Архив автора: Назир Сабитов

Тарихыбыҙҙың серле яҡтары

                                                      Тарихыбыҙҙың серле яҡтары

                                    Йәшерен һәм билдәле тарихыбыҙҙың серле яҡтары
     National Geographic каналында Боронғо Мысыр (Египет) тураһындағы ниндәйҙер документаль фильмда бер мәғлүмәт шаҡ ҡатырғайны: Мысыр ҙа бөгөн 80 миллион кеше йәшәй, ә илдең биш меңлек тарихы арауығын да көн иткән халҡының һанын бергә ҡушһаң, бер миллиард килеп сыға. Быуаттар дауамын да унда мумиялар шул тиклем күп йыйылған, хатта бер ваҡыт Америка Ҡушма Штаттарының аҡса өсөн атаһын һатыр бизнесмендары, уларҙы алып китеп, сәнәғәт кимәлен дә эшкәртә башлаған. (Ҡот осҡос бит!) Мумияларҙан целлюлоза (яһалма ҡағыҙ, ебәк, шартлатҡыс һ.б.) эшләгәндәр. Шулай итеп, иң йәш цивилизация – иң боронғо цивилизацияны, иҫке-моҫҡо сепрәк кеүек, утилгә оҙатҡан. Мысыр фәлләхтәре (крәҫтиәндәре) үҙҙәренең ата-бабаларының йәнһеҙ кәүҙәләрен оятһыҙ американдарҙың пароходтарға таҫлап тейәүҙәрен бошонмай ғына (!) күҙәткән. Ниңә хәсрәтләнергә, улар бит, имеш, кафыр булған... Ошоға бәйле урыҫ дини философы В.Соловьевтың Бөтөн донъя дин йортоноң күренгән һәм күҙгә күренмәгән өлөштәре тураһындағы идеяһы иҫкә төштө. Күҙгә күренгән өлөшө – әлеге ваҡытта йәшәгәндәр, күренмәгәндәре – Аллаһ ҡаршыһына киткәндәре. Был тәңгәлдә, әгәр ҙә иҫәп-хисап йөрөтһәк, “күренмәгән өлөшө” “күренгән” өлөшөнән байтаҡ күберәк. Икенсе төрлө әйткән дә, ниндәй генә халыҡты алһаң да, ул окендағы боҙ тауына оҡшаш – һыуҙан тауҙың тик түбәһе генә ҡалҡып тора, ҡалғаны – һыу аҫтында. Иң мөһиме был да түгел әле. Читать далее

Башҡортостан – әүлиәләр иле

                                                    Башҡортостан – әүлиәләр иле

     Әссәләмүғәләйкүм мосолман ҡәрҙәш. Миңә ошондайыраҡ һорау бирелде: «Һеҙ суфыйҙар тураһында яҙаһығыҙ. Уларҙың был тормошта алда ни булырын һиҙеүҙәре хаҡында. Донъяла ни булырын тик Аллаһ Тәғәләгенә белә, уларға (суфыйҙарға) ендәр ярҙам итә бит”, тигән. Динебеҙҙә суфыйҙарҙы запрещенныйҙарға тиңәп ҡуйған.
     Әйе, был донъяла ни булырын тик Аллаһ ғына белә. Тик суфыйҙар һәм әүлиәләр күрәҙәселек менән шөғөләнмәгәндәр. Күрәҙәселек менән Ванга,Носдартамус һәм башҡалар шөғөләнгәндәр. Әүлиәләр Аллаһ Тәғәлә биргән бик көслө дин ғилемен ҡуланып, һиҙеү, ишетеү, күреү һәлләттәрен көсәйтеп кешеләрҙе бәлә-ҡазаларҙан, ауырыуҙарҙан ҡурсалағандар. Аллаһ Тәғәлә ярҙамында кәрәмәттәр күрһәткәндәр. Улар кеше тыуыуың, йә үләрен, донъяла шул йылда һуғыш, йә шул көндә башҡа ҡаза була тип ҡысҡырып ултырмағандар. Тик, доға ҡылып һаҡлана күрегеҙ, тип һәм Аллаһынан илгә именлек һорағандар. Аллаһ Тәғәләнән һорап ярҙамға мохтаж кешенең хәлен ыңғай яҡҡа үҙгәртеүен һорағандар. Бында бер ниндәйҙә ендәр ярҙамы юҡ. Ғилемле суфыйҙар енләнгән кешеләрҙе дауалап уларҙың (ен-шайтандарҙың) иң яман дошмандарылыр. Суфыйлыҡта бар боронғо дин әһелдәре лә булған тиергә була. Суфыйҙар – һәр саҡ Аллаһ Тәғәләне зекер итеүселәр. Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙҙә, саллаһү ғәләйһи үә сәләм, тарихтан белеүебеҙ буйынса мәмерйәлә зекерҙә булған. Ә инде ендәр инде Аллаһ Тәғәлә ярҙамында Сөләймән пәйғәмбәрҙең, ғәләйһиссәләм, ҡоло булғанында беләбеҙ. Читать далее

Мөхәммәтәнүәр әүлиә

                                                              Мөхәммәтәнүәр әүлиә

                “Беҙҙең зекер, намаҙар... фашистарҙы еңергә ярҙам итте,” – ти ине олатай

   Гөлнур Лоҡманованың Ғабдулла ишан Сәйеди – Ғабдулла бин Сәйет әл-Бөрйәни әл-Һаҡмари (Муллаҡай) тураһындағы китабында уның оло ҡатынынан тыуған кесе улы һәм ейәнсәре хаҡында ла мәғлүмәт бар. Мөхәмәтәнүәр Ғабдулла улы атаһының атаҡлы мәҙрәсәһендә белем ала, Ҡөрьән-Хафиз дәрәжәһенә өлгәшә. Кулактарҙы ситкә һөрөү ғәрәсәтенә лә эләгә, золом ҡорбаны ла була ул. Һуғыштан һуң тыуған ауылына ҡайтып йәшәп, 1988 йылда 102 йәшендә донъя ҡуя. Ҡыҙы Зәйтүнәнән биш ҡыҙ тыуа. Исемдәре: Мәзүнә, Дилара, Хәмдиә, Ғөлназ һәм Ғөлсирә. Икенсе ҡыҙҙары Рафикова Дилара Мөхитдин ҡыҙы Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумын тамамлаған, хәҙерге көндә Сибай ҡалаһы “Йәштәр үҙәге”ндә “Яугүл” ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе. Унан Ғабдулла ишан Сәйеди һәм унын улы Мөхәммәтәнүәр олаталары хаҡында һөйләүен һораныҡ. Шатланып риза булды.

                                                   Ғабдулла ишан олатайыбыҙ

Читать далее

Ғатаулла ишан

                                                               Ғатаулла ишан

   Билдәле журналист һәм яҙыусы Рәүеф Насировтың «Уҙамандарҙы эҙләйем» тигән китабында Зәйнулла ишан тураһында бәйәнләнә. “Зәйнулланың илдәр гиҙеүе һәм аҡыл туплау мәсьәләһенә туҡтап, шуны әйтергә кәрәк. Уның алыҫ сәфәрҙә Ғатаулла Әлибаев атлы тоғро юлдашы, яҡын дуҫы булыуы мәғлүм. Хәйбулла районының Мәмбәт ауылы кешеһе Зиннур Әхмәтов, мәҫәлән, Зәйнулла Ғатаулла менән бергә Истанбулда, Бағдад, Мысыр, Мәккә, Мәҙинәлә бергә булған, ти. Уҡыйҙар, хаж ҡылып ҡайталар. Ҡайтҡас, халыҡҡа төрлө мөғжизәләр күрһәтәләр. Моғайын, был хикмәттәр им-том, гипноз яһауға ҡағылалыр. Ә инде был ике руханиҙың һуңынан Вологда, Кострома һөргөнөндә лә бергә михнәт кисереүҙәрен иҫтә тотһаҡ, уларҙың тормошон өйрәнеү ҙә бер-береһенән айырылмаҫҡа тейештер”, – тиеү менән сикләнә.
   Кем һуң ул данлы Зәйнулла ишан менән тиң ҡуйылырҙай, уның кеүек үк ишан дәрәжәһен йөрөткән Ғатаулла Әбделмәликов? Был турала Рәшит Шәкүрҙең мәҡәләһендә ярайһы ғына аңлатыла. Ул былай тип яҙа:”Ғатаулла ишан тураһында тәү башлап 1987 йылдың 14 июлендә Белорет районының Абҙаҡ ауылында Сәлих Иҫәнбаев ағайҙан ишеткән инем. (Сәлих ағай мәшһүр ҡурайсыбыҙ Йомабай Иҫәнбаевтың улы, Хәйбулла районы башҡорто).
Читать далее

Әл-Хәшер

                                                                      Әл-Хәшер

                                            Әл-Хәшер (20-24 аяттар), Исме әғзам доғаһы
   Пәйғәмбәребеҙ (Уға Аллаһының хәйер доғаһы һәм сәләмдәре булһын!) бер көндө мәсеттә мөбәрәк арҡаһын михрабҡа ҡуйып ултыра ине. Ябраил ғәләйһис-сәләм килеп сәләм бирҙе һәм әйтте: «Эй, Мөхәммәт! Тәңребеҙ һиңә сәләм әйтте», -тине. Бик сауаплы бер доға тураһында һөйләне. «Эй, Мөхәммәт! Һәр кем был доғаны уҡыһа, йә үҙе менән тотһа, ҡылған гонаһтары тауҙар, диңгеҙҙәр тиклем булһа ла, был доға бәрәкәтендә Аллаһы Тәғәлә уның бөтә гонаһтарын ярлыҡар. Әгәр ул доғаны Рамаҙан айының ун бишенсе көнөндә ауыҙ асҡанда уҡыһа, бик күп сауап булыр, нимә теләһә, шул үтәлер, Ҡиәмәт көндө лә сират күперен бик анһат ҡына кисеп, ожмах ишеген дә үҙ ҡулдары менән асыр. Был ваҡытта уның йөҙө айҙың ун дүртенсе көнө кеүек булыр. Мәхшәр көнөндә халыҡтар һорар: «Был кем? Ҡайһы пәйғәмбәр?-тиерҙәр. Шул ваҡыт хитаб менән (тауыш биреп кенә) әйтер Аллаһы Тәғәлә: «Юҡ, пәйғәмбәр түгел, был бәндә «Исме Әғзам» доғаһын уҡый йә үҙе менән йөрөтә ине», — тиер.
   -Ҡәрҙәшем, Ябраил! Һин был доғаның яҡшылығын шул тиклем дә маҡтап һөйләнең, мин ғәжәпкә ҡалдым. Бөтә гонаһтарҙың ярлыҡаныуына сәбәп булған был доға ниндәй һәм ҡайҙа? -тине.
   - Ул «Исме Әғзам» доғаһы. Уны «Хәшер» сүрәһенең һуңғы аяттарында табырһың, — тине Ябраил ғәләйһис-сәләм.

Читать далее

Нимә ул яҙмыш?

                                                             Нимә ул яҙмыш?

     Аллаһы Тәғәлә, мин кешене юҡтан бар ҡылдым, тигән.
     Тыуыу менән кеше үлемгә табан атлай. Кешенең ауыр тормош юлыңда тура юлдан тайпылып, аҙашыуы мөмкин, шуға Аллаһы Тәғәлә ғүмер юлын яҡтыртыусы нур итеп Әҙәм балаһына Ҡөрьән биргән. «Был — минең тура юлым: ошо юлдан барығыҙ, һеҙҙе Уның юлынан айырмаһындар өсөн, башҡа юлдарҙан китмәгеҙ». Ләкин тормошта көтөлмәгән ауырлыҡтар, һынауҙар килеп осрай. Мәҫәлән, бер кеше юлда дала буйлап бара, уның юлында йылға осрай, йылғаны аша сығырға кәрәк. Юлда йылғаның осрауы — тәҡдир, теләйме ул, теләмәйме, йылғаны аша сығырға тейеш. Эргәлә ярҙа кәмә тора, ләкин кәмәнең хужаһы бар. Һорарғамы — һорамаҫҡамы хужанан? Был ваҡытта кеше ирекле: һорала- һорамаһа ла — үҙ ихтыяры, яҙмышын үҙе яҙа, үҙе хәл итә. Ул ваҡытың бер ни тиклем тотҡарлап, кәмәнең хужаһынан рөхсәт һорап, йылға аша сыҡһа, ул инде артабанғы юлын тыныс күңел менән дауам итә. Ә инде һорамаһа, урлаһа, юлың гонаһ йөкмәп дауам итә, тимәк, ул тура юлдан тайпылды. Боронғолар әйтеүеңсе, кешенең уң яғында — фәрештә, һул яғында шайтан ултыра. Фәрештә кешегә йөрәк, күңел аша өндәшә, шайтан — нәфсе арҡылы. Нәфсе ҡоло булыу күңелде һүндерә, күңел һүнһә, кешенең өмөтһөҙлөккә бирелеүе бар. Өмөтһөҙ шайтан булыр, ти халыҡ. Өмөт һүнеү — ҡурҡыныс күренеш. Читать далее

Көнсөллөк һәм ҡомһоҙлоҡ

                                                     Көнсөллөк һәм ҡомһоҙлоҡ

                                       Көнсөллөк һәм ҡомһоҙлоҡ килтергән афәттәр
   Үҙенең ҡәрҙәше һәм пәйғәмбәр Һарунға Муса, ғәләйһис-сәләм, ҡорбан салыу эштәре менән идара итеү вазифаһын тапшырҙы. Мусаның икенсе ҡәрҙәше Ҡарундың быға бик тә асыуы килде. Түбән теләктәр менән ул Аллаһ илсеһе эргәһенә ашыҡты: «Һарунға һин миңә тейеш булған вазифаны тапшырғанһың. Мин бит Тәүратты унан яҡшыраҡ беләм, был вазифаға ла иң лайыҡлырағы мин түгелме, бындай ғәҙелһеҙлеккә мин түҙеп торорға тейешме?» — тине.
   — Был вазифаны Һарунға мин түгел, Аллаһы Тәғәлә үҙе тапшырҙы, — тине Муса. Ҡарун ышанманы, дәлил килтереүен талап итте.
   Муса, ғәләйһис-сәләм, үҙ ҡәүемендә булған ололарҙы саҡырып алды: «Таяҡтарығыҙҙы ла тотоп килегеҙ һәм һәр берегеҙ уларҙы ишек төбөндә ҡалдырып инерһегеҙ. Һеҙ сыҡҡансы кемдең таяғында йәшел үҫентеләр барлыҡҡа килһә, ҡорбан салыу эштәре менән идара итеүгә лә шул кеше лайыҡлы буласаҡ», — тине.

Читать далее

Балаға ҡорбан

                                                              Балаға ҡорбан

                                      Бала тыуғас салынған ҡорбан — ғаҡиҡа ҡорбаны
     Яңы тыуған баланың башында булған сәс, шәйех Әбү Ғүбәйд, әл-Әсмәғи үә Зәмәхшәри фекеренсә, ғаҡиҡа тип тәржемә ителә. Шул һүҙҙән алып, тыуған бала өсөн ҡылынған ҡорбанды «ғаҡиҡа ҡорбаны» тип атайҙар. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенгә тыуғандан алып етенсе көндә берәр һарыҡ ҡорбан итеп салған. Ғәләйһис-сәләм ейәндәренә төбәп әйткән: «Ир балаға ғаҡиҡа бар, шуға ла терлектең  ҡанын ағыҙығыҙ үә баланың сәсен ҡырығыҙ».
     Башҡа өс мәҙһәбтә был ғәмәл сөннәт булып һаналһа, беҙҙә, Хәнәфиләрҙә, мөбах була. (Джәмиғул-мәхбүби). «Шәрх Тәхәүи» китабанда — сөннәт тиелә. Быға дәлил итеп Ғәйшә радыяллаһү ғәнһәнән, һүҙҙәре килтерелгән. «Вәжиб ҡорбанынан һуң башҡа бөтөн төр ҡорбандар юҡ», — тигән ул. Ләкин ҡәтғи тыйыу ул ваҡытта уҡ булмаған.
     Ғаҡиҡә ҡорбанын бала тыуғандан алып, бәләғәткә ирешкәнсе салырға була. Иң яҡшы ваҡыты, бала ете көнлөк саҡта. Шул уҡ көндә баланың башындағы сәсте ҡырып, шул ауырлыҡта алтындан йәки көмөштән саҙаҡа бирергә кәрәк. Иртәрәк исем ҡушыу ҙа дөрөҫ. Бәйхаҡи хәҙрәттәре әйткән: «Балаға етенсе көндә исем ҡушыуға ҡарағанда, тыуғас та ҡушыу дөрөҫөрәк».

Читать далее

Рәсүлуллаһ васыяттары

                                                               Рәсүлуллаһ васыяттары

                                          1-се васыят. «Ләә иләәһә илләллааһ»- тың фазыйләте.

   Әбү Һүрайра үҙ риүәйәтендә әйтә: '"Мин бәйғәмбәрҙән: «Йә, Рәсүлуллаһ, ҡиәмәт көнөндә кешеләрҙән һеҙҙең шәфәғәтегеҙгә ирешеүсе, лайыҡлы кеше кем?» —тип һораным.
   Ул әйтте: «Эй, Әбү Һүрайра, һинең был һорауға ҡыҙығыуыңды күреп, һинән алда был һорауҙы һис кем һорамаҫ, тип уйлаған инем. Ҡиәмәт көнөндә минең шәфәғәтемә ирешеүгә лайыҡ булған кеше, „Ләә иләәһә илләллааһ“ты ысын күңелдән әйткән кеше», —тине.
   Имам Бохариҙың риүәйәтенән.
   Убәдәтү ибн Самиттан еткерелгән хәдиҫтә, бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, былай ти:
   "Кем бер Алланан башҡа, һис бер Илаһ юҡ, мәгәр Ул Үҙе генә һәм дә Уның ширеге (иптәше, ише, тиңдәше—И.Ғ.) юҡ, һәм әлбиттә Мөхәммәд Уның ҡоло һәм илсеһе һәм Ғайса Унын ҡоло һәм илсеһе, һәм Уның һүҙе*, Ғайсанан Мәрйәмгә Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән уның (Ғайсаның—И.Ғ.) рухы. Ожмах менән тамуҡтың барлығы хаҡ", —тип ант итһә, Аллаһ Тәғәлә ул кешене бар ғәмәлдәре менән ожмахҡа индерә. I Уның һүҙе* — Ғайса бәйғәмбәр, сәңгелдәктә ятҡан сағында уҡ телгә килеп кешеләргә Аллаһ тураһында һөйләй. Шуға күрә лә ул Алланың һүҙе тигән сифатҡа эйә була.  Читать далее

Мәә кәәнә аяттары хаҡында

                                                  Мәә кәәнә аяттары хаҡында

     Атай-олатайҙарыбыҙ Ҡөрьән-Кәримдең «Әл-Әхзәб» («Берләшмәләр») сүрәһендәге 40-сы аяттан алып 48-се аяттарҙы һәр саҡ, бигерәк тә Мәүлид мәжлестәрендә, уҡыр булғандар һәм ул аяттарҙы «Мәә кәәнә» аяттары тип атағандар. Пәйғәмбәребеҙгә, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бәйле был аяттарҙың тәржемәһен һәм тәфсирен уҡыусыларыма тәҡдим итергә булдым.
     1 (40). Мөхәммәд —берәрегеҙҙең атаһы түгел, ләкин (ул) Алланың Рәсүле һәм Бәйғәмбәрҙәрҙең мөһөрө. Аллаһ—һәр нәмә тураһында белеүсе.
     Тәфсире. Ысынлап та, Мөхәммәдтең, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, өс ир балаһы булған. Былар: Ҡасим, Ибраһим, Ғабдуллаһ исемле балалар. Барыһы ла бәләкәй саҡтарында вафат булғандар. Шуға күрә лә был аят Бәйғәмбәребеҙҙең ҡөрәйштәр араһында бер айырым урында булыуына ишаралыр. Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, балалары, нәҫеле юҡ, тип көлгән кешеләрҙең иһә, тарих быға шаһит, ике-өс быуын араһында үҙ нәҫелдәре ҡырылған һәм ҡороған.

Читать далее