Архив автора: Назир Сабитов

Йәннәт баҡсаһы

                                                          Йәннәт баҡсаһы

                                        Йәннәт баҡсаһы (башы), Гүзәл СИТДЫҠОВА

   Бисмиллаһир-рахмәнир-рәхим
   Һөрөлгән шайтандан Аллаһы тәғәләгә һығынамын. Ҡыҙғаныусы һәм бағышлаусы булған Аллаһы тәғәләнең исеме менән башлайым.
   Был яҙмаларым 2005 йылдың ғинуар айында ҡылынған хажым хаҡында. Башҡортостандың гүзәл баш ҡалаһы Өфөбөҙҙөң ”Ихлас” мәсете мәхәлләһе ағзаларынан 55 кеше олуғ ғибәҙәтебеҙҙе үтәргә бергә сәфәргә сыҡтыҡ. Ҡайта-ҡайта шул ваҡиғаларҙы иҫемә алғанда көнө генә түгел, һәр минуты, хатта секунды фәһемле, кинәйәле, бөйөк тәрбиәгә эйә булғанын йәнем-ҡәлбем менән төшөнә барам. Йәннәт баҡсаһын, йәғни унда барыр һуҡмаҡты күреп, аңлап ҡайттыҡ беҙ.
   Юлға сығырға һанаулы ғына көндәр ҡалғас, ҡаты ауырып киттем. И Раббым, хажға юлымды яба ғына күрмә инде, ни күрһәм, шуға риза булып йөрөп ҡайтырмын, тип төндәрен илай-илай ялбарыуҙарымды белһәгеҙ...

Читать далее

Рияның тәүбәһе

                                                     Рияның тәүбәһе

     Аллаһы Тәғәлә гонаһ ҡылыусы кешеләргә тәүбә ишектәрен асып ҡуйған. Гонаһты ҡылыусыларға рәхмәтенән өмөттәрен өҙмәҫкә кәрәк. Ниндәй генә гонаһ булмаһын Аллаһы Тәғәлә уны кисерә. Рияны гына түгел, хатта оло ширекте лә Ул кисерә. Мөьминдәрҙең әмире Ғүмәр радыйаллаһу ғәнһү башта мөшрик ине, ул тәүбә ҡылып исламға керҙе һәм Аллаһы Тәғәлә унын гонаһтарын кисерҙе. Шулай итеп, гонаһлы кешегә Аллаһтан өмөтөн өҙөргә ярамай. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә «Әз-3умар» сүрәһенең 53 аятында:

              قُلْ يَا عِبَادِيَ الَّذِينَ أَسْرَفُوا عَلَى أَنفُسِهِمْ لَا تَقْنَطُوا مِن رَّحْمَةِ اللَّهِ إِنَّ اللَّهَ يَغْفِرُ الذُّنُوبَ جَمِيعًا إِنَّهُ هُوَ الْغَفُورُ الرَّحِيمُ
   

     «Минең мөьмин бәндәләремә әйт. Эй, бәндәләрем, гонаһ ҡылып үҙегеҙгә зарар иткән булһағыҙ Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенән өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ, дөрөҫлөктә Аллаһы Тәғәлә бөтөн гонаһтарҙы кисерә. Ул Аллаһ Ярлыҡаусы һәм Рәхимлелер», — тине.

Читать далее

Рия хаҡындағы хәҙистәр

                                                           Рия хаҡындағы хәҙистәр

   Беренсе хәҙис
   Риясынын рия ғәмәлен Аллаһы һәм шул кешенән (рия ҡылыусынан) башҡа беркем дә белә алмай. Хатта ике иңебеҙҙәге ғәмәлдәребеҙҙе яҙып барыусы фәрештәләр ҙә белмәйҙәр. Риясыларҙың ғәмәлдәре Ҡиәмәт көндө генә беленәсәк. Рия ғәмәлдәрен ҡылған кешеләр беренсе булып йәһәннәмгә төшәсәктәр. Был һүҙҙәргә дәлил:

   “Әбү Һөрайра радыйаллаһу ғәнһү әйтте: “Мин пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләмден былай тип әйткәнен ишеттем: “Дөрөҫлөктә, Ҡиәмәт көндө хөкөм ителеүсе беренсе кеше — көрәштә һәләк булған кеше булыр. Уны Аллаһ ҡаршыһына килтереп баҫтырырҙар, һәм шул ваҡыт Аллаһы Тәғәлә уға ниғмәттәре тураһында иҫкә төшөрөр һәм ул уларҙы таныр, ә унан һуң Аллаһы Тәғәлә унан: “Был ниғмәттәргә шөкөр итеү йөҙөнән һин нәмә эшләнең?" — тип һорар. Ул: “Мин һинен ризалығын өсөн һәләк булғанға тиклем көрәштем!" — тип яуап бирер. Аллаһы Тәғәлә уға: «Һин ялғанлайһың, сөнки һин, башҡалар һинен хаҡта: “Был батыр кеше!” — тип әйтһендәр өсөн генә көрәштең, һәм улар һинең тураһында шулай әйттеләр ҙә!" — тип әйтер. Читать далее

Рия (намаҙҙа һәм саҙаҡала)

                                                       Рия (намаҙҙа һәм саҙаҡала)

     “Рия” нәмәне аңлата һуң? Рия — кеше күрһен, кеше ишетһен, кеше маҡтаһын тип ғәмәл ҡылыу, берәр яҡшы эш эшләү. Әгәр ҙә етәксе урынға һайлана икән — башлыҡ итеп һайлаһындар тигән ниәт менән халыҡҡа изге ғәмәл ҡылыу.
     Был китапта рия хаҡында әйтелгән фекерҙәремде Аллаһы Тәғәләнең Ҡөръәненән сүрә һәм аяттар, унан һуң Аллаһының хаҡ илсеһе, Рәсүлебеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үәссәлләмдең рия хаҡындағы хәҙистәре менән дәлилләнем. Китапты уҡыусылар рия ғәмәлен аңлаһындар өсөн ҡайһы бер миҫалдар килтерҙем. Рия ҡылыусы кешегә Аллаһ ҡаршыһында нәмә көтеләсәген яҙҙым. Рия ҡылыусы кешегә риянан нисек тәүбә ҡылырға кәрәклеген өйрәттем. Рияның килеп сығыу сәбәптәрен бәйнә-бәйнә һөйләнем. Рия бит ул сир. Бына шул сирҙән нисек дауаланырға кәрәклеген аңлатырға тырыштым. Рия ҡылыусының шайтан юлынан йөрөүсе икәнлеген Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләмдең хәҙисе менән дәлилләнем. Ҡыҫҡаһы, һеҙ был китаптан рия хаҡында күп мәғлүмәт алырһығыҙ тип өмөт итеп ҡалам. Әмин.
     Ихтирам менән Идрис хәҙрәт Ғәләүетдин. Читать далее

Рия

                                                                        Рия

                                                   Йософ Дәүләтшин. Йома вәғәзҙәре.

                                                                              يَوْمَ لَا يَنفَعُ مَالٌ وَلَا بَنُونَ* إِلَّا مَنْ أَتَى اللَّهَ بِقَلْبٍ سَلِيمٍ

   “Ул көндө кешегә байлығы ла балалары ла файҙа итмәҫ. Мәгәр Аллаһка сәләмәт йөрәк менән килеүсегә генә файҙа булыр.” (“Әш-Шүъара” сүрәһенең 88, 89 нсы аяттары.)
   “Тәндә бер ағза бар. Әгәр ул сәләмәт булһа, бөтөн тән сәләмәт була. Әгәр ул боҙолһа, бөтөн тән боҙола. Ул ағза — йөрәктер. ” (Хәҙис, әль-Бохари,Мөслим.)
   Ҡәҙерле ҡәрҙәшем! Аллаһтың дошманы Иблис һәрваҡыт ниндәй генә юл менән булһа ла һине Раббына ғибәҙәт ҡылыуҙан, Раббыңды зекер итеүҙән. Йәннәт юлы — исламдан, — йырағайтырға тырыша. Ширек, көфөрлөк һәм башҡа төр фәхешлектәргә саҡырып, мәңгелек хәсрәтле итмәксе була. Әгәр шайтан һине изге ғәмәлдәрҙән йырағайта алмаһа, ул һинең изгелектәреңде рия менән бөтөрөргә тырыша. Рия ул бик тә ҡурҡыныс ауырыу, сөнки беренсенән, кеше уның менән ауырыуын һиҙмәҫкә лә мөмкин. Икенсенән, ул кешенең ҡылған ғәмәлдәрен юҡҡа сығара. Читать далее

Һаранлыҡ

                                                                   Һаранлыҡ

   Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Йомартлыҡ ағасы ожмаһта үҫә. Кем уның ботаҡтарына йәбешә, шунда тартып керетә. Һаранлыҡ ағасы тамуҡта үҫә. Кем уға йәбешһә, тамуҡҡа керетер”, — тигән. Был хәҙис беҙгә, мосолмандарға күрһәтмә (инструкция) – нисек ожмаһҡа керергә. Саҙаҡ бирергә күнегергә кәрәк. Әлбиттә был юлда шайтан һағалап ултырыр. Төрлө юлдар менән саҙаҡа бирҙермәҫ. Берәүгә “аҡсаң бөтә” тип үәсүәсә һалыр. Икенсегә “үҙҙәре лә бай, уларға аҡса биргәнсе” тиер. Өсөнсөгә төрлө мәшәҡәттәрен иҫенә төшөрөр, күп нәмәләр алырға кәрәклеген иҫенә төшөрөр... Һәр кешегә үҙ юлын-үәсүәсәһен табыр ҙа саҙаҡа бирҙермәҫ. Шуға ла мәсеттәр ярлы-мохтаж хәләтендә. Бигерәк тә ауыл мәсеттәре. Газына, утына түләргә лә аҡсалары юҡ. Мәсеткә йөрөгәндәр ҙә саҙаҡа һалып бармай, ә бит был ожмаһҡа юл. Башҡалар белмәһә лә, был хәҙисте ишетмәһәләр ҙә, улар беләләр! Ун һум булһа ла, илле, йөҙ булһа ла мәсеткә һалһалар, ярлыланып китмәҫтәр моғайын... Читать далее

Дингә саҡырыу

                                                                     Дингә саҡырыу

   Пәйғәмбәребеҙҙең төп вазифаһы – дингә саҡырыу булған. Уның вариҫтарының – ғалимдарҙың, муллаларҙың да вазифалары шул уҡ. Мәсет төҙөү, мәжлестәргә йөрөп исем ҡушыу, никах уҡыу ғына түгел. Был ғәмәлдәрҙең барыһының сәбәбе бер – динебеҙгә саҡырыу. Был булмаһа, мәжлескә йөрөгән муллалар файҙаһыҙ булалар. Уларҙы йәштәр көлөп “шурпаедтар” тиҙәр. Ә һәр ысулды ҡулланып, бер генә хәҙисте аңлатһаң да, хатта бер генә кешене булһа ла вәғәзләһәң, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең вариҫтары кеүек булабыҙ.
   Пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһис-сәләм беҙгә ғилем генә ҡалдырмаған, ул үҙенең Сөннәтен дә ҡалдырған. (Сөннәт – юл, йәшәү торошо, ынтылышы тип тәржемә ителә.) Ғилем алып, фетнәгә сумыусылар тап ошо икенсеһен, пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһис-сәләмдең юлын аңламағандар. Ғилем генә етмәй, Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең тырышлығы ҡайһы яҡҡа таба булғанын аңларға кәрәк.
   Шуныһы ап-асыҡ — пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһис-сәләм менән осрашҡан халыҡта дуҫлыҡ-татыулыҡ, рәхмәт-мәрхәмәт артҡан. Тауыш-ғауғалар бөткән, тиҫтәләгән йылдар аралашмаған дошмандар бер-беренә ҡул бирешкән.
   Мәккәнән Мәҙинәгә һижрәт ҡылғас, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм иң беренсе ике халыҡты дуҫлаштырырға керешкән. Мәккә халҡы ҡаты, тупаҫыраҡ, Мәҙинәнекеләр йомшаҡ, яғымлыраҡ булғандар. Улар бер-береһенә өйләнешкәндәр, урта эш ҡылғандар. Төрлө ваҡиғалар булған, ләкин уларҙы пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм һәр ваҡыт тынысландырып торған. Сөнки динебеҙ – тыныслыҡ дине.
   “Ислам” һүҙенең дә мәғәнәһе “сәләм” һүҙенән икәне мәғлүм. Ә, “Әссәләмү ғәләйкүм” тигән һүҙҙе хатта кафырҙар ҙа киноларҙа “мир вам” тип тәржемә итәләр. “Мир, благоденствие, покой” тип тәржемә ителә. Тимәк ҡайҙа дин булһа, шунды тыныслыҡ килеп урынлаша. Кеше дингә, холҡо яҡшыра, әйткән һүҙҙәрен уйлап һөйләй башлай. Әгәр түрә дингә килһә, коррупция бөтә, иҙән йыуыусы килһә, таҙалыҡ арта...
   Ләкин күптәр үҙен генә белә. Үҙе мәсеткә йөрөй, балалары, яҡындары йөрөмәй. Уларҙы намаҙға баҫтырыуҙы ситкә ҡуя, “үҙҙәре килер әле” ти. Уларҙы дингә өндәүҙең сауабы бик күп икәнен белмәй генә. Ҡайһылар быны аңлап та еткермәйҙер. Ә пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән бит:
                                    من أسلم على يديه رجل دخل اجلن
   “Кемдең ҡулынан (дәғүәтенән) исламға берәйһе керһә, йәннәткә керер”. Ожмаһҡа кереүҙең юлы шул! Хәҙер белдегеҙ, тырышығыҙ.
   Кемде лә булһа, мәсеткә ылыҡтырырға тырышығыҙ! Ҡулынан тотоп мәсеткә килтерегеҙ, үҫеп наркоманға, эскесегә әйләнгәс һуң булыр...

хәҙрәт Ильшат Хафизи, проповеди на башкирском языке, ссылка: https://vk.com/public160608301

Кемдәр Ҡиәмәттә шәфәғәт ҡыла?

                                           Кемдәр Ҡиәмәттә шәфәғәт ҡыла?

   Шәфәғәт – ул Ҡиәмәт ваҡытында теләгән кешеңде йәһәннәмдән һаҡлап алып ҡалыу. Был шәфәғәт иманһыҙҙарға булмаясаҡ. Иман әһелдәре булып та, гонаһтары тамуҡҡа керетерлек булғандарға буласаҡ.
   1. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм үҙе теләгән мосолмандарҙы тамуҡтан шәфәғәт ҡылып алып ҡала. Шулай уҡ башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә үҙ ҡәүемдәренә шәфәғәт ҡыласаҡ.
   2. Шаһит үлеме менән үлгән мосолмандарға. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Шаһит үҙенең ғаилә әһелдәренән 70 кешегә шәфәғәт ҡыла ала”.
   3. Динебеҙҙең ғалимдарына. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Өс төркөм кешеләргә Ҡиәмәттә шәфәғәт ҡылыу бүләк ителәсәк: пәйғәмбәрҙәр, ғалимдар һәм шаһиттар.” (Ибн Мәджәһ, хәҙис 4304)
   4. Ҡөрьән хафиздарға. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Кем Ҡөрьәнде ятлап, уның буйынса, хәләлде хәләл тип танып, харамды харам тип танып йәшәгән мосолманға үҙ ғаилә әһелдәренән тамуҡҡа дусар ителгән 10 кешегә шәфәғәт ҡылырға рөхсәт ителде.” («Шуғубуль-Имән» Әл-Бәйхаҡы, хәҙис 2693)
   5. Мәзиндәргә. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Ҡиәмәттә иң беренсе булып пәйғәмбәрҙәргә, һуңынан ғалимдарға, һуңынан шаһиттарға, һуңынан мәзиндәргә шәфәғәт ҡыларға рөхсәт ителәсәк.” («Муснәд» Әль-Баззар, хәҙис 372).
   6. Хажиға. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Кем хаж ҡыла, уға ғаилә әһелдәренән 400 кешегә шәфәғәт ҡылырға мөмкинселек бирелә. Уның гонаһтары яңы тыуған балалай ғәфү ителә.”
(«Муснәд» Әль-Баззар, хәҙис 3196).

хәҙрәт Ильшат Хафизи, проповеди на башкирском языке, ссылка: https://vk.com/public160608301

Исламда дуҫлыҡ

                                                                Исламда дуҫлыҡ

   Ҡиәмәттә, Мизан ваҡытында, бер кешенең ожмаһҡа керер өсөн әҙ генә әжер-сауабы етмәҫ. Ул Аллаһ Тәғәләнән ялбарыр: “Бер аҙ ваҡыт бир, мин етмәгән әжер-сауапты табырмым”, — тип. Ул әсәһенә барыр, унан әҙ генә әжер һорар. “Эй әсәйем! Һинең балаңа тамуҡҡа кермәҫ өсөн әҙ генә сауап етмәй. Мине ҡотҡар, әҙ генә сауабыңды бирһәңсе”, — тиеп ялбарыр. Ләкин әсәһе уға: “Эй улым! Һин ҡурҡҡандан, мин дә ҡурҡам. Һиңә әжерҙәремдән бер нәмә лә бирә алмам”, — тиер. Һуңынан атаһына барып ҡарар, ләкин унан да шундай уҡ яуап алыр. Туғанларына, һеңлеләренә, хәләл ефетенә барып та әжерһеҙ ҡайтыр, берһелә, бер әжер ҙә уға бирмәҫ. Инде ҡотолап булмаҫына, Тамуҡҡа эләгеренә ҡайғырып кире Аллаһ Тәғәләгә барғанда мәсеткә бергә йөрөгән, Аллаһ ризалығы өсөн бергә намаҙ уҡыған ҡәрҙәшен осратыр үә уға үҙ ҡайғыһын һөйләп бирер. Шул саҡта дин ҡәрҙәше уға: “Миңә әле Хисап булманы, бәлки миңә лә әжер-сауаптарым етмәҫ. Икебеҙ ҙә тамуҡҡа кергәнсе, һин булһа ла ожмаһҡа кер”, — тип уға үҙенең бөтөн әжерҙәрен бирер. Аллаһ алдына әжер-сауаптар менән һөйөнөп был мосолман килер ҙә уны ожмаһҡа керергә рөхсәт ителер. Инде ожмаһ ишегенә килеп баҫҡас, ауаз ишетә: Читать далее

Ахырзаман ғәләмәттәре...

                                                     Ахырзаман ғәләмәттәре...

     Кескенә ваҡытта әбейҙәребеҙ: «Ахырызаман ҡаршыһында тимер ҡоштар осар, өйҙә йәнһеҙ кешеләр һөйләр, әҙәмдәрҙең ояты китер», — тип әйтә инеләр. Ҡаршыларына оноҡтарын ултыртып, хикмәтле абыстайҙарыбыҙ көндәрҙән бер көндө донъяның бөтәһен, бөйөк хөкөм көнөнөң киләһен, ҡылған ғәмәлдәре өсөн яуап тотаһы кескенәнән күңелдәренә һеңдереп, иман орлоҡтарын һалып ҡалырға тырышҡандар. Бәлки, ул ғәләмәттәрҙең ҡайберҙәре әбей-бабайҙарыбыҙ үҙҙәре лә күреп бөтөрмәгәндер. Ысынлап та, бынан 1400 йыл элек йәшәгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәҙәти булмаған кеше, ул Аллаһтан килгән ғилем менән киләсәктә ниҙәр булаһын, ахырзаманда кешеләрҙең ниндәй йәмғиәттә йәшәйәсәген әйтеп ҡалдырған. Был уның бер яҡтан хаҡ Пәйғәмбәр икәнен күрһәтһә, икенсе яҡтан беҙгә даими Ҡиәмәттең киләһен, донъя тормошоның туҡтаясағын иҫебеҙгә төшөрә. Читать далее