торған хәрәмдер. Бында башҡа кеше хаҡы юҡ. Мәҫәлән: хәрәм ризыҡтарҙы ашау үә хәрәм эсемлектәр эсеү. Харам золми үә харам ғайри золмиҙан айырмаһы шулдыр — харам золми ҡылған кеше һуңынан үкенеп тәүбә ҡылһа ла, зарар үә зыян ирешкән кеше риза булмайынса тороп, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең гонаһын ғәфү итмәйәсәк. Әммә харам ғайри золми ҡылған кеше һуңынан үкенеп, ихлас Аллаһы Тәғәләгә тәүбә ҡылһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең гонаһын шул сәғәттә ғәфү итеүе лә ихтималдыр. Мәҫәлән: берәү бер кешенең малын урлап, йә талап алһа, ул кеше һуңынан үкенеп, ни ҡәҙәр тәүбә ҡылһа ла, мал эйәһен бәхилләтеп ризалығын алмайынса тороп, Аллаһы Тәғәлә уның гонаһын ғәфү итмәйәсәктер, сөнки ғәфү итһә, мал эйәһенә йәбер үә золом кеүек булалыр. Әммә бер төрлө хәрәм тәғәмде йә эсемлекте эскән кеше үкенеп, ихласлыҡ менән гонаһынан тамам тәүбә ҡылһа, шул уҡ ваҡытта Аллаһы Тәғәлә уның гонаһын ғәфү итеүе ихтимал. Сөнки был мәсьәләлә һис кемгә йәбер үә золом юҡтыр. Аллаһы Тәғәлә Ғафуур үә Рәхиимдер.Ихлас тәүбә ҡылған кешенең тәүбәһен ҡабул итеүҙе вәғәҙә ҡылған.
тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Мөбәх ғәмәлдер

0

                                        Мөбәх ғәмәлдер

   Мөбәх шундай ғәмәлдер, уны ҡылыу ҙа, ҡылмау ҙа дөрөҫ үә хәләлдер. Мөбәх ғәмәл бәндәнең үҙ ихтыярында. Теләһә ҡылыр, теләмәһә ҡылмаҫ. Уны ҡылған кеше лә, ҡылмаған кеше лә сауаплы һәм гонаһлы булмаҫ. Мөьмин-мосолман кешегә Мөбәх үә хәләл булған эштәрҙең хисабы юҡтыр. Харам йә мәкрүһ булмаған эштәрҙең бөтәһе лә мөбәхтер. Мәҫәлән: ултырыу, тороу, йөрөү, йоҡлау, хәләл тәғәм ашау, зарарһыҙ һүҙ һөйләү, ниндәй ҙә булһа гонаһһыҙ һәм зарарһыҙ эштәрҙе ҡылыу кеүек шәриғәттә бойоролмаған һәм тыйылмаған эштәрҙең бөтәһе лә мөбәхтер.
1. Хәләл тәғәмдәрҙе туйғансы ашау, туйғандан артығы — хәрәмдер.
2. Хәләл эсемлектәрҙе туйғансы эсеү
3. Иманһыҙ кешеләр бешергән таҙа аштарҙы ашау
4. Аллаһы Тәғәләнең бәғзе пәйғәмбәрҙәренә вә бәғзе китаптарына ышана торған, иманһыҙ кешеләр боғаҙлаған хайуандарҙың итен ашау
5. Аш һеңдереү өсөн иҫертмәй торған һыуҙарҙы эсеү
6. Иҫертмәй торған, йөҙөм һыуынан яһалған һеркәне эсеү
7. Тоҙ күленә төшөп, тоҙға әйләнгән үләкһәнән булған тоҙҙо ҡабыу
8. Ышаныслы табибтың һүҙе буйынса ауырығанда шифа өсөн хәрәм тәғәм һәм хәрәм эсемлектәр менән дауаланыу
9. Ҡырағай хайуандарҙың ите, йөнө, тиреһе, һөйәге менән файҙаланыу өсөн үлтереү, аулау.
тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Мөстәхәб ғәмәлдәр

0

                                           Мөстәхәб ғәмәлдәр

   Мөстәхәб ғәмәлдәр — пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм күп ваҡыт ҡылған үә дәхи ул ғәмәлде ҡылған кешегә сауап, бәрәкәт буласағын аңлатҡан ғәмәлдер. Мөстәхәб ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмаған кеше гонаһлы ла булмаҫ, ҡиәмәт көнөндә шелтә лә тейеш булмаҫ. Мөьмин мосолман кешегә ҡылыуы кәрәкле булған мөстәхәб ғәмәлдәрҙең мәшһүре 122 төр:
1. Мәдинә-и Мөнәүәрәгә барып, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең ҡәбер шәрифе булған Рауза-и Мутәһһәраны зыярат ҡылыу
2. Нәфел намаҙҙар уҡыу
3. Нәфел ураҙалар тотоу
4. Нәфел хажы ҡылыу
5. Ғөшөр үә зәҡәттән башҡа нәфел саҙаҡалар биреү
6. һәр ваҡыт мөмкин тиклем тәһәрәт менән йөрөү
7. Намаҙ ваҡыты кергәнсе тәһәрәт алып ҡуйыу
8. Тәкбирҙе, йәғни “Аллаһу Әкбәр” тип күп әйтеү
9. Тәхлилде, йәғни “Ләә иләәһә иллә Аллаһ” тип күп әйтеү
10. Тәсбихте, йәғни “Сүбхән Аллаһ” тип күп әйтеү
11. Тәхмидте, йәғни “Әлхәмдүлилләһ” тип күп әйтеү
12. Истиғфарҙы, йәғни “Әстәғфируллаһ” тип күп әйтеү
13. Буш ваҡытта Ҡөрьән уҡыу
тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Сөннәт ғәмәлдәр

0

                                      Сөннәт ғәмәлдәр

   Сөннәт ғәмәлдәр — пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салаллаһу ғәләйһи үәссәләм күп тапҡыр ҡылған үә ул ғәмәлде ҡылыусы сауаплы булыр тип һөйләгән ғәмәлдәр. Хәҙрәти Мөхәммәд өммәтенән булған кешегә сөннәт ғәмәлдәрҙең һәр береһен ҡылырға тырышыу тейешле. Сөннәт ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, ғөҙөрһеҙ (сәбәпһеҙ) ҡылмаған кеше ҙур гонаһлы булмаһа ла, ҡиәмәт көнөндә шелтәгә тейешле булыр. Үә дәхи пәйғәмбәребеҙҙең шәфәғәтенә лайыҡлы булмаҫ. Мөьмин үә мосолман кешегә ҡылыуы тейешле булған сөннәт ғәмәлдәрҙең мәшһүрҙәре 70:
1. Һәр бер яҡшы үә изге эштәрҙе “Бисмилләһ” менән башлау.
2. Сөскөргәндән һуң “Әлхәмдүлилләһ” тийеү.
3. Иманлы кешеләргә осрағанда сәләм биреү.
4. Аш ашарға ултырғанда ике ҡулды йыуыу.
5. Аш ашап бөтөргәс, ауыҙҙы, ике ҡулды йыуыу.
тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Вәжиб ғәмәлдәр

0

                                       Вәжиб ғәмәлдәр

   Вәжиб ғәмәлдәр ҙә фарыз кеүек шәриғәттә ҡылырға бойоролған ғәмәлдер. Вәжиб ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, ғөҙөрһөҙ ҡылмаған кеше гонаһлы булыр, вәжиблығына ышанмаған кеше иманһыҙ уҡ булмаһа ла, ҙур гонаһлы булыр. Мөьмин һәм мосолман кешегә ҡылыуы вәжиб һаналған ғәмәлдәрҙең мәшһүрҙәре 40 төрлө:
1. Йорт кәрәктәренән артыҡ малы булған кеше рамазан айынан һуң фәҡирҙәргә үҙе өсөн һәм сабый балалары өсөн фитыр саҙаҡаһы биреү.
2. Йорт кәрәгенән артыҡ малы булған кешегә ҡорбан ғәйете көндәрендә үҙе өсөн ҡорбан салыу
3. Ихрам ҡылып, Ҡәғбәне тауаф ҡылып һәм Сафа үә Мэрүа тауҙары араһында йөрөп, ғүмерендә бер мәртәбә ғүмрә хажын (гүмрә хажы фарыз булған хаждан башҡа, ҡайһы айҙа ҡылынһа ла дөрөҫ була) үтәү.
4. Фытыр ғәйете һәм Ҡорбан ғәйете намаҙҙарын уҡыу.
5. Һәр көн йәстү намаҙынан һуң витр намаҙын уҡыу.
тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Фарыз ғәмәлдәр

1

                                            Фарыз ғәмәлдәр

   Фарыз — шәриғәт буйынса мотлаҡ ҡылынырға тейешле ғәмәл. Уны ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмай ҡалдырған кеше гонаһлы булыр. Уның фарызлығына инанмаған кеше иһә иманһыҙ һаналыр.
   Фарыз ғәмәлдәре ике төрлө:
              1. фарыз ғәйн
              2. фарыз кифәйә.
   Фарыз ғәйн — һәр бер мөьмин бәндә үтәргә тейеш ғәмәл. Бер йәмәғәт әсәндә бер нисә кешенең ҡылыуы менән башҡа кешеләрҙең өҫтөнән яуаплылыҡ төшмәй. Мәҫәлән: намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу кеүек ғәмәлдәр.
   Фарыз кифәйә — бер йәмәғәттең мәжмүғына (бер өлөшө) йыйылып ҡылыу тейешле булған фарыздыр. Араларынан береһе генә үтәһә лә, башҡаларҙың өҫтөнән төшә, йәғни башҡа кешеләр ҡылмай ҡалһалар ҙа, гонаһтан ҡотолалар. Ләкин ни ҡәҙәр кеше ҡылһа ла, ҡылған береһе сауаплы була. Әгәр ҙә бер йәмәғәт эсендә һис бер кеше ҡылмай икән, шул йәмәғәт эсендә булған барлыҡ кешеһе гонаһлы була. Мәҫәлән: йәтимдәрҙе һәм зәғиф ҡарттарҙы, яңғыҙ ауырыуҙарҙы тәрбиәләү, мәйеттәрҙе дәфен итеү, уларға йыназа намаҙы уҡыу кеүек ғәмәлдәр фарыз кифәйә була.
    тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Шәриғәт ғилеме

0

                                               Шәриғәт ғилеме

   Әхмәдһәди Мәҡсудиҙың “Әхкәми шәрғийәһ” (Шәриғәт хөкөмдәре) тигән хеҙмәттәренән.
   1. “Таләбүл- ғилми фәридатүн ғәләә күлли мүслимийн үә мүслимәтин”
   Мәғәнәһе: Шәриғәт ғилемен белергә тырышыу һәр бер мосолман иргә һәм мосолман ҡатынға фарыз (үтәлеүе мотлаҡ булған эш).
   2. “Әт-тәфәҡҡүһү фид-диини хәҡҡун ғәләә күлли мүслимийн”
   Мәғәнәһе: Дин хөкөмдәрендә ғалим булыу һәр мосолманға тейешле эш.
   3. “Иннәллааһә Тәғәәлә фәрада фәрааида фәлләәтүдыйғүһәә үә хәддә хүдүүдән, фәләә тәғтәдүүһәә үә хәррамә әшйәә-ә фләә тәнтәһиҡүүһәә үә сәкәт ғән әшйәә-ә рахмәтул-ләкүм ғайра нисйәәнин, фәләә тәбъхәҫүү ғәнһәә”.
   Мәғәнәһе: дөрөҫлөктә Аллаһу Тәғәлә бер нисә ғәмәлде фарыз ҡылды, һеҙ уны әдә (туләү, үтәү) ҡылмайынса, дайағ ҡылмағыҙ (юғалтмағыҙ). Үә дәхи бер нисә сиктәр тәғәйен ҡылынды, ул сиктәрҙе һеҙ үтмәгеҙ. Үә дәхи бер нисә төрлө ғәмәлдәр харам ҡылынды, уларҙы һис бер ваҡытта ла ҡылмағыҙ. Үә дәхи бер нисә төрлө эштәрҙең әйтелмәй ҡалыуҙары онотолғанлыҡтан түгел, ә һеҙгә мәрхәмәт өсөн (шәриғәттә бәйән ителмәгән, аңлатылмаған ғәмәлдәрҙең хөкөмдәрен күп тикшереп гонаһлы булмағыҙ).
    тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Ауыҙ асыу доғаһы

1

                                                      Ауыҙ асыу доғаһы

     Рамаҙан айында ифтар мәлендә, ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға (иң аҫта)
Ғабдуллаһ ибн Ғәмрүбнүл-Ғас (радыаллаһү ғәнһү) риүәйәт итә: Пәйғәмбәребеҙ, саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: «Ысынлыҡта, ураҙа тотоусы ауыҙ асҡанда доға ҡылһа, доғаһы кире ҡайтмай», — тине.

дога от пророка

      «Ҙәһәбәҙ-ҙамәә'ү үәбтәлләтил-ғурууҡу үә ҫәбәтәл- әжру ин шәә Аллаһ».
(һеңер-тарамыштар еүешләнеп, һыуһын ҡанды, Аллаһ Тәғәлә теләһә сауап буласаҡ.)

 

дога

     "Аллааһүммә иннии әс'әлүкә бирахмәтикәл-ләтии үәсиғәт күллә шәй'ин ән тәғфира лии."
Ибн Әби Мүләикә: «Мин Ғабдуллаһ ибн Ғәмрҙең ауыҙ асҡанда: «Эй, Аллаһ, ысынлыҡта, мин һинән бөтә нәмәне солғап алыусы мәрхәмәтең менән мине ғәфү итеүеңде һорайым», — тигәнен ишеттем», — тип риүәйәт итә.

дога посл поста

     «Аллааһүммә ләкә сумту үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыкә әфтартү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мә ҡаддәмтү үә мәә әххартү».
     Йә, Аллаһ, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа.

Нисек ураҙа тоторға?

1

                                                          Нисек ураҙа тоторға?

     Һaумыhығыҙ! Минең бер һорауым бар ине. Мин рамаҙан ураҙаһы тоторға ниәтләнәм, намаҙ уҡымайым. Нисек итеп  ураҙа тоторға? Ниндай доғалар уҡырға? Ниндәй әҙерлек кәрәк?

 

рамазан

     
     Бына ошондай һорауҙар миңә мөрәжәғәт итәләр. Был сайтта nazir1965.com Рамаҙан айы, ураҙа хаҡында яҙылған мәҡәләләрҙән уҡып күберәк мәғлүмәт ала алаһығыҙ.

     Иң башта ихлас күңел менән: «Ләә иләәһә илләл-лааһ, Мөхәммәдүр рәсүлүллааһи» тип, телебеҙҙән төшөргә тейеш түгел зекерҙе: «Аллаһ Бөйөк, Аллаһ Бер, Аллаһтан башҡа иләһ юҡ, Мөхәммәд пәйғәмбәр Уның рәсүле» тип, үҙебеҙҙең мосолман булыуыбыҙҙы әйтеп раҫлайыҡ.
     Хәҙер инде иң ябай күрһәтмәләр. ИншаАллаһ, Рамаҙан айы башланғас (24 апрельдең таң атыр ваҡыты, 2020 йыл) беренсе төндә сәхәр ашайбыҙ (ризыҡланабыҙ – туҡланабыҙ). Ваҡытын ошо сайтта һәм ВК (контакта, однокласниктә) ҡарап белә алаһығыҙ. Мәҫәлән: (һул яҡта таблица — сәхәр ваҡыты) 24 апрельдең таңғы ваҡытында сәхәрҙең ахырғы (ашау-эсеүҙең тамамланыуы) ваҡыты 3.54 сәғәт, намаҙ ваҡыты 4.24 сәғәт. Был Өфө ваҡыты – беҙҙә, мәҫәлән: Әбйәлилдә бынан ун минут алдараҡ йәшәйбеҙ. Сәхәрҙе төнгө 02 сәғәт 00 минутта башларға мөмкин. Ураҙа тотор өсөн намаҙлы булыуҙа, тәһәрәт алыуҙа кәрәкмәй. Ниәтегеҙ булһын. 

     Сәхәрҙе намаҙға тиклем ярты сәғәт алдан ашап бөтөү мәслихәт (маҡтаулы). Әгәр һуңлап ҡалһағыҙ: 24 апрель көнө сәғәт 04. 24 -кә (намаҙ ваҡытына) тиклем сәхәрҙе тамамлап ҡуйығыҙ. Көн һайын сәхәр ваҡыты шылып бара. Сәхәрҙе намаҙ ваҡытынан алда тамамлағыҙ. Аҙан әйтеүҙән һуң иртәнге намаҙ башлана. Шуға ла әлеге сәхәрҙен ахыры ваҡытына тиклем, йәки ошо аҙанға тиклем әлеге намаҙ ваҡыты етеүгә сәхәрҙе тамамлар кәрәк. Бында Өфө ваҡыты бирелгән, таблицаларҙа ваҡыт төрлөсә булыуы мөмкин. Шул уҡ Өфөлә сәхәр һәм намаҙ ваҡыттары бер-береһенән айырыла. Әбйәлилдә ҡояш 10 минутҡа алда сыға. Теп-теүәл ваҡыттан һуңланым тип, баш ҡаңғыртмағыҙ. Ун-ун биш минутҡа һуңлау зыян килтермәҫ, әммә үҙ урындағы һәм мәсеттәге аҙанға ҡарап эш итеү хәйерлерәк.

     Әгәр ҡулығыҙҙа намаҙ ваҡыты булмаһа календарҙан ҡарап ҡояш сығыуы ваҡытынан ике сәғәт алда сәхәрҙе тамамлау яҡшы. Иртәнге намаҙ ваҡытынан ярты сәғәт алданыраҡ сәхәрҙе тамамлау хәйерлерәк. Кемдәр белмәй — иртәнге намаҙ ҡояш сығыр алдынан сәғәт ярым алда уҡыла. Ҡалған ваҡытты тәһәрәт алыу, доға, зекерҙә, Ҡөрьән уҡыуҙа, йә салауаттар әйтеүҙә булһаң бик хуп, йәки мәсеткә юл тотоу ваҡытылыр. Ә инде ауыҙығыҙҙа ризыҡ булһа, иртәнге намаҙ ваҡыты етеү – аҙан тауышы ишетеү менән сәйнәп ҡуйығыҙ, тип әйтелә. Төкөрөп ташламайбыҙ, ә сәйнәп йотоп ҡуябыҙ. Сәхәрҙе йоҡлап, ашамай-эсмәй ҡалдырһағыҙ — ураҙаны дауам итегеҙ ҡурҡынысы юҡ. Ҡурҡынысы — һыуһап йөрөп хәлегеҙ бөтөүө ихтимал. Сәхәрҙә, әгәр ашаһығыҙ килмәһә — һыу ғына булһа ла эсеп алығыҙ, сауабы күп. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

RSS лента автора Назир Сабитов
Вверх
.