Архив автора: Назир Сабитов

Хәйерхаҡлыҡ һәм саҙаҡа

                                                Хәйерхаҡлыҡ һәм саҙаҡа

                                      Хәйерхаҡлыҡ һәм саҙаҡа тураһында бер нисә аят
   «Тапҡан малын Аллаһ хаҡына тип тотона белгән кеше бер бөртөктән ете башаҡ үҫтереп, һәр башаҡта бөртөктәр һаны йөҙгә еткән орлоҡҡа оҡшаш: теләгән кешеһенә бит Аллаһ артығы менән ҡайтарып бирә. Аллаһтың бит Рәхмәте киң, Ғилеме оло».
   Хәйриә эштәрен хуплау — уҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе тәртипкә һалыуҙың иң отошло алымы. Шуға ла Ҡөрьәндә риба менән саҙаҡа өләшеү тураһындағы хөкөмдәр һәр ваҡыт бергә, бер-бер артлы бирелә.
   «Эй, иман килтергән бәндәләрем! Кәсеп итеп тапҡан малдарығыҙҙан йәки һеҙҙең өсөн тип Беҙ үҙебеҙ үҫтергәндәрҙән Аллаһ ризалығы өсөн яҡшыларын ғына бирегеҙ. Бер нимәгә ярамаған, үҙегеҙ алырға тура килгән саҡтарҙа ла ҡыйынһынып ҡына алыр нәмәне кешегә бирергә тырышмағыҙ. Аллаһ бит Ул бер нәмәгә мохтажлығы булмаған Маҡтаулы зат», — ти.
                                                                                           “Әл-Бәҡара” (“Һыйыр”) сүрәһе, 267-се аят
   Имам Садыҡтан ҡалған бер риүәйәттә был аяттың индерелеү сәбәбе яһилиәт заманында риба юлы менән мал тапҡан бер төркөмгә нисбәт ителеүе менән аңлатыла. Был кешеләр тапҡан малынан Аллаһ хаҡына тип хәйриә эштәренә лә өлөш сығара торған була.
   Хәйриә эштәренә ғәҙел юлдар менән табылған малдан ғына өлөш сығарылырға тейеш, тип, Раббылары уларҙы бынан тыя. Читать далее

Сөләймән пәйғәмбәрҙең яуабы

                                                          Сөләймән пәйғәмбәрҙең яуабы

                                         Дауыт, ғәләйһис-сәләм, ҡиссаһынан бер хикәйәт
   Вафат булыр ваҡыты яҡынайғас, Дауыт, — ғәләйһис-сәләм, Бәғшука исемле улын үҙенең урынына ҡалдырырға теләй. Әммә Сөләймәндең әсәһе иренең был ҡарары менән риза булмай.
   «Был урынға Сөләймәндән дә лайыҡлырағы юҡ», — ти. Бәхәс ҡуба. Исрааил ҡәүеме ике тарафҡа бүленә. Ябраил, ғәләйһис-сәләм, үҙе лә араға килеп ҡушыла:
   «Эй, Дауыт, Аллаһы Тәғәлә һиңә сәләм тапшыра һәм урыныңа ҡалыр кешенең ғалим, ғилемдә өҫтөнөрәге булырға тейешлеге тураһында хәбәр бирергә бойора», — ти. Бәни Исрааил ҡәүеменең ғалимдары бергә, йыйыла. Дауыт, ғәләйһис-сәләм, уларға, төрлө һорауҙар әҙерләргә бойорҙо һәм әйтте:
   «Кем шул һорауҙарға яуап табыр булһа — шул минең урыныма ҡалыр», — тине. Ғалимдар биш төрлө мәсьәлә буйынса биш һорау әҙерләп, ошо һорауҙар менән биш ирҙе Бәғшуҡаға ебәрҙеләр. Читать далее

Хәҙрәттән нәсихәт

                                                                        Хәҙрәттән нәсихәт

                                  Ризаитдин бине Фәхретдин хәҙрәттәренән ҡалған тағы ла бер нәсихәт
   Бер мулланың мөнбәрҙә ултырып, ерҙең үгеҙ, балыҡ өҫтөндә булыуы тураһында һөйләгәнен тыңлап торғандан һуң, мосолман бер студенттың: «Ислам дине ошо булһа, мин бынан сыҡтым», — тип тороп китеү хәбәрен ишеткәнем бар. Бында ғәйеп Ислам динендә түгел, студентта тип тә әйтеп булмай, бәлки ялған менән дөрөҫлөктө айыра белмәй үә урынын да тикшереп тормай һүҙ һөйләгән муллалалыр. Был мулла әгәр ҙә һүҙ һөйләмәй тик кенә торған булһа, үҙе лә ауыр хәлгә төшмәҫ, кешеләр ҙә сәләмәт ҡалыр ине. Мәсеттә халыҡтарға ерҙәрҙең, күктәрҙең ниндәй рәүештә булыуын һөйләргә, астрономия һәм география хаҡында (аҡылға һыймаҫ) мәғлүмәт бирергә ниндәй ихтыяж бар? Мәсеттәрҙәге хатиплыҡ урыны бит үл — бик оло һәм мөбәрәк урын.
   Мөнбәргә менгәндә, имам Рәсүлулла урынына баҫҡанын хәтерҙә тотоп, һәр һүҙен үлсәп һөйләргә тейеш.
Теләһә нимә һөйләп йөрөгәндәр мосолмандарҙың динһеҙләнеүенә сәбәп булған кеүек, һәр һүҙен үлсәп һөйләй белгән кешенең вәғәзе бәғзе ваҡыт динде ҡабул итеүгә лә сәбәп була.
   Бер мәжлестә олуғ һәм һүҙе үтемле, үҙенә ҡаршы һөйләү бик тә ситен булған бер морзаның ожмах һәм тамуҡ хаҡында булған хәбәрҙәргә әһәмиәт бирмәүен белдереп: «Мин фәлән кешеләр менән ожмахҡа инеүгә ҡарағанда актрисалар менән тамуҡҡа инеүҙе артығыраҡ күрәм, тамуҡҡа керермен дә уҫал мосолмандарҙы ғазаплап йөрөрмөн», — тип һөйләп көлә ине.
   Шунда бер дәрүиш унан:
   «Һеҙ әһәмиәт бирмәгән хәбәрҙәр ялған булһа, һис кемгә зарар юҡ, әммә дөрөҫ була күрһә һәм ул хәлдәр үҙ башыңа килһә, морҙалыҡ һәм түрәлектең бер тинлек мәғәнәһе күренмәһә, бына әле тирә-йүнеңдә булған әҙәмдәрҙең береһе лә булмаһа, шул ваҡытта нишләрһең?» — тип һорап ҡуйҙы. Төҫө боҙолған хәлдә морза урынынан торҙо һәм бик етди төҫ менән: «В самом деле, эш харап бит!» — тине һәм шунан һуң бындай һүҙ һөйләүҙәре ишетелмәне.
   Һүҙҙең бик әҫәрлеләре, мөләйемдәре була, ҡолаҡтан инеп улар күңелдәрҙең иң тәрән нөктәләренә барып етә. Рәсүлулланың хәҙиҫтәре лә шул йөмләнән. Шам үә Мысырҙа христиан ғәрәптәр төрлө мәҡәләләрҙе башлап ебәрәләр, төрлө дәлилдәргә миҫал итеп килтерәләр, күңелдәргә тәьҫир итерлек урындарҙа файҙаланалар, әммә уларҙың пәйғәмбәребеҙ һүҙҙәре булыуын йәшереп, ата-бабаларҙан ҡалған тапҡыр һүҙҙәр булараҡ ҡулланалар ине, әле лә ҡулланалар».
   Был календарҙарҙы яҙылғандарҙың күбеһен хәҙрәттәребеҙҙә уҡып тормағаның да беләм, уҡыр өсөн дә бит иң элек теләк, унан йәштән өйрәнеп алған бер ғәҙәт тә кәрәк. Шулай ҙа ҡабатлап әйтәм: «Был фекерҙәрҙе мин илдәге дин өсөн иң ауыр замандарҙа мөфтий вазифаһын башҡарған ғалим, яҙыусы, имам Ризаитдин бин Фәхретдин хәҙрәт әҫәрҙәренән алдым».
                                                                   Ризаитдин бине Фәхретдин, «Жәүәмиғүл кәлин-шәрхе»

Монафиктар

                                                                 Монафиктар

                                         Монафиктар тураһындағы хөкөмдәрҙән
   Әҙәм балаларының төрлөһө була, тип өйрәтә дин, иманға килгәндәре, имандың нимә икәнен дә белмәгәндәре һәм... монафиҡлыҡ — ике йөҙлөлөк һаҙлығына батҡандар ҙа осрап тора.
   Кешеләр араһында шундайҙары ла була: «Беҙ Аллаһҡа ла, Ахирәт көнөнә лә инанабыҙ», — тип ышандырырға тырыша улар, ә хәҡиҡәт тә үҙҙәре иман тигәнде бар тип тә белмәй.
   Аллаһты ла, мөьминдәрҙе лә алдарға тырыша улар, ә ғәмәлдә, бер нәмә аңламай, үҙҙәрен үҙҙәре генә алдап йөрөй.
   Уларҙың күңелен ауырыу баҫҡан. Ул ауырыуҙы Аллаһ көсәйтә генә күрһен! Ялған һөйләп йөрөгәндәре өсөн бөтәһенә лә әрнеүле ғазап әҙерләнгән.
   Уларға: «Ер өҫтөндә боҙоҡлоҡ эшләп йөрөмәгеҙ!» — тип киҫәткән саҡтарҙа ла: «Беҙ яҡшылыҡ ҡына эшләп йөрөйбөҙ», — тип яуап бирәләр. Белеп ҡал, тап бына шулар инде иң боҙоҡ кешеләр. Быны тик үҙҙәре генә аңламай.
   «Башҡаларға оҡшап, һеҙ ҙә иманға килегеҙ», — тигәндә лә, улар: «Ахмаҡтарға оҡшап иман килтерәйекме?» — тип кенә ҡуя. Белеп ҡал, ана шулар бит инде иң ахмаҡ кешеләр. Быны тик үҙҙәре генә аңламай.
   Иманлы бәндәләр менән осрашҡанда ла улар: «Беҙ ҙә иман килтерҙек», — тиҙәр, ҙә, үҙҙәренең шайтандары менән генә торо ҡалғас, уларға ла: «Әлбиттә, беҙ һеҙҙең менән. Мөьминдәрҙән беҙ көлөп кенә йөрөйбөҙ», — тип белдерәләр. Аллаһ Үҙе уларҙан көлә, һуҡырҙарса аҙашып йөрөгән иманһыҙлыҡтарында ҡалдыра.
   Улар тура юлда йөрөр хаҡтарын түләп, аҙашҡан кешеләр. Ләкин бындай сауҙа уларға табыш та бирмәне, тура юлда йөрөгәндәр араһына ла индерә алманы».
                                                                                  «Әл-Бәҡара» («Һыйыр») сүрәһе, 8—16-сы аяттар
   Тарихтың үҙе өсөн ябай ғына булмаған бер боролошонда Ислам ана шундай дин тәғлимәтен ҡабул итергә лә, Исламға ҡаршы сығырға ла егетлектәре етмәгән ана шундай кешеләр менән осраша. Улар — монафиктар.
   Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Монафиҡлыҡтың билдәһе өсәү: һөйләгән һүҙе — ялған, вәғәҙә бирһә; вәғәҙәһендә тормай, аманат итеп бер нәмә тапшырһалар — хыянатҡа бара. Ундай кеше хатта ураҙа тотоп, намаҙ уҡып, мин — мосолманмын, тип йөрөгән хәлдә лә монафиҡ булып йөрөүҙән туҡтай алмаясаҡ», — тигән.
   «Эй, Аллаһ бәндәләре! Алдан уҡ киҫәтеп ҡуям: монафиктарҙан Һаҡланығыҙ. Улар үҙҙәре лә аҙашып йөрөй, һеҙҙе лә аҙашыу упҡынына ташлаясаҡ. Улар үҙҙәре лә гонаһтар һәм аҙғынлыҡтар араһында буталып бөткән, һеҙҙе лә хаҡ юлдан тайып төшөргә мәжбүр итер.
   Тирә-йүн мөхиткә ҡарап улар төҫтәрен үҙгәртеп кенә тора, һөйләгән һүҙҙәре лә мәкер менән тулы.    Башҡаларҙағы уңыштар уның теңкәһенә тейә, көнсөллөк, асыу тыуҙыра. Кешегә бәлә килтереү ниәте менән ул теләһә ниндәй этлеккә бара», — тип торған була Ғәли хәҙрәт.

Ғәли хәҙрәттән ҡалған хикмәттәр

                                                 Ғәли хәҙрәттән ҡалған хикмәттәр

     «Мәрхәмәт-шәфкәт ике төрлө була. Уларҙың ҡайһыһы мине нығыраҡ һөйөндөргәнен аңлап бөтә алғаным ғына юҡ. Беренсеһе — берәр ярҙамы тейер әле тип, өмөт менән миңә килеп, кеше ярҙам һорағандамы, икенсеһе — килгәндең теләген үтәгәндәме? Әммә мосолмандарҙың төрлө ихтыяждарын яйға һалыуҙы мин бар донъяның алтын-көмөштәренә эйә булыуҙан да артығыраҡ күрәм».
                                                                       * * *
     «Ысын мәғәнәһендәге батыр ул көндәшен көрәштә еңгән кеше түгел, асыуы килгәндә асыуҙан тыйылып ҡала белгән кеше», — тип әйтә торған була Ғәли хәҙрәт.
                                                                        * * *
     Изге яуҙарҙың береһендә ул дошманды ергә йығып һала ла, ҡоралын күтәреп, уны бөтөнләй юҡ итергә әҙерләнеп торғанда дошманы уның битенә төкөрә. Шул саҡта Ғәли хәҙрәт кинәт кенә уйынан кире ҡайтып, дошманын үлтереүҙән баш тарта. Бындай хәл хатта мөшриктең үҙен дә аптырашта ҡалдыра. Ҡыҙыу алыш барғанда ҡанлы һуғыш тураһында ла онотоп, ул Ғәли хәҙрәттән бының сәбәбен белергә теләй.
     «Иман өсөн һуғыш ике төрлө була: береһе — бына һинең кеүек иманһыҙҙар менән һуғыш. Ул һуғыш Аллаһ ризалығы өсөн тип алып барыла. Икенсеһе — үҙеңдең шәхси теләктәреңде күҙ уңында тотоп, нәфсе ҡотҡоһона ҡаршы көрәш. Читать далее

Кеше таныу ғилеме

                                                            Кеше таныу ғилеме

                                                 Кеше таныу ғилеменән бер һабаҡ
   — Дини эштәрҙә, дини вазифалар башҡарып йөрөгәндә башҡа диндәгеләргә оҡшарға тырышыуҙы Ислам ҡанундары рөхсәт итмәһә лә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙә, ғөмүмән, донъяуи эштәрҙә ситтәргә оҡшауҙы, оҡшарға тырышыуҙы ул тыймай, — тип өйрәткән Ризаитдин бине Фәхретдин. — Ғилеме самалы булған ҡәүемдәрҙең ғилемдә алғараҡ киткәндәргә, мәҙәниәте кәмселекле булғандарҙың мәҙәниәт кимәле юғарыраҡ булғандарға оҡшарға тырышыуы бик тәбиғи.
                                                                Хәҙис Шәриф
   «Бер кеше бер ҡәүемгә оҡшаһа, шул ҡәүемдән хисап ителер», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
   Ижтиһад — юғалып ҡалыу түгел, тип тырышлыҡ менән донъя көтөргә саҡырған кешеләрҙе әрләп, үҙҙәренең аят һәм хәҙистәр хөкөмөнән бер ҡарыш та ситкә сыҡмаған әҙәмдәр булыуына дәғүә менән дин әһелдәре хисапһыҙ күп яңы хөкөмдәр сығарҙы. Ситтәргә оҡшау тип тыйырға тырышҡан нәмәләрҙең иң киң таралғаны «Ысулы жәдид менән уҡытыу үә яҙырға өйрәтеүҙәр, ҡара таҡталарға яҙҙырыу үә парталарға ултыртыуҙар, мөғәллимдәрҙең аяҡ өҫтөндә йөрөп дәрес биреүҙәре, ғөмүмән, низамлы мәҙрәсәләр... Оошҡа диндәгеләргә оҡшау була. Диндә был тыйыла тинеләр. Был турала бик күп хәбәрҙәр яҙылды, мәҡәләләр таратылды, бөтә мәмләкәт мосолмандары уҡынылар, ишеттеләр, һөйләштеләр... Читать далее

Уҡымышлы заттарҙың вазифаһы

                                               Уҡымышлы заттарҙың вазифаһы

   Уҡымышлы заттарҙың вазифаһы — кешеләрҙе диндән ситләштереү түгел, ә дингә яҡынайтыу
Диндә сама тигәнде белмәү Аллаһты инҡар итеүгә тиңләшкән бер эш булыуын белмәй һәм аңламай бик күптәр: «Ғибәҙәт ҡылыуҙа ниндәй зарар бар?» — тигәнерәк фекер йөрөтәләр. Бының ярамаған бер эш булыуы хаҡында уй-фекерҙәре ышаныслы ғалимдар һәм Ҡөрьәнде яттан белгән хафиздар яҙған әҫәрҙәр был көндә күп һәм улар нәшер ителеп донъяға таралған булһалар ҙа, һәр мәмләкәттә яңы нәмәләр уйлап сығарыусыларҙың аҫтыртын эш итеүҙәре, Ислам хафиздарын аҙаштырып йөрөүсе, динһеҙ зиңдиҡтар, шиғыйҙар, гонаһҡа бирелгән наҙандар кеүек, ҡушаматтар тағып, ҡайҙа тура килһә, шунда әрләп, кәмһетеп йөрөүҙәре сәбәпле, иғтибарға алынып бөтмәй, тыйылмай Ислам донъяһында тарала, дауалау саралары күрелмәгән ваба ауырыуы кеүек бөтә тирә-йүнде ҡаплап алыу ҡурҡынысы тыуҙы.
   Әйткәнебеҙсә, бындай хәлдәр ғасры сәғәҙәттә булманы. Әле лә мосолмандарҙан кем дә булһа берәү ни тиклем дә ғалим, үҙенсә ни тиклем дә диндар булмаһын, башҡа бер мосолмандың диненә ҡыҫылырға, уның иманы, мәҙһәбе һәм һуңынан буласаҡ һөҙөмтәһе тураһында фекер йөрөтөргә хаҡы юҡ. Ғалим заттарҙың вазифалары халыҡты диндән ситләштереү түгел, ә дингә яҡынайтыу, кеше менән булашыу, башҡаларҙы тикшереү урынына һәр кем үҙен белеп, үҙ нәфсеһен яҡшыртырға тейеш.
   Артабан ғалим һуңғы ваҡыттарҙа дин мөхитенә килеп ингәң яңылыҡтарҙы барлап сыға. Читать далее

Ризаитдин бин Фәхретдин анкетаһы

                                                         Ризаитдин бин Фәхретдин

   Тәғәйен генә кем тип беләбеҙ Ризаитдин бин Фәхретдинде? Фән эйәләре уны — ғалим, дин әһелдәре — дин белгесе, тарихсылар — тарихсы, философтар — философ, педагогтар — мәғрифәтсе, әҙәбиәтселәр — әҙип, тиҙәр. һанай башлаһаң, уның шөғөлө, һәләте ни саҡлы. Ысын мәғәнәһендә эрудит, энцеклопедик шәхес ул.

   Р. Фәхретдиндең тормошон һәм рухи мираҫын өйрәнеү — халҡыбыҙҙың XIX быуат аҙағындағы, XX быуаттың тәүге сирегендәге мәғрифәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, фән, дин, фәлсәфәүи, эстетик һәм йәмғиәт фекере үҫеше тарихын байҡау тигән һүҙ. Уның биографияһы һәм ғилми-ижтимағи эшмәкәрлеге йөҙөндә ике быуат арауығында йәшәгән башҡорт һәм татар уҡымышлыларының, атаҡлы ғалим-ғөләмәләренең байтаҡ уртаҡ һәм үҙенсәлекле яҡтары айырым-асыҡ сағыла.
   "Донъяла аҡыллы, булдыҡлы, һәләтле әҙәмдәр бик күп, — ти Фәхретдин үҙе. — Ләкин шул әҙәмдәрҙең камиллыҡ эйәләре булып етешеүҙәре өсөн сүкеш менән һандал араһында сүкелеп тороуҙары, әрем, борос йотоп, күҙҙәренән йәш ағыуҙары шарт". Бындай хәл күп кисергән, үҙ заманы һандалында ныҡ сүкелгән шәхес. Читать далее

Хикмәтле һүҙ

                                                                  Хикмәтле һүҙ

                                                          Хикмәтле һүҙ күп булмай

                                                   Риф Мифтаховтың «Киске Өфө” гәзитенә яҙғандарынан

Нисек кенә донъя алдаһа ла
Ҡалһаң да һин бик йыш һемәйеп,
Хәлле көсөң түгеп йый ризыҡ,
Харам аҙыҡ ерҙә — ҙур ғәйеп.
* * *
Именлек булыр ереңдә –
Ғәҙеллек булһа илендә.
* * *
Хоҡуҡһыҙ ил — зәғиф, тарҡау, үсле
Закон көслө иллә — халыҡ көслө! Читать далее

Аҡыл — ҡаҙна

                                                             Аҡыл — ҡаҙна

Баҙар барыһын да уҙ урынына ҡуйҙы, тик урын барыһына ла, етмәне.

Берәүҙәр үҙенең етешһеҙлеген йәшерергә тырыша, икенселәр... етешлеген.

Беҙҙә аҡсалар шул тиклем оҙон, улар илебеҙгә генә һыйып та бөтмәй.

Тоҡ менән йүгереү. Был хәҙер сит илгә аҡса алып сығыусылар уйыны.

Һандары күп, аҡсаһы аҙ икән — был федераль бюджет була.

Яҡлаусыларҙы яҡлауға, контролерҙарҙы контролләүгә, һаҡсыларҙы һаҡлауға бюджеттың яртыһы китә

Аҡса булғанда ла, булмағанда ла кешене боҙа.

Иҡтисади көрсөк... аҡыл көрсөгөнән башлана.

Тәрбиәле кешене әллә күпме тәрбиәләргә була — ул шуның менән яҡшы ла.

Ҡатыны ирен игәй ҙә игәй, ул шуның менән ғаилә усағына ут тоҡандырам тип уйлай.

Читать далее