Шүрәле

леший                              Шүрәле

     Шүрәле, бәре, албаҫты — былар барыһы ла ен ҡәүеменән. Уларҙан башҡа беҙгә аҙ мәғлүм булған: йорт эйәһе, һарай эйәһе, убыр һ.б. төрлө ендәр ҙә бар, улар кешеләргә бик һирәк күренәләр.
     Бер мәҡәләлә Шүрәле тураһында былай яҙалар: Шүрәле ул—кеше төҫлө. Тик уның аяҡ-ҡулдары нескә, кәүҙәгә ул оҙон, бик көслө. Тәне яланғас, күҙҙәре ҙур. Әммә уның кешенән төп айырмаһы — ҡул бармаҡтарының оҙон булыуында: кәтүк һымаҡ бармаҡтарының һәр быуыны бер һөйәм оҙонлоғо (четверть аршина — 18-19 см), сөй кеүек ҡаты. Маңдайында урта бармаҡ буйы һыңар мөгөҙө бар. Уның ҡултыҡ аҫтында тишек бар, тиҙәр. Ҡулын күтәргәндә был тишек күренә, унда таяҡ тыҡһаң, Шүрәле үлә, тиҙәр.
     Шүрәле дөм ҡара урмандарҙа йәшәй. Унда улар күмәкләшеп, ғаилә булып йәшәйҙәр. Шүрәле бик шаян, уйнарға ярата. Көлөргә, көлдөрөргә, бейергә тиһәң уға ҡуш. Барынан да ул бигерәк ҡытыҡларға ярата, оҙон бармаҡтары ҡымыр-ҡымыр килеп ҡытыҡлар нәмә эҙләп кенә тора. Шуға Шүрәле урманда берәр яңғыҙ кешене күрһә, кеше кеүек ҡысҡырып уны урман эсенә саҡырып аҙаштыра һәм ҡытыҡлап үлтерә. Шуға күрә урманда кеше саҡыра тип шул яҡҡа барырға ярамай.

     Бындай хәл-ваҡиға һөйләнә: көндәрҙән бер көн бабай урманға утын киҫергә киткән. Ул ваҡытта урман әлеге кеүек түгел, бик ҙур һәм ҡуйы булған. Бабай утын ҡырҡа, алыҫтан бер тауыш ишетелгән, бабайҙы үҙе янына саҡырған. Бабай ҡурҡаҡтарҙан булмаған, балтаһын тотҡан да шул саҡырған яҡҡа табан киткән. Ни тиклем генә бармаһын, тауыш йырағая ғына барған. Ҡояш байып ҡараңғы төшә башлағас, бабай һиҙенгән дә кире ҡайтмаҡсы булған. Әйләнә лә бер урынға килеп сыға, әйләнә лә бер урынға килеп сыға, элекке урынына ҡайтып етә алмай икән. Кискә табан табан бабайҙың өй йәмәғәттәре ҡайғырыша башлағандар. Күршеләре менән бергәләшеп, урманға бабайҙы эҙләргә киткәндәр. Барып ҡараһалар, утын киҫкән урынын тапҡандар, үҙе юҡ. Нисаҡлы ҡысҡырып эҙләһәләр дә, таба алмағандар. Икенсе көн кискә генә бабай ҡайтып кергән. Ул көндө ул бер һүҙ ҙә әйтә алмаған. Киндер кеүек ап-аҡ булып ағарған, төҫө киткән, әллә ниндәй ауырыу эйәртеп ҡайтҡан. Икенсе көндө генә көндөҙ: « Шүрәле », — тип бер нәмә әйтмәксе булған, ләкин башҡа бер һүҙ ҙә әйтә алмаған, шул зәхмәттән терелә алмайынса тиҙ ваҡытта вафат булған.
     Шүрәле кеше күҙенә күберәк яҙ-көҙ көндәрендә күренә. Ул кеше яңғыҙ булһа ғына уның янына килә. Ул теләһә, күҙҙән юҡҡа сыға ала, ҡайсағында күренмәйсә килеп еткәс кенә кеше ҡиәфәтенә инә. Юлда ике ир кеше булһа, Шүрәле улар янына килергә ҡурҡа. Ә инде берәүҙең янында эте булһа, Шүрәле уның эргәһенә килмәй, ул эттән бик ҡурҡа. Шуға күрә урманға барыусы кеше эткә дүрт исем ҡуша: Таш йөрәк, Ҡотҡармаҫ, Дүрт күҙ, Һаҡҡолаҡ. Ни өсөн тиһәң, ау эттәренә күберәк ниндәй исемдәр ҡушылғанын Шүрәлеләр беләләр икән. Шуға күрә урманда яңғыҙ кискә табан ҡалып, Шүрәле аҙаштыра-нитә башлаһа, этең яныңда булмаһа ла, шул дүрт исемдең береһен әйтеп саҡырырға кәрәк. Ул: «Әһә, бының эте бар икән», —тип шундуҡ һине ташлап ҡаса, ти.
    Әммә кеше юлда яңғыҙ булып, уға Шүрәле осраһа, кеше менән нисек һөйләшергә белә: «Әйҙә әле, ҡыты-ҡыты уйнайыҡ әле», — тип бармаҡтарын уйнатып көлдөрөргә тырыша. Әгәр ҙә кеше уға ҡаршы яуап таба алмаһа, йә шаяртыуына алданып, йылмайып, уға тештәрен күрһәтһә, бөттө, ул шуны ғына көткән була, хәҙер кешене ҡытыҡларға тотона. Ул шул тиклем ҡытыҡларға ярата тей, кеше менән бер уйнай башлаһа, бер ҙә туҡтамай, һин унда нисек кенә үрһәләнмә, нисек кенә ҡысҡырма, уйыны-һыны бер: үҙенең сөй кеүек ҡотһоҙ оҙон бармаҡтары менән үлтергәнсе ҡытыҡлай. Инде бығаса әллә нихәтле кешеләрҙе, әллә нихәтле тереклекте ҡытыҡлап үлтергән, ти.
     Әгәр ҙә Шүрәле һинең китеп барғаныңды арҡа яғынан күрһә, бик алыҫ булһа ла: «Эй, ағай, туҡтале, ҡыты-ҡыты уйнайыҡ әле», — тип ҡысҡырып артыңдан йөгөрөп килә башлай. Бик тиҙ сабып килеп етеп, ҡытыҡларға тотона, шуға күрә ул ҡыуа башлаһа, яҡындағы ағым һыуға табан йүгерергә кәрәк. Һыуҙы йөҙөп икенсе яҡҡа сығырға кәрәк. Шүрәле һыу янына килеп етһә лә, һыуға кермәй, сөнки ул һыуға батыуҙан бик ҡурҡа. Шунан яр аша тороп: «Ағай, был һыуҙың башы ҡайҙа?» — тип кешенән һорай ти. Донъя күргән оҫта кешеләр уға йылғаның түбәнге яғын күрһәтәләр икән, Шүрәле шул яҡҡа сабып китеп бара, диңгеҙгә етеп, һыу башын тапмағас, тағы баяғы урынға әйләнеп ҡайта, аптырауынан шунда бик оҙаҡ баҫып тора, тиҙәр. Әммә һин уға һыуҙың башы ҡайһы яҡта икәнен күрһәтһәң, бик тиҙ сабып шунан әйләнеп килеп, кешене ҡытыҡлап үлтерә икән.
    Шуныһы ла тағын бер хикмәт, Шүрәле үҙ ғүмерендә нисә мәртәбәлер үҙенең бармағын алыштыра, йәғни иҫкеһе төшөп, уның урынына яңыһы үҫә, имеш. Шул сағында ул элекке бармаҡты тапҡан кеше, шул бармаҡты ҡырып, яраға, йәрәхәтләнгән урынға һипһә, яра төҙәлә, тиҙәр.
    Үткән замандарҙа Ҡаҙан яғында урман бик ҡалын, бик хәтәр ҡуйы булып, ул урмандарҙың ҡараңғы төпкөлдәрендә Шүрәлеләр бик күп булған. Кешеләрҙең балта тотоп урман киҫергә килеүҙәрен бер ҙә яратмағандар улар. Урманда булһын, юлдарҙа булһын, яңғыҙ кешене ҡайҙа күрһәләр, шунда ҡытыҡлап, үҙҙәренә ҡыҙыҡ табып үлтерә биргәндәр. Яңғыҙ ғына урман аша сығыу бик ҡурҡыныс булған.
    Шүрәлеләрҙең бар белгән эше бер ҡытыҡлау ғына түгел, ул яуыз, ат өҫтөндә йөрөргә бик ярата икән. Әммә ләкин уларҙың үҙ аттары юҡ, шуға күрә элек урманға ебәргән аттарҙы, атланып йөрөп, бик яфаланғандар. Урманға яҡын ат көтөүен күрһә, Шүрәле шунан бер яҡшы атты һайлап алып, менеп атлана ла, үлтергәнсе саба икән. Ат көтөүенә Шүрәле эйәләһә, унан ҡотолоу өсөн ат арҡаһына ҫумала (ыҫмала) ябыштырып ебәрә башлағандар. Атланған Шүрәле шунда йәбешеп төшә алмайынса тотолғас, кешеләр уны ҡубарып алып, таяҡтар менән туҡмап, йәки төтөн тулған мунсаға ябып тонсоҡторғандар, йәки соҡорға ут яғып, шунда төртөп төшөрөп яндырғандар. Тик Шүрәлене яндырған ауылға уның ҡарғышы төшә икән. Тарихта «Шүрәле ҡарғаған » тип атала торған ауылдар күп булған. Уларҙың ваҡиғаһы ғәҙәттә бер төҫлөрәк итеп һөйләнә. Бына шуларҙың береһе: Шөғәли ауылында Биктимер исемле ағай йәшәгән, ти. Уның бик матур бер алмасыуар аты булған. Һәр төндө шул атын малайҙарға биреп, урманға ҡуна ебәрә икән. Шөғәлиҙең тирә-йүне ҡалын ҡара урман булған. Бер көндө иртән тороп ҡараһа, аты шыбыр тиргә батҡан, хәле бөтөп көс-хәл менән аяғында баҫып тора, ти. Икенсе көндө сығара, тағы шул хәл. Аптыраған был: кем минең бер тигән атымды шулай менеп сабып йөҙәтә икән, ти.
    Нишләргә? Бер төндө Биктимер абзый үҙе шунда ҡуна сыҡҡан, үҙе ҡарауыллап ҡараған, төн уртаһына тиклем ҡарай, аты шунда уҡ урман араһына сабып кереп китә, ул бары тик ҡойроғон ғына күреп ҡала. Икенсе көндө ҡараһа, аты тағы аҡ күбеккә төшөп, үҙе әйләнеп ҡайта. Ҡайҙа йөрөй ул, ҡайныһы ат менеп саба, бер кем дә белмәй, был ниндәй тамаша?
    Шул заманда Шөғәлелә Мөхәммәтйән исемле күп донъя күргән бер ҡарт булған, ул Биктимер ағайға: «Был Шүрәленән башҡа берәүҙең дә эше түгел, шуның ғына ҡанығыуы », — тигән.
    Шунан халыҡ был Шүрәлене нисек тоторға тип кәңәш ҡора башлай. Ҡайһы бер кешеләр әйтә: «Һин уны һаҡлап тор ҙа мылтыҡ менән ат, йәҙрәһе теймәһә лә, дары еҫенән ҡурҡып, ташлап ҡасыр», —ти. Ҡайһы бер кешеләр: «Юҡ, йүгерек атҡа атланып артынан ҡыуып тоторға кәрәк», —ти. Шунан тағы әлеге ҡарт кеше әйтә: « Шүрәле ул үҙен аттырмаҫ та, тоттормаҫ та, бик хәйләкәр, сая нәмә ул. Бына мин һиңә уны тотоуҙың хәйләһен әйтеп бирәм. Һин атындың арҡаһына ныҡ ҡына итеп ыҫмала һылап сығар», — ти.
Иртә тороуына, ҡараһа, Хоҙайҙың рәхмәте, аты бының бар хәленә ярһып сабып ҡайтып инә. Ҡараһа, шул, ышанһаң ышан, ышанмаһаң да ышан, ат өҫтөндә ысын Шүрәле ултыра, ти. Тиҫкәре яҡҡа ҡарап атланған, үрле-ҡырлы килә, тик төшә алмай, арт һаны ыҫмалаға йәбешкән икән. Унда йыйылған халыҡ: «Нишләтәбеҙ быны, нисек итеп үлтерәбеҙ?» — тиҙәр. Ул Шүрәленең күрһәгеҙ ине бер генә ҡиәфәтен! Үҙе шыҡһыҙ оҙондор, бармаҡтары, мин һиңә әйтәм, барҙыр бер-береһе берәр орсоҡ хәтле, ул аяҡтарын күрһәң, сатаҡ-ботаҡ кәкере, әллә инде ергә тиклем һалынғандар. Күҙҙәре ҙур, ялт-йолт уйнай, маңдайында бер һыңар мөгөҙө, үҙенең балтырҙары ҡара йөн менән ҡапланған. Үҙе гөнаһһыҙға һалынып, ғәжәпләнеп әйткән була: «Көн дә, көн дә ат сабыш, ни өсөн бөгөн арт йәбеш?» Шунан халыҡ уның менән уйнап торһонмо, аҡыртып-баҡыртып оҙон бауҙар менән бәйләп, аттан ҡуптарып төшөргәндәр ҙә, ике кеше ҡайыш сыбыртҡы менән Шүрәлене яраларҙа-яралар, ти. Шүрәле сыйылдай, әй аҡыра! Былар уның сыйнауына ҡарамайҙар, бирәләр генә тегенең кәрәген. Ҡыйнағандар, туҡмағандар, туҡмап үлтерә алмағас, аяҡ-ҡулдарын бәйләп текә тауҙан аҫҡа ырғытҡандар. Шүрәлегә һис бер нәмә лә булмағанын күргән халыҡ уны тағы ҡыйнай башлаған, шунан был ялына башлаған: «Бөттө, ағайҙарым, бынан һуң ҡара тәүбә, аҡ тәүбә, икенсе тимәм аттарығыҙға, ебәрегеҙ», —тип бик ялбарып тәүбәләр итә. Халыҡ ҡайҙа инде ул, унда барыһы ла бик ҡаты ҡыҙған, нимә эләкте шуның менән һуғып, бәргеләйҙәр генә, ти. Юҡ, үлмәгәс үлмәй икән Шүрәле. Шунан бер соҡорға ҡоро ағастар тултырып, ут төрткәндәр, Шүрәлене оҙон һайғауҙар менән шул янған утҡа төртөп төшөргәндәр.
    Мөхәммәтйән ҡарт шунда халыҡты был эштән тыйып әйткән: «Туҡтағыҙ, йәмәғәт, Шүрәлене яндырып үлтерергә ярамай, яҙығы бар, ҡарғышы илгә төшөп, үҙегеҙгә зыян килеүе бар, уны төтөн тулған мунсаға ғына ябырға кәрәк, шунда үҙе тонсоғоп үләр», —тип әйтеп ҡараған, тик Шөғәли халҡы уны тыңламаған. Береһе шунда ут өҫтөнә ярты биҙрә керосин да килтереп һипкән. Шүрәле соҡорҙа яна-яна ауылды ҡарғай-ҡарғай әйтә: «Алтмыш өйлө Шөғәли, алты өйҙән артмаһын, ете өйгә етмәһен!» — тип янып бөткән, ти. Былар Шүрәлене яндырып ҡайтһалар, тегендә ул атланған ат юғалған.
    Хоҙайҙың хикмәте, ул Шүрәленең ҡарғышы ҡара ергә ятып ҡалмай икән шул: икенсе көндөң иртәгеһенә үк ут сығып алтмыш өйлө Шөғәлиҙә алты бөртөк өй ултырып ҡала. Шүрәлене туҡмаған кешеләрҙең барыһының да йорттары янған. Уға тимәгәндәрҙеке ҡалған. Хикмәт уның менән генә бөтһә ине әле. Шул ауылда әле лә булһа бер өй артҡан һайын янғын була, ти. Ауыл халҡы: «Беҙҙең ауылды бөтә ырыуыбыҙ менән Шүрәле ҡарғап киткән, хәҙер беҙгә эшләһәк тә, эшләмәһәк тә юҡ, барыбер уңмайбыҙ» , — тиҙәр икән.
    Шүрәле ҡарғап киткән Шөғәлине әйтһәң, әле булһа ла үҙ урынында ултыра, алты өйҙән артҡаны юҡ, артып ете өйгә еткәне юҡ, тиҙәр.
    Шүрәле ул былай ҙа үҙе яҡшы ен түгел, кешегә лә яҡшылыҡ килтермәй, ләкин ул башҡа яуыз ендәр кеүек ҡаныңды һыуырып, һине киптермәй, йә эсеңә инеп ултырып хужа булып һине боҙмай, йә һине баҫып, иҙеп-һытып йәнеңде алмай. Дөрөҫ, ул да үлтерә, әммә илатып түгел, көлдөрөп үлтерә, унан башҡа кем быны эшләй ала? Бына хикмәт ҡайҙа ул!
                                                               «Исламда Мөһим мәсьәләләр» китабынан, Йәғфәр хәҙрәт Мөбәрәк
    Бындай хәлдәрҙең ысынбарлығына мосолман кеше ышанырға тейеш. Сөнки Ҡөръән Кәримдә хатта «Ендәр» тигән сүрә лә бар. Аллаһ Тәғәләнең: «Кешеләрҙе һәм ендәрҙе мин был донъяға Үҙемә сәждә ҡылһындар өсөн яраттым» — тигән аятты ни тора...
    Беҙҙең быуында ла шүрәленең ҡылыҡтары хаҡында ул-был кешенең үҙе шул ваҡиғала булып һөйләүенән ишетеп торабыҙ. Теләһәгеҙ — ен-бәре тураһындағы булған хәлдәрҙе беҙгә (сайт уҡыусыларға) яҙығыҙ.