Аяҡ табаны ерҙән айырылһа, намаҙ боҙоламы?

                                      Аяҡ табаны ерҙән айырылһа, намаҙ боҙоламы?

     Сәждә ваҡытында ике аяҡ табаны ла ерҙән айырылһа, намаҙ боҙоламы?
     Яуап: был һорауға Мөхәммәд Әмин ибн Ғәбидин үҙ китабында айырым бер бүлек бағышлай. Ул был мәсьәләгә ҡарата өс фекер барлығын әйтеп китә.
     Шуларҙың береһе буйынса, сәждә ваҡытында аяҡ бармаҡтарының ергә тейеп тороуы фарыз, икенсеһе буйынса – вәжиб, ә өсөнсөһө буйынса – сөннәт.

     Ибн Ғәбидин: «Күптәр был һорауҙы дөрөҫ аңламай. Ысынын да фекер ҡаршылыҡтары сәждә ваҡытында аяҡтарҙың иҙәнгә тейеүе шарт булып тормауында», – тип әйткән. Ибн Ғәбидин үҙе сәждә ваҡытында аяҡтарҙың иҙәнгә тейеүе вәжиб тип һанай («Радд әл-мохтар»).
     Ә һеҙҙең һорауығыҙға килгәндә, һүҙ сәждә ваҡытында аяҡтарҙың бер миҙгелгә генә айырылыуы тураһында бара. Йәғни сәждә ҡылғанда бер миҙгелгә генә аяҡ бармаҡтарын ерҙән айырған кешенең намаҙы боҙолормо? Һис шикһеҙ, сәждә ваҡытында аяҡ бармаҡтарын иҙәндән айырып алыу намаҙҙы боҙмай. Хатта ҡайһы бер ғалимдар, намаҙ уҡыусы кеше сәждә ваҡытында аяҡ табандарын иҙәнгә ғөмүмән тейҙермәгән осраҡта ла, намаҙ боҙолмаясаҡ, тигән фекерҙә булған. Әммә был мәсьәләлә һаҡлыҡ принцибына нигеҙләнеү дөрөҫөрәк булыр, сөнки мосолмандар намаҙ кеүек оло ғибәҙәтте, уның хатта бәләкәй генә өлөштәрен дә намыҫ менән үтәп, тейешенсә эшләү мотлаҡ. Ә Аллаһҡа яҡшыраҡ билдәле.
                                                     Татарстан Республикаһы мөфтийе Камил хәҙрәт Самигуллин