Маринадланған ҡыяр

маринад                 Маринадланған ҡыяр

   3 литр банкаға 1800—1900 г ҡыяр, 3 г корица, 15 бөртөк ҡәнәфер, лавр япрағы, бер ҡуҙаҡ ҡыҙыл борос, бер нисә бөртөк ҡара борос, 60-70 г тоҙ, 60-70 г шәкәр, 180- 200 г аш һөркәһе, 1000—1300г һыу.
   Бер ҙурлыҡтағы ҡыярҙарҙы йыуып, 5-6 сәғәткә һыуға һалып торалар. Йыуылған һәм туралған йәшелсәләрҙең, үләндәрҙең ярты өлөшөн банканың төбөнә, ҡыярҙарҙы тултырғас, өҫтөнә ҡалған үлән-йәшелсәләрҙе һалалар. Ҡайнап сыҡҡан һыуҙы ҡыярҙарҙың өҫтөнә ҡоялар, бер аҙ торғас, банканың һыуын һарҡытып, ҡабаттан ҡайнатып һалалар. Өсөнсө тапҡырында инде тәмләткестәр ҡушылған ҡайнар маринад ҡойола. Өҫтөн тимер ҡапҡастар менән ныҡлап япҡас, банкаларҙы күпмелер ваҡытҡа баш түбән ҡуйып торалар.