Ябай ойоҡбашҡа мәсех ҡылырға яраймы?

                                               Ябай ойоҡбашҡа мәсех ҡылырға яраймы?
     Тәһәрәт алып тороусы кешегә иғтибар итһәң тәһәрәтенең аҙағына аяғының кейеменә мәсех ҡылып ҡуя. (Мәсех – бармаҡтарҙы еүешләп, аяҡ кейемең сылатыу). Тик бында ниндәй аяҡ әйберенә мәсех ҡылырға һуң? Өфө мәсеттәрендә йәш егеттәрҙең ябай йоҡа ғына синтетик носкиләренә лә мәсех ҡылғанын күрәһең, ә эргәләрендә шаптырҙап һыу ағып тора. Оло йәштәге кешеләрҙең дә йөн ойоҡтарына ла мәсех ҡылғанын күрәһең. Былар дөрөҫмө? Быға яуапты Камил хәҙрәт Сәмиғуллин, Татарстан Республикаһы мөфтөйө бирә.
     Һорау: Тәһәрәт алғанда ябай ойоҡбашҡа (ойоҡҡа, носкигә) мәсех ҡылырға буламы? Бындай тәһәрәт алыу дөрөҫ һаналамы? Абруйлы мосолман ғалимдары һәм дүрт мәҙһәб имамдары быға нисек ҡарай?
     Яуап:
     Абруйлы фикһ ғалимдәре һәм мөждәһидтәр йоҡа, һыу үткәрә торған, аяҡта өҫтәмә нығытмалары булмаған һәм аяҡ кейемһеҙ етәрлек ара үтергә мөмкин булмаған ойоҡбаштарҙы (носки) мәсех ҡылырға рөхсәт итмәй. Хәҙерге мамыҡтан, йөндән, нейлондан эшләнгән ойоҡбаштар күндән яһалған ойоҡҡа (ситек) хас булған сифаттарға эйә түгел, шуға күрә уларға мәсех ҡылырға ярамай. Бындай ысул менән тәһәрәт алыу алыусының тәһәрәте лә дөрөҫ булмай. Был ҡарар Изге Ҡөръән аяттары, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сөннәте һәм 4 мәҙһәб имамдары тарафынан раҫлана. Шулай уҡ был кешенең намаҙы ҙа дөрөҫ булмай.

     Изге Ҡөръәндә Аллаһы Тәғәлә әйтә:
                         يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا إِذَا قُمْتُمْ إِلَى الصَّلاةِ فاغْسِلُوا وُجُوهَكُمْ وَأَيْدِيَكُمْ إِلَى الْمَرَافِقِ وَامْسَحُوا بِرُؤُوسِكُمْ وَأَرْجُلَكُمْ إِلَى الْكَعْبَينِ
     «Әй, мөьминдәр, намаҙ уҡырға ниәтләгәс, йөҙөгөҙҙө, терһәктәрегеҙгә тиклем ҡулдарығыҙҙы йыуығыҙ, башығыҙҙы мәсех итеп, тубыҡтарға тиклем аяҡтарығыҙҙы йыуығыҙ». «Мәидә / Аш-яулығы», 5:6
     Был аяттан аяҡтарҙы йыуыу — тәһәрәтле булыуҙың мотлаҡ шарттарының береһе булыуы аңлашыла. (Аяҡтарҙы тубыҡҡа тиклем тигәне татар теленән килә, уларҙа тубыҡ беҙҙең шайтан ашыҡ).
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең күп кенә хәҙистәрендә аяҡтарҙы мәсех ҡылырға түгел, ә йыуырға өндәгән. Мәҫәлән, имам Әл-Дәраҡутни үҙенең йыйынтығында Әбү Рафида һәм Әбү Дауыд Рабғидан ике хәҙис килтергән: «Мин Аллаһ Рәсүле тәһәрәт алғанын һәм өс тапҡыр аяҡтарын йыуғанын күрҙем».
     «Аллаһ Расүле беҙгә килә ине һәм тәһәрәт алғанда аяҡтарын өс тапҡыр йыуа ине».
     Имам Ибне Хаджәр Әл-Ғәскалани үҙенең «Фәтхул Бәри» китабында Ғәли һәм Ибне Ғәббастың баштараҡ мәсех ҡылыуҙы хуплауҙарын, әммә аҙаҡ ошо фекерҙән баш тартыуҙарын хәбәр итә.
     Ышаныслы хәҙистәрҙә тәһәрәт алғанда аяҡ йыуыу урынына күндән эшләнгән ситеккә мәсех ҡылыу мөмкин булыуы тураһында әйтелә. Мәҫәлән, Ибне Әби Шәйбәға Үбәйә бине Ғәмр аша күрһәтелгән хәҙистә (ул шулай уҡ имам Мәликтең «Мүвәтта» йыйынтығында Гөрвә аша ирешкән хәҙистә әйтелә: «Ул Пәйғәмбәребеҙҙән хөффәгә мәсех ҡылыуға рөхсәт һорауын һәм Рәсүлебеҙҙең быны рөхсәт итеүен әйтә».
     «Аллаһ Рәсүленең сәхәбәһе Гөрвә, хөффәнең өҫкө өлөшөнә генә мәсих ҡылған, ә аҫҡы өлөшөнә тимәгән».
     Ситектәргә мәсех ҡылыуға ҡағылышлы хәҙистәр ышаныслы (сахих хәҙистәр) булып һанала һәм уларҙы тапшырыусылар ҙа күп. Имамыбыҙ Әбү Хәнифә әйткән: «Ситектәргә мәсех ҡылыуҙы минең өсөн көн яҡтылығы кеүек асыҡ булғанға тиклем рөхсәт итмәгән инем» (Әл-Бәхер әрраик).
    Хафиз Ибне Хәджәр (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) «Фәтхул Бәри» китабында килтерә: «Күп хәҙис белгестәре ситеккә мәсех ҡылыуҙың тәвәтүр (хәҙисте тапшырыуҙар һанының күплеге) менән билдәләнеүен белдерә». Ҡайһы берҙәре Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сәхәбәләренән ишеткән хәҙистәр һаны 80-гә яҡын булыуы тураһында хәбәр итә. Уныһы «ғәшәра-мөбәшшәра» (Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уларҙың йәннәткә эләгәсәктәрен үҙҙәре иҫән ваҡытта әйткән сәхәбәләр) аша килә.
     Хафиз Ибне Ғәбдел Бәрр үҙенең «Әт-Тәмхид» китабында хөффәләргә мәсех итеү хаҡындағы хәҙистәрҙең 40 сәхәбә аша ирешеүен хәбәр итә.
     Хәсән Басри (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) әйткән булған: «Мин Бәдр һуғышында ҡатнашҡан 70 сәхәбәне күрҙе. Улар ситектәргә мәсех ҡылыуҙың дөрөҫ булыуына ышаналар ине» («Тәлхисүл хәбир» һәм «Бәдаигус-сәнаи»).
     Минең тарафтан үрҙә күрһәтелгән мосолман хоҡуҡ белгестәренең фекерҙәре Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәһәрәт ваҡытында ситектәргә мәсех ҡылыуы һәм башҡаларға ла быны рөхсәт итеүе бер ниндәй ҙә шик ҡалдырмай. Тик шуныһы мөһим — күндән эшләнгән ситектәрҙән башҡа төр ойоҡбаштарға мәсех ҡылыу Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сөннәтендә тәвәтүр тарафынан билдәләнмәй.
     Ҡөръән Кәрим шәриғәттең төп һәм бәхәсһеҙ нигеҙе булып тора. Ҡөрьәндең аяттарын бер хәҙис тә инҡар итә, мәғәнәһен үҙгәртә, сикләй йә иһә киңәйтә алмай. «Әхкәмүл Ҡөръән» тәфсирендә Имам Әбү Бәкер Әл — Джәсас (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) ғалимдәрҙең быға ҡағылышлы берҙәм фекерен килтерә. Әммә «мүтәвәтүр» дәрәжәһенә еткән хәҙис булһа, Ҡөрьәндең текстын аңлатып биреү мөмкин була.
     Шул сәбәпле Имам Әбү Йософ (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) былай тигән: «Бары тик тәвәтүр йә иһә истифадә дәрәжәһенә еткән Сөннәт менән генә Ҡөръән әмерендә иҫкәрмә була ала» («Әхкәмүл Ҡөръән лил-Джәссас»). Мәҫәлән, күн (тире) ойоҡтарҙы — ситектәрҙе һөртөү кеүек (мәсах ғаләл хөффәйн).
     Мәсьәләне тәрән аңлау өсөн, «хөффә» һәм «джәүрәб» төшөнсәләренең 4 сөнни мәҙһәб буйынса аңлатмаларын ҡарап китәрбеҙ, улар араһындағы айырманы билдәләрбеҙ.
     Хөффә — күндән эшләнгән, тубыҡты һәм аяҡтың шул өлөшөн ҡаплай торған ойоҡ.
     Хөффөләргә мәсех ҡылыу өсөн бер нисә шарт булырға тейеш:
     1) Хөффә эшләнгән күн таҙа булырға тейеш. Хәнәфи һәм шәфиғи ғалимдәре үләкһәнән эшкәртелгәнгә тиклем эшләнгән хөффөләрҙе тыйылған тиһәләр, мәлики һәм хәнбәли ғалимдәре эшкәрткәндән һуң да тыйылған тиҙәр, беренселәре эшкәртеү материалды таҙарта, тип иҫәпләһәләр, икенселәре — таҙармай, тип әйткәндәр.
     2) Хөффәләр тубыҡ һөйәгенән (шайтан ашығы) алып, тубыҡҡа тиклем араны ҡапларға тейеш. Был аяҡ өлөшөн ҡапламаған хөффөләрҙе һөртөү дөрөҫ булмай.
     3) Хөффәләр алыҫ араларға йөрөрлөк дәрәжәлә ныҡ булырға тейеш. 4 мәҙһәб имамдары ла был фекерҙә берҙәм. Араның билдәле йыраҡлығы тураһында төрлө фекерҙәр бар.
     Хәнәфи ғалимдары фекеренсә, хөффә аяҡта бәйләүһеҙ ҙә ныҡ торорға тейеш. Шулай уҡ 3 саҡрымлыҡ араны үтәрлек ныҡ булырға тейеш. Ошо шарттарға тура килмәгән хөффөләрҙе һөртөү дөрөҫ булмай.
     Мәлики факиһаларының фекеренсә, хөффәләрҙең ныҡлығы көндәлек аяҡ кейемеке кеүек булырға тейеш. Аяҡта тормаған хөффөләрҙе һөртөү дөрөҫ түгел.
     Шәфиғиҙәр фекеренсә, хөффәләр бер көн дауамында өйҙә һәм 3 көн сәйәхәттә йөрөрлөк ныҡ булырға тейеш. Уларҙың күндән йә иһә кейеҙҙән эшләнеүе мөһим түгел.
     Хәнбәли ғалимдары фекеренсә, хөффәләр күндән, йә ағастан, йә шуның кеүек әйберҙән яһалған булырға тейеш. Тик улар йөрөгәндә аяҡ кейемен алмаштыра алырлыҡ булырға тейеш. Улар шулай уҡ аяҡтан төшәргә тейеш түгел.
     Ләкин дин эйәләре араһында рөхсәт ителгән тишектәр ҙурлығы һәм хөффәләр яһалған материал мәсьәләһендә билдәле бер фекер ҡаршылыҡтары бар.
     Хәнәфи һәм мәлики ғалимдәре хөффәләр тишекһеҙ булырға тейеш, тип һанайҙар. Тишектәрҙең ҙурлығы тураһында ла фекер ҡаршылыҡтары бар. Хәнәфиҙәр фекеренсә, 3 бәләкәс аяҡ бармағы ҡәҙәрле тишек, мәликиҙәр иһә тубыҡтың (шайтан ашыҡтың) өстән бер өлөшөнән бәләкәй тишеге булған хөффөләрҙе һөртөүҙе рөхсәт итәләр. Шәфиғи һәм хәнбәли дин әһелдәре бәләкәй генә тишек булһа ла, хөффөләрҙе һөртөү тыйылған, тиҙәр.
     Мәлики факиһтары фекеренсә, хөффәләрҙең күндән эшләнгән булыуы ҡәтғи шарт. Шуға күрә мамыҡтан йә иһә нейлондан яһалған ойоҡтарҙы һөртөп алыу тыйылған. Иҫкәрмә булып тышы күндән тегелгән ойоҡтар тора.
     Әммә күп кенә мосолман хоҡуҡ белгестәре фекеренсә, хөффәләрҙең күндән булыуы шарт түгел, мөһиме — аяҡтарға һыу үтмәҫкә тейеш.
     Джәүрәб мәсьәләһен асыҡлағанса, ябай ойоҡтарҙы һөртөп алыу практикаһының таралыуын асыҡлау өсөн, тарихи экскурсия яһау файҙалы булыр, тип уйлайым.
     1913/1332 йылда ғәрәп ерҙәрендә урынлашҡан бер нисә университет ябай ойоҡтарҙы һөртөп алыу тураһында шәйех Джәмәлетдин Әл-Ҡасимға һорау биргәндәр. Был уҡыу йорттары студенттары ҡышҡы һалҡында аяҡтарҙы йыуыуҙа билдәле бер ҡыйынлыҡтарға дусар булалар. Шул сәбәпле, күп студенттар намаҙҙы ваҡытында уҡымайынса, кисектереп уҡығандар йә иһә бөтөнләй ҡылмағандар. Быға яуап итеп, Джәмәлетдин шәйех ябай ойоҡтарҙы һөртөүҙе рөхсәт итеү осраҡтарын асыҡлаған фәнни хеҙмәт яҙған. Уның фәтүәһе ябай ойоҡтарҙы һөртөүҙе тышҡы яҡтан рөхсәт иткән бер нисә хәҙискә нигеҙләнгән. Әлеге фәтүә бындай ғәмәлдең киңәйеүенә сәбәпсе булған. Шунан һуң да күп кенә тикшеренеүселәр шуның кеүек ҡарарҙар сығарғандар.
     Шулай итеп, ябай ойоҡтарҙы һөртөп алыу тәжрибәһе бер быуат элек кенә тейәрлек индерелгән, һәм был күп кенә мосолмандарҙың намаҙҙарын яраҡһыҙ иткән ҡурғыныс яңылыҡ булып тора.
     Джәүрәбәләр — ул кизе-мамыҡ, нейлон, йөн һәм башҡа шундай материалдан эшләнгән ойоҡтар.
     Ғалимдар джәүрәбкә мәсех ҡылыуҙы ике шарттың береһе булғанда ғына рөхсәт итәләр:
     1) Джәүрәбтәрҙең тышҡы яғы күн менән тегелгән булырға һәм шуның менән улар хөффөләргә оҡшаш булырға тейеш.
     2) Аҫҡы өлөшөнә күн табан тегелгән булырға тейеш.
     Имамдар Мөхәммәд Әш-Шәйбани, Әбү Йософ һәм Әхмәд бине Хәнбәл (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) ике мәжбүри шарттар үтәлгәндә ойоҡбаштарҙы (джәүрәбте) һөртөү рөхсәт ителә тип һанай:
     1. Ойоҡбаш тән күренмәҫлек ҡалын булырға тейеш.
     2. Джәүрәб кейеп йөрөрлөк булырға һәм тығыҙлығына күрә баҫып торорға тейеш.
     Әгәр ойоҡбаштар юғарыла һанап үтелгән шарттарға тура килһә, улар хөффөләргә оҡшайҙар, шуға күрә уларға мәсех уҡыу дөрөҫ була. Күн ойоҡтарға — ситектәргә мәсех ҡылыу үҙ сиратында мүтәвәтүр хәҙистәр сәбәпле рөхсәт ителә.
     Күн булмаған ойоҡҡа — джәүрәбтәргә мәсех ҡылыуҙы тышҡы мәғәнә яғынан рөхсәт иткән хәҙистәрҙе тикшерәйек.
     Ҡалынлығына, сыҙамлығына ҡарамайынса джәүрәбәләрҙе һөртергә рөхсәт итә торған кешеләр 4 хәҙискә (хәбәр әхәд) нигеҙләнә. Уларҙа Аллаһ Рәсүленең ﷺ джәүрәбтәргә мәсех ҡылыуы хаҡында әйтелә.
     Беренсенән, Ҡөръәндә яҙылғандарҙы әхәд хәҙистәргә ҡарап, кире ҡағып булмай, ә мүтәвәтүр хәҙистәргә нигеҙләнеп, ғәмәлгә индереү рөхсәт ителә. Әйтәйек, джәүрәбкә мәсех ҡылыу тәвәтүр дәрәжәһендә түгел, шуға ғалимдар джәүрәбкә мәсех ҡылыуҙы дөрөҫ тип һанамайҙар.
     Икенсенән, мосолман хоҡуғы һәм хәҙис белгестәренең күбеһе әлеге хәҙистәрҙе көсһөҙ тип һанайҙар.
     Сөнни ғалимдарҙың әлеге хәҙистәргә ҡарата фекерҙәрен китергәнсе, Ғәбдеррахман Мөбәрәкфүриның «Төхвәтел әхвәзи» китабынан хәҙистәрҙе килтерәм:
     1. Мөғәйра, хәҙисе:
                                                                عَنْ مُغِيرَةَ قَالَ تَوَضَّأَ النَّبِيَ ﷺ وَمَسَحَ عَلَي الْجَوْرَبَيْنِ وَالنَّعْلَيْنِ (رَوَاهُ التِّرْمِذِي رقم
     «Аллаһтың Илсеһе ﷺ тәһәрәт алғас джәүрәбкә һәм сандалиға мәсех ҡылды».
     2. Әбү Муса, еткергән хәҙис:
عَنْ أَبِي مُوسَي أَنَّ رَسُولَ اللهِ ﷺ تَوَضَّأَ وَمَسَحَ عَلَي الْجَوْرَبَيْنِ وَالنَّعْلَيْنِ (رَوَاهُ اِبْنُ مَاجَه رقم: 560، وَالْبَيْهَقِي رقم: 1351
     «Аллаһтың Илсеһе ﷺ тәһәрәт алды, джәүрәбенә (ойоҡ) һәм сандалиларына мәсех ҡылды».
     3. Билал килтергән, хәҙис:
عَنْ بِلَالٍ كَانَ رَسُولَ اللهِ ﷺ يَمْسَحُ عَلَي الْخُفَّيْنِ وَالْجَوْرَبَيْنِ (رَوَاهُ الطَّبَرَانِ فِي الْمُعْجَمِ الْكَبِيرِ رقم:1063
     «Аллаһтың Илсеһе ﷺ джәүрәбенә (ойоҡ) һәм сандалиҙары мәсех ҡыла ине».
     4. Һәүбән, еткергән хәҙис:
عَنْ ثَوْبَان قَالَ بَعَثَ رَسُولُ اللهِ ﷺ سَرِيَةُ فَأَصَبَاهُمُ الْبَرْدُ فَلَمَّا قَدَمُوا عَلَي النَّبِيِّ ﷺ شَكُوا إِلَيْهِ مَا أَصَابَهُمْ مِنَ الْبَرْدِ فَأَمَرَهُمْ أَنْ يَمْسَحُوا عَلَي الْعَصَائِبِ وَالتَّسَاخِينِ (رَوَاهُ أَبُو دَاوُدْ رقم: 146)
     «Бер ваҡыт Аллаһтың Илсеһе ﷺ сәхәбәләр төркөмөн хәрби походҡа ебәргән. Сәйәхәт ваҡытында улар, һалҡын булғанға күрә, күп кенә ҡыйынлыҡтарға тарыған. Нурлы Мәҙинәгә ҡайтҡас, улар был ауырлыҡтар тураһында Аллаһтың Илсеһенә ﷺ һөйләгән. Унан һуң Аллаһтың Илсеһе ﷺ уларға бындай шарттарҙа сәллә һәм тәсәхиндәрен һөртөргә, мәсех ҡылырға рөхсәт иткән».
      Хәҙистәрҙең ышаныслылығын тикшерәйек.
     Мөғәйра, тапшырған беренсе хәҙис Суфьян Сәури, Ғәбдеррахман бин Мәхди, имам Әхмәд бине Хәнбәл, ибне Мәдини һәм имам Мөслим кеүек ғалимдар тарафынан берҙәм рәүештә көсһөҙ (зәғиф) тип таныла. Ә имам Әл-Байһаҡый был хәҙисте шелтәгә лайыҡ (мөнҡәр) тип әйтә. Имам Мөслим фекеренсә, был хәҙисте тапшырыусы булған Әбү Ҡайс һәм Һүзәйл башҡа хәҙистәргә ҡаршы киләләр.
     Әбү Муса, тапшырған хәҙисте ҡарайыҡ.
     Мөбәрәкфури шәйех был хәҙисте тапшырған Ғыйсә бине Синаның мөхәддистәр тарафынан хәҙистәрҙең текстарын ҡушыуҙа ғәйепләнгән булыуы тураһында яҙа, шуға күрә был хәҙис ышаныслы була алмай.
     Имам Әхмәд, Ибне Муғыйн, Әбү Зурға, Ән-Нәсәи, Байһаҡый был хәҙисте тапшырған ҒЫйса бине Синаның ышанысһыҙ булыуы тураһында әйтәләр. Имам Байһаҡый шулай уҡ тапшырыусы булған Дәххаҡ бине Ғабдрахмандың был хәҙисте Әбү Мусанан ишетмәүе тураһында әйтә.
     Билал, тапшырған өсөнсө хәҙисте ҡарайыҡ. Имам Зәйләғи был хәҙисте тапшырыусылар сылбырында Язид бине Әби Зиядтың булыуы һәм уның ышанысһыҙ тапшырыуы булыуы тураһында яҙа. Хафиз Ибне Хаджәр Язид бине Әби Зиядтың ҡартайғас хәтере насар булыуы тураһында әйтә, шуға өҫтәп, уның шиғый булыуы билдәле.
     Һәүбән, тапшырған дүртенсе хәҙисте ҡарайыҡ. Ибне Әби Хәтим имам Әхмәд бине Хәнбәл һүҙҙәрен килтерә: хәҙисте тапшырыусы булған Рәшид бине Сәғд Һәүбәндең үҙенән ишетмәгән, шуға күрә был хәҙис (мөнҡатығ) — көсһөҙ һәм дәлил була алмай. Ҡайһы бер кешеләр «тәсәхин» һүҙен «ойоҡ» тип тәржемә итеп, был хәҙисте дәлил булараҡ ҡулланмаҡсы була. Ләкин хәҙистә тап бына ойоҡ күҙҙә тотолған, тип әйтеү дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, Ибне Әсир «Ән-Нихая» китабында «тәсәхин» һүҙен «ойоҡ-баш» тип тәржемә итә, ә шәйех Хәмзә Әсфәхани уны баш кейеменең бер төрө итеп тәржемә итә.
     Ә хәҙер тәһәрәт алғанда ябай ойоҡбаштарҙы һөрткән кешеләргә һорау бирәһем килә: ни сәбәпле улар шундай зәғиф (көсһөҙ) хәҙистәр арҡаһында Аллаһы Тәғәләнең Китабын ҡалдыралар? Ни өсөн улар Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ яла яғыуҙан һәм мосолмандар араһында ығы-зығы сығарыуҙан ҡурҡмайҙар? Ҡиәмәт көнөндә наҙанлыҡтары өсөн нисек итеп яуап бирерҙәр?
     «Төхвәтел әхмәзи» китабы авторы шәйех Ғәбдеррахман Мөбәракфури үҙ фекерен килтерә:
                                                وَالْحَاصِلُ عِنْدِي أَنَّهُ لَيْسَ فِي بَابِ الْمَسْحِ عَلَي الْجَوْرَبَينِ حَدِيثٌ صَحِيحٌ مَرْفُوعٌ خَالٍ عَنِ الْكَلَامِ
     «Беҙгә ойоҡбашты мәсех ҡылыу тураһында бер генә лә ышаныслы хәҙис (мәрфуғ) килеп етмәгән, тигән нәтижәгә килдем».
     Алда күрһәтелгән дүрт хәҙис ышаныслы булған булһалар ҙа, Ҡөръәни Кәримдә асыҡтан-асыҡ күрһәтелгән күрһәтмәләрҙе уларға ғына нигеҙләнеп сикләргә йәки аныҡларға ярамаҫ ине.
     Намаҙ — диндең терәге. Тәһәрәт алыу — намаҙҙың асҡысы. Ҡөръәни Кәрим тәһәрәт алыу алғанда асыҡ һәм аныҡ итеп аяҡтарҙы йыуырға куша. Был күрһәтмә мосолман кешеһенән тәһәрәт алғанда һәр ваҡыт аяҡтарын йыуыуҙы талап итә. Ләкин хөффәләргә (күндән тегелгән ойоҡ, ситек) мәсех итеү рөхсәт ителгән хәҙистәр «тәвәтүр» категорияһына ингәнлектән, дүрт мәзһәб ғалимдәре лә, хөффәләргә мәсех ҡылыу рөхсәт ителә, тип иҫәпләй. Күндән тегелмәгән ойоҡбаштарға мәсех ҡылыуҙы рөхсәт иткән хәҙистәр көсһөҙ һәм Ҡөръән Кәримгә ҡаршы бара алмайҙар, шуға күрә дини күрһәтмә лә була алмайҙар.
     Аллаһы Тәғәләгә яҡшыраҡ билдәле.
                                                            Камил хәҙрәт Сәмиғуллин, Татарстан Республикаһы мөфтөйе