Тәүбә һәм күҙ йәштәре

                                                             Тәүбә һәм күҙ йәштәре

     «Үкенес ялҡыны ялмаған күңел, йәшле күҙҙәр менән тәүбә ит. Сәскәләр ҙә бит ҡояшлы һәм дымлы урындарҙа таждарын аса!» (Мәүләнә Йәләлетдин Руми)
                                                             Тәүбә һәм күҙ йәштәре
     Тәҡүәле әҙәмгә бер тегенсе һорау биргән: — Рәсүлуллаһ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең, хәҙисендә әйтелә: «Аллаһү Сүбхәнәһү үә Тәғәлә үлем сәғәте еткәнгә ҡәҙәр кешеләрҙең тәүбәләрен ҡабул итә» (Тирмиҙи, Дәғүәт, 98). Һин был турала нимә уйлайһың?
     Тәҡүәле әҙәм әйткән:
     - Эйе, был хаҡ. Һин үҙең нимә менән көн итәһең?
     - Мин тегенсе, кейем тегәм.
     - Тегенсе эшендә нимә бик еңел?
     - Ҡайсы менән туҡыма бесеү.
     - Тегенселек менән нисә йыл шөғөлләнәһең?
     - 30 йыл самаһы.
     - Үлем килгәндә туҡыма бесә алырһыңмы?
     - Юҡ, булдыра алмам.
     - Тыңла әле, тегенсе! Үлем күҙеңә ҡарап торғанда, 30 йыл тырышлыҡ һалып, оҫтарып бөткән нәмәңде лә эшләй алмағас, ғүмерҙә лә әйтеп ҡарамаған тәүбә һүҙҙәрен нисек әйтә алырһың? Хәҙер, көсөң барҙа тәүбә ит! Юғиһә һуңғы мәлеңдә яҡшыға өмөт бағлап тәүбә итер өсөн көсөң етмәүе бик мөмкин... «Үлем килгәнсегә ҡәҙәр тәүбә итеп ҡалығыҙ!» — тигән һүҙҙәрҙе ишетмәнеңме ни? (Мүснәүи, Фәиз-үл-Ҡадир, V, 65). 

     Был һүҙҙәр тегенсене тәрән уйға һала. Оҙаҡламай ул, тәүбә итеп, иман юлына баҫа. Ҡисса Аллаһ ҡолдарының, тайып китеп, төрлө упҡындарға ҡолау ҡурҡынысы хаҡында иҫкәртә, шул упҡындарҙың иң хәтәре – тәүбәләрҙе һуңға ҡалдырыу. Тәүбәләр – йәндәребеҙҙе ҡотҡарыу сараһы. Аллаһ Илсеһе, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, сәхәбәләренең береһенә шундай нәсихәт бирә: «Һин күбеһенсә гөнаһтарың арҡаһында ғазапланаһың, ғазаптарҙың дарыуы – төн йөҙөндәге истиғфар (гөнаһтар өсөн ғәфү үтенеү)». (Дайләми, Мүснәд, I, 136)
     Аллаһҡа ынтылыу, әхүәле рухиәбеҙҙе юғары кимәлгә күтәреү юлында мөһим урын биләгән истиғфар – рухи керҙән таҙарыныу сараһы. Тәүбә ҡылыу – ҡол һәм Хужаһы араһындағы кәртәләрҙе һыпырып ташлай, изге ғәмәлдәргә юл аса. Әхүәле рухиәбеҙҙе тәртипкә килтерер өсөн, төп маҡсатҡа ҡамасаулаған керҙәрҙән ҡотолоу лазым. Шуға күрә тасаввуф ағымдарының барыһында ла таң алдындағы ғибәҙәтте тәүбә итеүҙән башлайҙар.
     Беренсе булып Әҙәм, ғәләйһис-сәләм, ярлыҡау һорай. Тәүбәлә ул шундай һүҙҙәр әйтә:
                                          قَالَا رَبَّنَا ظَلَمْنَا أَنفُسَنَا وَإِن لَّمْ تَغْفِرْ لَنَا وَتَرْحَمْنَا لَنَكُونَنَّ مِنَ الْخَاسِرِينَ
     23. Ҡааләә раббәнәә ҙаләмнәә әңфүсәнәә үә ил-ләм тәғьфир ләнәә үә тәрхәмнә ләнәкүүнәннә минәл-хаасириин.
     «…Йә, Раббыбыҙ, үҙебеҙҙе харап иттек. Әгәр беҙҙе кисермәһәң, ярлыҡамаһаң, һис шикһеҙ, зарар күреүселәрҙән булырбыҙ» (Әғраф, 7/23). Был доға – бөтә быуындар өсөн ҙур ҡиммәткә эйә тәүбә һабағы.
     Мөхтәрәм әүлиәләр тәүбәне өс төргә бүлгән:
     1 — мөьминдәрҙең төп өлөшөнөң тәүбәһе, улар гөнаһтары өсөн тәүбә итә;
     2 — һайлам ҡолдар тәүбәһе, улар наҙанлығы, белемһеҙ булыуы, иғтибарһыҙлығы өсөн ғәфү үтенә;
     3 — тәҡүәлеләр тәүбәһе, улар Раббыбыҙға тағы ла яҡыныраҡ булыр өсөн тәүбә итә.
     Һәр бер изге эштәге һымаҡ, тәүбәләрҙең төп шарты – ихласлыҡ, бөтә йөрәктән сыҡҡан һүҙ. Хәҡиҡәтте һәм Раббыбыҙҙы танып белгәндәр элекке тәүбәләре өсөн тәүбә иткән. Йәғни, бер ғәфү үтенгәс, ваз кискән гөнаһтарыңа кире ҡайтыуҙан мотлаҡ һаҡланырға кәрәк, ул һуңғыһы булырға тейеш. Нәфсе һәм шайтан, гүзәлеккә, яҡшылыҡҡа юл асыусы уҡытыусы ҡиәфәтен алып, тура юлдан яҙҙырыуы ихтимал. Ҡол был ҡапҡанға эләкһә, тәүбәләрен елгә осора. Тәүбәләренән һуң гөнаһтарына кире ҡайтһа, үҙенең Әхирәттәге тормошон ҡараңғылыҡҡа батыра. Аллаһу Тәғәлә бойора:
                                           عَسَى رَبُّكُمْ أَن يَرْحَمَكُمْ وَإِنْ عُدتُّمْ عُدْنَا وَجَعَلْنَا جَهَنَّمَ لِلْكَافِرِينَ حَصِيرًا
     8. Ғәсәә раббүкүм әй-йархәмәкүм үә ин ғүттүм ғүднәә үә джәғәлнәә джәһәннәмә лилкәәфириинә хәсыиираа.
     «Бәлки, Раббығыҙ һеҙгә миһырбанлы булыр; әгәр һеҙ яңынан фетнә ҡорһағыҙ, Беҙ һеҙҙе тағы язаға һаласаҡбыҙ. Беҙ йәһәннәмде кәферҙәр өсөн зиндан иттек...» (Исра, 17/8).
Тәүбәһен гел боҙоп торған әҙәмдән шайтан көләсәк. Әҙәм гөнаһтары өсөн ғәфү үтенгән һайын, шайтан һәм уның еңел аҡыллы ярҙамсылары уға әйтәсәк: «Төкөрҙөк беҙ һинең тәүбәләреңә!» Шуға күрә изге аят бойора:
                                                                       يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا تُوبُوا إِلَى اللَّهِ تَوْبَةً نَّصُوحًا
     8. Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү түүбүү илә-ллааһи тәүбәтән нәсуухән ғәсәә...
     «Әй, иманлы кешеләр, ихлас тәүбә итеп, Аллаһҡа ҡайтығыҙ…» (Тәхрим, 66/8).
     Әйтелгәндәрҙең мөһимлеген раҫлап, шағир былай ти:
     Тәүбәләр тик телдә генә булһа,
     Ғәмһеҙ булһа әгәр йәнгенәң,
     Нәфсе килер меңләп юл менән!.. Рахмәти
     Тәүбә хаҡында һүҙ сыҡҡанда, Джәмиғус-Сәғир йыйынтығындағы хәҙискә иғтибар итеү мөһим. Унда әйтелгәнсә, кеше гөнаһ ҡылғас, фәрештәләребеҙ 6 сәғәт буйы уны яҙмай көтөп тора, тәүбә өсөн ваҡыт бирә. Шуға күрә кеше «Тәүбәмә тоғро ҡалырға ныҡлыҡ етмәй, мин йәнә гөнаһ эшләп ҡуйырмын, шуға күрә аҙаҡ ғәфү үтенермен,»- тип әйтмәһен. Әҙәм даими истиғфарҙа булырға тейеш, Аллаһ ярҙамы менән ул гөнаһтарынан арыныуы ла ихтимал бит. Бер нәмәне һәр саҡ иҫтә тотоу лазым: тәүбә – Аллаһҡа ярлыҡау ғаризнамәһе, ул ихлас үкенеү, уға кире ҡайтмау ниәте менән әйтелергә тейеш. Аллаһ Тәғәлә киҫәтә:
                                                                    فَلَا تَغُرَّنَّكُمُ الْحَيَاةُ الدُّنْيَا وَلَا يَغُرَّنَّكُم بِاللَّهِ الْغَرُورُ
     33. фәләә тәғурран-нәкүмүл-хәйәәтү-ддүнйәә үә ләә йәғурраннәкүм билләәһил-ғаруур.
     «…Һине (ялтырауыҡ нәмәләр менән тулы) донъя тормошо алдамаһын, шайтан һине Аллаһ юлынан яҙҙырмаһын» (Лоҡман, 31/33).
     Пәйғәмбәребеҙ, салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм, әйткән: «Гонаһарың өсөн тәүбә – үкенеү һәм истиғфар ул». (Әхмәт бин Хәнбәл, VI, 264)
     Әҙәм гөнаһтарына кире ҡайтмаҫлыҡ итеп тәүбә итергә тейеш. Хәҙистә әйтелгәнсә, ғәфү үтенеүҙе үкенестән башларға кәрәк, йәғни гөнаһтарҙың бысрағы таҙа күҙ йәштәре менән йыуылыуы лазым. Бер риүәйәттә бәйән ителә: тәүбәһенә килгән гөнаһ эйәһенә гөнаһтарының исемлеген тотторғандар һәм «Уҡы!» — тип бойорғандар. Тауҙай гонаһтарын күреп, гөнаһкәр һыҡтап илап ебәргән һәм, йәшкә төйөлөп, яҙылғандарҙы күрмәҫ хәлгә еткән. Әммә ихлас күҙ йәштәре яҙыҡтарын юйған. Гөнаһкәр ярлыҡау алған. Тимәк, бер гөнаһыңдан арыныу өсөн, йылғалай күҙ йәше түгеү талап ителә, ә бер күҙ йәше иһә мең гөнаһтан әрсәләй.
     Күҙ йәштәре – Илаһи һөйөү хакимиәтенә буйһонғандарҙың тәүбә шишмәһе. Улар гөнаһтарҙы йыуа, паклай, ҡолдоң Раббыһына рәхмәте булып тора. Күҙ йәштәре – Аллаһ Тәғәлә бүләк иткән өмөт төйәге. Һуңғы өмөтөн юғалтып, күҙ йәштәре төйәге ҡапҡаһы янында тороусылар – иң бәхетлеләр.
     Донъяға саф күҙ йәштәре аша баҡҡандар күрә: кескәй генә көҙгө ише күҙ йәштәрендә мең океандай Илаһи сер һәм һөйөү сағыла. Күҙ йәштәре телен һүҙҙәр аңлатырға ҡадир түгел, уларҙың мәғәнәүи көсө шул ҡәҙәр юғары, йәшкә мансылып Раббыһынан нимә һорағанын ҡол хатта үҙе лә аңлап бөтә алмай. Аллаһү Тәғәләнең һөйөүен татығандар күҙ йәштәре сығанаҡтарында йыуаныс, донъяһын ҡайғыртмаған илгиҙәрҙәр уның ярҙарында күңеленә ял таба.
     Ҡисса Аллаһ алдындағы йәш бөртөгөнөң баһаһын матур итеп тасуирлап бирә: «Бер заман юлда булған Джунайд әл-Бағдади, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, күктән төшкән фәрештәләрҙе күрә – улар юлда нимәлер йыя.
     - Нимә йыяһығыҙ? — тип һорай ул фәрештәләрҙең береһенән.
     - Аллаһтың яратҡан ҡоло ошонан үткәндә «аһ!» тип әйтте һәм уның бер нисә бөртөк йәше тамды. Аллаһтың рәхмәтенә һәм мәғрифәтенә ирешеү өсөн, беҙ шуларҙы йыябыҙ, — тип яуап бирә фәрештәләр».
     Бер хәҙис-шәрифтә әйтелә:
     «Тамуҡ уты ҡағылмаған ике төр кешеләр бар: Аллаһты иҫкә төшөрөп илаусылар, таңда Аллаһ юлында уяу тороусылар». (Тирмиҙи, Фадаилүл-Йыһат, 12/1639)
     Мәүләнә Йәләлетдин Руми, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, тәүбә һәм күҙ йәштәре аша гөнаһтарҙан таҙарыныуҙы бысранған йылға һыуҙарының быуға әйләнеүе һәм, бәрәкәт булып, таҙарынып, ергә ҡайтыуы менән сағыштыра: «Бында, ерҙә, һыу паклығын, сафлығын юғалтып, буръяҡ, бысраҡ һыуға әйләнһә, тап беҙҙең һымаҡ, бысраҡлығынан тыныслығын юғалта... Ул иң тәрәндән үк Аллаһҡа ялбара башлай. Уның ялбарыуына яуап биреп, Аллаһ һыуҙы быуға әйләндерә, күккә ала. Унда, төрлө юлдарҙа йүгереп, ул йәнә паклана. Аҙаҡ йә ямғыр, йә ҡар, йә борсаҡ рәүешендә ергә яуа, диңгеҙҙәргә ҡайта».
     Шик юҡ, был аллегория – Аллаһ Тәғәләнең Үҙ ҡолдарына рәхмәте, һөйөүе символы, Ул ҡолдарының гөнаһтарын ғәфү итергә һәм ҡотолоу юлын асырға теләй. Һәм күҙ алдына килтерегеҙ: гөнаһтар менән бысранған йөрәгендә тәүбә ямғыры һәм үкенестәр ҡояшы осрашҡан йәнде Аллаһ Тәғәлә күккә ала. Унда уны туҙан, бысраҡ, нәфсе ҡаралыҡтарынан таҙарта. Аҙаҡ ихсан бәрәкәтенә ирешкән камил йәнде кире ергә ҡайтара. Был халәт дөрөҫ ҡылынған намаҙҙа асыла, шул рәүешле ул намаҙ мөьминдең миғражына әүерелеүе ихтимал.
     Донъя бысрағына башкөллө батҡан әҙәм балаһы был халәтте кисерергә ҡадир түгел, былар хаҡында хәбәрҙар ҙа түгел, шуға күрә ул илар урынға рәхәтләнеп хахылдай. Шулар тураһында Аллаһу Тәғәлә әйтә:
                                                                                                وَتَضْحَكُونَ وَلَا تَبْكُونَ
     60. Үә тадхәкүүнә үә ләә тәбкүүн.
                                                                                                         وَأَنتُمْ سَامِدُونَ
     61. Үә әңтүм сәәмидүүн.
     «…(Ҡөрьәндән) көлөүен көләһегеҙ, (яза килер тип) иламайһығыҙ. Һеҙ ҡара наҙанлыҡ эсендә ҡаласаҡһығыҙ?» (Нәжем, 53/60-61). Икенсе изге аятта Ул бындай ғафиллыҡтан киҫәтә:
                                                            فَلْيَضْحَكُوا قَلِيلًا وَلْيَبْكُوا كَثِيرًا جَزَاءً بِمَا كَانُوا يَكْسِبُونَ
     82. Фәлйадхәкүү ҡалииләү-үәл-йәбкүү кәҫии- раң джәзәә'әм бимәә кәәнүү йәксибүүн.
     «Әйҙә! (Монафиҡтар) бер аҙ көлһөндәр, ҡылғандарына күрә (ике йөҙлөлөк өсөн) күп иларҙар!» (Тәүбә, 9/82).
     Аллаһу Тәғәлә тәүбә һәм күҙ йәштәре аша ҡолдарының таҙарыныуын теләй. Әҙәм күҙ йәштәренең мөһимлеге тураһында Мәүләнә Йәләлетдин Руми ҙә, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, әйтә:
     «Илап, күҙ йәштәрен ҡоя-ҡоя, шәм яҡтыраҡ яна башлай. Ямғыр йәштәренә ҡойоноп, ҡояш нурында йылынып, ағас ботаҡтары терелә, йәшеллеккә күмелә; емешкә тумалыу өсөн, улар дымға һәм йылылыҡҡа мохтаж».
     «Тәүбәләребеҙ ҡабул ителһен өсөн, болоттар һәм йәшендәр кәрәк, йәғни күҙ йәштәре һәм йөрәк ялҡыны».
     «Йәнеңдә йәшен йәшнәмәй икән, күҙ йәштәрең ямғыр булып аҡмай икән, нәфсе асыуын һәм гөнаһтар ялҡынын нисек һүндермәк кәрәк? Әхүәле рухиәң Илаһи ғилемде, йәғни һоҡланғыс илаһи нурҙы нисек тойһон? Рухи шишмә һыуҙары нисек тулҡынланһын? Ямғыр яуып үтмәһә, рауза баҡсаһы үләндәргә нисек серен һөйләһен? Миләүшәләр һәм йәсминдәр менән нисек солох төҙөргә?»
     «Тәбиғәткә теймә, буҫығып илаһын әйҙә. Һыуһыҙ ҡалған был ерҙәр кибә. Башҡа йылғаларға ағып төшмәгән, айырылған үле йылғалар һарғая, һаҫый, ләмләнә, ҡарая».
     «Дымдан мәхрүм ҡалғас, йәннәт менән сағыштырырлыҡ зөмрәтйәшел баҡсалар, һарғая, һулый, япраҡтарын ҡоя, афат донъяһына әүерелә. (Әҙәм дә шулай...)».
     Ҡазаға ҡалыусылар яҙмышын ҡабатламаҫ өсөн, Шөғәйеп пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, шул ҡәҙәр күп илай, хатта һуҡырайып ҡуя. Пәйғәмбәребеҙ, салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм, былай тигән:
     «Мин белгәнде белһәләр, әҙ көлөрҙәр, күп иларҙар, ашау-эсеүҙән яҙырҙар ине...». (Сүйүти, әл-Джәмиғ-әс-Сәғир, II, 10)
     Йөрәгенә яғылған таптарҙы ғүмер буйы тәүбә йәштәре менән йыуғандар ғына йәннәттең ярлыҡау баҡсаларына эләгә. Шуға бөтә пәйғәмбәрҙәр, ғәләйһүмүс-сәләм, әүлиәләр, тәҡүәле һәм иманлы ҡолдар юғалтыуҙар кисергәндә һәм именлектә, ҡайғылы сағында һәм шатлыҡта – һәр ваҡыт Аллаһҡа һыйынғандар, Уға ынтылғандар, доғала булғандар. Гөнаһтарҙан пак пәғәмбәрҙәр ҙә, ғәләйһүмүс-сәләм, хаталанып ҡуйғас, ябай ҡолдар араһында тәүбәгә һәм истиғфарға мохтаж булмағандар һис табылмаҫ. Асылда үкенес һәм ярҙам һорауҙан ғибәрәт булған тәүбә һәм истиғфар Аллаһҡа яҡынайыуҙың иң яҡын юлы.
     Икенсе яҡтан, Аллаһ ебәргән ҡаза, ыҙалар һәм ул күрергә теләгән тәүбә һәм күҙ йәштәре – файҙалы сауҙа. Уның файҙаһын аңлағандар яҙмышына зарланмаҫ, ә бынан иң ҡиммәтле нәмәне алырға тырышыр. Шуларҙың береһе – Мәүләнә Йәләлетдин Руми, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, — ул турала яҡшы белгән:
     «Аллаһу Тәғәлә был донъяла бер нисә бөртөк күҙ йәшеңде ала, һәм бының өсөн шул ҡәҙәр үк йәннәт баҡсалары бүләк итә. Ул һинең ғазап, әрнеү тулы «аһ»тарыңды ала, һәм һәр һулышың, һәр һыҙланыуың өсөн ғәжәйеп бейек үрҙәргә күтәрә».
     Шуны иҫтә тотоу лазым: бер илау икенсеһенә оҡшамаған, уларҙың айырмалары ҙур. Һалҡын, яһалма, ялған илау була – асылда ул еңел аҡыллылыҡ, алдаҡ. Суфиян Ҫәүри, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, әйткән:
     «Илауҙың тиҫтәләрсә төрө бар, шуларҙың туғыҙы – рыя. Тик берәүһе – Аллаһ өсөн. Йылына Аллаһ өсөн остоҡ ҡына илаған хәлдә лә, иншә Аллаһ – был ҡолдоң тамуҡтан ҡотолоуына сәбәп булыр».
     Риүәйәттәрҙә һөйләнгәнсә, бер ҡатын, иренә зарланып, Шүрәйһ ҡазыйға барған. Был ваҡыт шунда булған Шәғби ҡысҡырып ебәргән:
     - Был ҡатынды ысындан да йәберләгәндәр бит, ҡайһылай ныҡ илай!
     Шүрәйһ ҡазый былай тигән:
     - Тыңла әле, Шәғби, Йософтоң, ғәләйһис-сәләм, туғандары, гөнаһ эшләгәс, атаһына күҙҙәре йәшләнеп килгән. Илауҙан сығып ҡына һығымта яһарға ярамай!
     Яһалма күҙ йәштәре – яҙыҡ, үҙен меҫкен итеп күрһәтеү маҡсатында илауҙы ла Аллаһ өнәмәй. Уларҙың урынһыҙ түгелгән йәштәре, шағир Акиф әйтмешләй, маңлайҙағы тир кеүек:
     Баш тартығыҙ матәмдән, ҡалдырығыҙ һыҡтауҙы.
     Рәт булһа ул илауҙан, атам терелер ине!
     Йәш түгеүҙән файҙа юҡ, тир түгәйек исмаһам!
     Аллаһ теләгән күҙ йәше беҙҙе дуҫ-дошман алдында йыуаш күрһәткән күҙ йәше түгел, ул икенсе – ул беҙҙе күктәргә күтәрә, йәнебеҙҙе миғражға олғаштыра. Киң даръялар сүп-сарҙы төпкә батырмай ағыҙып алып киткән кеүек, Аллаһ өсөн тамған йәштәребеҙ ҙә күҙҙәребеҙҙән түгел, йөрәктәребеҙҙән тамып, беҙҙе батырмай алып ҡалырға тейеш.
     Шуны ла белеү лазым: зарланып илау кәрәкмәй. Зарланыу – ризаһыҙлыҡ, ә ризаһыҙлыҡ ҡабул ителмәй. Зарланыу ҡолдо буйһоноуҙан алыҫлаштыра, булған сауаптарын юя. Беҙ бит асыуҙы арттыра торған йәштәр хаҡында һүҙ алып бармайбыҙ, ысын дуҫыбыҙ булған Раббыбыҙ риза булырҙай, йәнебеҙҙе пакларҙай күҙ йәштәре тураһында һөйләйбеҙ.
     Үлем яҡынлашҡанда, ғүмер буйы йоҡола булғандар ҙа уяна, хәҡиҡәтте күрә башлай. Ләкин һуңғы минутыңда хаҡты күреү файҙа бирмәй, фирғәүенгә лә ул файҙа бирмәгән. Мәүләнә Йәләлетдин Руми бик күркәм әйткән:
     «Аҡыллылар тәүҙә илай, томаналар һуңғы мәлдә башын бәрә.
     Ҡиәмәттә үкенестә булмаҫ өсөн, алдан алып сараһын күр!»
     «Ҡош аулаусы тоҙағында емде күреп, аҡылын юйған ҡош ише һин булып ҡуйма. Ихтыярын юйып тоҙаҡҡа ул үҙе килә. Ирек теләп, «Әнғәм,» «Йә-син,» уҡыр ине, тик ни файҙа! Бәлә килгәс, илау, һыҡтау, зарланыуҙан ни фәтүә – элегерәк кәрәк булған «ах» һәм «ух»тар».
     Шулай уҡ Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, Раббыбыҙҙың асыуын зина һаҙлығына батып ҡабартҡан Лут, ғәләйһис-сәләм, халҡына Аллаһтан шәфҡәт һорап доға ҡылырға уйлағанда, уларҙың сиктән ашҡан кирелеген аңлап бөтмәй; фәрештәләр уны туҡтата:
     «Доғалар ваҡыты үткән!..»
     Аллаһ ихтыяры менән ҡайҙа һәм ҡасан беҙгә үлем килерен белмәйбеҙ, шуға күрә йөрәктәребеҙгә «Үлемгә ҡәҙәр үлегеҙ!» һүҙҙәренең серен һыйҙырырға һәм Раббыбыҙ алдына барып баҫырға әҙер булырға тейешбеҙ. Һуңғы һулышыбыҙҙа әсе дөрөҫлөктө күргәс, «Ҡайғы миңә, хәҙер ҡайҙа миңә?»-тип әйтерлек булмаһын. Изге аятта әйтелә:
                                                               وَجَاءَتْ سَكْرَةُ الْمَوْتِ بِالْحَقِّ ذَلِكَ مَا كُنتَ مِنْهُ تَحِيدُ
     19. Үә джәә'әт сәкратүл-мәүти бил-хәҡҡи ҙәәликә мәә күңтә минһү тәхиид.
     «Көндәрҙән бер көндө үлем әселеге килер. Һинең ғүмер буйы ҡасып йөрөгән нәмәң шул (әжәл) булыр» (Ҡаф, 50/19).
     Шуға күрә ҡол белергә тейешле иң мөһим бурыс – нәфсене ауыҙлыҡлау һәм йөрәкте паклау. Беҙ һөйләгән тәүбә һәм күҙ йәштәре быға ирешеү өсөн ҡапҡа. Унда ингәс, изге ғәмәлде дауам итергә кәрәк. Фарыз, вәжиб, сөннәт ғибәҙәттәрҙе ҡылғас, Аллаһ бар иткәндәрҙең, ата-әсәңдең хоҡуҡтарын һаҡлауға иғтибар ит, Аллаһ ризалығы өсөн саҙаҡалар бир, бөтә барлыҡҡа шәфҡәтле, миһыранлы бул. Ғәфү итә белгәндәрҙе Аллаһ та ғәфү итә. Йөрәктәрендә һөйөү һәм шәфҡәт булмағандар, «Йәлләгеҙ беҙҙе!» тигәндәрҙе ишетергә хәлдәренән килмәгәндәр – тормошта аҙашҡан бахыр юлсылар.
     Тәүбә һәм күҙ йәштәре мөхитендә мөмкин булған барса гүзәл сифаттарға эйә булғандар Раббыларына уҡтала. Был уҡталыуҙың даими булыуы зарур. Шул уҡ ваҡытта айырыуса бәрәкәтле мәлдәр ҙә бар. Ҡолдарҙың һоҡланғыс гүзәл яҙ ише рухи яҙҙары ла бар, уларҙың иң күркәме – Ҡөрьән төшөрөлгән, мең айҙан да ҡиммәтле, нурлы Ҡәҙер төнө булған Рамаҙан айы. Был изге ай — ҡараңғылыҡ баҫҡан йәндәрҙе яҡтыртыусы. Ә Ҡәҙер төнө – бәхетле мөьминдәргә күк ҡабағы асылыр төн. Әхүәле рухиәләре уянған мәьминдәр изге Рамаҙан айында тыуған хистәрҙе, Илаһи ғилемде, фатиханы ғүмерҙәре буйы һаҡларға тейеш. Ошо рәүешле йәшәгәндәр өсөн Ҡиәмәт көнө ҡайғы көнөнә түгел, байрам көнө таңына әүереләсәк.
     Раббыбыҙ һәммәбеҙҙе лә ошондай байрам көнө таңы менән бүләкләһен. Уға уҡталыуыбыҙ, ихлас күҙ йәштәребеҙ өсөн, гөнаһтарыбыҙҙы ярлыҡап, хәйерле яҙмыш бүләк итһен! Әмин!..
     «Һуңғы һулыш» китабынан, Нуриман Мусин, Төрөксәнән тәржемәсе: Дауыт Ҡадыров, Рус теленән тәржемәсе: Әҙилә Ниғмәтуллина, Редактор: Айҙар Ғәййәр.

     Истиғфар доғаһы (Ғәфү үтенеү): https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99bi-ajynda%D2%93y-%D2%BB%D3%99m-k%D3%A9n%D3%A9nd%D3%99ge-%D2%93%D3%99m%D3%99ld%D3%99r.html

     Ғәфү үтенеү доғаһы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/%D2%93%D3%99f%D2%AF-%D2%AFtene%D2%AF-do%D2%93a%D2%BBy.html

     Рияның тәүбәһе: https://nazir1965.com/din/riyany%D2%A3-t%D3%99%D2%AFb%D3%99%D2%BBe.html

     тәүбә намаҙы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/t%D3%99%D2%AFb%D3%99-nama%D2%99y.html