Яңы йыл

                                                     Яңы йыл
     Һәр йыл аҙағында Яңы йыл көнөн ҡаршылау еттә башлаһа, ҡайһы бер үҙҙәрен мосолманға һанаған кешеләр араһында ыҙғыш-талаш китә, Яңы йылды байрам итергәме һуң тип? Бында нимәлә проблема, мәсьәлә? Иҫке йылдың һуңғы айының көндәре бөтөп Яңы йыл, яңы ай башлана. Яңы йылдың мосолман диненә бер бәйләнеше лә һәм ҡыҫылышы ла юҡ. Беҙ барыбыҙҙа католиктарҙың Григориа́нский календа́ры буйынса йәшәйбеҙ. Ошо календарҙан файҙа күреп, бар ғүмерен шуға бәйләгән сәләфит-ваххабиттар яңы йылды биҙғәт (диндә яңылыҡ) тип, ә был католиктар календары менән йәшәүҙе ни эшләп биҙғәт күрмәйҙәр икән, ни эшләп бар эштәренә ошонан хисап алалар? Хатта Сауд Ғәрәпстаны ла 2016 йылдың 1 октяберенән ошо календарҙа. Был барған хисаптан (календарҙан) беҙ бер нисектә ҡотола алмайбыҙ. Бар тормошобоҙ, эшебеҙ, йәшәйешебеҙ шуға бәйләнгән – сәғәте, минуты менән. Ҡулыбыҙҙағы сәғәт-смартфонда, ашау-эсеүҙә, йоҡларға-торорға еткән ваҡытыбыҙҙа. Ә ваҡытыбыҙ әйләнеп торған минут-сәғәт-көн-төн ай һәм йыл иҫәбенә бәйле. Теләмәһәктә-теләһәктә яңы йыл көнө бер мәле киләсәк иншаАллаһ, әгәр Аллаһ Тәғәлә беҙгә көнөн насип итһә. Һәр йәшәгән сәғәт-көнөбөҙ-йылыбыҙ ҡәбергә, һорау алынасаҡ Ҡиәмәт көнөнә яҡынайыу өсөн хисап ул.

     Көндәрҙе-төндәрҙе, ай-йылдарҙы, миҙгел-ваҡыттарҙы кем барлыҡҡа килтергән? Аллаһ Тәғәлә түгелме? Көн һәм төндәрҙең теүәл әйләнешен йылға тултырып Ҡояш тирәләй Ерҙе әйләндереп йөрөткәндә Аллаһ. Һәр нәмәһен миллисекундына, миллиметрға тиклем теүәләгәндә Аллаһ.
     Шулай булғас яңы йылды беҙ бер нисектә кисектерә алмайбыҙ. Ә нисек инде ҡаршылауға килгәндә, был һәр кемдең үҙ шәхси эше. Үҙ ниәтенән, үҙ аҡылынан сығып, Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөнмө әллә нәфсеһе теләгенән хәрәм дә ҡатнашыу уйы менәнме яңы көнөн ҡаршылай. Беҙгә, мосолмандарға килгәндә, һәр көн иртән уянып торҙоҡ икән, әлхәмдүлилләһи, Аллаһ Тәғәлә йәшәргә көнөн насип итеп, боҙоҡлоҡтан тыйылып, изге ғәмәлдәрҙе күберәк ҡылырға ваҡытын бирҙе тип ҡыуанырға ғына ҡала.
     Яңы йылды ҡаршыларғамы һуң? Ғәҙәти көндәрҙе, йылды үткәреп, үҙенден бер йыл үткән ғүмерен өсөн хисап ҡылып, киләсәк йылға Аллаһтың ризалығы өсөн изге ғәмәл-эштәр ҡылырға өмөтләнеп, ниәтлеп хәрәмһеҙ Яңы йылды ҡаршылаһаҡ булмаймы ни? Кем тыйған?
     Ошо Яңы йыл байрамы етә килә диндә йүнле белеме булмаған «аҡыллы баштарҙың» интернеттә, сәхифәләрендә Яңы йылды ҡаршылауға тыйыуҙары менән тула. Мәжүсиләрҙең байрамы тигән әкиәттәр менән, икенсе дин кешеләре байрамы һәм башҡаһы. Инде шәриғәттә ҙур дин ғалимдары һымаҡ хәҙистәрҙән дәлилдәр менән ҡаңғырта башлайҙар. Ҡөръән Кәримдә лә һәм сөннәттә лә Яңы йылды ҡаршылау буйынса тыйыу юҡ. Яңы йылды ҡаршылауға ҡаршы сыҡҡан әҙәмдәрҙе тыңлай-уҡый башлаһаң, уларҙың үҙҙәрен шул мифик образдарға (ҡыш бабайға, ҡарһылыуға) ышанып алданған кешеләр кеүек күрә башлайһың. Хәҙерге мәлдә өс йәштән телевизор-интернеттә ултырған балалар Ҡыш бабайҙы, йә иһә елка байрамын мөғжизә итеп, Аллаһ итеп күрәме? Бәлки был донъянан бикле булған ошо «аҡыллы баштарҙың» балалары шулай итеп хис итәлер, сөнки ошо тыйыуҙары менән үҙ балаларын донъяуи ғилемдән мәхрүм итеп, балаларын интернеткә, телевизорға яҡын ебәрмәй, балалар баҡсаларында балаларын бейеү-йырлауҙан, аралышыуҙан тыялар, ул кешеләрҙән сәләмдә һәм бүләктә алмағыҙ, улар кафырҙар тигән әҙәмдәр (сәләфит-ваххабиттар) инде диндә фәрештәләр. Ана шул сәләфит-ваххабтарҙан ни эшләп һеҙ яңы стилдәге кафырҙар (урыҫтар улар өсөн кафырҙар) телендә һөйләшәһегеҙ тип һорағыҙ. Шуларҙың кейемдәрен кейәләр, указдарына яраҡлы йәшәйҙәр. Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм һәм сәхәбә-тәбиғиндар заманында был тел булмаған бит. Ай һай бидғәткә батып йәшәйҙәр түгелме? Ваххабийҙәр иле булған Сауд Ғәрәпстаны илендә шәриғәттең ҡәтғи тыйыуҙары аҫтында йәшәп үҫкән балалар Европа илдәренә сыҡҡас, сылбырҙан ысҡынған эт һымаҡ ни ҡыланғандарын, хатта кешеләр үлтереүгә тиклем барып етеүҙәрен мәғлүмәт сараларында күрәһең. Үҙ наҙанлыҡтарын күрһәтеп халыҡҡа аҡыл өйрәтеп ултырыусы сәләфит-ваххабиттар өсөн ошо донъяла ҡулланылған йыл иҫәбе менән йәшәүҙәрен ни эшләп биҙғәт итмәйҙәр һуң? Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм ошо йыл иҫәбе менән йәшәгәнме, әй биҙғәтселәр!? Ни эшләп һеҙҙең һәр аҙымығыҙ, йәшәүегеҙ ошо яңы йыл иҫәбенә бәйле? Был һорауға хатта уларҙың өҫтә ултырған аҡыллы баштары ла яуап бирә алмай! Ғөмүмән фекерләп ҡараһаҡ әҙәм балалары Аллаһҡа түгел, ә ваҡытҡа табынып йәшәй! Киләһе минутымда, киләһе көнөмдә нимә булыр тип, нимә эшләрмен, нимә ашармын тиеп йәшәй.
     Был Яңы йыл ошо русса әйтмешләй светской, мирской, гражданский, донъяуи, мосолман шәриғәтенә дини бәйләнеше булмаған илдең байрамы. Беҙ мосолмандарҙың һижри йыл иҫәбе менән түгел, ә ошо светский йыл иҫәбендә йәшәйбеҙ. Яңы йылды байрам итергәме, юҡмы, һәр кемдең шәхси эше. Көндә яңы йыл, байрам үткәрергә була, бында тыйыу юҡ. Беҙгә Аллаһ көнө-төнө миңә ғибәҙәт ҡылығыҙ, доға ҡылып, ялбарығыҙ тигән. Шулай булғас Яңы йыл кисәһендә теләк теләһәк гонаһ буламы? Яңы йыл төнөндә Аллаһ Минән берәй нәмә һорап доға ҡылмағыҙ тип әйтәме? Мосолман икәнбеҙ, әрәм-шәрәм итмәй, хәрәмгә ҡатнашмай, үҙ балаларыбыҙ, үҙ туғандарыбыҙ менән йыйылышып матур итеп бер кис ултырһаҡ, Аллаһтың түгел, ә сәләфит-ваххабиттарҙың асыуын килтерәбеҙ. Бәләкәй балаларыбыҙға килгәндә Ризаитдин Фәхритдин Яңы йыл көндәрендә мосолман балалары, башҡалар байрам иткәндә улар кәмселектә булмаһын тип, балаларҙы йыйып Мәүлид байрамы һымаҡ сара үткәреү менән дә ҡәнәғәтләндерергә була тигән. Тағы бында сәләфиттәр мәүлидтәргә һәм башҡа дини мәжлестәргә ҡаршы. Шулай булғас улар ыңғайына ҡаңғырмағыҙ.
     Бына шулай оло һынау өсөн килгән ауыр йылыбыҙ үтеп бара, Аллаһ насип итһә, киләһе йылда бынан да тағы ауырыраҡ һынау көтә. Сөнки илебеҙҙең алып барған сәйәсәте: алдашыу, урлашыу, харамда ҡатнашыу, наркомания, аҙғынлыҡ, халыҡты бөлгөнлөкә төшөрөү һөҙөмтәһе быға сәбәп буласаҡ. Илдә барған ғәҙелһелектәргә күҙ йомоп, телдәрҙе арҡыры тешләп ултырмайыҡ.
     "Йә, Раббым, килгән Яңы йыл именлек, һаулыҡ-сәләмәтлек менән, тыныслыҡ, бәрәкәт, бәхет менән килгән йыл булһа ине", — тип Аллаһтан һорайыҡ. Үҙебеҙгә, балаларыбыҙға, тәүфиҡ һорайыҡ. Бөгөнгө көндә тәүфиҡҡа бик мохтажбыҙ, бигерәк тә балаларыбыҙ. Аллаһ Тәғәлә юлына, дин юлына ҡайтһаҡ, харамды харам тип белһәк, хәләлде тип хәләл белһәк, атай-әсәйҙәрҙе рәнйетмәһәк, кеше хаҡын алмаһаҡ, ғәйбәт, ялған һөйләмәһәк, иншәАллаһ, ошо әфәттәрҙән ҡотолорбыҙ.
     Йә Раббым, беҙҙе ысын мөьмин мосолмандар ҡылһаң ине. Аҙашыу, һаташыу юлдарҙан, тамуҡ утына алып бара торған юлдарҙан һаҡлаһаң ине. Киләсәктә яңы йыл байрамдарҙы изге эштәр, хәләл ризыҡтар менән генә үткәрергә насип итһәң ине. Харамдарҙан беҙҙе һаҡлаһаң ине. Алдағы йылдарыбыҙҙы бәхетле, имен ҡылһаң. Ауыр һынауҙар менән һынамаһаң ине. Балаларыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы ла Ислам нуры менән нурландырһаң ине.
     Йә Раббым! Беҙҙең бөтә ғәмәл ғибәҙәттәребеҙҙе риза булып ҡабул итһәң ине. Мөьмин мосолман булып ҡына ошо фани доньяла йәшәп китергә насип итһәң ине. Илдәребеҙгә, ерҙәребеҙгә, ғәиләләребеҙгә тыныслыҡ, именлек һәм бәрәкәт бирһәң ине. Йә Раббым бөтөнөбөҙгә лә ике донъяның да бәхетен бирһәң ине, тамуғ уттарынан һаҡлаһаң ине!
     Яңы йылдарыбыҙ мөбәрәк булһын!

     Яңы йылға ҡараш: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ya%D2%A3y-jyl%D2%93a-%D2%A1arash.html