Архив автора: Назир Сабитов

Ҡәҙер кисе

                                                      Ҡәҙер кисе

     26-сы рамаҙан көнө, 8 май (2021) — ҡояш байыу менән Аллаһ Тәғәлә бойорһа,   Ҡәҙер кисе – Ләйләтүл-Ҡадр. Ләкин пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисе хаҡында – Ошо кисте изге Рамаҙан шәриф айының ахырғы ун көнөнең бер таҡ кисендә эҙләгеҙ – тигән.

     «Рамаҙан — Ҡөрьән индерелгән ай...» Ҡөрьәндең инә башлаған ваҡыты — Ҡәҙер кисе. Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Минең өммәтемә Аллаһ уға тиклем йәшәгән бер халыҡҡа ла бирмәгән Ҡәҙер кисен индерҙе», — тигән.«Уны — Ҡөрьәнде — Беҙ мөбәрәк бер кистә индерҙек, — тиелә аяттарҙа, — һәм хикмәтле нәмәләрҙең бөтәһе лә ошо кистә хәл ителә». Бәндәләрҙең алдағы бер йылға тәғәйенләнгән ғәмәлдәре һәм яҙмыштары билдәләнә. «Әд-Духан» («Төтөн») сүрәһе, 3—4-се аяттар«Әл-Ҡәдр» йәки «Тәҡдир» сүрәһен уҡыу элек-электән бик сауаплы ғәмәлдәрҙән һаналған. «Был сүрәне уҡыған кеше, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — Рамаҙан айы дауамында ураҙа тотҡан һәм Ҡәҙер кисен ғибәҙәттә үткәргән кеше тиклем үк сауап ала».

       — Ә һуң доғаның был кистә ниндәйен уҡырға кәрәк? — тип пәйғәмбәребеҙҙән һорай хәҙрәте Ғәйшә. Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм уға ошо доғаны өйрәтә. Читать далее

Мөнәжәттәр

                                   Халыҡ мөнәжәттәре
                                Был заман кешеләренә.
     

     Арабыҙҙа йәбер, золомдар күбәйҙе,
     Ғалимдарҙың ҡәҙерҙәре һис ҡалманы.
     Ғилем менән ғәмәл ҡылмай йөрөгәнгәме?
                                Вәғәздәре бәндәләргә файҙа бирмәй,
                                Яңылыш юлда йөрөгәнгәме?
                                Ағзаларында сәләмәтлек бөттө,
                                Намаҙ, ураҙа , ғөсөлдәрҙы ҡуйғанғамы?
     Арабыҙҙа ғына, хәсәд бик күбәйҙе,
     Мосолманлыҡ шәхсен юйғанғамы?
     Ризыҡтарҙан бәрәкәт күтәрелде,
     Хәйер, ихсан, саҙаҡалар бөткәнгәме?
                               Йәндәрендә бер тыныслыҡ ҡалманы,
                               Кәсептәре харам булып бөткәнгәме?
                               Ир — ҡатындар тыныс йәшәй алмай,
                               Араларында никах ғәҡеде бөткәнгәме?
    Ирҙәрҙә ысын ғәйрәт бөттө,
    Сәс үҫтереп, ҡатын булып киткәнгәме?
    Балалары ата — әсәгә бойһонмайҙар,
    Иҫерек саҡта “биссмиллә”һеҙ тыуғанғамы? Читать далее

Ураҙа һәм һаулыҡ

                                         Ураҙа һәм һаулыҡ

     Рамаҙан ураҙаһы һәм башҡа нәфел ураҙалары беҙгә ниндәй файҙа килтерә һуң?Рамаҙан ураҙаһының беҙҙең өсөн фарыз икәнлеген беләбеҙ һәм шул арҡала ураҙа тотоп Аллаһ Тәғәләгә үҙебеҙҙең тәүәккәл икәнлегебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн тырышабыҙ.

     Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйткән «Әй мосолмандар, һеҙ оло бер мөбәрәк айға индегеҙ. Был ай — сабырлыҡ айы, сабырлыҡтың һауабы йәннәт буласаҡ. Иманлы бәндәләрҙең тормошына бәрәкәт, тәндәренә сихәт, ризыҡтарына муллыҡ бирер һәм ҡылған гонаһларын ярлыҡар, күңелдәренә нур һалыр».

     Ә икенсе яғы, тәнебеҙгә ниндәй сихәт килтерә һуң, сәләмәтлегебеҙгә ниндәй файҙа? Аллаһ Тәғәлә кешегә ял итергә төн биргән һымаҡ, беҙ ашҡаҙаныбыҙға ла ял бирергә тейешбеҙ. Беҙҙең кәүҙә ағзалары ялға мохтаж. Ә беҙҙең ашҡаҙаныбыҙ ял иткәне бармы? Бер туҡтауһыҙ ашап, уны тултырып торабыҙ түгелме? Уның төпһөҙ мискә икәнең онотоп бер туҡтауһыҙ тултырабыҙ, шул ваҡытта нисек халыҡ быға тиклем ас-һуғыш замандарында йәшәгән икән — тип уйлайбыҙ. Аллаһ Тәғәлә уларҙы һынау үткәреп, ҡайҙандыр ризыҡ биреп йәшәтеп, шуларҙан тыуып үҫкән бәндәләр беҙ түгелме? Читать далее

Рамаҙан айы

                                                 Рамаҙан айы
     Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһис-сәләм әйтте: Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә фарыз ҡылды Рамаҙан айында ураҙа тоторға, дәхи сөннәт ҡылды кистәрен уяу торып, тәрәүих намаҙы уҡырға. Әгәр бер кеше Рамаҙан айында Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн, һауаб өмөтөндә ураҙа тотһа үә ғибәҙәт ҡылһа, Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә ул кешенең барса гонаһларын ярлыҡар, әсәнән яңы тыуғандай булып ҡалыр үә тамуҡ утыннан ҡотолор. Әгәр был ай башланғаны өсөн ҡайғырһа Аллаһ Тәғәлә ул кешенең тәнен тамуҡ утына хәрәм ҡылыр.

     Был айҙағы бер фарыз намаҙ уҡыу башҡа айҙарҙа етмеш фарыз ҡылған кеүек булыр.
Был айҙа нәфел намаҙы уҡыу башҡа айҙарҙа фарыз намаҙы ҡылған кеүек булыр. Был ай шундай шәрәфәтле айҙыр, һигеҙ ожмах ишектәре асылыр, йәғни был айҙа вафат булған кеше ожмахлы булыр. Читать далее

Ифтар

                                                    Ифтар

     Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Тупаҡ ауылы мәсетендә ифтар мәжлесе үтте. Тупаҡ ауылы халҡы ихлас күңелдән ошо мәжлесте ойоштороп, мосолман ҡәрҙәштәренә ауыҙ астырҙы. Әлеге ошо биттә шул ифтар тураһында яҙып үтәйем. Ошо Рамаҙан айында Аллаһ Тәғәләнең бер киң рәхмәте бар. Әгәр берәй кем ураҙа тотҡан кешеләрҙе саҡырып, ауыҙ астырһа, ифтар мәжлесе ойоштороп ебәрһә, ошо ураҙа тотҡан кешеләрҙен сауабы шул кешегә лә яҙылыр тип әйтелә.

     Бәйғәмбәр Мөхәмәд ғәләйһиссәләм йәшәгән заманда сәхәбәләренә ( шул ваҡытта йәшәгән һәм Мөхәмәд ғәләйһиссәләмде күргән, тыңлаған, аралашҡан кешеләр) Рамаҙан айында ураҙа тотоусы кешеләрҙе йыйып ауыҙ астырырға ҡуша. Уның әйтеүе буйынса: "Ауыҙ астырған кеше муйынын йәһәнәм ғазабынан ҡотҡарыр. Аллаһ Тәғәлә уның белеп һәм белмәй ҡылған гонаһларын ярлыҡар. Ураҙа тотҡан берәй кешегә ауыҙ асырға бер хөрмә, йә баллы һыу биргән, уны ризыҡландырған кешегә Аллаһ Тәғәлә ураҙа тотоу сауабтарын бирер, һыуһағанға һыу эсереүсене ғәрәсәт майҙанына саҡырмаҫ” – тигән. Читать далее

Мөнәжәттәр

     Мөнәжәттәр. Халыҡ ижадынан

     

       Рамаҙан айҙары йәмле

 

   Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.

   Был көн мөьэминдәргә шатлыҡ,

   Уларҙың йөҙөндә аҡлыҡ;

   Рамаҙан айы килгәндә —

   Торалыр нурҙары балҡып.

                          Был көн һөйөндөрә Аллаһ.

                          Ике шатлыҡ ҡылып вәғәҙә:

                          Береһе — ауыҙ асып, икенсеһе

                          Хоҙурына юлыҡҡанда. Читать далее

Тәрәуих намаҙы

                                                Тәрәуих намаҙы

     Рамаҙан айының һәр көнөндә йәсих намаҙынан һуң витр намаҙынан алда тәрәүих намаҙы уҡылырға тейеш.Тәрәүих намаҙы барлығы 20 рәҡәғәттән тора. Ул икешәр рәҡәғәт итеп унға бүлеп, йәки дүртәр рәҡәғәт итеп бишкә бүлеп уҡыла. Тәрәүих намаҙын яңғыҙ ҙа уҡырға була, ләкин йәмәғәт менән мәсеттә уҡыу сөннәт. Тәрәүих намаҙы йәмәғәт менән уҡылған ерҙә витр намаҙы ла йәмәғәт менән уҡыла. Имам барлыҡ ҡыйрәттәрҙе лә ҡысҡырып уҡыр. Тәрәүих намаҙының дүрт рәҡәғәтен уҡыған һайын, шул рәҡәғәттәрҙе уҡыған ваҡыт самаһы ял итеп тороу сөннәт. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәсеткә тәрәуихҡә бармауы хәйерле.

     Йәстү намаҙынан һуң: йәстүнең фарызын һәм сөннәтен уҡығас, ниәтләйбеҙ; 20 рәҡәғәт тәрәүих намаҙының 4 рәҡәғәтен Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн үтәргә йүнәлдем ҡибла тарафына (имам менән уҡығанда, ойоном ошо имамға, — тип әйтелә), Халисан лилләһи тәғәлә, «Аллаһу Әкбәр» — тип, ҡалғанын башҡа 4 рәҡәғәт намаҙҙарҙағы уҡыған кеүек дауам итәбеҙ. Бында «Фатиха» сүрәһенән һуң теләгән сүрә һәм аяттарҙы уҡый алаһығыҙ йәки аҫтағы аяттарҙы уҡығыҙ. Читать далее

Тәрәуих намаҙын уҡыуҙың хасийәттәре

                      ТӘРӘҮИХ НАМАҘЫН УҠЫУҘЫҢ ХАСИЙӘТТӘРЕ

   Хәҙрәти Ғәли раҙиаллааһынан риүәйәттер: - Рамаҙан айында уҡылған тәрәүих намаҙының фазиләттәре:

БЕРЕНСЕ КИСТӘ бер мөъмин тәрәүих намаҙын уҡыһа — ярлыҡаныр уның барлыҡ гонаһтары. Аллаһы Сүбехәнә үә Тәғәлә һинең ғәмәлдәреңде ҡабул итеп, өмөт иткән дәүләткә ирештерер һәм гонаһтарыңды ярлыҡар.

ИКЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — Хаҡ тәғәлә хәҙрәттәре әсәһенең һәм атаһының гонаһтарын ярлыҡар.

ӨСӨНСӨ КИСТӘ УҠЫҺА — фәрештәләр әйтерҙәр: «Йә мөъмин! Аллаһ Тәғәлә һинең ғибәҙәтеңде ҡабул итеп, гонаһтарыңды ғәфү- мәғфирәт итте», -тип. Читать далее

Ҡатын-ҡыҙҙарҙын намаҙы һәм ураҙаһы

                          Ҡатын-ҡыҙҙарҙын намаҙы һәм ураҙаһы
   

   Ҡатын-ҡыҙҙарҙын намаҙы һәм ураҙа тотоуҙары ирҙәрҙен ғибәҙҙәтенән бер аҙ айырыла.Ҡатын-ҡыҙҙар намаҙҙы һәм ураҙаны нисек үтәргә икәнлеген әллә ни аңлап етмәй. Ҡайһы берҙәре намаҙҙы ҡартайғас (климакс) башланғас уҡыр кәрәк тип яңылыша һәм башҡа төрлө уйҙырма фекерҙәргә килә. Бәлиғ булған кешеләргә намаҙ һәм ураҙа тотоу фарыз (үтәлергә тейеш). Шәриғәт буйынса ир кешеләрҙен ун ике йәштәрендә ир-егетлек ғәләмәттәре беленһә, бәлиғ булалар, ҡыҙҙар әгәр ҡатын-ҡыҙлыҡ ғәләмәттәре беленһә, туғыҙ йәштәрендә бәлиғ булалар. Әммә ирлек, ҡыҙлыҡ ғәләмәттәре беленмәһә, ир балаларҙа, ҡыҙ балаларҙа ун биш йәшкә етмәйенсә бәлиғ тип иҫәпләнмәйҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙын физиологик үҙенсәлектәренә ҡарап Ислам дине был хаҡта ни әйтә, шул турала бер аҙ хәбәрҙән булығыҙ. Читать далее

Ураҙаға ниәт һәм уның боҙолоу сәбәптәре

                                     Ураҙаға ниәт һәм уның боҙолоу сәбәптәре
   

     Аллаһ Тәғәлә насыйп иткәс бына Рамаҙан айы етеп Ураҙа тотоу ваҡыты етте. Кемдәр иғтибар иткән үткән йылдарға — Рамаҙан айы ошо йәйге эҫе осорҙа гел һалҡын килә, Аллаһ Тәғәлә ураҙа тотоусыларға үҙенең рәхимлеген күрһәтә. Был ураҙа тотмаусыларға ишара, һиҙһендәр, аңлаһындар — тип. Аҙаҡ Аллаһ әйтер – бәндәм һин ураҙала булһын өсөн көндәрҙе һалҡын тотом, ни эшләп үтәмәнең, язаһын ал тиер. Ошо мәл, ошо йәйге ураҙа осоро, утыҙ йылдар тирәһе генә үткәс әйләнеп килә. Шуға көс-ҡеүәт бар саҡта, иң оҙон йәй көнө ваҡытында ураҙа тотоу үҙе бер бәхет. Ҙур һынауҙы үтеп, нәфсене тыйып Аллаһ Тәғәләғә һыйыныу. Кеше үҙенең нәфсеһен тыйып тороп тәрбиәләнһә ике донъя һөйөнөсөн алыр. Әгәр шул нәфсене тыймаһа, күп насарлыҡтарға тарыр. Шул нәфсе ришүәт алдыра, урлаштыра, кеше малын талауға этәрә. Күп йүнһеҙлектәрҙең башы — нәфсенән тыйыла алмай йәшәүҙә.

     Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә әйткән: «Кешенең тәбиғәте шулай — әгәр бер соҡор алтын бирһәң туймаҫ, тағы ла бер соҡор теләр. Уның ауыҙың бары тик (ҡәбер, тупрағы ғына туйҙырыр). Һәр кешенең нәфсеһе туймаҫ, бер ҡасанда етте — тип әйтмәҫ...» Читать далее