Архив автора: Назир Сабитов

Суверенитет, демократия, һүҙ азатлығы

                                                  Суверенитет, демократия, һүҙ азатлығы

Cuverenitet

Суверенитет, демократия, һүҙ азатлығы

     «Рәсәй иленә ҡәбәхәттәр идара итә»,— тип белдерҙе, Рәсәй Федерацияһының кеше хоҡуҡтары буйынса вәкәләтлеһе Сергей Ковалев. Үҙ ерендә үҙ халҡына ҡаршы һуғыш асҡан власть даирәләрен башҡаса атап булмайҙыр ҙа. Төньяҡ Кавказдағы Ичкерияның һәм күрше региондарҙың йөҙәрләгән мең халыҡтары — чечендар һәм ингуштар, ҡарәсәй һәм адыгей, осетин һәм балҡарҙар — бары тик донъяға үҙҙәре булып тыуған һәм үҙҙәре теләгәнсә йәшәргә ынтылған өсөн XX быуат эсендә генә бына нисәнсе тапҡыр депортацияға, этноцидҡа, туранан-тура геноцидҡа дусар ителде, йорт-ерҙәре яндырылып, ас-яланғас ҡалдырылды, үлтерелде, иленән һөрөлдө. Бына нисәнсе тапҡыр үҙ халҡына ҡаршы ҡуйылып, төрлө милләттән булған тиҫтәләгән мең Рәсәй хәрбиҙәре һәләк ителде. Ирендәрендә әсә һөтө лә кибеп өлгөрмәгән, мыйыҡтары ла яңы ғына һыҙылып сығып килгән һәм Рәсәй армияһында әле күҙҙәре лә асылмаған бесәй балаларын хәтерләткән һөлөктәй егеттәребеҙҙе утлы нөктәләргә ебәреп, милләттең иң сәләмәт һәм иң көслө яртыһынан «пушка ите» яһанылар.
     Рәсәй армияһының, тимәк, беҙҙең егеттәрҙең — урыҫмы, татармы, сыуашмы, башҡортмо, барыбер беҙҙеке, бит улар — Ичкерияла «бандиттар» менән түгел, ә чечен халҡына ҡаршы һуғышыуы бөгөн бөтә донъяға билдәле. Читать далее

Илкәйем

                                                «Илкәйем», Зәйтүнә Ханова

Зайтуна Ханова

Зәйтүнә Ханова

     Президент Борис Ельцин хәрәкәт итеүсе ғәскәрҙәргә алты ай хеҙмәт иткән йәш һалдаттарҙы ебәрергә Указ биргәйне, теләгеңә ҡарап һуғышта ҡатнашыу хоҡуғын бөтөргәйне. Шунан алып һуғышта ҡатнашыу мәжбүри бурысҡа әйләнде. Ә бының Рәсәй Конституцияһына ҡаршы килеүе бер кемде лә борсоманы. Төп Законда  ҡаралған альтернативалы хеҙмәткә хоҡуҡ тулыһынса инҡар ителде .
     Рәсәйҙә хатта һауала һуғыш еҫтәре аңҡый. Телевидение бер туҡтауһыҙ Владимир Путинды күрһәтә: бына ул һауала пилот урынында, бына һыу аҫты кәмәһендә, (Тотош Рәсәйҙә берҙән-бер кеше, Калуга өлкәһенең Обнинск ҡалаһынан йәш математик, милитаризацияға ҡаршы радикаль ассоциация ағзаһы Дмитрий Неверовский ғына «һуғыш машинаһын» судта еңеп сыҡты — тик бының өсөн уға бер йылға яҡын төрмәлә ултырырға тура килде. «Минең һуғышта ҡатнашмаҫҡа Конституцияла ҡаралған хоҡуғым бар һәм мине ирекһеҙләргә бер кемдең хаҡы юҡ. Әгәр Чечняға барһам, барыбер тыныс халыҡ яғына күсер инем», — тип белдерҙе Дмитрий судта (НТВ, 24 октябрь, «Суд бара» программаһы) йәки Чечняла һалдаттарҙы яңы һуғыштарға рухландыра, бына ул шлем кейеп, парашют аҫып алған һәм СУ-27 истребителендә Чечняға оса, йәки каратэ менән шөғөлләнә... Бары тик Баренц диңгеҙендә хәрби-диңгеҙ уҡыу тәжрибәләре ваҡытында илдең иң яҡшы судноһы — КА-141 «Курск» һыу аҫты атом кәмәһе фажиғәле һәләк булғандан һуң бар донъя тетрәнеп, ярҙам ҡулы һуҙғанда ла ҡотҡарыу эштәрен башларға теләмәгән һәм Сочила ял итеүен дауам иткән президентыбыҙҙың һәм баш командующийыбыҙҙың абруйы һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Шулай ҙа Путин үҙе булып — президент булып ҡалды, ә бына беҙ, меңәрләгән чечендар ауыл-ҡалалары менән ер йөҙөнән юҡ ителгәндә «ыһ!» та итмәгән кешеләр, үкерешеп илаштыҡ... Йортһоҙ, илһеҙ, ерһеҙ, телһеҙ, динһеҙ ҡалғандарҙы кем йәлләп илар икән?.. Читать далее

Әхмәтзәки Вәлиди Туған

                                                      Әхмәтзәки Вәлиди Туған

     Ғайса Хөсәйеновтың Әхмәтзәки Вәлиди Туған тигән тарихи-биографик китабын һеҙҙең иғтибарға ПДФ форматта тәҡдим итәм. Китаптан өҙөк: Әхмәтзәки Вәлидиҙең кумиры — Йәләлетдин Руми. Төрөк һәм иран әҙәбиәте классигы Румиҙың фарсы телендәге шиғырҙарын ул әңгәмә барышында берәй фекерен образлы итеп нығытып ҡуйырға кәрәк булғанда йыш ҡына яттан цитаталарға ярата, уның кинәйәле һүҙҙәрен оҫта ҡуллана. «Мәүләнә төрлө яҡлы, күсмә мәғәнәле, тәрән фәлсәфәи фекерҙәр яҙып ҡалдырған, — ти ул. — Уларҙы аңлау өсөн дини әҙәбиәтте, хатта төп йәһүди сығанаҡтарҙы, пәйғәмбәр ҡиссаларын, Һарут-Марут, Балам-Баһур ҡиссаларын, ғәрәп әҙәбиәтен тәрән белеү шарт. Быларҙы минең кеүек бөтә нескәлектәрендә белеп етмәгән кешеләргә Румиҙы аңлауы анһат түгел. Баязит Бистами, Мансур Һаллаж һәм Ибраһим Әдһәмдең, суфыйҙарҙың тәржемәи хәлдәрен, Ҡөрьән аяттарын, хәдистәрҙе, ғәрәп һәм фарсы фольклорын, айырыуса иблис, шайтан интригаларын белеү мотлаҡ. Мәүләнә Йәләлетдин Руми, үҙе бик яҡшы хәбәрҙар булған был хикәйәт-киссаларҙың берәй киҫәгенә таянып, фекерен үҫтерә. Өҫтәүенә Руми, бер әҫәрҙең аҙағына сыҡмаҫтан, икенсеһенә, өсөнсөһөнә күсә. Улар араһындағы эске мәғәнәүи бәйләнештәрҙе аңлау ҙа уҡыусының дини, тарихи, әҙәби яҡтан мәҙәнилеге кимәленә бәйле». Читать далее

Күрәҙәлек итә, тимәгеҙ

                                               Күрәҙәлек итә, тимәгеҙ

Ахматзаки Валиди

Әхмәтзәки Вәлиди

     Әмир Юлдашбаевтың Әхмәтзәки Вәлидинең хаттарынан, сығыштарынан, башҡорт халҡына әйтелгән мөрәжәғәттәренән төҙөгән был «Күрәҙәлек итмә, тимәгеҙ» китабы ысынбарлыҡҡа илебеҙҙә булған һәм буласаҡ ваҡиғалар менән бәйле. Зәйнулла Рәсүлевтың кейәүе булараҡ бөйөк шәхесебеҙ Зәки Вәлидов иҫкәрткәндәренең бөтәһелә тормошҡа аша килә бит! Бәлки әүлиә Зәйнулла ишан илдә буласаҡ ваҡиғаларҙы күрәҙәләп Зәки Вәлидовҡа әйткәндер, сөнки был ғалимыбыҙ: тормош юлымда Зәйнулла ишан тап булмаһа, мин бәлки ябай сәуҙәгәр булыр инем тигән бит. Һәм быны Әхмәтзәки Вәлиди ошо яҙғандары аша иҫкәртергә теләгәндер.
Мин ни эшләптер был 1998 йылда баҫмаға бирелгән китапты элегерәк уҡымай, хәҙерге көндә ентекләп шуны уҡығыс – шанҡып ултырам. Ысынында был китапса яҙылғанса: сәйәсәттә һәм халыҡ тормошо араһындағы барған хәлдәр дөрөҫлөккә тап килә бит! Тик халыҡ наҙанлығы арҡаһында быны аңларға теләмәй һәм донъяһын ҡайғырта.
Читать далее

Башҡорттарҙың боронғо ғәскәрҙәре

                                            Башҡорттарҙың боронғо ғәскәрҙәре

     Әхәт Сәлихов «Әхмәтзәки Вәлидиҙең Рәсәйҙәге ғилми эшмәкәрлеге» . Китапты тулыһынса аҫта уҡырға мөмкин.

     Әхмәтзәки Вәлиди. Башҡорттарҙың боронғо ғәскәрҙәре хаҡында

     Башҡорттарҙың ысын армия булып хеҙмәт итеүе 1798 йылдан башлана. Ләкин башҡорттар борон-борондан уҡ ғәскәри халыҡ булғанлыҡтан, Рәсәй хөкүмәте ҡулына инеү менән үҙ ихтыярҙары менән ғәскәри хеҙмәткә барған. Башҡорт ғәскәре хаҡында беренсе хәбәр 1608 йылда күренә. 1676 йыл бер мең тирәһе башҡорт Ҡырым һуғышына һәм төрлө ваҡыттарҙа поляктарға ҡаршы барғандар. Был хеҙмәттәрҙең барыһына ла теләгән кешеләр барған, йәғни ихтыярлы эш булған. 1754 йылдың 14 мартынан башлап Рәсәй хөкүмәте башҡорттарҙан кәрәк саҡта ғәскәр алырға әмер сығарған һәм шул ваҡыттан башлап 1797 йылға тиклем линия хеҙмәтенә (йәғни дәүләт сиктәрендәге крепостарҙағы хеҙмәткә) барғандар. 1755 йыл хеҙмәттә 1969 кеше булған. 1754 йылға ҡәҙәр хеҙмәттәре өсөн жалование алмағандар. Тик ҡылған эштәренә ҡарап награда ғына I алғандар, әммә 1854 йылдан 1898 йылға хеҙмәт итеүселәргә жалование, фураж һәм провиант бирелгән. Башҡорттарҙың 1898 йылға тиклемге ғәскәри хеҙмәтен беренсе дәүер тип әйтергә була. Ул саҡта башҡорттар, һәммә ғәскәр тәртибе эштәрендә үҙе теләгән рәүештә булған, Рәсәйҙең регуляр армияһы кеүек ғөмүми ҡанундарға ҡарамаған. Хеҙмәткә теләп йәки хөкүмәт әмере буйынса барыусыларҙың барыһы ла үҙҙәре теләгән кешене баш итеп һайлап, үҙҙәренсә эш иткәндәр. Читать далее

Башҡорттарҙың кәмеүенең сәбәбе ниҙә?

                                       Башҡорттарҙың кәмеүенең сәбәбе ниҙә?

     Был хикәйәт Әхәт Сәлиховтың «Әхмәтзәки Вәлидиҙең Рәсәйҙәге ғилми эшмәкәрлеге» тигән китабынан алынды. Был китапка ссылка: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/11838.html#more-11838

     Көнсығышта урынлашҡан тауҙарында был көнгәсә йәшәп килгән башҡорттар үҙҙәренең ябайлыҡтары, йомартлыҡтары һәм батырлыҡтары менән башҡа халыҡтарҙан айырылғандары кеүек, йәнле активлыҡта, дәрт һәм ғәйрәттә лә күрше ҡәүемдәрҙең бик күбеһенән алда инеләр. Ватан мөхәббәте, бер-береһенә өлфәт араларына тамам ерләшеп, үҙ-ара хыянат, үлтереш, талашты күңелдәренә лә килтермәйҙәр ине. Мәрхәмәт, шәфҡәт һәм бер береһенә ярҙам итеү, ғәфү итә һәм тыңлай белеү шикелле кешелек  йәмғиәтендә беренсе урынды тотҡан маҡтаулы сифаттар, башҡорттарҙың тәбиғи сифаттары кеүек әүерелгәндәр ине. Бөйөк Урал тауҙарының шиғри күренештәре эсендә тәбиғәттең киң һәм бөтмәҫ ниғмәттәренән тик үҙҙәре генә файҙаланып, йәнле-ҡыҙыҡлы хаят, дәртле-ялҡынлы бер тормош эсендә ғүмерҙәрен кисергән киң күкрәкле башҡорттарҙың заманында ярайһы ғына ғалим һәм белгестәр, әҙип һәм шағирҙар етешкәне кеүек, саф алдына сығып, батырҙарса һуғышҡан ҡаһармандары ла булып үтте. Аллаһы тәғәлә тарафынан һибә ителгән иркенлектән теләгәндәренсә файҙаланып, донъяның ожмахи булған киң Урал тауҙарының йәмле баҡсаларында гүзәл һәм борғоланып, иркәләнеп ағып ятҡан шишмәләре буйҙарында, бал ҡортондай наҙланып, күсеп-күсеп йөрөгән был хоҙай бәндәләре заманында ҡәүемдәрҙең, бәлки, иң бәхетлеһе булғандарҙыр... Бер береһе өҫтөнә сыҡҡан күп һанлы тауҙарҙан тәшкил ителгән, туп-тура күккә табан юғары олғашҡан Урал тауҙары... Шул күренеште тәшкил иткән йәмле тәбиғәттең тәьҫире аҫтында башҡорттар һис нәмәгә илтифат итмәйенсә, ғәмһеҙ-ҡайғыһыҙ күңелле тормоштоң ләззәтле ҡосағында рәхәт-рәхәт йәшәй бирҙеләр. Читать далее

Сайланма хәдисләр

                                                           Сайланма хәдисләр

     Ризаэтдин бине Фәхретдиндең « Сайланма хәдисләр китабынан».

عن أَمِيرِ المُؤمِنِينَ أَبي حَفْصٍ عُمَرَ بنِ الخطَّابِ رَضِيَ اللهُ عَنْهُ قَالَ : سَمِعْتُ رَسُولَ اللهِ صلى الله عليه وسلم يَقُولُ: « إِنَّما الأَعْمَالُ بالنِّيَّاتِ وإنَّما لكُلِّ امْرِىءٍ ما نَوَى، فَمَنْ كانَتْ هِجْرَتُهُ إلى اللهِ ورَسُولِهِ فَهِجْرَتُهُ إلى اللهِ ورَسُولِهِ، ومَنْ كانَتْ هِجْرَتُهُ لِدُنْيا يُصِيبُها أو امْرأةٍ يَنْكِحُها فَهِجْرَتُهُ إلى ما هَاجَرَ إليه».

     "Кешеләр кыла торган гамәлләрнең Аллаһы Тәгалә тарафыннан игътибарга алынулары, дәрәҗә һәм мәртәбәләре аларның ниятләренә күрә, һәр кешенең үз гамәле бә-рабәренә булган өлеше нияткә карап була. Аллаһы Тәгалә һәм Рәсүленең ризалыгын ният кылып һиҗрәт кылучыларга Аллаһ һәм Рәсүле өчен һиҗрәт кылу савабы була. Дөньяви максат өчен яки берәр хатынга өйләнү нияте бе-лән һиҗрәт кылучыларның алачак өлешләре дә үзләренең дөньяви максатларына җитү яки шул хатынга өйләнүдән гыйбарәт була".

Читать далее

Яуҙа үлгәндәр шәһитме? Иман

                                            Яуҙа үлгәндәр шәһитме? Иман
     Бөгөн интернет киңлегеңдә лә һәм былай аралашҡанда ла берәй һалдат үлгәнен ишетһәләр: урыны йәнәттә булһын тип әйтеп ҡуялар. Был дөрөҫмө?
     Кеше ҡайһы осраҡта шәһит үлеме менән үлгән булып иҫәпләнә? Әйҙә ошо мәсьәләләрҙе ҡарап үтәйек. Әйе донъябыҙҙан шәһит китеүселәр һәм шәһит үлеме менән үлеүселәр бар. Эс ауыртып, утта янып, һыуға батып үлеү ҙә шәһиттәр үлеме менән китеүгә инә. Сөнки кеше ғаҙапланып үлә. Ҡатын-ҡыҙҙар бала тапҡанда йән бирһә, шәһиттәр үлеме менән киткән булып иҫәпләнә. Бындай үлемдәрҙең ябай үлемдән айырмалығы ниҙә һуң? Шәһит китеүселәр һәм шәһит үлеме менән үлеүселәр хисап бирмәйенсә, туранан-тура йәннәткә инәләр, тиелә. Читать далее

Иблис, Дәджәл, QR-код

иблис

сатана

                                Иблис, Дәджәл, QR-код
    Был мәҡәләне элек яҙа башлағайным, тик интернет киңлегенә бындай мәғлүмәттәргә тыйыу булды бит, әлегә был тынып ҡалған мәсьәләне тиҙҙән ҡабат күтәрерҙәр һәм беҙҙе яңынан «ауыҙлыҡтарҙар»!
     QR-кодтарҙа Дәджәл фетнәһенең килеп етеү сағылышы. Кем ул Дәджәл? Дәджәл исеменең мәғәнәһе «алдаҡсы», «ялғансы», «хаҡлыҡты ялған менән йәшереүсе» тигән мәғәнәне белдерә, «хәҡиҡәтте – ялған һәм яҡшыны яман менән бутаусы» һүҙҙәренә тап килә. Һис шикһеҙ, Дәджәл фетнәһе – әҙәм балаһы күрәсәк иң бөйөк фетнә һәм беҙ әле шул бола заманында йәшәйбеҙ. Дәджәлдең халыҡ араһына киләсәге тураһында Ҡиәмәт көнөнөң кесе билдәләре булып үткәс Хисап көнөнөң ҙур билдәләренең тәүгеһе булараҡ булыр тиелә.
     Ҡиәмәт яҡынлашыуының кесе билгеләре булып Ер йөҙөндә һуңғы пәйғәмбәр Мөхәммәд саллалаһу ғәләйһис-сәләмдең тыуыуы һәм үлеме, шулай уҡ, бейек өйҙәр һалыныуы, ихласлыҡтың, ғилемдең кәмеүе; хәмер эсеүселәрҙең, йырсыларҙың күбәйеүе; боҙоҡлоҡтоң, зинаның, алдыҡтың, ғәҙелһеҙлектең таралыуы; ялған пәйғәмбәрҙәр, байҙар, ҡатын-ҡыҙҙар һанының, үлемдең, ер тетрәүҙәренең, төрлө фажиғәләрҙең, дауылдарҙың артыуы; ваҡыттың шәбәйеүе һ. б. тора. Читать далее

Джәджәл ғәскәре әҙер

                                                             Джәджәл ғәскәре әҙер
     Хәҙерге көндәрҙә кешеләр шул тиклем наҙан һәм аҡылһыҙ. Үҙ баштары менән бер аҙ булһала фекер иткеләре килмәй. Берәү әйтмешләй: хатта мейеләренә тиклем ҡоллоҡа бирелгәндәр, коллектив дезинформацияла — ялған хәбәр (мәғлүмәт, информация) ҡоллоғонда. Мәхмәт (Мехмет) хәҙрәт үткән вәғәҙендә кешелектең күпселегенә, күбеһенә эйәрһәң — имандаң яҙырһығыҙ һәм урынығыҙ тамуҡта — тип һөйләгәне. Беҙҙә, ер йөҙөндә күпселеге кемдәр ул?
     Эргәгеҙҙәге динһеҙҙәр, кәферҙәр, иманһыҙҙар. Хатта үҙҙәрен мосолман тиеп, намаҙ һәм ураҙа тотмағандарҙа шул рәттә, быларын үтәп тә барған белемһеҙ наҙандарҙа шул хәлдә. Сөнки улар ошо донъяға шул тиклем бирелгән һәм Аллаһ һынауы яҡынайған һайын ошо байлыҡ һәм милектәрен ҡайғырталар. Уларҙың аллаһ улар ышанған ил баштары, сөнки улар был донъяны күтәрҙе һәм һаҡлайҙар, тип ышаналар. Ошо өҫтә ултырған әҙәм аҡтыҡтары китһә – донъялары емерелә тип, ҡайғыралар. Был донъя кемдеке? Һинекеме? Бар нәмә Аллаһныҡы! Читать далее