Архив автора: Назир Сабитов

Ғәшүрә көнө намаҙы

                                            Ғәшүрә көнө намаҙы

     Ғәшүрә көнө — пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, һәм Уның сәхәбәләре, йәғни фекерҙәштәре һәм замандаштары, был көндө мөбәрәк, изге һәм хөрмәтле һанап, ураҙа тотҡандар.

     Был көндөң фазилиәттәре һәм хикмәттәре бихисап. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, былай тигән:

     “Ибраһим, ғәләйһиссәләм, Ғәшүрә көнөндә тыуған. Аллаһы Тәғәлә уны Нәмрудтың утынан Ғәшүрә көнөндә ҡотҡарған, юлдың тоғроһон да Ғәшүрә көнөндә күрһәткән”.
Ибн Ғәббәс риүәйәт иткән:

     “Кем Ғәшүрә көнөндә дүрт рәҡәғәт намаҙ уҡып, рәҡәғәт һайын “Әлхәмдү лил-ләһ” уҡыу менән 50-шәр «Ҡуль һүүә-ллааһу” уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә уның үткән һәм киләсәк 50 йыл гонаһтарын ғәфү итер һәм юғары күктәге йәннәттә уның өсөн нурҙан бер йорт булдырыр”.

     Ғәшүрә кисен ғәмәл-ғибәҙәттә үткәреү күркәм ғәмәлдәрҙән һанала. Башҡа бер хәҙистә Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм: “Кем дә кем Ғәшүрә кисен ғәмәл-ғибәҙәттә үткәреп сыҡһа, ул Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында нәҡ Мөхәррәбин фәрештәләр (Аллаһҡа бик яҡын булған фәрештәләр) шикелле булып күренер», — тигән.

     Шулай уҡ дүрт рәҡәғәт намаҙ, һәр рәҡәғәттә берәр “Фатиха” сүрәһе менән ун “Ихлас” (Ҡүль һүүә-ллаһу) уҡыһа, был намаҙ дөрөҫтөр.

     Мөхәррәм айы һәм Ғәшүрә көнө:  https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%93%D3%99sh%D2%AFr%D3%99-k%D3%A9n%D3%A9.html

  .

Ҡәберҙәге ҡаты һорау

могила, место до судного дня        Ҡәберҙәге ҡаты һорау

     Ғалимдар: Кеше үлгәс, һорау алына, — тигән фекергә килделәр. Күмелгән булһа ла, күмелмәһә лә, уны йыртҡыс хайуандар ашаһа ла, яндырылып, көлө һауаға осоролһа ла, диңгеҙгә батһа ла, ул барыбер ҡылған ғәмәлдәре өсөн һораласаҡ. Хәйерле ғәмәлдәре өсөн хәйерле сауап һәм насар ғәмәлдәре өсөн яза аласаҡ. Рәхәтлек, йәки яза йән өсөндә, тән өсөндә буласаҡ.

     Риүәйәттә ҡылына:     

     "Пәйғәмбәребеҙ менән бер ансарҙың йыназаһына барҙыҡ. Күмеп бөтөргәс, Пәйғәмбәребеҙ ҡиблаға йүнәлеп ултырҙы, беҙ ҙә уның тирәһенә ултырҙыҡ. Пәйғәмбәребеҙ ҡулына бер сыбыҡ тотҡан һәм уның менән ерҙе ҡаҙый ине. Ул күккә ҡараны һәм ҡарашын ергә төшөрҙө. Был хәл өс тапҡыр ҡабатланды.
Читать далее

ҡатын-ҡыҙҙар намаҙы

Ҡатын-ҡыҙҙар намаҙы уҡыу тәртибе. Ошо видеолағы кеүек ҡатын-ҡыҙҙар намаҙ (ошонда баҫ) уҡый алалар. Тик Әттәхийәт уҡығанда бармаҡты күтәрмәгеҙ, беҙҙә ундай тәртип юҡ 
https://youtu.be/g0wa5nbNv1E

Йәндең һуңғы әсенеүе

                                  Йәндең һуңғы әсенеүе

     Ҡөръәндә Аллаһ Тәғәлә : “ Һеҙҙе бер аҙ ҡурҡыу һәм аслыҡ менән, малдарығыҙҙы, йәндәрегеҙҙе һәм емештәрегеҙҙе (балаларығыҙҙы) бер аҙ кәметеп, имтихан ҡылырбыҙ. Әй, Мөхәммәд, сабыр итеүселәргә һөйөнөс бир. Уларға берәй ҡайғы ирешһә, Аллаһҡа бирелеп, беҙ Аллаһының ҡолы, тағын Аллаһ Тәғәләғә ҡайтасаҡбыҙ тиерҙәр”, — тип бойора (Баҡара сүрәһе, 155-156 нсы аяттар). Беҙ ышанабыҙ, беҙҙе бар иткән – Аллаһ Тәғәлә. Төрлө ризыҡтар һәм ниғмәттәр менән туҡландырған — Аллаһ. Ваҡыты еткәндә йәнде алыусы ла – Аллаһ Тәғәлә. Алланан килдек, тағын кире Аллаһыға ҡайтасаҡбыҙ.

                                 Мөхәммәд ғәләйһиссәләм хаҡында хикәйәт.

     Рәсүлуллаһ өйөнә килеп ингәс тә сәләм бирә. Әүәлге ғәҙәте буйынса, хәҙрәти Ғәйшә аяҡ өҫтө баҫырға була. Ләкин, Рәсүлуллаһ әйтә: «Әй, мөьминдәр әсәһе, ни булды һиңә, ултыр урыныңа», —ти. Рәсүлуллаһ хәҙрәти Ғәйшә янына ултыра ла итәгенә башын ҡуя һәм шунда салҡан ятып йоҡлап китә. Ул йоҡлағанда хәҙрәти Ғәйшә Рәсулулланың һаҡалынан ҡартлыҡ билгеләрен күрә. Ун туғыҙ аҡ төк таба ла уйлана, Рәсүлулла донъянан китеп, өммәте бәйғәмбәрһеҙ ҡала, тип илай. Ике күҙенең йәше тамсылары сикәһенән ағып, Рәсулулланы битенә тама. Рәсүлуллаһ уянып: «Нимәгә илайһың?» — ти һорай. Читать далее

Ғәшүрә көнө

                                    Мөхәррәм айы һәм Ғәшүрә көнө

     Ҡорбан айының һуңғы көнө һәм Мөхәррәм айының беренсе көнө бер йылдың аҙағы һәм икенсе йылдың башылыр. Мосолмандар ошо Мөхәррәм айының башын Йыл башы тиҙәр, яңы йыл Мөхәррәм айынан башланып китә.

     Ай башының ике көнөндә кем ураҙа (ошонда баҫ) тотһа, бер ай ураҙа тотҡан сауабы бирелә, шулай уҡ ике рәкәғәт намаҙ уҡыһа, беренсе рәкәғәттә бер Фатиха (Әлхәм) сүрәһе, ун өс мәртәбә Ихлас сүрәһен, икенсе рәкәғәттә бер Фатиха сүрәһен, ун ике мәртәбә ысын Ихлас сүрәһен уҡыһа, күп әжерле, доғаһы ҡабул булып, бәлә-ҡазанан иҫән-һау булыр. Читать далее

мосолман ҡәрҙәштәр!

                                         Эй — мосолман ҡәрҙәштәр!
   Белегеҙ үә аҡыллы булығыҙ! Аҡыл булғандан һуң Аллаһы Тәғәлә фарыз иткән иманды. Бынан һуң биш ваҡыт намаҙҙы фарыз иткән; йән тәндә булып, аҡыл булған мөддәттә (ваҡытта) һис бер кемгәлә намаҙҙы ҡуймак хәлдәр булмаһын, тине.

   Әгәр бер кеше биш ваҡыт намаҙҙы уҡымайса ҡазаға ҡалдырһа, тамуҡта һикһән хоҡыб яныр; бер хоҡыб — һикһән йылдыр, һикһән хоҡыб — алты меңдә дүрт йөҙ ҡырҡ йылдыр.

   Әүәлдәге ғалимдар әйткәндәр: бер кеше биш ваҡыт намаҙға даимсылыҡ ҡылһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә биш төрлө яҡшылыҡ бирермен, тигән. Читать далее

Пәйғәмбәребеҙ әйткәндәренән

                             Пәйғәмбәребеҙ әйткәндәренән
   Һөйөкле пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһү ғәләйһиссәлләм әйткән: «Әй, ҡәрҙәштәребеҙ! Гонаһлы эштәрҙән тәүбә ҡылығыҙ. Әҙәмдәрҙең ике фәрештәләре бар — береһе ун яғында, береһе һул яғында. Уң яғындағы ҡылған яҡшылыҡты яҙыр, һул яғындағы насарлыҡты яҙыр, — тигән. Ун яғындағы фәрештә әйтер, һул яҡтағы фәрештәгә, — сабыр ит, яҙмай тор, ете сәғәт көтәйек, бәлки тәүбә итер, гонаһларҙан ҡайтыр, — тип. Фани донъяла иҫән-һау сағында, әжәл фәрештәһе яғаңдан тотҡансы мәңгелеккә китә торған эштәрегеҙҙе ҡылығыҙ, был донъяны баҡый (мәңгелек) тип һанап йөрөмәгеҙ. Зинһар, Әжәл ( ошонда баҫ) килмәҫтән элек тәүбә итегеҙ, гонаһларҙан ҡайтығыҙ. Донъя ҡәбер кеүектер, мәшәҡәттәр күптер, был нәсихәт һүҙҙәрен ҡолаҡҡа һалығыҙ, Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе үҙенән айырмаһын. Әмин». Читать далее

Ғәйет көнөнең сауаплы ғәмәлдәре

                                 Ғәйет көнөнең сауаплы ғәмәлдәре
     Ғәйет намаҙына сәхәрҙән һуң ураҙалағы кеүек эсмәй-ашамай барыу – бик күркәм эштер, ваҡыты шул – ураҙалағы кеүек , ҡояш сығыр алдынан ике сәғәт алдан (иртәнге намаҙға ун минут ваҡыт ҡалғансы, ә инде аҙан ишетһәгеҙ – ауыҙығыҙҙағы ризыҡты сәйнәп, ашап ҡуйығыҙ). Ғәйет намаҙы уҡылғас, ризыҡ ҡабыу сауаплы.

     Ғәрәфә көнө төнөндә намаҙын уҡып, көнө ураҙала үткәргән кешегә Аллаһы Тәғәлә мәғфүр дәрәжәһен бирер һәм хажиҙар сауабын насыйп итәр. Быға фәрештәләр шаһит булырҙар һәм шатлыҡтарынан ул кешегә доға ҡылып торорҙар. Читать далее

Ҡорбан салыу тәртибе

                                           Ҡорбан салыу тәртибе

     Рәсүлуллаһ, ғәләйһиссәләм, хәҙрәттәре былай бойора: "Бер кешенең хәле, байлығы һәм мөмкинлеге булып та байрамда ҡорбан (ошонда баҫ) салмаһа, намаҙлыҡтарыбыҙҙа йәнәшә булмаһын, йәғни арабыҙҙа булмаһын”. Аңлауыбыҙса, һәр хәлле кешегә ҡорбан салыу үәжибтыр. Хәленән килгән ғәиләгә ҡорбан салыу мәжбүри. Ҡайһы берҙәр ҡорбан салыу сөннәт тиҙәр, үәжиб булыуы (үтәмәһән гонаһлы, бурыслы булып ҡалаң Аллаһ Тәғәлә алдында) ошо аятҡа «Кәүҫәр» (ошонда баҫ) бәйле. Был ғибәҙәт ошо Ҡорбан байрамы (махсус билдәләнгән өс көн дауамында) көндәрендә үтәлергә тейеш. Малды ошо көндәрҙә салыр кәрәк. Был Ҡорбанды башҡа нәфел (ирекле) ҡорбандар менән, йәки үҙең, ғәиләң, һатыу өсөн салынған мал ите менән бутамағыҙ.

     Ҡорбандар, байрам намаҙы уҡылған ерҙәрҙә, байрам намаҙы уҡылғандан һуң салынырға тейеш. Хәҙис шәрифтә: “Байрам намаҙына ҡәҙәр ҡорбан салыуҙар — ит булараҡ салыу, намаҙҙан һуң салған кешенең ҡорбан салыу сауабы тулы һәм мосолманса, малы мосолмандар өсөн салынған булыр”, — тип әйтелгән. Читать далее

Ҡорбан малы

                                               Ҡорбан малы

     Пәйғәмбәребеҙҙең Мөхәммәд ғәләйһиссәләм; «Матди хәле яҡшы булған хәлдә лә ҡорбан салмаған (кеше) мәсетебеҙгә яҡын килмәһен» тигән һүҙе лә бар. Тағы ла бер хәҙистә әйтелә: «Ҡорбанға эрерәк хайуанды боғаҙлағыҙ. Ысынында, уларға атланып сират (күперенән) сығарһығыҙ».
     Ниндәй хайуандар ҡорбанға салына? Ҡорбанға (ошонда баҫ) мөмкин булған тиклем яҡшыраҡ, һимеҙерәк хайуанды салыу хәйерлерәк һәм сауаплыраҡтыр. Ислам тәғлимәте буйынса ҡорбанлыҡҡа түбәндәге хайуандар яҡшы:
Читать далее