Тәрбиә һабаҡтары

                                                                 Тәрбиә һабаҡтары

   Исламдың тәрбиә мәҙрәсәһенән һабаҡтар
   «Үҙе өсөн үтә лә кәрәкле булған өс төрлө шартҡа яуап бирә белгән кешәнән еңел генә иҫәп-хисап алғандан һуң, фатихаһын биреп, Аллаһ уны күктәргә күтәрер», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. «Улар ниндәй шарттар була?» — тип һорайҙар сәхәбәләр, «Һине рәнйеткән кешегә ҡарата мәрхәмәт-шәфҡәтле булыу; һине ташлап киткән менән килешә белеү; һиңә ҡайғы- хәсрәт килтергәнде ғәфү итә белеү», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
   Әлбиттә, кеше рәнйетеүҙәр, ыҙғыш-талаштар, күңелдәрҙе ҡайғы-хәсрәттәр менән күмеп китеүҙәр һәр ваҡыт булып торған.
   

   «Был фани донъяла бер кем өсөн тынғылыҡ та, татыулыҡ та тулып ятмай, Йәннәт эйәләре өсөн бер бүләк рәүешендә уны күктәрҙә генә табырға мөмкин. Хеҙмәт һәм тырышлыҡтар улар фани донъя кешеләре өсөн фани донъялағы өлөш кенә, — тип һөйләр булған имам Ғәли ибн әл-Хөсәйен, — сөнки был фани донъяла игелекте саҡ ҡына күргән кеше икеләтә артығыраҡ ҡомһоҙлоҡҡа, бирелә башлай. Мал-мөлкәте, байлыҡтары ишәйә барған һайын, уны һаҡлап тотоу өсөн урыны ла, сығымдары ла күберәк талап ителә, борсолоуҙары арта. Тимәк, донъя байлығы ысын мәғәнәһендә һөйөнөс сығанағы була алмай. Юҡ, юҡ, — тип һүҙен дауам итә ул, — Аллаһтың ысын дуҫтары донъя малы тип яфа сигеп бармай, әҙәмдең маҡсаты — Ахирәт».
Әҙәм балаһына тәрбиә биреп кенә тороу — диндең төп вазифаһы.
   — Тормоштоң йәме һәр ваҡыт булып һәм дауам итеп торһон өсөн тәрбиә теҙгене һар саҡ ҡулда булырға тейеш, — тип өйрәтә дин.
   «Йәшәгән һәм йәшәр йылдарығыҙ күркәм, егеп йөрөр аттарығыҙ — беҙҙең заманда машиналарығыҙ тип аңларға кәрәк — яҡшы булһын, әммә Аллаһ хаҡында ла онотма. Донъя көткән саҡтарыңда бәлә һәм бәхетһеҙлектәр осрап ҡуйыр булһа ла, өмөтһөҙлөккә бирелеүҙәр ҙә, бөтә нәмәгә ҡул һелтәп ятыу ҙа ярай торған эш түгел. Улар күңелде үлтерә», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
   Беҙҙең тормошта бөтөнләй таралып, ғәҙәткә әйләнгән бер нәмә — «Үҙеңә кәрәк ваҡытта арттырып үлсәйҙәр, кеше алғанда кәметеп ҡуйыуҙар менән дә мауыҡмағыҙ, сама тигәнде белегеҙ, — тип өйрәткән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — шул саҡта теләгән теләктәрегеҙ ҙә бойомға ашып ҡына торор. Белегеҙ: ғәмәл-ғибәҙәттәре менән генә бер кем дә Йәннәттәргә инә алмаҫ. Был минең үҙемә лә ҡағыла, — тип нәсихәт бирә торған була ул. — Аллаһы Тәғәлә үҙенең рәхмәтенә алып, ярлыҡап торғанда ғына һеҙ Йәннәттәргә инә алырһығыҙ».
  «Өммәтемдәге иң яуыздар шундай кешеләр булыр, улар байлыҡ-муллыҡ эсендә тыуыр, яҡшыны ашап, эсеп үҫер, зиннәтле матур-матур кейемдәр кейер, яҡшы аттарға атланып йөрөр, әммә телендә яҡшы һүҙ булмаҫ, ғүмер иткәндә уйын көлкөнән туймаҫ.
   Әлбиттә, яҡшы кейемдәр ҙә кейегеҙ, заманына ҡарап мыуафиҡ арбаларға ла ултырып йөрөгөҙ, ләкин кеше булып ҡалығыҙ», — тигән.

                                                                                                Башҡортса дини календарь. 2018 йыл.