Мәрхүмдәр һәм бәлиғ булмаған балалар өсөн ҡорбан

                                      Мәрхүмдәр һәм бәлиғ булмаған балалар өсөн ҡорбан

     Ҡорбанға һыйыр һуйғанда 7 кеше араһына ике улымды һәм 6 йәшлек баламды ҡушырға яраймы? Сөнки бәлиғ булмаған баланы өлөшкә индерергә ярамай тиҙәр.
     Ҡорбан өсөн бер һыйырҙы 7 кешегә — ғаиләһе өсөн атап сала икән (мәҫәлән, атай-әсәһе, үҙе, ҡатыны, балалары өсөн) бурыс үтәлә. Өлөшкә бәлиғ булмаған балаларҙы индерергә мөмкин, әгәр был эш бер ғәилә эсендә башҡарылһа.

                                                             Игеҙәктәргә ҡорбан салыу

     Беҙҙең игеҙәк балаларыбыҙ бар, уларға ҡорбаны нисек салырға икән?
     Бәлиғ булған йәшкә еткән һәр кешенең, әгәр ҙә ҡорбан салырлыҡ малы булһа, ҡорбан салыуы вәжиб. Ә инде яңы тыуған игеҙ балалар өсөн уларҙың ата-әсәһе бала тыуыу шатлығынан ҡорбан салырға теләһә, игеҙәктәр ир бала булһа — һәр береһенә икешәрҙе, ә ҡыҙ балалар икән — һәр береһенә берәр ҡорбан салырға тейеш. Шәриғәттә ир бала атаһы милкен бүлгәндә мираҫтың өстән ике өлөшөн тулыһынса, ә ҡыҙ бала өстән бер өлөшөнөң яртыһын алырға хоҡуҡлы булған кеүек, ҡорбан салғанда ла бер ир балаға ике ҡорбан, ә ҡыҙ балаға бер ҡорбан салыу ҡаралған. Бындай ҡорбан сөннөт ҡорбаны тип атала һәм уны үтәй алыу бик тә күркәм ғәмәл һанала. Әгәр ҙә дүрт ҡорбанлыҡ салырлыҡ мөмкинлегегеҙ булмаһа, игеҙәктәрҙең бер ҡарында ятыуҙарын, бер әсәнән тыуыуҙарын иҫтә тотоп, икеһенә ике генә ҡорбан салһағыҙ ҙа була. Аллаһы Тәғәлә Үҙе риза булып, ҡорбанығыҙҙың ҡабул ҡылһа ине.

 

                                      Вафат булған сабыйға (балаға) ҡорбан салыу кәрәкме?

     Вафат булған балаларға ҡорбан салыуҙың кәрәге юҡ. Сөнки улар былай ҙа саф күңелле, бәлиғ булмағандар бит әле.
     Бары тик бәлиғ булғас ҡына уның исеменән Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ҡорбан салына. Бәлиғ булғансы, Аллаһынан фарыз һәм вәжиб ғәмәлдәр йөкләнмәй.

                                                           Үҙ исеменә түгел, ә исеменән...

     Әгәр кеше мәрхүм булһа, нәҙер (васыят) итеп әйтеп ҡалдырмаһа ла, ҡорбан салырға яраймы?
     Аллаһ ризалығы өсөн мәрхүмдең исеменән ярай, ә уның исеменә түгел. Йәғни ул үҙ исеменән үҙе салған кеүек булырға тейеш.

                                                           Бер кем дә үҙенә ҡорбан салмай

     Ҡайһы берәүҙәр: ҡорбанды кеше исеменә атап салыу дөрөҫ түгел, ите хәрәм була, тип аңлаталар. Шул ваҡытта радионан, мәйеткә атап ҡорбан салыу дөрөҫ, тип белдерҙеләр. Бының ҡайныһына ышанырға?
     Ҡорбан мәсьәләһенә килгәндә, һүҙҙәрҙеге –не- , нән- , ҙән- , ә- кеүек ҡушымталарҙың ниндәй мәғәнә аңлатҡанына иғтибар итәйек әле. Һүҙ барышында улар дөрөҫ ҡулланмаһалар, ҡапма-ҡаршы мәғәнә килеп сыға. Бына шул ҡорбан салған ваҡытында: Һинең ризалығың өсөн, Аллаһ, ҡорбан боғаҙларға(салырға) ниәт ҡылдым. Мин Мәхмүт Минғәли улынан риза булып ҡабул ҡыл, — тип ниәтләһәң, дөрөҫ була.
     Үлгән атайың исемен, әйтәйек, атайым Минғәли Сәйфулла исеменән, тиһәң дә дөрөҫ. Әммә: Минғәли Сәйфулла исеменә, тиһәң, йәки атайға тип салһаң, дөрөҫ булмай. Ана шул –нән, -нә ҡушымталарын дөрөҫ аңлағыҙ. Бер кем дә үҙенә ҡорбан салмай. Үҙ исеменән Аллаһ ризалығы өсөн тип салырға кәрәк.

                                                               Мәрхүмдәр рухына ҡорбан

     Мин мәрхүм атай менән әсәйгә бағышлап салырға ниәтләйем. Быны ҡорбан байрамында башҡарырға буламы? Икеһенә икенеме, әллә берҙе генә салырғамы? (Һүҙ бағышлау ниәте менән, Ҡорбан байрамына ҡыҫылышы булмаған ҡорбан хаҡында)
     Бындай ҡорбанлыҡ Ҡорбан Ғәйетендә салынмаҫ. Ҡорбан ғәйете — Аллаһы Тәғәлә бойороҡ иткән Ҡорбан байрамы көнө ул. Ә ниәтләгән ҡорбанығыҙҙы һеҙ башҡа ваҡытта сала алаһығыҙ.
     Ҡорбан салғанда былай ниәтләгеҙ: «Йә, Раббым! Ниәт ҡылдым Үҙ ризалығындә өмөт итеп ошо ҡорбаны салырға. Шунан хасил була торған әжер-һауаптарҙы атайым (фәлән улы фәлән-фәлән) һәм әсәйем (фәлән-фәлән ҡыҙы фәлән) рухтарына бағышлайым, улар рухына ирештерһәң ине, йә, Раббым...» Әгәр ҙә «был ҡорбанлыҡты атайыма (әсәйемә) салам», тип кенә әйтһәгеҙ, ҡорбанығыҙ ҙа ҡабул булмаҫ, гөнаһлы ла булырһыҙ һәм ата-әсәгеҙҙең рухтары ла рәнйер. Шуға күрә лә ҡорбанығыҙҙың беҙ кәңәш иткәнсә ниәтләгеҙ.
     Ҡорбанды атай-әсәйегеҙҙең һәр береһенә айырым да, икеһенә бер генә мал да салдырырға мөмкин. Мәжлестәрҙе лә шул рәүешле үк үткәрә алаһығыҙ. Доньялыҡта атайығыҙ һәм әсәйегеҙ бергә йәшәгән бит, шулай булғас, икеһенә бергә бер ҡорбан салдырып, икеһенә бер мәжлес үткәрһәгеҙ, күркәмерәк булыр, инша Аллаһ!
                                                                                      «Шәриғәт», Ғәбделхаҡ Саматов, өсөнсө том.

     Һорау: Ҡорбанға тигән эре мал нисә йәштә булырға тейеш һәм нисә кеше исеменән салыналар.
     Яуап. Һыйыр, буйвол, үгеҙ ике йәш, дөйә биш йәшлек булырға тейеш. Ундай хайуандарҙы бер кеше исеменән дә, ете кеше исеменән дә ҡорбан итеп салырға мөмкин.
     Һорау. Өлөшкә кереп ҡорбан салғанда һәр ете кешенең дә ҡорбан салыу ниәте булырға тейешме, әллә ҡайһы берҙәре ит кәрәк тип ҡушылһалар ҙа дөрөҫмө?
     Яуап. Өлөшкә кереп ҡорбан салғанда һәр ете кешенең дә ҡорбан салыу ниәте булырға тейеш, әгәр береһен дә генә башҡа ниәт булһа, ҡалғандарының ҡорбандары ҡабул булмай.
     Һорау. Быға дәлил бармы?
     Яуап. Йәбир р.г.: “Беҙ пәйғәмбәр ғәләйһи үәссәләм менән хаж һәм ғөмрә ваҡытында етешәр кеше ҡорбанға өлөшкә керҙе", — тип әйткән.
     Һорау. Үлгән кешеләрҙе өлөшкә индерергә яраймы? Миҫал өсөн, алты кеше бер һыйырҙы ҡорбан итеп салырға ниәтләнеләр, ә етенсе кеше табылманы ти. Арала береһе: «Минең үлгән атайымды ошо етенсе өлөшкә индерәйек», — тип әйтһә ул ҡорбан ҡорбандан һаналамы?
     Яуап. «Кәүҫәр» сүрәһендә дә, хәҙистәрҙә лә үлгәндәрҙе ҡорбанға өлөшкә индереү тураһында һүҙ юҡ. Сөнки үлгәндән һуң мәйеттең өҫтөнән бөтә вазифалар төшә. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә әйткән: «Кеше нимәгә ынтыла, шуға ғына ирешә» (53/39). Әгәр ҙә инде үлгән кеше үҙе иҫән саҡта ниәтләгән булып, үләһен һиҙеп ҡорбанға тип әҙерләгән аҡсаһын береһенә васыят әйтеп ҡалдырып, башҡарып сығыуҙы тапшырған булһа ғына, ҡорбан өлөшөнә индерергә була. Был осраҡта был васыятты башҡарыусы кеше ҡорбан итен тулайым таратып бөтөрөргә тейеш. (был мәрхүмдең өлөшөн)
     Һорау. Үлгән кеше исеменән айырым бер ҡорбан салыу дөрөҫмө?
     Яуап. Әгәр ҙә ҡорбан салыусы ҡорбан салыу ғәмәленең һауабын үлгәндәр рухына бағышларға теләһә, уға үҙенең ҡорбанынан һуң тағы бер ҡорбан салырға тура киләсәк.
     Һорау. Дәлиле?
     Яуап. Йәбир р.г: “Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм ике бәрән салған, береһен үҙенән һәм береһен өммәтенән (ҡорбан салыу вазифаһынан азат итмәгән, барыһы иҫән һәм вафат мосолмандарға һауабын бағышлаған)". Бындай ҡорбан итен үҙең теләгәнсә ҡулланырға була. Шулай ҙа, ул итте таратһаң, үлгән кеше өсөн һауабы күберәк. (Мәрхүмдәргә салынған ҡорбанды таратыу хәйерлерәк).

                                                                                    «Ҡорбан сала беләһеңме?», Идрис Гәләүитдинов

     Әреуахтар рухына салынған ҡорбан итен үҙебеҙгә ашарға яраймы? Ҡорбан салыуҙың һауабын әреуахтарға бағышлау дөрөҫ булырмы?
     Әгәр вафат булған туғанығыҙ үҙенең рухына ҡорбан салырға васыят әйтеп ҡалдырған булһа, ул ҡорбандың итен уны салыусы кеше лә, ғаиләһе лә (ата-әсәләре, балалары һәм ейәндәре) ашарға тейеш түгел. Ул ит тулыһынса фәҡирҙәргә таратылырға тейеш.
    Әгәр ҡорбан салыу менән бәйле васыят булмаһа, ҡорбан салынған итте салыусы кеше лә, уның яҡын туғандары ла ашай ала. Шул ваҡытта фәҡирҙәргә лә өлөш сығарырға кәрәк. Һауабы мәрхүм рухына бағышлана. Әлбиттә, әреуахтар өсөн бының файҙаһы шаҡтай ҙур булыр, инша Аллаһ.