Архив автора: Назир Сабитов

«Мәүлидун-Нәби» ҡасидәһе

                                                        «Мәүлидун-Нәби» ҡасидәһе

                                                        Төрки халыҡтарҙа таралған
                                                        «Мәүлидун-Нәби» ҡасидәһе
                                           Рәхимле һәм Миһырбан Аллаһ исеме менән.

Әүәл мин бер хикәйәт әйтәйем,
Әһел хәбәрҙән риүәйәт әйтәйем.

Бар ине Бағдадта бер Салихә,
Һөйләшеүсән ҡатын ине һәм нәсихә.
Бер көн донъянан булды сәфәр.
Донъяға килгән кеше шикһеҙ китәр.

Әсәһенән бер флүр* мираҫы бар,
Йәннәт уға ни өсөн булмаһын, ҡарар.
Бар ине бер изге улы — йәш егет,
Намаҙ өҫтөндә булыр ине һәр ваҡыт. Читать далее

Мәүлидүн-Нәби шәрифе

                                                      Мәүлидүн-Нәби шәрифе
                                                       (Аяҡ өҫтө тороп уҡыла).
                                       Рәхимле һәм Миһырбан Аллаһ исеме менән.

Тыуҙы был айҙа Рәсүлебеҙ Мөхәммәд Мостафа,
Яуҙырабыҙ беҙ был көндә ҡотлау сәләмен уға.
Ҡаршылайбыҙ был мөҡәддәс айҙы беҙ шатлыҡ менән.
Бер ауыҙҙан әйтәбеҙ һәм Мәрхәбә, йә Мәрхәбә.

Мәрхәбә, и Бөйөк солтан, Мәрхәбә.
Мәрхәбә, Алланы таныу сығанағы, Мәрхәбә.
Булыусы Алланың һөйөклөһө, Мәрхәбә.
Ысын күңелдән булған шатлыҡ, Мәрхәбә.

Һәм әйтәйек: "Йә Рәсүлуллаһ, сәләмдәр булһын һиңә.
Был мөҡәддәс көндө ҡотлап: Мәрхәбә, йә Мәрхәбә.
Аллаһүммә салли ғәлә сәйидинә
Мөхәммәдин үә ғәлә әәли Мөхәммәд. Читать далее

Мәүлидүн-нәби айындағы һәм көнөндәге ғәмәлдәр

                                               Мәүлидүн-нәби айындағы ғәмәлдәр

                                 Мәүлидүн-нәби айындағы һәм көнөндәге ғәмәлдәр.
     Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, тыуған айында һәм көнөндә фәҡирҙәр һәм етемдәргә ярҙам итеү, мәжлестәр ойоштороп төрлө садаҡалар таратыуҙы хуп күргәндәр.
     Бәйғәмбәребеҙҙең, уға Алла рәхмәте һәм сәләме булһын, 201 исемен уҡыу Мәүлид айында күркәм ғәмәлдәрҙең береһе һанала. Тәүҙә салауат, истиғфар, шулай үк Фәтиха, Ихлас, Фәләҡ, һәм Нәс сүрәләрен уҡып ниәтләйбеҙ һәм исемдәрҙе уҡып тамамлағас, тағы ла салауат уҡып доға ҡылабыҙ.
     Атай-олатайҙарыбыҙ Мәүлидүн-Нәби ҡасидәһен яҡшы тауыш, моң менән Ҡөрьән- Кәрим уҡығандар. Бәйғәмбәребеҙҙең тормошон өйрәнгәндәр һәм дә уға салауаттар әйткәндәр, мәхәлләләрҙә үҙ-ара бүләктәр алышып, мал һуйып, тәмле ризыҡтар ашап, фәҡир-фоҡараны һыйлағандар, ҡиәмәт көнөңдә Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең шәфәғәтен өмөт итеп махсус «Мәүлид доғалары»н һәм башҡа доғалар ҡылғандар.
     Рәсүлебеҙ Мөхәммәд Мостафа, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, хәҙрәттәренең тыуыуы ҙикер ителгән ваҡытта аяҡ өҫтө тороп, салауат-шәрифә уҡыу бик күркәм ғәмәл булған. Атай-олатайҙарыбыҙ был ғәмәлде Мәхәл ҡыям" тип атап йөрөткәндәр Читать далее

Мәүлидүн-Нәбигә мөнәсәбәт һәм уның тарихы

                                                    Мәүлидүн-Нәби тарихе

                                        Мәүлидүн-Нәбигә мөнәсәбәт һәм уның тарихы.
     Мәүлид — ғәрәпсәнән башҡортсаға тыуыу мәғәнәһен бирә.
     Мәүлидүн-нәби — һөйөклө бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаның, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, тыуған көнө. Атаһы Ғабдуллаһ менән әсәһе Әминәне Аллаһ Тәғәлә ҡауыштырып, уларҙан барлыҡҡа килгән яралғы ла, буласаҡ Аллаһ Рәсүле яралғыһы булараҡ һәр ваҡыт Уның ҡарамағында булған һәм һәр булмышы, һәр йәшәйеше Раббыбыҙ тарафынан был затты төрлө һынауҙар аша үткәреп, Йәбраил фирештә арҡыры бәйғәмбәр булараҡ әҙерләү. Әҙерләү ваҡыты тамамланғас Раббыбыҙ уға бәйғәмбәрлек бирә, Ҡөрьән — Кәримде иңдерә. Ер йөҙөндә Ислам динен йәйелдерергә һәм халыҡтарҙы шул дингә өндәргә бойора. Хәҙрәти Рәсүл Әкрәм Аллаһ Тәғәләнең иң яҡын илсеһе булараҡ, тура юлды, донъя һәм әхирәттә мәңгелек бәхет-сәғәдәткә, рәхмәткә ирешеү юлын, Ислам динен Аллаһ Тәғәләнең һуңғы китабы — Ҡөрьән-Кәрим менән күрһәтте һәм өйрәтте. Был бөйөк бәйғәмбәрҙең донъяға килгән көнө — Рабиғул-әүүәл айының 12-се көнө тип иҫәпләнә. Уның тыуған көнөн билдәләү хаҡында вафатынан һуң 600 йыл дәүер эсендә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмағанын раҫлағандар Ислам ғалимдары.

Читать далее

Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең сифаты

                                                  Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең сифаты

                                                         Рәсүлуллаһтың сифаты
   Рәсүлуллаһ урта буйлы, түгәрәк аҡ йөҙлө, ҙур күҙле, күҙенең ҡараһы сөм-ҡара, ағы бер аҙ ҡыҙғылт, оҙон үә нескә ҡашлы, танауы оҙонсараҡ, уртаһы аҙ ғына күтәреңке үә остан бөгөлә төшкән, ҙурыраҡ ауыҙлы, киң маңғайлы, керпектәре ҡуйы, ҡуйы ҡара һаҡаллы, аҡ үә һирәгерәк тешле, киң күкрәкле, эре һөйәкле, беләктәре тулы, тәне йөнлөрәк, тығыҙ итле ине. Күренешкә ғәйәт яғымлы булып, беренсе күргән кешегә лә үҙен һөйҙөрә торған күренештә үә ҡиәфәттә ине. Читать далее

Ай ярылыу мәсьәләһе

                                                    Ай ярылыу мәсьәләһе
   Әһел сира был урында айҙың ярылыу мәсьәләһен зекер итәлер: Мәккә рәйестәре рәсүлуллаһҡа килеп, пәйғәмбәрлегенә дәлил булһын өсөн, айҙы икегә ярып күрһәтеүен һорағандар, шул мөғжизәне күрһәткән ваҡытта иман килтерәсәктәренә һүҙ биргәндәр, рәсүлуллаһтың доғаһы буйынса Аллаһу Тағәлә мөшриҡтәрҙең һораған нәрҫәләрен биргән, фәҡәт мөшриҡтәр Мөхәммәд беҙҙең күҙҙе быуҙы, беҙҙе сихырланы тип, иман килтермәгәндәр, тиҙәр.
   Ай ярылыу тураһында төрлөсә һүҙ һөйләйҙәр. Мәҙкүр эш Ибн Мәсғүт, Ибн Ғаббас, Әнәс, Ибн Ғүмәр, Хүзәйфә Жәбир бин Мутғәм үә башҡаларҙан риүәйәт ҡылынмыштыр. Бухари менән Мөслим хәҙис китаптарында иһә был ваҡиға Ибн Мәсғүт, Ибн Ғаббас, Әнәстән риүәйәт ҡылынып, башҡаларҙан риүәйәт юҡтыр. Ҡайһы бер тәфсир яҙыусылар ҙа Ҡөрьәндәге Ҡәмәр сүрәһендә 1-се аяттағы
«Вәншәҡҡәл ҡәмәр» — (һәм ай ярылды) — тигәнде дәлил тотоп, ошо ваҡиғаны аңлаталар. Читать далее

Мөғжизә килтереүҙе һорау

                                                   Мөғжизә килтереүҙе һорау
   Рәсүлуллаһ, мәккәлеләрҙең мыҫҡыллауҙарына үә яфалауҙарына ҡарамаҫтан, иңеп тора торған Ҡөрьән аяттарын мөшриҡтәрҙең янына килеп уҡый ине. Ҡөрьән Кәрим уларҙы тәүхидкә (бер Аллаһуға ышаныу), ҡиәмәт көнөнә ышанырға, яҡшы, изге ғәмәлдәр ҡылырға, поттарға табыныуҙы ташларға, насар эштәрҙән үә ғәҙәттәрҙән һәм насар холҡтарҙан ҡотолорға, төрлө дәлилдәр менән Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләмдең пәйғәмбәрлеген иҫбат итә ине. Ҡөрьәндә ҡайһы аяттар туранан-тура, ә ҡайһылары үткән өммәттәрҙең ваҡиғаларын һөйләп, төрлөсә миҫалдар килтереп, кешеләрҙе вәғәзләйҙәр ине. Донъяла иң бөйөк, иң дәрәжәле булған Ҡөрьән ғәрәптәргә ҡаты тәьҫир итә ине, улар уға ҡаршы ни эшләргә белмәйҙәр ине. Рәсүлуллаһҡа мәжнүн, кәһин, шағир, сихырсы кеүек ифтиралар әйтһәләр ҙә, был үҙҙәрен алдау йәки үҙҙәрен йыуатыу ғына ине. Сөнки мәжнүндән ундай һүҙҙәр сыға алмағанын, кәһиндәрҙең күрәҙәлек ҡылыу кеүек нәрҫәләр менән генә булғанлығын, Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең быға ҡәҙәр шиғыр менән шөғөлләнмәгәнлеген, шуның өсөн уның кинәт шағир була алмағанын, шуның өҫтөнә Ҡөрьәндең шиғырға бер ҙә оҡшамағанлығын улар бик яҡшы беләләр ине. Читать далее

Пәйғәмбәребеҙҙең яуыздары

                                             Пәйғәмбәребеҙҙең яуыздары

                                                            Мустәһзиун
   Мәккәлеләрҙең рәсүлгә һәм сәхәбәләргә ҡылған яуызлыҡтары биниһая күп, яҙып бөтөрөрлөк түгел ине, рәсүлгә һәм сәхәбәләргә бигерәк тә дошман, гел яуызлыҡ ҡылған кешеләргә мустаһзиун тиелә. Ошбу әйтелгән йәмәғәттән иң дошмандары Әбү Йәһил бин Һишам, Әбү Ләһәб ине. Әбү Йәһил рәсүлгә һәр ваҡыт бәйләнә, Ҡәғбәлә уға ғибәҙәт ҡылырға ирек бирмәй ине. Бер ваҡыт Әбү Йәһил Мәккә рәйестәре менән бергә ултырғанда: «Мин инде Мөхәммәдтең был эштәренә түҙә алмайым. Иртәгә Мөхәммәд Ҡәғбәгә килеп намаҙ уҡығанда, ҙур таш күтәреп барып, уны иҙәсәкмен, һеҙ мине Мөхәммәдте яҡлаусыларға бирһәгеҙ ҙә, йәки үҙегеҙ мине бөтөрһәгеҙ ҙә, мин был эште ҡыласаҡмын», — тине. Рәсүл ғибәҙәт иткән ваҡытта, ҙур таш алып, уға табан китте. Мәккә мөшриҡтәре был эшкә ҡарап торалар ине. Әбү Йәһил рәсүлуллаһҡа яҡынлашҡас ҡына, кинәттән ҡулындағы ташты ташлап, бик ҡурҡҡан үә төҫө үҙгәргән хәлдә кире ҡайтты. Мәккә мөшриҡтәре: Читать далее

Рәсүлуллаһ дәғүәте

                                                                        Рәсүлуллаһ дәғүәте

                                                                           Йәшерен дәғүәт
   Рәсүлуллаһ дәғүәткә һаҡлыҡ менән, йәшерен хәлдә генә кереште. Иң әүәл үҙ туғандарын һәм һүҙ үтәрҙәй кешеләрҙе вәғәзләй башланы. Ғәрәптәрҙән иң беренсе динде ҡабул итеүселәр түбәндәгеләр:
хәҙрәти Хәҙисә, Ғәли бин Әбү Талиб, Зәид бин Хәрисә һәм Зәидтең ҡатыны Умм Әймән.
   Ул ваҡыттарҙа Ғәли 8-10 йәштәрендә бала булып, рәсүлуллаһ тәрбиәһендә ине. Сөнки пәйғәмбәрлек килгәнсе, Ҡөрәйшкә аслыҡ килгәндә Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм Ғәлиҙе, Ғаббас Йәғфәрҙе аталарынан — Әбү Талибтан тәрбиә өсөн алғайны.
   (Зәид бин Хәрисә, әүәл Хәҙисәнең ҡоло булып, рәсүлуллаһҡа бүләк итеп бирелгәйне. Бер ваҡыттарҙа Зәидтең атаһы һәм яҡындары Мәҙинәгә килеп рәсүлуллаһтан Зәидте мал бәрәбәренә алмаштырып алмаҡсы булдылар. Рәсүлуллаһ уларға: «Бик яҡшы, әүәл үҙенән һорайыҡ, һеҙҙе ихтыяр ҡылһа, алып китэрһегеҙ, мине ихтыяр ҡылһа, миндә ҡалыр», — тине. Зәидкә мәсьәләне һөйләгәс, Зәид: «Мин Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләмдән башҡа һис кемде ихтыяр итмәйәсәкмен. Ул минең атайым да, әсәйем дә, атайымдың ағаһы ла», — тине. Ата һәм яҡындары илап: «И Зәид, хөрриәткә ҡоллоҡтомо ихтыяр итәһең? — тиеүҙәренә Зәид: «Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм янында ҡол булып тормаҡ хөрриәттән артыҡтыр,» — тип яуап бирҙе. Рәсүлуллаһ, Зәидтең шул ҡәҙәр ихласын белгәс, уны азат итте һәм үҙенә ул итеп алды. Бынан һуң Зәидкә Зәид бин Мөхәммәд тип әйтелде.

Читать далее

Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә вәхи килеүе

                                            Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә вәхи килеүе

   Бер ваҡыт рамаҙан айында кис менән Мөхәммәд ғәләйһиссәләм Хира тауында ғибәҙәт менән мәшғүл булғанда, бер тауыш ишетте. Ул Ябраил фәрештә ине. Ул Мөхәммәдкә үҙенең Аллаһу Тағәлә тарафынан ебәрелеүен белдерҙе һәм уны пәйғәмбәрлек менән һөйөндөрҙө, һуңынан Мөхәммәд ғәләйһисәләмгә: «Уҡы!» — тип әмер бирҙе. Быға Мөхәммәд ғәләйһиссәләм : «Мин уҡый белмәйем», — тип яуап бирҙе. Ябраил фәрештә: «Уҡы!» — тип өс мәртәбә ҡабатланы. Шунан һуң фәрештә пәйғәмбәргә Ғәләк сүрәһенең биш аятын өйрәтте. Читать далее