Етегән батыр

                                                                    Етегән батыр

   Борон-борон заманда бәләкәй генә бер ауыл янында бер ҡарт менән бер ҡарсыҡ йәшәгән, ти. Уларҙың алты улдары булған. Һис көтмәгәндә етенсе улдары донъяға килгән. Уға Етегән тип исем ҡушҡандар, ти.
   Етегән айлап, йыллап түгел, ә сәғәтләп үҫә, ти. Ул үҙенең был тиҙ үҫеүе, матурлығы, көслөлөгө менән кешеләрҙе ғәжәпкә ҡалдыра. Көс яғынан Етегән менән бер кем тиңләшә алмай. Берҙән-бер көн ул ағаларын йыйып алған да:
   — Ни эшләп беҙ өйҙә ятабыҙ, әйҙәгеҙ, атайымдан рөхсәт алайыҡ та, үҙ бәхетебеҙҙе үҙебеҙ эҙләргә сығып китәйек,— тигән. Ағалары:
   — Етегән, бар һин атайымдан рөхсәт һора, ул һине ярата, һинең һүҙеңде кире ҡаҡмаҫ,— тиҙәр. Етегән, атаһына барып:
   — Атай, беҙҙең йыйылышып өйҙә ятаһыбыҙ килмәй, сит илдәргә барып үҙ бәхетебеҙҙе эҙләп ҡарарға теләйбеҙ,— ти.
Ҡарт улының киң күкрәкле, көслө, матур булыуына һоҡланып ҡарап тора ла:
   — Ярай, барығыҙ ҙа үҫеп еттегеҙ, мин ҡаршы килмәйем,— ти.— Бына һеҙгә ете йүгән, һәр берегеҙгә бер ат һайлағыҙ ҙа бәхетегеҙҙе үҙегеҙ тырышып табыу өсөн үҙегеҙ теләгән яҡтарға китегеҙ. Ләкин минән васыят шул: бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ,— ти.
   Ете туған һәр береһе бер атҡа атлана ла, сығып китәләр былар. Ай китәләр, йыл китәләр, бик күп урман, тауҙар, йылға, күлдәр кисәләр. Берҙән-бер көндө ике юл сатына килеп етәләр. Алдан килгән Етегәндең аты бышҡырып туҡтай. Юлсылар, ни булды икән тип, туҡтайҙар. Тирә-яҡҡа ҡараһалар, ике юл сатында үҫеп ултырған ҙур тирәктә: «Уңға киткән уңыр, һулға киткән туңыр»,— тип яҙылып ҡуйылған, ти. Етегәндең ағалары, үлемдән ҡурҡып, уңға китәләр, ә Етегән бер үҙе һулға китә. Ҡара урман эсенән Етегән ай бара, йыл бара, бара торғас, бик матур бер йылға буйына килеп сыға. Йылға аша күпер һалынған, аръяҡта бер йорт ултыра, ти. Ул, бик асығып, шул йортҡа барып инә. Өйҙә бер кем дә юҡ. Бик алыҫтан моңло йыр тауышы ишетелә. Шунан Етегән бер бикле бүлмәне асып инһә, бер бик һылыу ҡыҙ ултыра, ти. Ҡыҙ Етегәнде күреү менән илап һүҙ башлай:
   — Ай, егет, ниңә һин бында килдең? Минең ирем — ике башлы дейеү, ул һине ашар,— тип әйтә, ти.
   — Ә һин үҙең кем һуң?
   — Беҙ алты бер туғандар инек. Тыныс ҡына йәшәгәндә, беҙҙең барыбыҙҙы ла дейеүҙәр көсләп алып киттеләр. Минең бәләкәй һеңлеләрем дә шулай ҡайҙалыр дейеү тотҡононда интегәләр, һин, егет, тиҙерәк кит, юҡһа, дейеү хәҙер ҡайтыр ҙа һине ашар,— ти был ҡыҙ.
Етегән дейеүҙең ҡайҙан ҡайтасағын һорап та өлгөрмәгән, күк күкрәгән, ер тетрәгән тауыштар ишетелгән. Ҡыҙ дейеүҙең ҡайтып, күпергә етеүен әйткән.
   Етегән тиҙ генә күпергә дейеү ҡаршыһына сыға. Күперҙә Етегән дейеү менән көрәшә. Үлтерә тегене. Үлтерә лә, башын ҡырҡып алып, ҡыҙ алдына ырғыта. Ҡыҙ үҙенең азат булыу шатлығынан ни эшләргә лә белмәй. Етегәндән үҙен алып китеүҙе һорай. Етегән, ҡыҙҙы кире ҡайтҡан саҡта алып ҡайтырға вәғәҙә биреп, яҡшылап тамағын туйҙыра ла ары китә.
Бик күп күлдәр, урмандар, йылғалар, тауҙар үтә Етегән. Бер ваҡыт ҙур ялан уртаһына һалынған ике ҡатлы бер таш йорт эргәһенә барып сыға. Бында ла бик матур бер ҡыҙҙы бүлмәлә бикле көйө таба. Ул ҡыҙ ҙа:
   — Һин, егет, бында нисек килеп сыҡтың? Минең ирем — өс башлы дейеү, ул һине ашар, тиҙерәк ҡас!—ти. Етегән:
   — Мин, ике башлы дейеүҙе үлтереп, апайыңды ҡотҡарҙым инде. Ҡалған дейеүҙәрҙе лә үлтереп, бөтәгеҙҙе лә ҡотҡармайынса тыныслана алмам,— ти.
   Шул ваҡыт алыҫта ел-дауыл ҡуба. Етегән инде дейеү ҡайтауын белә, уга ҡаршы сығып, уны үлтерә. Ҡыҙҙы ҡайтҡанда алып ҡайтырмын тип, юлын дауам итә. Шулай итеп, ул биш ҡыҙҙы дейеү ҡоллоғонан ҡотҡара. Инде иң кесе ҡыҙ ғына ҡала. Етегән уны эҙләп китә. Бик арып, асығып, бер күл буйына килеп өй тора. Шул өйҙөң иң өҫкө ҡатындағы иң артҡы бүлмәлә тегеләрҙең кесе һеңлеһе алты ҡат тимер ишектәр менән бикләнгән була. Етегән килә лә ишектәргә асыу менән бер һуға. Һуғыуы була, ишектәр ватылып, бик матур ҡыҙ килеп сыға.
   — Минең ирем — алты башлы дейеү, уны һис кем еңә алмай, ул һине ашар, тиҙерәк кит бынан, егет,— ти ҡыҙ.
   Етегән алты башлы дейеү менән өс көн, өс төн алыша. Дүртенсе көн тигәндә генә Етегән дейеүҙең алтынсы башын өҙә саба. Ҡыҙ шатлығынан ни эшләргә белмәй:
   — Эй матур егет, мин һиңә тиң түгелмен. Бына ут батшаһының ҡыҙы бар. Ул үҙенең матурлығы менән һиңә тиң. Тик шуныһы — ут батшаһы бөтә кешеләрҙе яндырып үлтерә, ҡыҙын бер кемгә лә бирмәй,— ти. Етегән был һүҙҙе ишетеү менән, ҡыҙҙы ҡайтҡанда алып ҡайтырға вәғәҙә биреп, ут батшаһының ҡыҙын эҙләп китә.
   Етегән бик күп юлдар үтә. Арып-талып, ул бер йылға буйында ял итмәксе була. Шул ваҡыт аяғына, ҡулына тирмән ташы таҡҡан бер кеше йүгереп үтеп бара, ти.
   — Ниңә былай йүгерәһең?— тигәс, тегеһе:
   — Мин — Елғыуар, бына ел ҡыуам. Артыҡ шәп йүгермәҫ өсөн аяҡ-ҡулдарыма тирмән таштары таҡтым,— ти.
   — Минең менән бараһыңмы?— тип, тәҡдим яһаған, ти, Етегән.
   — Барам,— тигән, ти, Елғыуар. Шунан улар, дуҫ булышып, артабан китәләр.
   Күп юл үткәндәр, ти, былар. Бара торғас, бер ҙур кеше бер тауҙы алып икенсе урынға күсереп йөрөгәнен күргәндәр.
   — Һин кем?— тип һораған Етегән.
   — Мин — Тау күсереүсе, — тип яуап биргән, ти, теге кеше.
   — Әйҙә, минең менән бараһыңмы?— ти Етегән.
Кеше риза булып, хәҙер былар өсәүләп юл тоталар.
   Бик күп ер киткәс, былар бер күлдең һыуын эсеп бөтө-рөп, икенсе күлгә алып барып ҡойоп йөрөгән бер кешене күрәләр.
   — Һин кем?— тип һорай Етегән.
   — Күл күсереүсе мин.
   — Беҙҙең менән бараһыңмы?
   — Була ул,— ти теге.
Ризалаштылар-килештеләр ҙә киттеләр былар хәҙер. Дүртәүләп бара торғас, бер кешенең ергә ятып әллә ни тыңлай ҙа, шул ерҙе ҡаҙа башлауын күрәләр.
   — Кем һин, беҙҙең менән бараһыңмы?
   — Мин Ертыңлар булам. Әйҙә, киттек,— тип, был да Етегәнгә эйәрә.
   Хәҙер бишәүләп бара торғас, алыҫта ут батшаһының йортоноң ҡыҙарып торғанын күрәләр. Етегән иптәштәре менә батшаның ҡапҡа төбөнә килеп туҡтай. Шул ваҡыт батшаның һаҡсыһы:
   — Беҙҙең хөкөмдәребеҙ һеҙҙең кем икәнегеҙҙе, ни өсөн килеүегеҙҙе белергә теләй,— ти. Етегән:
   — Беҙ ут батшаһының ҡыҙын алырға килдек,— ти.
Һаҡсы был хәбәрҙе кереп батшаға әйткәс, батша асыуланған. Шулай ҙа егеттәрҙең көсөн һынап ҡарамаҡсы булған. Юлсыларҙы саҡырып алып:
   — Ярай, мин һеҙгә ҡыҙымды бирермен, тик уның бер шарты бар. Минең етмеш йәшлек әсәйҙе етмеш саҡрымдан йүгереп уҙа алһағыҙ, шунда ҡыҙымды бирермен,— тигән, ти.
Юлсылар риза булалар. Шунда уҡ етмеш йәшлек ҡарсыҡ сыға. Уның менән йүгерешергә Етегән Елғыуарҙы ебәрә, ә үҙе бейек тауға менеп ҡарап тора. Ҡарсыҡ менән Елғыуар тейешле урынға барып етеп йүгерешә башлайҙар. Елғыуар әбейҙе бик күпкә ҡалдырып китә. Ҡарсыҡ, Елғыуарҙы уҙа алмаҫын белеп, хәйләгә тотона:
   — Һинең, балам, бик ашайһың килгән, һин ашап ал, ә мин көтөп торормон,— ти.
Елғыуарҙың ысындан да ашағыһы килгән була. Ул ҡарсыҡтың һүҙенә ышанып туҡтай. Елғыуар ашарға ултырғас, теге ҡарсыҡ уның башына ҙур ҡаҙан ҡаплай ҙа, ары йүгерә. Был хәлде тау башынан күреп торған Етегән борсола башлай, ә ут батшаһы шатлығынан ни эшләргә белмәй. Ҡарсыҡтың егерме саҡрым ғына йүгерәһе ҡалғас, Етегән ҡаҙанға төҙәп уҡ атып ебәрә. Уҡ килеп тә тейә, ҡаҙан селпәрәмә ватыла. Елғыуар асыуы менән тороп та йүгерә, шул арала ҡарсыҡты ҡыуып та етә, уны биш саҡрымға артта ҡалдырып, килеп тә етә. Ут батшаһының кәйефе боҙола. Етегәндәр унан ҡыҙын талап итә башлайҙар.
   — Ярай,— ти ут батшаһы.— Мин һеҙгә ҡыҙымды бирәм, ләкин бер шарт менән, һеҙ был төндө минең мунсамда ҡунып сығығыҙ, әгәр шунда йоҡлай алһағыҙ, ҡыҙ — һеҙҙеке,— ти.
Етегәндәр быға ҡыуаналар, сөнки мунсала ҡуныу ауыр эш түгел бит инде. Етегән батшаның хәйләһен аңлай. Кис була. Мунсаға барыр ваҡыт етә. Елғыуар алдан тороп йүгермәксе була, Етегән уны туҡтата:
   — Янып үлергә итәһеңме! Бар әле, Күл күсереүсе, берәй күлде алып килеп, һүрелдер шул мунсаны,— ти.
Күл күсереүсе тиҙ генә күлде уртлап алып килә лә баҙлап торған суйын мунсаға һибә. Мунса шыжлап һүрелә. Етегән:
   — Тау күсереүсе, бар әле, һин кеше менә алмаҫтай берәй бейек тауҙы алып кил дә, шул мунсаны тау өҫтөнә ултырт. Ә һин, Сосҡолаҡ, иҙәнгә ятып тыңлап ятырһың. Әгәр ут батшаһының килеүен ишетһәң, ошо шәмде яҡтыртырһың,— тип, уға шәм бирә.
Тау күсереүсе ҙур бер таштауҙы алып килә лә мунсаны уның башына ултырта. Бөтәһе лә инеп мунсала йоҡларға яталар.
   — Бына беҙ беҙ инде, был донъяла бер Етегән батыр бар, ти. Ул бишәр-алтышар башлы дейеүҙәрҙе үлтергән, ти. Вәт ул батыр, исмаһам,— тип, былар үҙ-ара Етегәнгә һоҡланалар икән. Шул ваҡыт Ер тыңлаусы ут батшаһының килеүен ишетә лә тиҙ генә шәмгә ут төртә. Шәм яҡтыртыу менән мунса ҡып-ҡыҙыл булып янған төҫ ала. Ут батшаһы, быны күреп:
   — Әһә, мунса ҡып-ҡыҙыл булып янып тора, улар унда йоҡлай алмаясаҡтар,— тип шатланып, ҡайтып йоҡларға ята. Иртә менән ул үҙенең һаҡсыһына:
   — Бар әле, теге егеттәрҙең көлөн алып ҡайт,— тип әмер бирә.
Һаҡсы барһа, тегеләр иҫән генә йоҡлап ята. Уята. Тегеләр ут батшаһынан ҡыҙҙы һорарға киләләр.
   — Батша ҡыҙы тау аҫтында, тапһағыҙ, алығыҙ,— тиҙәр быларға.
Етегән шунда уҡ Тау күсереүсегә тау аҫтын ҡарарға ҡуша. Теге тауҙы күсереп ҡуйһа, ҡыҙ унда булмай. Ут батшаһы:
   — Ҡыҙ ер аҫтында, тапһағыҙ, алығыҙ,— ти.
Етегән был эште Ер тыңлаусыға ҡуша. Быныһы ҡыҙҙың бер тал төбөндә ятҡанын әйтә. Тау күсереүсе бара һалып ҙур тал өйкөмөн йолҡоп алғайны, былар алдында ғәжәп бер матур ҡыҙ баҫып тора. Ут батшаһы:
   — Һеҙ еңдегеҙ. Инде ҡайһығыҙ көслөрәк, ҡыҙ шуға булһын,— ти.
Етегәндең иптәштәре ҡыҙ өсөн тауыш күтәрәләр. Етегән шунда үҙенең һул беләген күрһәтә. Унда «Етегән» тип яҙылған була. Иптәштәре ғәжәпләнеп:
   — Эй, батыр Етегән, һин беҙҙе ғәфү ит, белмәнек. Ҡыҙ һиңә булһын,— тиҙәр.
Шунан Етегән иптәштәре менән хушлашып, ут батшаһының ҡыҙын алып, ҡайтыр юлға сыға. Юл ыңғайында дейеүҙәрҙән ҡотҡарған теге ҡыҙҙарҙы ла алып китә. Бер көн улар йылға буйында ҡунырға туҡтайҙар. Иртән тороуҙарына, ҡараһалар, ете ҡат стена менән уратылып алынғандар. Стенаға: «Бер һуғыуҙа ете ҡатың, да емерә алһағыҙ — сығырһығыҙ: емерә алмаһағыҙ — үлерһегеҙ»,— тип яҙылған була. Етегән асыу менән бик ҡаты һуҡҡайны, стеналар емерелә лә төшә. Шунан ҡыҙҙарын эйәртеп юлын дауам итә.
Бер ваҡыт бер күперҙе сығып барғанда, алты кешенең һыуҙа балыҡ тотоп йөрөгәнен күрә. Ҡараһа — үҙенең ағалары! Етегән уларҙы саҡырып ала ла һәр береһенә бер ҡыҙҙы бирә. Ут батшаһының ҡыҙын үҙенә ала. Барыһы бергә ҡайтып, бик ҙур туй яһайҙар, һәйбәт итеп донъя көтәләр.
   Шулай һәйбәт кенә донъя көтөп ятҡанда, бер төндө Етегән төшөндә һаҡалы мең ҡарыш, үҙе бер ҡарыш бабай күрә. Ҡарт әйтә: «Мин — һин үлтереп бөткән дейеүҙәрҙең атаһымын. Нинән үс аласаҡмын. Бөтә ырыуыңды ҡоротормон»,— ти.
   Етегән шул ваҡыт уянып китә лә, ҡатыны, ағалары менән хушлашып-аманлашып, ҡартты эҙләп сығып китә. Ай китә Етегән, йыл китә,— бер кем дә осрамай, ти, быға. Бара торғас, йыраҡта, ҡара урман уртаһында, бер кескенә тәҙрәлә ут яҡтыһы күренә. Етегән шул өйгә барып инһә, маңлайында бер генә күҙе ялтырап торған бер әбей ултыра, ти. Етегән уны-быны ҡарап тормай, ашарға һорай. Әбей бик тиҙ ашарға әҙерләй. Етегән боролған саҡта ғына, ашына ағыу һибә һала. Етегән, быны күреп ҡалып, ҡарсыҡты һуға ла үлтерә. Шунан тентей башлай. Тентей торғас, әбейҙең муйынынан асҡыс таба. Шул асҡысты ғына ала ла китә. Бик күп юлдар үткәс, бер түңәрәк суйын өйгә килеп сыға. Өйҙөң ишеге лә, тәҙрәһе лә юҡ. Етегән бик оҙаҡ өй тирәләй әйләнеп йөрөй торғас, асҡыс иҫенә төшә. Асҡысты стенаға терәүе була — ишек асылып китә. Өйгә инһә, ике һандыҡтан башҡа бер әҙәм, бер нәмә юҡ икән, ти. Етегән теге асҡыс менән бер һандыҡты асһа, уның эсендә тағы бер һандыҡ, унан — тағы, тағы. Етегән ҡырҡ һандыҡ аса. Иң эстәге һандыҡта бер алтын асҡыс ята. Ул асҡыс менән икенсе һандыҡты асҡайны, уныһының эсендә лә тағы һандыҡ та һандыҡ, һандыҡ та һандыҡ, ти. Етегән теге асҡыс менән тағы һикһән һандыҡ аса. Һикһәненсе һандыҡ эсенән бер йылан балаһы килеп сыға. Йылан балаһын ҡулына алыуы була, өйҙәр һелкенеп китә лә, ишектән һаҡалы мең ҡарыш, үҙе бер ҡарыш иргәйел килеп кереп, уҡ кеүек Етегәнгә ташлана. Етегән йылан балаһын үлтереп тә өлгөрә, шунда уҡ ҡарт та йығылып үлә. Ул йылан балаһы һаҡалы мең ҡарыштың йәне булған, ти. Етегән өйөнә ҡайтып китә.
   Ауылына ҡайтып етеп, баҫыу ҡапҡаһына ингәс тә Етегәнгә бер шәүлә осрай. Етегән уны-быны тикшереп тормай, «уф, арыным» тип, ҡара шәүләгә бик ныҡ һуға. Теге шәүлә теҙенән ергә бата. Шунан шәүлә киҙәнеп килеп тороп Етегәнгә һуҡһа, Етегән муйынынан ергә бата ла ҡуя. Етегән:
   — Улым, был — мин, һинең атайың, ҡотҡар! — тип ҡысҡырып ебәрә. Сөнки ул донъяла уны еңерлек бүтән кеше юҡлығын белә. Шунан улы: «Атай!» тип, күтәреп алып, быны өйҙәренә алып ҡайтып китә. Етегән үҙе юлда саҡта, улы үҫеп үҙенән дә көслөрәк булып торган икән. Улар тоҡомо әле лә донъяла йәшәй, ти.
                          Йәшәгән, ти, батырҙар. Башҡорт халыҡ әкиәттәре.— Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте