Хәмерле туйға барырғамы?

                                                     Хәмерле туйға барырғамы?

     Инанған, иманлы кешеләр күршеләренең һөйөнөсөн дә, көйөнөсөн лә уртаҡлашып йәшәйҙәр. Күрше хаҡын һаҡлауҙа кәмселек килтермәҫкә тырышалар. Әлбиттә, күршеңдә туй булғанда, унда барырға, яңы ғаиләнең шатлығын ҡеүәтләргә, арттырырға кәрәк. Был беҙҙең дини бурысыбыҙ, күршеләр алдындағы вазифабыҙ. Тик бер «ләкин» бар шул мәсьәләлә лә. Әгәр шул туйҙа иманыбыҙға, динебеҙгә ҡаршы эштәр эшләнһә, ғөрөф-ғәҙәтебеҙ менән һыйышмаған хәл-күренештәр булһа, унда бармау хәйерле. Конкретно әйтһәк, туйҙа араҡы эселһә, ҡатындар менән ирҙәр иҫереп, төрлө йәмһеҙ ҡиәфәткә инеп ҡыланһа, юләрләнеп алйотланһалар, бер һүҙ менән әйткәндә, гонаһ ҡылынһа, бындай туйға барыуҙың кәрәге юҡ. Бында инде күршелек хаҡы түгел, иман таҙалығын һаҡлап ҡалыу өҫтөнлөк итә. Был шарттарҙа күршеләр ҙә (туғандар ҙа) үпкә белдерә алмай.

     Хәҙис-шәрифтә Пәйғәмбәребеҙ салаллааһу ғәләйһиссәләм былай тип әйткән: «Аллаһҡа һәм әхирәт көнөнә инанған кеше хәмер эселгән табынға ултырмаһын!». Хатта үҙе эсмәһә лә ултырмаһын. Сөнки үҙе эсмәгән хәлдә араҡы булған мәжлестә ултыра икән, тимәк, ул, теләйме-теләмәйме, эсеп ултырыусыларҙы хуплаған кеүек булып сыға.
     Аллаһ Тәғәлә «Майдә» сүрәһенең икенсе аятында яҡшы эштәрҙе яҡлау, әшәкеләрҙе иһә яҡламау тураһында әйтә: «Игелекле, сауаплы эштәргә көс бирегеҙ, ярҙам итегеҙ, әшәкелек һәм гонаһ ҡатышҡан эштәрҙе яҡламағыҙ. Аллаһтың көслө асыуынан ҡурҡығыҙ».
     Был аят насарлыҡ, бысраҡлыҡ, гонаһ эшләнгән бөтә мәжлестәргә ҡарай. Шулай итеп, иманлы кеше «күрше хаҡы — фәлән» тигәнгә һылтап, араҡылы-шараблы мәжлескә барырға тейеш түгел. Аңғармаҫтан мәжлестең ниндәй буласағын белмәй тороп барһаң һәм унда табын тулы араҡы шешәләрен күрһәң, гонаһлы урындан ҡас.
     Әлбиттә, туй ул йыназа түгел. Унда уйын-көлкөһөҙ ҙә, йырһыҙ ҙа булмай, әлбиттә. Әммә былар билдәле бер сикте ашмаҫҡа, йәштәрҙең яңы тормошҡа аяҡ баҫыуҙарына гонаһлы мөхит шәүләһе төшмәҫкә тейеш.
     Ахыр сиктә, яҡшы күрше — күршеһен гонаһ ҡылыуҙан тыйып тороусы, уның, был өлкәлә күҙен астырыусы кешелер. Сөнки күршеңдең хаталарын күрмәмешкә һалышһаң, ахирәттә уның дошманы буласаҡһың бит. Бер-береһен гонаһ батҡаҡлығына этәргән «һәйбәт, дуҫ» күршеләрҙең әхирәт көнөндә, хисап тотҡан ваҡытта бер-береһенә нәфрәттән башҡа хистәре ҡалмаясаҡ. «Фурҡан» сүрәһендә был хаҡта былай тиелә: бер кеше башҡаһына (әхирәт көнөндә) әйтер икән: «Һинең арҡала был гонаһтарҙы ҡылдым. Был хаталарҙы эшләргә һин этәрҙең. Мине киҫәтмәнең». Икенсеһенең яуабы былай буласаҡ: «Ысынында мин һинең арҡала был хәлгә төштөм, һин насар үрнәк күрһәтмәһәң, мин дә һине гонаһтар ҡылыуға ҡотортмаҫ инем». Шул ваҡытта фәрештәләр килеп әйтерҙәр: «Һеҙ быларҙы донъяла ваҡытта уйларға тейеш инегеҙ. Берегеҙ гонаһ ҡылды, икенсегеҙ уны хупланы. Шулай итеп, күршелек хаҡын яҡшы мәғәнәлә түгел, ә насар мәғәнәлә ҡулландығыҙ».
      Һүҙҙең ҡыҫҡаһы менән әйткәндә: туйҙа булһын, башҡа мәжлестәрҙә булһын, бер-берегеҙҙе гонаһҡа түгел, һауапҡа, игелекле эшкә рухландырайыҡ, йәмәғәт!

                                                                                                                                          «Инсан һәм дин» китабы

                                                           Мәжлескә барырғамы?
     Әгәр берәй кеше асыҡтан гонаһ эштәр ҡыла икән, уның саҡырған мәжлесенә барырға ярамай.
     Саҡырыусы кеше малының күп өлөшө хәләл булыуы шарт. Малының күп өлөшө хәрәм кәсеп менән табылһа, унда барыу тыйыла. Миҫал өсөн: сусҡа көтөп, көмөшкә ҡыуып, араҡы һатып кәсеп иткәндәрҙекенә...