Архив автора: Назир Сабитов

Ай ярылыу мәсьәләһе

                                                    Ай ярылыу мәсьәләһе
   Әһел сира был урында айҙың ярылыу мәсьәләһен зекер итәлер: Мәккә рәйестәре рәсүлуллаһҡа килеп, пәйғәмбәрлегенә дәлил булһын өсөн, айҙы икегә ярып күрһәтеүен һорағандар, шул мөғжизәне күрһәткән ваҡытта иман килтерәсәктәренә һүҙ биргәндәр, рәсүлуллаһтың доғаһы буйынса Аллаһу Тағәлә мөшриҡтәрҙең һораған нәрҫәләрен биргән, фәҡәт мөшриҡтәр Мөхәммәд беҙҙең күҙҙе быуҙы, беҙҙе сихырланы тип, иман килтермәгәндәр, тиҙәр.
   Ай ярылыу тураһында төрлөсә һүҙ һөйләйҙәр. Мәҙкүр эш Ибн Мәсғүт, Ибн Ғаббас, Әнәс, Ибн Ғүмәр, Хүзәйфә Жәбир бин Мутғәм үә башҡаларҙан риүәйәт ҡылынмыштыр. Бухари менән Мөслим хәҙис китаптарында иһә был ваҡиға Ибн Мәсғүт, Ибн Ғаббас, Әнәстән риүәйәт ҡылынып, башҡаларҙан риүәйәт юҡтыр. Ҡайһы бер тәфсир яҙыусылар ҙа Ҡөрьәндәге Ҡәмәр сүрәһендә 1-се аяттағы
«Вәншәҡҡәл ҡәмәр» — (һәм ай ярылды) — тигәнде дәлил тотоп, ошо ваҡиғаны аңлаталар. Читать далее

Мөғжизә килтереүҙе һорау

                                                   Мөғжизә килтереүҙе һорау
   Рәсүлуллаһ, мәккәлеләрҙең мыҫҡыллауҙарына үә яфалауҙарына ҡарамаҫтан, иңеп тора торған Ҡөрьән аяттарын мөшриҡтәрҙең янына килеп уҡый ине. Ҡөрьән Кәрим уларҙы тәүхидкә (бер Аллаһуға ышаныу), ҡиәмәт көнөнә ышанырға, яҡшы, изге ғәмәлдәр ҡылырға, поттарға табыныуҙы ташларға, насар эштәрҙән үә ғәҙәттәрҙән һәм насар холҡтарҙан ҡотолорға, төрлө дәлилдәр менән Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләмдең пәйғәмбәрлеген иҫбат итә ине. Ҡөрьәндә ҡайһы аяттар туранан-тура, ә ҡайһылары үткән өммәттәрҙең ваҡиғаларын һөйләп, төрлөсә миҫалдар килтереп, кешеләрҙе вәғәзләйҙәр ине. Донъяла иң бөйөк, иң дәрәжәле булған Ҡөрьән ғәрәптәргә ҡаты тәьҫир итә ине, улар уға ҡаршы ни эшләргә белмәйҙәр ине. Рәсүлуллаһҡа мәжнүн, кәһин, шағир, сихырсы кеүек ифтиралар әйтһәләр ҙә, был үҙҙәрен алдау йәки үҙҙәрен йыуатыу ғына ине. Сөнки мәжнүндән ундай һүҙҙәр сыға алмағанын, кәһиндәрҙең күрәҙәлек ҡылыу кеүек нәрҫәләр менән генә булғанлығын, Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең быға ҡәҙәр шиғыр менән шөғөлләнмәгәнлеген, шуның өсөн уның кинәт шағир була алмағанын, шуның өҫтөнә Ҡөрьәндең шиғырға бер ҙә оҡшамағанлығын улар бик яҡшы беләләр ине. Читать далее

Пәйғәмбәребеҙҙең яуыздары

                                             Пәйғәмбәребеҙҙең яуыздары

                                                            Мустәһзиун
   Мәккәлеләрҙең рәсүлгә һәм сәхәбәләргә ҡылған яуызлыҡтары биниһая күп, яҙып бөтөрөрлөк түгел ине, рәсүлгә һәм сәхәбәләргә бигерәк тә дошман, гел яуызлыҡ ҡылған кешеләргә мустаһзиун тиелә. Ошбу әйтелгән йәмәғәттән иң дошмандары Әбү Йәһил бин Һишам, Әбү Ләһәб ине. Әбү Йәһил рәсүлгә һәр ваҡыт бәйләнә, Ҡәғбәлә уға ғибәҙәт ҡылырға ирек бирмәй ине. Бер ваҡыт Әбү Йәһил Мәккә рәйестәре менән бергә ултырғанда: «Мин инде Мөхәммәдтең был эштәренә түҙә алмайым. Иртәгә Мөхәммәд Ҡәғбәгә килеп намаҙ уҡығанда, ҙур таш күтәреп барып, уны иҙәсәкмен, һеҙ мине Мөхәммәдте яҡлаусыларға бирһәгеҙ ҙә, йәки үҙегеҙ мине бөтөрһәгеҙ ҙә, мин был эште ҡыласаҡмын», — тине. Рәсүл ғибәҙәт иткән ваҡытта, ҙур таш алып, уға табан китте. Мәккә мөшриҡтәре был эшкә ҡарап торалар ине. Әбү Йәһил рәсүлуллаһҡа яҡынлашҡас ҡына, кинәттән ҡулындағы ташты ташлап, бик ҡурҡҡан үә төҫө үҙгәргән хәлдә кире ҡайтты. Мәккә мөшриҡтәре: Читать далее

Рәсүлуллаһ дәғүәте

                                                                        Рәсүлуллаһ дәғүәте

                                                                           Йәшерен дәғүәт
   Рәсүлуллаһ дәғүәткә һаҡлыҡ менән, йәшерен хәлдә генә кереште. Иң әүәл үҙ туғандарын һәм һүҙ үтәрҙәй кешеләрҙе вәғәзләй башланы. Ғәрәптәрҙән иң беренсе динде ҡабул итеүселәр түбәндәгеләр:
хәҙрәти Хәҙисә, Ғәли бин Әбү Талиб, Зәид бин Хәрисә һәм Зәидтең ҡатыны Умм Әймән.
   Ул ваҡыттарҙа Ғәли 8-10 йәштәрендә бала булып, рәсүлуллаһ тәрбиәһендә ине. Сөнки пәйғәмбәрлек килгәнсе, Ҡөрәйшкә аслыҡ килгәндә Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм Ғәлиҙе, Ғаббас Йәғфәрҙе аталарынан — Әбү Талибтан тәрбиә өсөн алғайны.
   (Зәид бин Хәрисә, әүәл Хәҙисәнең ҡоло булып, рәсүлуллаһҡа бүләк итеп бирелгәйне. Бер ваҡыттарҙа Зәидтең атаһы һәм яҡындары Мәҙинәгә килеп рәсүлуллаһтан Зәидте мал бәрәбәренә алмаштырып алмаҡсы булдылар. Рәсүлуллаһ уларға: «Бик яҡшы, әүәл үҙенән һорайыҡ, һеҙҙе ихтыяр ҡылһа, алып китэрһегеҙ, мине ихтыяр ҡылһа, миндә ҡалыр», — тине. Зәидкә мәсьәләне һөйләгәс, Зәид: «Мин Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләмдән башҡа һис кемде ихтыяр итмәйәсәкмен. Ул минең атайым да, әсәйем дә, атайымдың ағаһы ла», — тине. Ата һәм яҡындары илап: «И Зәид, хөрриәткә ҡоллоҡтомо ихтыяр итәһең? — тиеүҙәренә Зәид: «Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм янында ҡол булып тормаҡ хөрриәттән артыҡтыр,» — тип яуап бирҙе. Рәсүлуллаһ, Зәидтең шул ҡәҙәр ихласын белгәс, уны азат итте һәм үҙенә ул итеп алды. Бынан һуң Зәидкә Зәид бин Мөхәммәд тип әйтелде.

Читать далее

Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә вәхи килеүе

                                            Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә вәхи килеүе

   Бер ваҡыт рамаҙан айында кис менән Мөхәммәд ғәләйһиссәләм Хира тауында ғибәҙәт менән мәшғүл булғанда, бер тауыш ишетте. Ул Ябраил фәрештә ине. Ул Мөхәммәдкә үҙенең Аллаһу Тағәлә тарафынан ебәрелеүен белдерҙе һәм уны пәйғәмбәрлек менән һөйөндөрҙө, һуңынан Мөхәммәд ғәләйһисәләмгә: «Уҡы!» — тип әмер бирҙе. Быға Мөхәммәд ғәләйһиссәләм : «Мин уҡый белмәйем», — тип яуап бирҙе. Ябраил фәрештә: «Уҡы!» — тип өс мәртәбә ҡабатланы. Шунан һуң фәрештә пәйғәмбәргә Ғәләк сүрәһенең биш аятын өйрәтте. Читать далее

Мөхәммәд хәҙрәт

                                                          Мөхәммәд хәҙрәт

                              Мөхәммәд хәҙрәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм 

                                                          Хөрмәтле нәҫел
   Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең атаһы Ғабделлаһ бин Ғәбдел Мутталиб. Ул Ибн Ғәбдел Мәннаф исемле кешенең Әминә исемле ҡыҙына өйләнгән ине. Был ваҡыт Ғабделлаһ 18 йәшендә ине. Ләкин Ғабделлаһ оҙаҡ ғүмер һөрә алманы. Сауҙа эштәре менән Шамдан ҡайтышлай, Мәҙинәлә ауырып вафат булды. Ул ваҡытта уның йәше 25-кә яҡынлаша ине. Ғабделлаһтың вафатынан һуң Мөхәммәд (ғәләйһиссәләмгә) ҡалған малы биш дөйә үә Үмм Әймән исемле кәнизәк ҡатын ине.
   Ғабделлаһтың вафатынан һуң ике ай үткәс, Әминә бер ир бала тапты. Был хәбәргә Ғабделлаһтың атаһы Ғәбдел Мутталиб һәм туғандары бик шатланды. Баланың тыуыуы тураһында хәбәр килтереүселәргә бүләктәр бирҙеләр. Хатта Әбү Ләһәбтең һөйөнсө хәбәрен килтергән кәнизәк ҡатынды азат итеүе риүәйәт ителәлер.
Читать далее

Кем йүләр?

                                                          Кем йүләр?

     Пәйғәмбәребеҙ заманында мөшриктәрҙән Ғукба менән Үбәй атлы ике дуҫ ғүмер кисерә, Ҡайҙан да булһа бер ерҙән йөрөп ҡайтҡан саҡтарында Ғуҡбә атлыһы ағай-энеләренән байыраҡтарҙы аш табынына саҡырып һый-хөрмәт күрһәтә торған була.
     Ислам динен ҡабул итеп өлгөрмәгән булһа ла, ул пәйғәмбәребеҙ менән дә аралашырға ярата.
     Бер ваҡыт ул һый-хөрмәт әҙерләп, табынға пәйғәмбәребеҙҙе лә, ғәләйһис-сәләм, саҡыра.
     Табынға аш-һыу ҡуйылғас, пәйғәмбәр: «Әгәр ҙә һин Аллаһтың Берлеген, минең пәйғәмбәрлек рисаләтемдең хаҡлығын танымаһаң, был ризыҡтарға мин ҡағылып та ҡарамам», — тип белдерә.
     Шул ваҡыт: «Лә Иләһә Илләл-лаһ! Мүхәммәдәр-рәсүлуллаһ! — тип Ғуҡбә иман кәлимәһен әйтә. Дуҫы Үбәй бының менән риза булмай: «Һин үҙ динеңә хыянат иттең», — ти.

Читать далее

Хәләл үә харам

                                                                    Хәләл үә харам

   Бер ҡатын:“Ейәнем дин юлына баҫып, намаҙ уҡый башланы. Тик мин бешергән ризыҡты ашамай, хәләлме ул әҙерләгән ризығың, тип һорай”, — ти. Ниндәй ризыҡ хәләл була, ниндәйе харам була һуң?

   Хәләл менән харамды айырыу мосолман өсөн бик мөһим. Сөнки белә тороп харам менән туҡланыу мосолман кешене гонаһҡа алып бара, диндән сығара. Быға бик иғтибар бирергә кәрәк.

   Хәләл менән харам тигәндә, беҙҙең күбебеҙ беренсе сиратта ризыҡты, мосолманса йәки бисмиллаһыҙ һуйылған итте күҙ алдына килтерә. Әммә хәләл төшөнсәһе мосолман тормошоноң бөтә яҡтарын да үҙ эсенә ала. Ул – ашаған ризыҡ, алып барған тормош, эш-бизнес, иҡтисад, дауаланыу, ғөмүмән, донъялағы көнкүрешебеҙ. Әйтәйек, малды ни юл менән таптың? Урланған мал түгелме? Башҡа кешене талап, урлап алынған аҡсаға ризыҡ алыу, сусҡа аҫырап, шуны һатып алынған ризыҡ, араҡы йәки көмөшкә, тәмәке һатып алынған табыш — харам. Ришәүәтселек арҡаһында алынған аҡса-ризыҡ, етемдәрҙең малын ашау һәм башҡа шундайыраҡ насар ысулдар менән табылған ризыҡ — харам. Күптәр бөгөн магазин тотабыҙ тип, унда харам нәмәләр һатып гонаһҡа төшәләр. Йәки билмән цехтары асып, кем һуйғанын белмәй, итте әллә ҡайҙарҙан алып, уның составына иғтибар бирмәй, тик һатыу өсөн генә тырышҡандар — ҙур гонаһлы. Шулай уҡ динебеҙ тыйған һәм ҡушмаған төрлө уйын-саралар ойоштороп, харам продукциялар сығарып табылған аҡса ла һәм ризыҡ та харам. Читать далее

Ҡаза намаҙҙары

                                             Ҡаза намаҙҙары

   Ҡаза намаҙҙар тураһындағы мәҡәләләр төрлө китаптарҙан тулы булһын өсөн алынды.
   "Ислам нигеҙҙәре" Имам Әғзәм Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса

     Һәр аҡыллы мосолман ир-егет һәм ҡатын-ҡыз бәлиғ булғандан һуң бөтөн дини вазифалар менән бергә биш ваҡыт намаҙҙы үтәргә тейеш. Шунлыҡтан, намаҙҙы уҡымай ҡалдырыу ҡәтғи тыйыла. Ҡөрьән Кәримдә Аллаһы Тәгәлә илле биш урында һәр мосолманга намаҙ уҡыуҙы әмер иткән, утыҙ өс урында намаҙҙың зәкәт менән бергә фарыз икәнлеген әйткән.
     Ҡөрьән Кәримдә намаҙ тураһында барлығы йөҙҙән артыҡ урында иҫкә алына. Намаҙ хаҡындағы әмерҙең шул ҡәҙәр ҡат-ҡат әйтелеүе, бер яҡтан, намаҙҙың өҫтөнлөклө булыуына һәм сауабына ишаралаһа, икенсе яҡтан, намаҙҙан баш тарткан өсөн яуап биреүҙең бик ауыр булғанлығына дәлил булып тора.
     Пәйғамбәребеҙ бер хәҙис-шәрифендә: «Аллаһы Тәғаләнең Ҡиәмәт көнөндә ҡолдарын яуапҡа тарттырғанда иң беренсе һорауы намаҙ тураһында буласаҡ», — тип намаҙ хисабын теүәл биреүселәрҙең бүтән яуаптары ла еңел биреләсәген, был хисапты теүәл бирә алмағандарҙың башка мәсьәләләрҙә лә ҡыйынлыҡта ҡаласағын аңлатҡан.
Читать далее

Тағы ла яуапнәмә хаҡында

                                                     Тағы ла яуапнәмә хаҡында

   Әссәләмүғәләйкүм мосолман ҡәрҙәштәр. Үткәндә сайтымда «Яуапнәмә” тип сыҡҡан мәҡәл диндарҙар араһында бәхәс тыуҙырҙы. Шуға ахыры ошо мәғлүмәтте ҡайҙан алып яҙғанымды күрһәтергә булдым. Был мәғлүмәт Татарстан мосолмандарының баш ҡазыйы Ғабделхаҡ Самматовтың “Шәригать: вәгазь, хөкем, фәтвә, жавап-савап, киңәшләр” китабының өсөнсө томынан алынды. Мөфтий Госман хәзрәт Исхаҡый тарафынан раҫланған. Ғүмер буйы Аллаһының изге Китабы – Ҡөръәнгә, пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәре – сөннәткә таянып ошо китаптарҙы баҫтырған оло хәҙрәттәргә ниндәй шик тыуыуы бар? Һеҙгә шул көйө татарсанан күсермәһен һаламын.

   Беҙҙең Урал аръяғында бындай “йола” электән булғаны юҡ. Ни эшләптер беҙҙең халыҡта әгәр китап йә яҙма ғәрәпсә яҙылған икән шуның менән эш итергә кәрәк тигән уй йөрөй. Бында шуға иғтибар итегеҙ: Төрки телендәме? Башҡорт телендәме? Әллә ғәрәпсәме? Әллә икенсе телдәме? Әллә ниндәй китаптар булыуы мөмкин: шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр һәм башҡаһы. Шул ғалимдарҙын китаптарын күсерә килә баҫмаларға өҫтәлмә аңлатмалар ингәндер. Читать далее