Осҡос ишәк

                                                                   Осҡос ишәк

   Борон бер бабай менән әбей йәшәгән. Уларҙың ике улы булған. Бабай менән әбей үлгәс, улдары эш эҙләп ҡалаға киткәндәр. Килеп еткәс, бер ҡарсыҡҡа ингәндәр. Ҡарсыҡ:
   — Йә, балаҡайҙар, ҡайҙа китеп бараһығыҙ? — тип һораша быларҙан.
   — Эш эҙләп килгәйнек,— тиҙәр.
   — Миндә генә тороғоҙ,— ти ҡарсыҡ.
Шулайтып былар ошо ҡарсыҡта тороп ҡалалар.
   Ә әбейҙең бер ишәктән башҡа һис ниндәй дәүләте юҡ икән. Шул ишәкте ҡарарға тейештәр ағай-энеле икәүләп. Ҡарсыҡ әйтә:
   — Балаҡайҙар, ишәкте эсерергә алып барғанда ишәккә һуға күрмәгеҙ,— ти.
Бер көн шулай ишәкте менеп, йылғаға китеп ултыралар ине, «әбей ниңә һуҡмаҫҡа ҡушты икән был ишәккә?» — тип уйлайҙар. Шунан тота ла береһе ишәккә һуға бит. һуҡҡайны, ишәк шундуҡ егеттәрҙе һауаға күтәреп осто ла китте. Эй осто ишәк, эй осто — былар ишәк өҫтөндә бит инде — байтаҡ ҡына шулай осоп йөрөгәс, икенсе бер ҡалаға килеп төштөләр. Килеп төшһәләр — ни ғәләмәт был: ҡаланың бер яғында сыр-сыу илашалар, икенсе яғында зыу әкәмәт килеп уйнайҙар, көлөшөп күңел асалар. Егеттәрҙең береһе ҡабат ишәккә һуҡҡайны, мәхлүк быларҙы йәнә осороп алды ла китте. Хәҙер ҡайтыу яғына осто ла әбейҙең ихатаһына килеп төштө. Егеттәр ҡарсыҡтан һорайҙар:
   — Ни эшләп анауҙағы ҡаланың бер яғында күңел асалар, икенсе яғында илашалар ул?
Ҡарсыҡ әйтә:
   — Ҡуй, балаҡайҙар, һорашмағыҙ инде һеҙ уны! — ти.— Ул ҡалала аждаһа бар бит, һәр көн сиратлап бер ҡыҙҙы ашап тора. Ҡаланың теге яртыһында аждаһа ҡыҙҙарҙы ашап бөткән инде, шуға халыҡ үҙ сираттары үткәнгә шатлана, күңел аса. Иртәгә сират батша ҡыҙын ашауға, ә унан берәмләп был яҡтағы ҡыҙҙарға күсә. Шуға ҡайғырып, был яҡ халҡы илай.
Икенсе көндө таң менән егеттәр тағы ла ишәкте һыу эсерергә алып киттеләр. Бер аҙ килгәс һуҡҡайнылар, ишәк тағы ла быларҙы осороп алып китә лә, баяғы ҡалаға килтереп төшөрә. Былар килеп төшкән саҡта ғына, батша ҡыҙын, арбаға ултыртып, аждаһаға алып китеп баралар икән. Егеттәрҙең кесеһе әйтә:
   — Мин барайым әле, аждаһаны күрәйем,— ти.
Китте был арба артынан шым ғына, ағаһы ишәк янында ҡалды. Батшаның хеҙмәтселәре яр буйына ҡыҙҙы ҡалдырҙылар ҙа, үҙҙәре ҡайтып китте. Шым ғына егет килеп еткәйне, батша ҡыҙы:
   — Ой, егет, бында торма, бар тиҙерәк ҡайтып кит! Ана аждаһа килә, икебеҙҙе лә ашар юғиһә!
   — Юҡ, аждаһаны үлтермәйсә ҡайтмайым,— ти егет.
Ҡарап тора был хәҙер аждаһаның яҡынайғанын. Тыны менән тартып ала башланы быны хәҙер аждаһа. Егет тайшанманы, үҙе аждаһаға ҡаршы китте. Яуыздың яҡынайыуы булды, батыр шунда уға ташланды ла башын сабып өҙҙө. Ҙур бер таш аҫтына ҡыҫтырып ҡуйҙы ла тегенең башын, ҡыҙ янына килде.
   — Бар, ҡайтып кит инде, мин аждаһаны үлтерҙем,— тине.
   — Бер үҙем ҡайтмайым, әйҙә, бергә ҡайтайыҡ,— ти ҡыҙ, батырҙы батша һарайына саҡыра.
Шулай тигәс, бергә ҡайтып китәләр былар. Ҡалаға килеп еткәйнеләр, егет арбанан һикереп төшә лә ҡала. Ҡыҙ әйләнеп ҡараһа,— егет юҡ, ни арала ғәйеп булған.
Иртәгеһен батша аждаһаны үлтергән батырҙы эҙләтеп ҡарай, ҡыҙын уға бирер өсөн,— юҡ, таба алмайҙар. Ә ат егеп ҡыҙҙы алып ҡайтҡан хеҙмәтселәр, күҙҙәрен дә йоммайҙар, беҙ үлтерҙек, тиҙәр, оятһыҙҙар. Батша әйтә:
   — Алайһа,— ти,— барығыҙ аждаһаның башын бында алып килегеҙ! — ти.
Тегеләр барып, аждаһаның башын алмаҡ булып, ташты күтәрергә итеп ҡарағайнылар,— ҡайҙа ул күтәреү, ҡыбырлата ла алмайҙар, йүнһеҙҙәр!
Батша нисек булһа ла батырҙы табырға фарман бирә. Канаттар бөтә ҡаланы өйбөрөнсә йөрөп сығалар. Ҡала ситендәге әлеге яңғыҙ әбей өйөнә ингәйнеләр,— ике егет ултыра! Алып китеп, батшаға алып килделәр быларҙы.
   — Бына, батша хәҙрәттәре, таныш булмаған ике егет алып килдек! — тиҙәр.
Батша ҡарап тороп һорашырға ғына итә ине, ҡыҙы йүгереп килеп сыҡты ла:
   — Бына, атай, аждаһаны үлтергән батыр! — тип ҡысҡырып, тегеләрҙең кесеһенең беләгенән килеп тә тотто.
   — Әгәр әйткән һүҙең дөрөҫ булһа, барһын да аждаһаның башын бында алып килһен,— ти батша.
Батыр егет, бара һалып, аждаһаның башын күтәреп алып килә лә батша алдына ташлай:
   — Бына ул яуыздың башы, күрегеҙ!
Батшаның ҡото оса:
   — Әй-әй, кәрәкмәй! Тиҙерәк ситкә алып ырғыт! — ти.
Егет күтәреп алып, ҡаланың аръяғына ырғытырға иткәйне, аранан бер ҡарт ҡысҡырҙы:
   — Ырғытма! Ҡабат яуыз йәне керер. Ут яғып, үртәргә кәрәк ҡәһәрҙе!
Теге һыу буйына ҡабат килеп, өс-дүрт йөк әрҙәнә яғып, аждаһаның башын, кәүҙәһен, ҡойроғон үртәйҙәр ҙә, көлөн ҡырға һибәләр.
Ҡайтҡас, ҡыҙын ошо батырға бирәм тип, ҙур туй иғлан итә. Егет килә лә батшаға әйтә:
   — Ҡыҙыңды минең ағайыма бир,— ти.
Батша риза була. Ҡыҙын батырҙың ағаһына биреп, шаулатып туй үткәрә.
Бер төндө батыр егет йоҡлап ятҡан бүлмәгә ялбыр сәсле бер ҡыҙ килеп инә лә, егет өҫтөнән юрғанын тартып алып:
   — һин минең атайымды үлтерҙең, мин һинән барыбер үс алырмын,— ти.
Егет һикереп торған ыңғайға, теге сығып тая. Ә ул — аждаһаның ҡыҙы икән. Ни эшләргә хәҙер? Егет уйлап ултыра ла:
   — Туҡта, тотоп алып киләйем әле мин уны,— тип, артынан ҡыуа сыға тегенең.
Эй йүгерә, эй йүгерә, йүгереп бара торғас, ҡартайып бөткән бер әбейгә тап була.
   — Мин ен-пәрейҙәр ырыуы аждаһаның ҡыҙын ҡыуып китеп бара инем, ҡайҙа табырмын икән шуны? — тип һорай. Әбей әйтә:
   — Мин әле генә бөтә ерҙе өс урап ҡайттым, күрҙем мин ул ҡыҙҙы. Шулай ҡыйыулығың етеп, уны ҡыуырға булған икәнһең, өйрәтәм мин һиңә уға барыр юлды,— ти әбей.
   — Өйрәт, инәй, өйрәт.
   — Бынан киткәс, һин бер диңгеҙ буйына барып сығырһың,— ти әбей.— Яр башында имәнес ҙур бер нәмә күрерһең. Шуны тотоп өҫтөнә атланһаң, ул һине диңгеҙҙең теге яғына алып сығыр. Ә аръяҡта бейек тау булыр. Шул тауға барып еткәс, һиңә бер ҡош осоп килер. Һин уның аяҡтарынан эләктереп алырға тырыш. Тотоп ала алһаң, һине ул тау башына осороп алып мендерер. Ана шунда, шул бейек тау башында, үҙенең алтын һарайында йәшәй ул — һин эҙләгән ҡыҙ. Алтын һарайға барып инә алһаң, ул йоҡлап ятҡан саҡ булыр. Үҙенең ялбырлап һуҙылған оҙон сәстәре менән ҡул-аяғын тиҙ генә сырма ла, ишек яңағында элеүле торған ҡамсыһын алып, тотон ярырға. «Етер, егет, мин һинеке!» — тип әйткәнсе, яр ҙа яр.
Егет әбей әйткәнсә эшләй: диңгеҙ ярына барып еткәс, теге ғәләмәт ҙур йән эйәһен тотоп менә, ул быны диңгеҙ аръяғына алып сыға; тау башына әбей әйткән ҡош тәпәйҙәренә тотоноп күтәрелә. Алтын һарайға барып ингәс, ҡыҙҙың аяҡ-ҡулын тегенең сәстәре менән сырмап ҡуя ла, ишек яңағынан ҡамсыһын алып тотона ярырға. Ҡыҙ тегеләй ҙә ырғый, былай ҙа ырғый, аяҡ- ҡулдар бәйле, ысҡына алмай. Ә егет туҡтамай. Ҡыҙ: «Етер, егет, мин һинеке! Мин һиңә зыян итмәм!» — тип әйткәс кенә, туҡтай.
   Былар алтын һарайҙа бергә йәшәй башлай. Бер ваҡыт яланда йөрөгәндә бер ҡарсыҡ тап була.
   — Әгәр йортоң булһа, мине үҙең менән алып ҡайт әле, балаҡай! — ти был ҡарсыҡ.— Юҡһа,— ти,— бынау ҡола яланда асҡа үләм бит инде,— ти.
Егет, быны ҡыҙғанып, һарайға алып ҡайта. Бисәһе әйтә быға:
   — Их, юҡҡа алып ҡайтҡанһың был яуыз ҡарсыҡты,— ти.— Беҙҙең икебеҙҙең дә башты ашар был,— ти. Пәрей ҡыҙы бит, белә инде тегенең эсендәгеһен-тышындағыһын.
Ә ире уны-быны уйламай:
   — Бергә йәшәгеҙ. Мин һунарга киткәндә, яңғыҙыңа күңелһеҙ бит. Һиңә, ҡартайып, теше төшөп бөткән ул ҡарсыҡтан әллә ни зыян булмаҫ,— ти.
Йәшәп яталар былар бергә. Бер көндө, ире йәнә һунарға киткәс, был ҡарсыҡ пәрей ҡыҙының эргәһенә килеп ултырҙы ла һорай бынан:
   — Ҡыҙым, иреңдең йәнен беләһеңме һуң? — ти.
   — Юҡсы, белмәйем.
   — Эй, ул һине яратмай икән, яратһа, әйтер ине,— ти ҡәһәр һуҡҡан ҡарсыҡ, бының эсенә шом һалып.
Ире һунарҙан ҡайтҡас, ашап-эсеп, йоҡларға ятҡас, һорай был хәҙер иренән:
   — Һинең йәнең ҡайҙа ул? — ти.
   — Минең йәнем һиңә ниңә кәрәк булды әле?
   — Атаҡ, ҡатының булғас, белге килә бит,— ти тегеһе.
   — Минең йәнем — итегемдең башында,— ти ире.
   Быны теге мут ҡарсыҡ ишетеп ята бит инде. Ишетә лә, тегеләр торғансы, егеттең итеген һыуға илтеп ташлай. Ә егет үлмәне. Иртән торғас, тағы ла һунарға сығып китте. Ҡарсыҡ тегенең бисәһенә йәнә шом өҫтәй:
   — Дөрөҫөн әйтмәгән бит ирең. Ул һине, ысынлап та, һөймәй икән шул,— ти.
Ире ҡайтып, йоҡларға ятҡас, был йәнә һорай. Бик аптыраһа ла, был юлы егет дөрөҫөн әйтә:
   — Улай бик беләһең килгәс, әйтһәм әйтәйем һуң: минең йәнем — минең ҡылысымда,— ти.
Былар ныҡлап йоҡлап киткәс, ҡарсыҡ ҡылысты ала ла диңгеҙгә илтеп ташлай.
   Иртәнсәк ҡатын сәй әҙерләп ултырта, ҡарсыҡ ярҙам итеп йөрөгән була, ә ир һаман тормай ҙа тормай. Килеп ҡараһалар — үлгән!
   Ҡарсыҡ һиҙҙермәй, бергә ҡайғырған була. Ҡатынды йыуатып:
   — Ҡуй, өйҙә ултырмайыҡ. Әйҙә, бер аҙ йөрөп, ҡайғыбыҙҙы таратып, диңгеҙ буйынан әйләнеп ҡайтайыҡ,— ти.
   Шулай тип, алып та китә. Диңгеҙгә барып еткәс, алдаштырып-йолдаштырып, бер кәмәгә ултырта ла һаман эскәрәк, һаман эскәрәк алып китә ҡатынды. Диңгеҙҙең теге яғына алып сыға ла, бер ҡалаға алып килеп, шул ҡаланың батшаһына бирә. Пәрей ҡыҙы булғас, сибәр бит инде был ҡатын.
   Хәҙер егеттең ағаһына килһәк, ул ҡустыһының юғалғанын белгәс, уны эҙләп сығып китә. Ул да теге әбейгә осрап, унан һорашып, ҡыҙҙың алтын һарайына килә. Килһә,— ҡустыһы үлеп ята. Янында ҡылысы юҡ. Һарай эсен генә түгел, бөтә тирә-яҡты эҙләп сыға,— юҡ ҡылыс. Шунан ярҙан һыуға һикереп төшә лә, балыҡҡа әйләнеп, диңгеҙ төбөнән эҙләй. Ҡаранып йөрөй торғас, ярҙан әллә ни алыҫ түгел, ялтлап ятҡан нәмә күрә. Барып ҡараһа,— ҡустыһының ҡылысы. Алып сыға ла, мәйеттең эргәһенә һалғайны, ҡустыһы күҙен аса, һикереп тороп та ултыра.
   — Ҡайһылай оҙаҡ йоҡлағанмын,— ти кирелеп-һуҙылып.
   — Йоҡлағанһың йоҡламай ни, үлгәйнең бит һин. Мин килмәһәм, һаман үлеп ятыр инең әле,— ти ағаһы.
Шунан былар күрешәләр, илашалар. Ағаһы һорай:
   — Ниңә ҡылысыңды диңгеҙгә ташланың? — ти. Ҡустыһы тора һалып һарай эсен ҡарап сыға,— ҡатыны ла юҡ, теге ҡәһәр ҡарсыҡ та. Эште аңлай был. Ағаһына һөйләп бирә.
   Иртәгәһен ағаһы ҡайтып китә, был — ҡатынын эҙләп сығып китә. Кәмә табып, диңгеҙ аша йөҙөп сыға ла, теге ҡалаға килһә,— йылға буйында әлеге ҡарсыҡтың эсәк йыуып ултырғанын күрә. Килә, һорай:
   — Нишләп бында ултыраһың, инәй? — ти.
   — Һинең ҡатыныңды ошо ҡаланың батшаһына килтереп бирҙем дә бына хәҙер туйға эсәк йыуып ултырам,— ти ҡәһәрең, күҙен дә йоммай.
   Батыр ҡылысын һурып ала ла, ҡарсыҡтың башын сабып өҙөп, диңгеҙгә ырғыта. Шунан батша һарайына барып инә.
   — Кем һин? Ниңә килеп керҙең бында? — ти батша.
   — Мин былай ғына, туй күрергә килдем,— ти егет. Быны ҡатыны күреп ҡала ла, һүҙ ҡуйышып, төндә ҡасалар былар. Ҡабат диңгеҙ аша сығып, алтын һарайҙағы байлыҡтарын алып, ағаһы янына ҡайталар.
   Шул саҡ ағаһы — батша, ҡустыһы вәзир булып бергә тора башлайҙар. Әле лә шунда татыу ғына донъя көтөп яталар, ти.
                    Йәшәгән, ти, батырҙар. Башҡорт халыҡ әкиәттәре.— Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте