Архив автора: Назир Сабитов

Тамъяндарҙың ҡырылыуы

                                       Тамъяндарҙың ҡырылыуы
     Был хикәйәттә тамъян ырыуы мосолмандарының урыҫ баҫҡынсылары тарафынан аяуһыҙ ҡырылыуы тураһында бара. Тамъян ырыуҙарын Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Белорет, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары, Ырымбур өлкәһенең Әсәкәй (Асекеево) районы һәм Татарстан Республикаһының Сарман районы кешеләре тәшкил итә. Был хаҡта «История башкирских родов Тамъян» тигән китаптан уҡып белә алаһығыҙ. Ссылка ошо минең сайта: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/istoriya-bashkirskix-rodov-tamyan.html
     Мин үҙемдә тамъяндар араһынан һәм элекке терәк күршемдәр, аталары репрессия замандарында Өфө яғы райондарының береһенән ҡасып килгән Ҡөръән хафиз эйәһе татар милләтенән булды. Ырыуы буйынса Тамъяндарға ҡарай һәм балаларының да йөҙҙәре буйынса тулыһынса һарыларҙан булды тиерлек. Беҙҙең арала үҫеп башҡорт теленә тулыһынса күстеләр, ә паспортарында ҡайһы берҙәре татар йә башҡорт тип яҙылды. Бер Тамъян булып та телдәребеҙ төрлө булыуыбыҙға шул боронғо төрки грамматикаһын һәм шул телдә аралышыуыбыҙҙы совет коммунистәре тарафынан 19 быуат башында бөтөрөу әфәтелер.
     Ниндәй телдә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, мосолман булып ҡалайыҡ һәм беҙгә ҡаршы сыҡҡан дине дошмандарыбыҙға ҡаршы торайыҡ. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәриме китабында изгелеккә һәм ғәҙеллеккә, хаҡлыҡҡа әйләй. Ялған тулы заманда, Иблис шайтандарынан алыҫ булайыҡ. Читать далее

Сихыр һалғандар

сихыр

шайтан төйөнө

                                                   Сихыр һалғандар
    Сихыр тураһында һүҙ ҡуҙғатып, комментарийҙәрен яҙған контакт селтәрен ҡараһам, унда быға ышанмағандар күп. Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръян Кәрим китабынының сүрә һәм аяттарында, шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм хәҙистәрендә был турала асыҡ әйтелә һәм аңлатыла, ә бында белемселәр сихыр тигән нәмә юҡ тип, үҙ фекерҙәре менән халыҡты алдайҙар. Былар кафырҙар, урындары мәңге тамуҡта булыр. Һәм бына ошо мәҡәләне әле яҙа башлауымдың сәбәбе, ошо үткән ял көндәрендә иҫке тауыҡ ояһын боҙғанда, ҡыйыҡ аҫтындағы серегән таҡта түбәһенән ергә осоп төшкән бәләкәй генә шар формаһындағы сепрәк төйөнсөгө һылтау булды. Уныһына ла иғтибар итмәҫ инем, әгәр ошо уҡ ҡыйыҡ өҫтөнә балалар ырғытҡан бәләкәй генә резина туп килеп ятмаһа. Шул туп ыңғайы, ергә тағы ла баяғы бер бәләкәй ҡара нәмә аҫҡа тәңәрәне, төшөп ҡараһам, шул әйбер ята. Иң башта берәй мулла тарафынан малдар зәғифләнмәһен тип, өшкөртөлгән тоҙҙор тинем. Мәрхүм-мәрхүмә атай-әсәй йәшәгән ерҙә, иҫке өйҙәрен һүтеп, яңы өй һалып, шунда өсөнсө тиҫтәгә табан ғәилә ҡороп, йәшәп ятҡан заман. Читать далее

Ахырзаман системаһы

                                            Ахырзаман системаһы
     Әғүҙү билләһи минәш шайтанир-раджим.
     БисмиЛәәһир-Рахмәнир-Рахим.
     Аллаһ илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай ти:
                                        إِنَّ اللَّهَ لَا يُغَيِّرُ مَا بِقَوْمٍ حَتَّى يُغَيِّرُوا مَا بِأَنفُسِهِمْ
     Иннә Аллааһа ләә йүғәййирү мәә биҡаумиң хаттәә йүғәййирүү мәә биәңфүсиһим
     Ысынлап та, Аллаһ кешеләрҙең хәлен, улар үҙҙәрен үҙгәрткәнсе, үҙгәртмәй. (Ҡөрьән 13:11)
     Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтеүенсә, кешеләр үҙҙәре үҙгәрмәйенсә, уларҙың хәле үҙгәрмәйәсәк. Хәҙерге заманда кешеләр үҙҙәренә оҡшағанса йәшәй. Улар дин һәм иманды бөтөнләй танымай. Улар үҙ эголары теләгәнде генә эшләй. Шул уҡ ваҡытта улар хәлде яҡшыраҡ итергә һәм нимәнелер үҙгәртергә теләгән өмөттә. Үҙегеҙ үҙгәрмәйенсә, хәл үҙгәрмәйәсәк. Сөнки хәҙер кешеләрҙе яҡшылыҡҡа өйрәтмәйҙәр, уларҙы яуызлыҡҡа өйрәтәләр. Яманлыҡҡа өйрәтеп, яҡшылыҡ таба алаһығыҙмы? Читать далее

Народные рецепты (Шейх Назим)

                              Народные рецепты (Шейх Назим)
                                   ПРИРОДНАЯ МЕДИЦИНА
                              Мауляна Шейх Назим альХаккани
     Это небольшое вступление к новой брошюре о медицине и лечении. Люди в наши дни очень сильно нуждаются в этом, потому что число болезней увеличивается, а врачам и ученым становится все более сложно найти названия, лечение и медикаменты для всех этих болезней.
     Простые болезни имеют простые методы лечения, но на протяжении развития человечества и сильного роста непослушания, болезни также перестают слушаться медицину и начинают становиться неизлечимыми. С разрешения Всемогущего Господа даже самая смертельная болезнь может быть отражена с помощью простой медицины, но чем более разрушительным становится человечество, чем более неповиновенным по отношению к Божественным Законам, – тем больше болезней становилось невозможным излечить, даже самых простых болезней. Читать далее

Ҡояш Көнбайыштан сығыр...

                                                     Ҡояш Көнбайыштан сығыр...
     Эй, Аллаһ ҡолдары! Бер ваҡыт... һәм, бәлки, был бик тиҙҙән булыр, кешелек уяныр һәм шаҡ ҡатыр! Йылытҡан һәм яҡтыртҡан яҡтыртҡыс — Ҡояш үҙенең ғәҙәти урыныннан күтәрелмәйәсәк. Тиҫтәләрсә йәки йөҙҙәрсә мең йыл дауамында һәр иртә көнсығыштан күренгән ҡояшыбыҙ — ул үҙенең тәртибен үҙгәртәсәк. Һәм ул ҡапма-ҡаршы яҡтан күтәреләсәк.
     Был ике нәмә — Ҡояш һәм Ай — ике яҡтыртҡыс... ысынлап та, был-Аллаһы Тәғәләнең билдәләре, улар беҙгә Барлыҡҡа Килтереүсенең Бөйөклөгөн һәм Камиллығын күрһәтә; беҙгә ҡояш менән айҙың хәрәкәт итеү тәртибен ҡәтғи системаға ярашлы, теүәл иҫәпләнгән тәртипкә ярашлы күрһәтәләр. Был беҙгә уларҙың Аллаһы Тәғәләнең хакимлығы аҫтында булыуын күрһәтә. Читать далее

Әүлиә, «Мәһди ахырзаман имамы»

                                      Әүлиә, «Мәһди ахырзаман имамы»

Катерина Вторая

Әбей батша

     Һеҙҙең иғтибарға Әүлиә Шәйех Мехмет Әдил ән-Наҡшбәндинең «Берҙәм донъя тәртибе» тигән вәғәзенең тәржемәһен ентекләп уҡырға тәҡдим итәм.
     Әссәләмү ғәләйкүм уа рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү,
     Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир раджим, Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
     Үәссәләтү үәссәләмү ғәләә Рәсүлинә Мөхәммәдин, сәйҙул әүәлинә үәл әхирин
     Мәдәд йә Рәсүлуллаһ, Мәдәд йә әсхәбиһи Рәсүлуллаһ, Мәдәд йә Мәшәйихинә,
     Шәйех Ғабдулла Дағстани, шәйех Назим Әл-Хаҡҡани. Дәстур.
     Тәрикәтунәс сөхбә, үәл хәйрү фил джәмиһә.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә Исраиль (Израиль) улдарына мөрәжәғәт итә һәм улар тураһында миҫалдар килтерә. Улар менән нимә булғанын һәм нисек йәшәүе тураһында күп аяттар бар. Ни өсөн? Сөнки Аллаһ улар хаҡында хәстәрлек күрҙе, уларҙы башҡаларҙан өҫтөн ҡуйҙы һәм уларға күп пәйғәмбәрҙәр ебәрҙе. Исраиль балаларының ғилеме башҡа милләттәрҙең белеме менән сағыштырғанда күпкә юғарыраҡ. Аллаһ уларҙы сәнғәттәге кешеләр араһында, бөтә нәмәлә лә хөрмәт итте, юғары күтәрҙе. Читать далее

Протест (бола һәм фетнә)

                                                  Протест (бола һәм фетнә)
     Протест — илдә билдәле бер хәлгә йәки шартҡа (ситуацияға) кире реакция. Тимәк, ниндәйҙер ваҡиға менән бәйле һәм уға һеҙҙең риза булмауығыҙ арҡаһында, һеҙҙе ниндәйҙер ғәмәлдәргә этәрә. Бында төрлө вариантлы протест белдереү формалары, хатта өндәшмәү, протестлы тауыш биреү йәки аслыҡ иғлан итеүҙә инә. Шулайтып, протест берәй ҡарар менән килешмәгәнлектән уға яуап итеп, рәсми белдереү, ризаһыҙлыҡ, киҫкен ҡаршылыҡ күрһәтеү. Пикет, митинг, демонстрация, забастовка, бойкот, автопробег – протестәрҙең тыныс төрө.
     Протест — йәмәғәт сығыштарында, митингыларҙа һәм демонстрацияларҙа сағылған ризаһыҙлыҡ йәки ҡәнәғәтһеҙлектең тыныс йәмәғәт сағылышы, ул кешенең законлы хоҡуғы булып тора. Конституцияға ярашлы был айырылғыһыҙ хоҡуҡ булып тора, һәм протест күрһәтеүселәргә ҡарата бер ниндәй ҙә ҡулға алыуҙар үткәрелергә тейеш түгел. Читать далее

Төштә мәйет күреү

                                                    Төштә мәйет күреү
     Йоҡо хәлендә кеше ғүмеренең байтаҡ өлөшө үтә. Йоҡо — ул бәләкәй үлем, ял һәм аҡылыбыҙға буйһонмаған нәмәләр менән бәйләнеш каналы. Бер ваҡыт, бик ныҡ арығанлыҡтан йоҡлап китеп, иртән иртәнге намаҙға һуңлап уянып, Мөхәммәд пәйғәмбәр сәхәбәләргә мөрәжәғәт итә: «Ысынлап та, Аллаһ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе теләгән ваҡытта алды һәм теләгән ваҡытта кире ҡайтарҙы. Билал, тор, кешеләрҙе намаҙ ҡылырға саҡыр [аҙанды ҡысҡырып уҡы, бөтәһе лә уянһын]». Изге Ҡөрьәндә йоҡо тураһында туғыҙ урында әйтелә. Хәҙистәр йыйынтығында был тема буйынса тотош бүлектәр бар. Пәйғәмбәр үҙе ҡайһы берҙә иртәнге намаҙҙан һуң, уның артынан ғибәҙәт ҡылыусыларға йөҙө менән боролоп, һорай: «Бөгөн төндә һеҙҙең арағыҙҙан берәйһе төш күрҙеме?». Ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, иҫкәртеүсе, ысын төш — ул Раббының кеше аңындағы ижады. Читать далее

Исламмы әллә Иванмы?

                                                Исламмы әллә Иванмы?
     Беҙ Ислам динең һайлайыҡмы әллә Иван динең, насараларҙың (христиандарҙың) диненә инанайыҡмы? Аллаһ Әҙәм затын барлыҡҡа килтереп, уға бер генә дин – Ислам динен биргән. Беренсе мосолмандар — атабыҙ Әҙәм, әсәбеҙ Һауа һәм уларҙың балалары, улар Әҙәмде (уның донъяһын) Ислам диненең беренсе кешеһе һәм беренсе пәйғәмбәре итеп ҡабул итә. Әҙәмдән (уның донъяһынан) бөгөнгө көнгә тиклем дауам иткән диндең исеме Ислам һәм Ислам дине был донъяның һәм бөтә донъяларҙың (тормоштоң башҡа донъялары) берҙән — бер ысын дине. Читать далее

Был нисәнсе Ҡиәмәт?

                                                Был нисәнсе Ҡиәмәт?
     Ер йөҙөнә Ҡиәмәт нисә тапҡыр ҡилгән? Әллә Ҡиәмәт көнө миллионлаған тапҡыр килгәнме!? Беҙ был донъяға Ҡиәмәт көнөн нисек һәм ни хәлдә килерен белмәйбеҙ һәм башыбыҙға бер яңылыш фекер һалынған. Имеш бар ғәләм донъяһы, Еребеҙ, ҡояшыбыҙ, йондоҙҙарыбыҙ, галактикаларыбыҙ юҡҡа сыҡҡас, Ҡиәмәт килә лә һәм шунан һуң сиратҡа теҙеләбеҙҙә, йәһәннәмгә, йә иһә йәннәткә китәбеҙ. Бик яңылышабыҙ бит был уйҙа! Ни эшләп Ер йөҙөнә ахырзаман килгәндә, эргәләребеҙҙәге Ҡояшыбыҙҙан бәләкәй йәки миллионмы, әллә күберәк ҙурлыҡта булған, йәки яңы тыуып торған триллион йондоҙ-галактикалар беҙҙең донъя менән бергә юҡҡа сығырға тейеш? Ни эшләп Аллаһ Тәғәләнең сикһеҙ йыһан ғәләме, бер саң бөртөгөндәй генә булған Ер кешеләренең ғүмере менән бер тигеҙ булырға тейеш? Беҙ кемдәр һуң Уның бар барлығынан өҫтөн булып? Урыҫ христиандарының поптары кеүек, кешене Аллаһ Үҙенә оҡшатып барлыҡҡа килтергән икән тип, яңылыш уйҙа булмайыҡ, был иге сиге булмаған ғәләмдә беҙҙең бар донъябыҙ ер океандарындағы һыуҙың бер тамсыһына ла тиң түгелдер! Ни эшләп кешелек ғүмеренең аҙағы еттеп килгәндә, күктәге шул триллион йондоҙҙар араһындағы берәй (миллион) планеталарҙа йәшәгән башҡа йән эйәләре һәм беҙҙең Ер өҫтөндә, эргәбеҙҙә күҙгә күренмәгән параллель донъялар һәм башҡа ваҡыт-үлсәмдәрҙә йәшәгән Аллаһының заттары беҙҙең менән ҡуша ошо боҙоҡ цивилизациябыҙ менән һәләк булырға тейеш? Читать далее