Архив автора: Назир Сабитов

Отолоуҙан ҡотолоу

                                                Отолоуҙан ҡотолоуҙың дүрт юлы.

                                                     Аяттар, аяттарға шәрехтәр.
     Ҡөрьән өйрәтә: "Заман, дәүер, быуат һәм көн артынан көн үтеп, бер-бер артлы килеп торған икенде ваҡыты менән ант итеп әйтәм: дөрөҫлөктә, һәр кем отолоуҙа. Ҡәҙерле ғүмерен донъя өсөн генә тәләф итеүе сәбәпле төрлө зарар һәм кәмселектәргә юлығып, хәсрәт сигеп кенә тора.
     Әҙәм балаларынан Ҡөрьән өйрәткән рәүештә иманға килеп, изге ғәмәлдәр менән ғүмер иткән, тормошта булып торған төрлө ауырлыҡтарға, бәлә-ҡазаларға сабыр, сыҙам була белеү өсөн бер-береһенә өгөт-нәсихәт биреп тора белгән хаҡ мөьминдәр генә отолоуҙа, кәмселектә, хәсрәттә булмаҫ”, — ти.
                                                                                                                     ”Үәл-Ғасыр” сүрәһе. Читать далее

Сабырлыҡ тураһында нәсихәттәр

                                                    Сабырлыҡ тураһында нәсихәттәр.

     ”Аллаһ өсөн кемдәр бөтәһенән дә ҡәҙерлерәк?”
— тип һорайҙар мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәттән. «Аллаһ биргәндәргә шөкөр итә, бәлә һәм бәхетһеҙлектәр килгәндә сабыр итә белгәндәр”, — ти имам.
     »Сабырлыҡ — Йәннәттәрҙәге хазиналарҙың береһе”.
     "Сабырлыҡ ул — нур”, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис- сәләм.
     Сабырлыҡ, ҡәнәғәт була һәм шөкөр итә белеү — ҡолдоң иң мөһим бер сифаты, тип өйрәткән пәйғәмбәребеҙ. Читать далее

Иманға инаныу

САДАКАИманға инаныу

Мәҙхиә

Бисмилләһир — рахманир — рахим! —
тип
Салауат әйтһәм, баҙнатлылыр
ҡәләм.
Йөрәк һүҙем һиңә, Хаҡ тәғәләм,
Һиңә, Раббым Рәсүле — изге әләм!

Сәхәрҙәрҙә — таңда күккә баҡһам,
Мең — мең йондоҙ — тәсбих
төймәләре.
Ай күрҙем мин аман, йәндә
иман,
Тәҡдиремә тәҡәттәр бир, Тәңре! Читать далее

“Әғүүҙү бисмиллә” — нең фәзыләте

                                            “Әғүүҙү бисмиллә” — нең фәзыләте.

     Бер ҡатындың ире монафиҡ ине. Был ҡатын һәр һүҙ йә иһә фиғелен “бисмилләһ” менән башлар ине. Бер ваҡыт ире: ”Ҡатындар уларҙы оятлы иткән нәмәне эшләмәһендәр”, — тине, ҡатынына аҡса янсығын ҡалдырҙы һәм уға: ”Быны һаҡла”, — тине. Ҡатыны уны бер урынға ҡуйҙы һәм онотты. Ире был аҡса янсығын һәм унда булған аҡсаны алып, йорттағы ҡойоға һалды. Һуңынан килеп ҡатынынан янсыҡты талап итте. Ҡатыны янсыҡты ҡуйған урынынан алғанда “бисмилләһ” әйтте. Аллаһ Тәғәлә Җәбраил ғ.с. -гә тиҙ генә янсыҡты алып килеп урынына ҡуйырға әмер итте. Ҡатын ҡулын янсыҡты алырға тип һуҙҙы һәм уны ҡуйған урынында тапты. Ире бик ғәжәпләнде һәм Аллаһ Тәғәләгә тәүбә ҡылды.
     Ибн Ғәббәстән килгән хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (ғ.с.) әйткән: “Кем “бисмиллә”– не әйтһә Аллаһ Тәғәлә уны 70 бәлә-ҡазанан һаҡлар”. Читать далее

Күрше хаҡы

                                                          Күрше хаҡы

     (текстың хәрефтәрен ҙурайтыр өсөн Ctrl кнопкаһын баҫып-тотоп, + кнопкаһына баҫырға, бәләкәйсәтер өсөн кнопкаһына баҫырға)

     Хөрмәтле йәмәғәт! Ислам дине кешенең үҙ-үҙенә, икенсе кешегә һәм башҡа йән эйәһенә, Аллаһ Тәғәләгә булған мөнәсәбәтен яйға һала. Был донъяла кеше яңғыҙы йәшәмәй, ә кемгәлер күрше була. Күршенең кем булыуына ҡарамаҫтан мосолман уның менән яҡшы мөғәмәләлә булырға тейеш, сөнки был – йәмғиәттең имен, ныҡ, тыныс һәм хәүефһеҙ булыу шарты. Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә күршелек тураһында бик йыш әйтелә. Мәҫәлән, Ҡөрьәндә: «Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға һис бер нәмәне тиңдәш тотмағыҙ: ата-әсәләргә, яҡындарға, етемдәргә, ярлыларға, туғанлыҡ менән яҡын күршегә, яҡындағы күршегә, эргәләге дуҫыңа, юлсыға, уң ҡулдарығыҙ хужа булғанға — изгелек ҡылыу! Ысынлап та, Аллаһ тәкәббер, маҡтансыҡтарҙы яратмай» — тиелә. («Ҡатындар» сүрәһе. 04: 36). Читать далее

Шәйех Ғабдуллаһ

                                                              Шәйех Ғабдуллаһ

                                                    Ғабдуллаһ әл-Фәиз әд-Дағстани

   Ул — Изге Ҡөрьәндең йәшерен мәғәнәһен аңлаған, суфыйсылыҡ ҡанына һеңгән шәхес булған. Мөхәммәд пәйғәмбәр (с.ғ.с.) уның йөрәге була. Уның йәне илаһилыҡҡа өҫтөнлөк бирә, ул донъяға килгәндә, Ер яҡтылыҡҡа күмелгән. Кешеләр шәйехкә, фани донъяла ғына түгел, баҡыйлыҡҡа күскәс тә тыныслыҡ, бәхет табыу маҡсаты менән килгән, наҙанлыҡ, томаналыҡ уның мәғлүмәтлеге, белеме ярҙамында юҡҡа сыҡҡан.
   Шәйех Абдуллаһ 1891 йылда Дағстанда врач ғаиләһендә тыуа. Уны әсәһенең ағаһы шәйех Шәрәфетдин әл-Дағстани тәрбиәләй һәм уҡыта. Һеңлеһе ауырға ҡалғас, шәйех Шәрәфетдин уға:"Һинең тыуасаҡ улың үткән һәм буласаҡ ваҡиғаларҙы күрәсәк. Ул үҙ осороноң «Әүлиә әл-Солтаны буласаҡ. Әүлиәләр „Мөхәммәд (с.ғ.с.) өммәте башлығы“, тип ололаясаҡ. „Минең бер йөҙөм Бар ҡылыусыға, икенсеһе Унан бар булғандарға ҡарай. Бер сәғәтте — Бар ҡылыусы, бер сәғәтте — Унан бар булғандар менән уҙғарам“, тип әйтер ул. Ул тыуғас, Абдуллаһ, тип исем ҡуш, сөнки ул яңынан ғәрәп илдәренә тәриҡәт таратасаҡ». Читать далее

Шәйех Баһауетдин

                                                           Шәйех Баһауетдин

                                       Мөхәммәт Баһауетдин шаһ Наҡшбәнд әл-Бохари 

   Шәйех Мөхәммәд Баһауетдин әл-Бохари Наҡшбәнд Ҡаср-и-Хиндуан ауылында һөнәрсе тажиҡ ғаиләһендә тыуған. Һуңынан был ауыл уның хөрмәтенә Ҡаср-и-Арифам, тип атала, вафаты ла тыуған ауылында була. Уның атаһы туҡыусы һәм сүкеүсе булған («наҡш» фарсы телендә «биҙәк,» тигәнде аңлата). Суфыйсылыҡ тәриҡәтенең был тармағы, шулай итеп, уның һөнәре атамаһынан килеп сыҡҡан. Шәйех Баһауетдиндың тормошонда суфыйҙар менән тығыҙ бәйләнештә булған олатаһы ҙур урын тота. Нәҡ ул ейәнендә мистикаға ҡыҙыҡһыныу уята ла инде. Читать далее

Шәйех Абдул Ҡадир

                                                                  Шәйех Абдул Ҡадир

   Солтан Әүлиә әл-Ғауҫ әл-Әҙәм Шәйех Мөхөтдин Абдул Ҡадир әд-Джилани әл-Хәсәни әл-Хөсәйни                                                                                                           (ғәләйһиссәләм)

   Шәйех Мөхөтдин Абдул Ҡадир әл-Джилани (1077/472 — 1166/561) дини ғилем һәм Күк ҡанундары белгесе булған. Суфыйсылыҡ һәм Шәриғәт фәнендә абруйы шул тиклем юғары булып, уны заманының рухи ҡотобо булараҡ белгәндәр (Әл-Ғауҫ әл-Әҙәм). Ул христиан йыл иҫәбе буйынса 1077 йылда Ирандың төньяҡ-көнбайышындағы Джилани ҡалаһында тыуған. 18 йәшендә, дини ғилем һәм рухи остаз эҙләп, Бағдадҡа юллана. Шәйехтәр Абул Вафа ибн Акил, Мөхәммәд бин әл-Хәсән әл-Баклани һәм Әбү Зәкәриә Табризи — уның тәүге остаздары була. Ошо уҡытыусылар етәкселегендә ул Ҡөрьән тәфсирен, суфыйсылыҡ йолаларын, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) тормош юлын, теологияны, фикхты (ислам хоҡуғы), грамматиканы, Ҡөрьән филологияһын һәм уны уҡыу сәнғәтен, Ислам хоҡуғының Ханбала мәктәбен өйрәнә, быларҙан тыш, Шәфиғи мәктәбе буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғын ала. Ҡөрьәнде яттан белә һәм уны ете төр алым менән уҡый алған. Дини ғилемдең 13 фәнен һәм уға яҡын фәндәрҙе үҙләштергәндән һуң, Мөхөтдин Абдул Ҡадир әл-Джилани шәйех Хәммәд бин Мөслим әд-Даббас етәкселегендә рухи юлға баҫа. Алдынғы ҡарашлы һәм Бағдадтағы бөтөн остаздар кимәленә еткәндәрҙең шәйехе әл-Мөбәрәк Сәйед бин әл-Хәсәндә бәйғәт ҡыла. Читать далее

Шәйех Нәҙим

                                                             Шәйех Нәҙим

                                     Шәйех Мөхәммәт Нәҙим Әл-Хаҡҡани Әл-Кипруси
   Шәйех Мөхәммәд Нәҙим әл-Хаҡҡани Кипрҙа, Ларнакала, 1922 йылдың 23 апрелендә, шәмбе көн тыуған (мосолман календары буйынса 1340 йыл шәғбән айының 26-һы). Атаһының нәҫел тамырҙары Ҡәҙриә тәриҡәтен ойоштороусы шәйех Абдул Ҡадир Джиланиға барып тоташа, әсәһе яғынан — Мәүләүиә тәриҡәтенә нигеҙ һалыусы шәйех Джалалетдин Румиға. Шулай итеп, ул атаһы яғынан Мөхәммәд (с.ғ.с.) һәм Оттоман империяһы солтандары нәҫеленә ҡарай.
   Кипрҙа үткән бала сағында шәйех Нәҙим олатаһы, Ҡәҙриә тәриҡәте шәйехе менән йыш аралашҡан. Олатаһы уны дини вазифаларға өйрәтә. Малай бәләкәйҙән үк иҫ киткес сифаттар — түҙемлек, киң күңеллек, дини тәғлимәткә ҡыҙыҡһыныу күрһәткән, ҡалала һәр кемгә кәңәш бирерҙәй һәм уның киләсәген әйтерҙәй аҡыллы кеше булып танылған. Биш йәштән ул йыш ҡына өйҙән китеп юғалып торған. Әсәһе уны мәсеттән йәки Мөхәммәд (с.ғ.с.) сәхәбәһе ҡәберенән барып табыр булған. Өйгә ҡайтырға өгөтләүҙәргә малай: «Мин бында, Өммө-Хирам янында, ҡалам ул — беҙҙең өләсәйебеҙ», — тигән. Ҡайһы берҙә малайҙың тере кеше менән һөйләшкән кеүек Өммө Хирам менән һөйләшеүен күрәләр, уны туҡтатырға теләүселәргә: «Ҡамасауламағыҙ, мин ошо ҡәберҙә ятҡан ҡарт өләсәйем менән хәбәрләшәм», — тип яуаплаған. Читать далее

Мөжәүир хәҙрәт доғаһы

Мөжәүир хәҙрәт доғаһы

   Беҙҙең халыҡ араһында Мөжәүир хәҙрәт доғаһы исеме менән йөрөгән доға – ул берәй теләк, йә берәй нәмәгә мохтаж, йә ярҙам кәрәк булғанда уҡыла торған доға. Был доға хаҡында Ислам динебеҙҙә хәҙистә бар. Был доғаны хәжәт намаҙы ваҡытында ҡуланып Аллаһ Тәғәләнән һораһаң, иншаАллаһ, теләгең ҡабул булыр. Ошо хәҙистә әйтелә: (1279) — Аллаһ рәсүле, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үәссәләм әйтте: Читать далее