Архив автора: Назир Сабитов

Аҡыл — ҡаҙна

                                                             Аҡыл — ҡаҙна

Баҙар барыһын да уҙ урынына ҡуйҙы, тик урын барыһына ла, етмәне.

Берәүҙәр үҙенең етешһеҙлеген йәшерергә тырыша, икенселәр... етешлеген.

Беҙҙә аҡсалар шул тиклем оҙон, улар илебеҙгә генә һыйып та бөтмәй.

Тоҡ менән йүгереү. Был хәҙер сит илгә аҡса алып сығыусылар уйыны.

Һандары күп, аҡсаһы аҙ икән — был федераль бюджет була.

Яҡлаусыларҙы яҡлауға, контролерҙарҙы контролләүгә, һаҡсыларҙы һаҡлауға бюджеттың яртыһы китә

Аҡса булғанда ла, булмағанда ла кешене боҙа.

Иҡтисади көрсөк... аҡыл көрсөгөнән башлана.

Тәрбиәле кешене әллә күпме тәрбиәләргә була — ул шуның менән яҡшы ла.

Ҡатыны ирен игәй ҙә игәй, ул шуның менән ғаилә усағына ут тоҡандырам тип уйлай.

Читать далее

Ғазали бәһлеүән

                                                 Ғазали бәһлеүән

   Ҡәҙерле атайыбыҙ Ғаззали Ғимазетдин улы Үтәшевтың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы уның тормошо тураһындағы хәтирәләр изге рухына балаларынан сәләм үә доға булып ирешһен.

   Яңы өйөн бөтөрөп сыҡҡанда атайыма 65 йәш ине. Балаларыма иҫтәлек, атай нигеҙе булып ҡалһын, тигәндер инде, юғиһә, иҫке өй ҙә ярарлыҡ ине әле. Бураһын Йылайыр районынан алып ҡайтып төҙөгән яңы йортта атай тик өс йыл йәшәп ҡалды.
   Атайым ауыр ҙа, аяныслы ла, мажаралы ла тормош юлы үткән. 1909 йылдың 10 февралендә Хәйбулла районының Кәрим (Таштуғай) ауылында тыуа, 1977 йылдың 5 апрелендә вафат булды. Атайыма 9 йәш кенә булғанда атаһы менән әсәһе бер-бер артлы үлеп ҡала. Уларҙың өлкән ҡыҙҙары Өммөкамал инәй Йылайыр районында кейәүҙә була, иң оло улдары Хужәхмәт олатайға 11 йәш, Бибиғәйшә апайыма — 6, Тайба апайыма — 3, Юныс ағайға — йәш ярым ғына була. Ата-әсәһенән күп ҡалмай ул сабый ҙа донъя ҡуя. Етем ҡалғас, ул балалар ниҙәр генә күрмәгән. Әйберҙәрен, малдарын ҡайһыһын урлап, ҡайһыһын талап алыуҙар, кулак ҡалдыҡтары тип кәмһетеүҙәр, аслыҡ...
Читать далее

Башҡорт булып йәшәргә

                                               Башҡорт булып йәшәргә
               

                   Хоҙай биргән хоҡуғыбыҙ – донъяла башҡорт булып йәшәргә
   Халыҡта "Сананды — йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә” тигән мәҡәл-әйтем бар. Был һүҙҙәрҙә тәрән мәғәнә ята.
   Ни өсөн тигәндә, беҙ ҡайһы бер мөһим сараларға, ваҡиғаларға алдан әҙер булмайынса, көнө килеп еткәс кенә, утҡа баҫҡан бесәй кеүек, йүгермәләргә тотонабыҙ. Һөҙөмтәлә күп кенә хаталар яһайбыҙ, бер сиктән икенсе сиккә һуғылабыҙ.

   Ошо күҙлектән ҡарағанда, 2010 йылдың октябрендә уҙасаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы беҙгә бөгөндән үк әҙерлек эштәрен башлауҙы талап итә. Хәҙерге замандың интенсив глобалләшеү шарттарында бар донъяға иҡтисад көрсөгө янағанда халыҡ иҫәбен алыуҙың ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын күҙаллауы ҡыйын түгел. 2010 йылда уҙасаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында төньяҡ-көнбайыш башҡорттары мәсьәләһе тағы ла һис шикһеҙ ҡалҡып сығасаҡ. Совет дәүерендә был төбәк башҡорттарына ҡарата үткәрелгән сәйәсәтте этноцид тип атарға ла мөмкин. Һәр хәлдә, һәр бер күренеш үҙ атамаһы менән аталырға, тәғәйен баһаһын алырға тейеш тә. Борай башҡорто Людвиғ Шабановтың мәҡәләһе тап шул хаҡта. Беҙ уның мәҡәләһен нисек яҙған, шул килеш, Борай башҡорттары һөйләшендә бирәбеҙ. Читать далее

Башкиров, Башкирцев

                                              Башкиров, Башкирцев

   Башкиров, Башкирцев фамилияларының тамыры... һәм тарихыбыҙҙағы ҡайһы бер «аҡ таптар» тураһында

   Түбәндә һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим ителәсәк яҙмалар ҡулыма осраҡлы рәүештә генә тиерлек килеп эләкте. Уларҙың ҡайһыныһы дөрөҫ, ҡайныһы ялған — белмәйем. Әйтә алмайым. Тәү ҡарашҡа, барыһы ла хаҡ һымаҡ. Шиклерәк күҙ менән ҡарағанда иһә, йөрәкте шом баҫа. Хәйер, һүҙҙе баштан, был яҙмаларға ниндәй юлдар менән барып сыҡҡанымдан башларға кәрәктер.
   Бер мәл «Башкиров», «Башкирцев», «Башкирский» фамилияларын йөрөткән кешеләр менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. Буштан-бушҡа түгел, әлбиттә. Бер аҙ Силәбе өлкәһенең Нуғайбәк районында йәшәп алырға тура килде. Унда Европа ҡалаларының һәм ҡасабаларының атамаларын йөрөткән (Париж, Балкан, Кассель, Фершампенуаз һ.б.) ауылдарҙа нуғайбәктәр, йәғни керәшен татарҙары ғүмер итә. Исемдәре урыҫса, ә фамилиялары башҡортсамы, әллә татарсамы шунда. Байметов, Байгильдин, Ишимов, Ишменев, Ишкильдин, хатта Ишкинин тигәндәре лә бар. Шулар араһында Башкирский тигән фамилия ла йыш ҡына осрай. Ундай фамилияға нисек эйә булдығыҙ, тип һорайым. Читать далее

Ауырыуға доға

                                                      Ауырыуға доға

                                 Ауырыуҙы күрергә барғанда уҡый торған доға
   Риүәйәт ителә, Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһис-сәләм) әйткән: «Әгәр ҙә ниндәй ҙә булһа мосолман донъянан китергә ваҡыты етмәгән сирлене барып күреп, ете тапҡыр:

 

 

أَسْـأَلُ اللهَ العَـظيـم، رَبَّ العَـرْشِ العَـظيـم أَنْ يَشْفـيك

Әс-әлүллааһил-ғәҙыйм, Раббәл-ғәршил-ғәҙыйм әййәшфийәк

ҡабаттан тыңларға һәм сайттан сығып китмәҫ өсөн мр3 плерҙә уң яҡтағы крестика баҫығыҙ

   »Бөйөк Аллаһтан, бөйөк көрсиҙең Раббыһынан һиңә шифа биреүҙе һорайым", — тиһә, шикһеҙ шифа табасаҡ (Әбү Дауыд, әт-Тирмизи).

 

 

لا بأْسَ طَهـورٌ إِنْ شـاءَ الله
 Лә бә'сә, таһурун, ин ша'Аллаһ


(Түҙ, Аллаһ бирһә, һауығырһың).

Ауырыуҙарҙан доғалар

                                                         Шифалы доғалар

                                   Ауырыуҙарҙан шифа табыу өсөн уҡыла торған доғалар
   Ауырыу кеше ауырыуынан ҡотолоу өсөн, ваҡытты һуҙмайынса, табибҡа барырға тейеш. Табип әйткәндәрҙе үтәгәндә, доғаны ла оноторға ярамаҫ. Был ауырыу доғаларҙы үҙе уҡырға мөмкин, башҡа кешенән дә уҡыта ала. Аллаһы Тәғәләнең : "Ауырыу кешенең доғаһы ҡабул була” тигәнде иҫкә алып ысын күңелдән Аллаһынан шифа һорар кәрәк. Бер мосолмандың икенсе мосолманға, ата-әсәнең балаға ҡылған доғаһы, йома көнө, ямғыр-ҡар яуған көн һәм төндәрҙә ҡылынған доға-теләктәр ҡабул булыуына шикләнмәй Аллаһынан һорағыҙ. Аҫтағы Ҡөръән Кәримдәге аяттарҙың береһенме, йәки барыһын бер юлы уҡығас: шифа һорап раббанәс йә шифа һорау доғаларын уҡып, өҫтәп тағы ла үҙ телдә теләп доға ҡылып алығыҙ.

   Доға ҡылыу рәүеше ошо биттә: //nazir1965.com/din/do%D2%93a-%D2%A1ylyu-t%D3%99rtibe.html

   Доға ҡылыу әҙәбе ошонда: //nazir1965.com/din/do%D2%93a-%D2%A1ylyu-%D3%99%D2%99%D3%99be.html

   Салауаттар (маҡтау) әйтергә лә онотмағыҙ. Башҡа доғалар ошо биттә:  //nazir1965.com/do%D2%93alar/do%D2%93a.html һәм ошо биткә баҫығыҙ: //nazir1965.com/do%D2%93alar/auyry%D2%93anda-u%D2%A1yla-tor%D2%93an-do%D2%93alar.html 

   Пәйғәмбәребеҙ ауырыуҙар хаҡында ни әйткәнен ошо биттә уҡығыҙ://nazir1965.com/s%D3%99l%D3%99m%D3%99t-buly%D2%93y%D2%99/p%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99rebe%D2%99-auyryu%D2%99ar-xa%D2%A1ynda.html
   

  Аллаһ Тәғәләнең шифалары насип булһын өсөн тәһәрәтле хәлдә башта «Фатиха» сүрәһе уҡыйбыҙ:
بِسْمِ اللَّهِ الرَّحْمَنِ الرَّحِيمِ
الْحَمْدُ لِلَّهِ رَبِّ الْعَالَمِينَ*
الرَّحْمَنِ الرَّحِيمِ*
مَالِكِ يَوْمِ الدِّينِ*
إِيَّاكَ نَعْبُدُ وَإِيَّاكَ نَسْتَعِينُ*
اهْدِنَا الصِّرَاطَ الْمُسْتَقِيمَ*
صِرَاطَ الَّذِينَ أَنْعَمْتَ عَلَيْهِمْ غَيْرِ الْمَغْضُوبِ عَلَيْهِمْ وَلَا الضَّالِّينَ

 

ҡабаттан тыңларға һәм сайттан сығып китмәҫ өсөн мр3 плерҙә уң яҡтағы крестика баҫығыҙ

Читать далее

Йөҙ ҙә бер хәдис

                                                                Йөҙ ҙә бер хәдис

                                                     Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
   Аллаһы Тәғәлә үҙенең изге китабында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм хаҡында: ”Әй, пәйғәмбәр! Беҙ һине шаһит һәм һөйөнсөләүсе, һәм өгөтләүсе — иҫкәртеүсе итеп ебәрҙек. Уның рөхсәте менән Аллаға өндәүсе итеп, һәм нурландырыусы, яҡтыртыусы итеп!” Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр бөтөн кешелек донъяһына рәхмәт һәм күркәм әхлаҡ үә тәрбиәнең өлгөһө итеп ебәрелгән пәйғәмбәребеҙҙең хәҙис шәрифтәренә ун дүрт быуаттан артыҡ ваҡыт үтһә лә, уның рухи ҡиммәте, фәлсәфәүи тәрәнлеге, тәрбиәүи дәрәжәһе, ғилми киңлеге һис кәмемәй, бәлки, замандар үтеп, быуындар алмашыныу, ғилем алға китеү менән хаҡиҡи ҡиммәте артҡандан-арта бара.
   Ислам динен үҙ ихтыяры менән ҡабул иткән ваҡыттан бирле халҡыбыҙ ҙур ихтирам менән пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрен өйрәнгән һәм хәҙис китаптары һәр өйҙөң китап кәштәһендә хөрмәтле урын алған. Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙис шәрифендә, ”Шиғырҙа сихри көс бар” тип, шиғри әҫәрҙең кешеләргә бөйөк рухи тәьҫире хаҡында әйткән. Йөҙ ҙә бер хәҙистең оло шағирыбыҙ Рауил Бикбаев яһаған башҡорт телендәге шиғри тәржемәләре халҡыбыҙҙың рухи тормошонда баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле ҡулланма буласаҡ. Читать далее

Ислам нигеҙ ташы

                                                                 Ислам нигеҙ ташы

                                                      Ислам илде һаҡлашыр нигеҙ ташы
   Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Үҫеш программаһы сиктәрендә Канада ғалимдары Рәсәй Федерацияһында кеше потенциалын үҫтереүгә бағышланған ғилми- ғәмәли конференция үткәргәйне. Милли-тарихи ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеү тураһында сығыш яһағандан һуң бығаса битараф төҫтә ултырған әҙәм бик сәйер һорау бирҙе:
   — Башҡорттар мосолманмы ни? Ә нишләп һеҙ чечендарға оҡшамағанһығыҙ? Ислам бит бик агрессив дин!
Визиткаһынан күренеүенсә, Санкт-Петербургтан килгән был ғалим ишаратының һорауҙары таң ҡалдырҙы. Ни тиклем наҙанлыҡ! Кеше потенциалына бағышланған конференцияла ҡатнашырлыҡ икән, ул яҡынса булһа ла Рәсәйҙең төп халыҡтарының тарихын, диндәрен күҙалларға тейеш түгелме?.. Икенсенән, дәүләтебеҙҙә ислам, тәрән тамырлы дин булараҡ, бай тарихҡа эйә, уның хаҡында ошолай фекер йөрөтөү ғалим кешене һис тә биҙәмәй. Ошондай залим ғалимдарҙың рухи-мәҙәни өлкәгә йоғонто яһауы, дәүләт эшмәкәрҙәренең дә шул сама фекерләүе Рәсәйҙә милли сәйәсәттең әленән-әле һөрлөгөүенә килтерә лә инде.
Читать далее

Зәки Вәлиди өндәмәһе

                                                            Зәки Вәлиди өндәмәһе

                                                            Даулы йылдар мираҫы
   Ҡан ҡәрҙәштәребеҙ халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, күренекле ғалимы Әхмәтзәки Вәлидиҙең эшмәкәрлеге, хеҙмәттәре менән йылдан-йыл күберәк һәм тәрәнерәк таныша. Башҡортостан «Китап» нәшриәте уның башҡорт һәм урыҫ телдәрендә «Хәтирәләр»ен, төрлө йылдарҙағы сығыштары, хаттары һәм мөрәжәғәттәре тупланған «Күрәҙәлек итә, тимәгеҙ...» исемле йыйынтығын, «Әҫәрҙәр»ен, Тунджер Байҡарының «Зәки Вәлиди Туған», Әмир Юлдашбаевтың «Билдәле һәм билдәһеҙ Зәки Вәлиди», Ғайса Хөсәйеновтың «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тигән хеҙмәттәрен нәшер итте. Танылған ғалимдың тулы күләмдә йәнә «Башҡорттарҙың тарихы» китабы баҫырға әҙерләнде. Ул, һис шикһеҙ, халҡыбыҙҙың яҙмышын, донъяһын киңерәк күҙалларға, хәҙерге тормош — булмыш — йәшәйешен нығыраҡ төшөнөргә булышлыҡ итер.
Тарихи ваҡиғаларҙы төплө байҡаған, халыҡ, ил-йорт яҙмышын алдан күрә белгән киң ҡарашлы аҡыл эйәһенең әле беҙ таныш булмаған хеҙмәттәре, сығыштары, мөрәжәғәттәре табылып тора. Алла бирһә, улар ҙа баҫылыр һәм үткәндәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы тағы ла баҙығыраҡ итер.
   Нуриман районының Байгилде мәктәбендә ғүмере буйы директор булып эшләгән, тарих фәнен уҡытҡан Ришат Сәлих улы Исмәғилев иҫке төркисә яҙылған өндәмә алып килде. Ул инәһенең ике туған ағаһы Зөфәр мулла Мостафиндан ҡалған. Ришат ағай Исмәғилевтың һөйләүенсә, репрессияға эләгеп, һәләк булған Зөфәр мулланың өйөндәге бик күп документтары янған. Даулы йылдар өнөләй был өндәмә — халыҡҡа яҙма рәүештә еткерелгән саҡырыу һүҙе — беҙҙең көндәргә саҡлы һаҡланған.
Читать далее

Сәхәбәләр Башҡорт илендә

                                                       Сәхәбәләр Башҡорт илендә

                                             Сәхәбәләр Башҡорт иленә ҡасан килгән?
     Ғ. Аматуллаһтың «Нарыҫтау — башҡорт иленең нурлы төбәге, бәйғәмбәребеҙ илселәренең һуңғы төйәге» тигән мәҡәләһе «Йәшлек»тең (29 июнь) дини ҡарашлы уҡыусыларын ғына ҡыҙыҡһындырып ҡалманы. Автор Ҡаҙандың дин тарихсыһы Шәрәфетдин ибн Хисаметдин XVI (?) мәғлүмәттәренә һәм ике сит ил әүлиә шәйехтәренә һылтанған. Тәүге илсе ролендә киң билдәле Ибн Фаҙлан ҡатнашҡан экспедиция түгел, ә Мөхәммәт ғәләйһис- сәләм бәйғәмбәрҙең өс сәхәбәһе күрһәтелгән. Әйтергә кәрәк, Аматуллаһ актуаль ғилми проблеманы күтәргән. Сөнки йыйылған факттар рәсми ҡарашты етди шик аҫтына ҡуя. Уҡыусыларҙың иҫтәренә төшөрәйек: XX быуат уртаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы Левашовкала боронғо урта быуатҡа ҡараған, мосолманса ерләнгән ҡәберлектәр һәм VIII-IX быуат ғәрәп тәңкәләре табыла. Шишмә районындағы Аҡзыяратта боронғо ҡуфа стилендәге ғәрәп яҙмалы ҡәбер таштары табылған, был уларҙың VI-IX быуаттарҙа барлыҡҡа килеүенә дәлил.
Читать далее