Ир балалар өсөн нәсихәттәр

                                                   ИР БАЛАЛАР ӨСӨН НӘСИХӘТТӘР

    БИСМИЛЛӘһИР-РАХМӘНИР-РАХИМ

    АТА ҺӘМ ӘСӘ
    1. Хөрмәтле балалар! Эшһөйәр, изгелекле, яҡшы күңелле кешеләр һәр ваҡыт хөрмәтле була һәм яҡын күренә, быны иһә үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Ата-әсәгеҙ һеҙгә ҡарата иң ауыр һәм мәшәҡәтле хеҙмәттәрҙе башҡарған һәм һаман да үтәй. һәр ваҡыт ҡайғығыҙҙы уртаҡлашып, бәхетегеҙ өсөн тырыша, һеҙҙең өсөн Аллаһы Тәғәләгә ялбара һәм доға ҡыла. Шуның өсөн, мөмкин тиклем уларҙың хеҙмәттәренә ҡаршылыҡ күрһәтмәгеҙ, мәшәҡәттәренең хаҡын ҡайтарыу мөмкин булмаһа ла, уларға ихласлыҡ менән хеҙмәт итеүсе һәм хөрмәт күрһәтеүсе булығыҙ! Бигерәк тә Аллаһы Тәғәлә хәҙрәттәре улар менән матур һөйләшеүҙе васыят иткән. Рәсүлуллаһ әкрәм әфәндебеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм хәҙрәттәре «Ата-әсәләрен риза итеүсе балаларҙан Аллаһы Тәғәлә лә риза булыр», тигән.

    2. Киләсәктә хөрмәтле һәм файҙалы кеше булыуығыҙҙы ата-әсәгеҙ һәр ваҡыт өмөт итә һәм Аллаһы Тәғәлә хәҙрәттәренән һорай. Инде һеҙ бындай изгелектәргә ҡаршы яуызлыҡ итеүсе булмағыҙ. Шулай уҡ уларҙың нәсихәттәрен ҡурҡып һәм өркөп түгел, ә мөхәббәт һәм ихласлыҡ менән тотоғоҙ. Сөнки улар был донъя хәлен ҙур тәжрибәләре менән яҡшы аңлай һәм һеҙ белмәгән күп серҙәрҙе белә.
    3. Кешенең итәғәтле (буйһоноусы) булыуы уның яҡшы күңелле булыуын күрһәтә. Һеҙгә лә иң яҡын кешеләр ата-әсәгеҙ. Шуның өсөн уларға һәр ваҡыт итәғәтле булығыҙ. Ғәмәл һәм һүҙҙә уларға ҡаршы килмәгеҙ. Ошо сәбәптән уларҙың күңеленә рәхәт булыр, үҙегеҙҙең күңелегеҙ һәм тормошоғоҙ ҙа гүзәл булыр.
    4. Ата-әсәгеҙ алдында бик әҙәпле булығыҙ, уларҙың һүҙҙәрен яҡшы тотоғоҙ, өйрәткәндәрен аңлағыҙ, улар менән артыҡ ҡысҡырмай, әҙәпле, асыҡ һөйләшегеҙ. Улар аяҡ өҫтөндә торған ваҡытта һеҙҙә ултырмағыҙ!
    5. Баһадирлыҡ әҙәм балаларында хөрмәтле бер сифат. Ололар мәжлесендә булып, уларҙың хикмәтле һүҙҙәрен ишетеү аҡылды арттыра һәм ғилемде күбәйтә. Хатта кесе балаларҙы бөйөк кешеләр мәртәбәһенә яҡынайта. Шуның өсөн йөрәкһеҙ балалар кеүек атайығыҙ мәжлесендә ултырыуҙан ҡурҡмағыҙ һәм белмәгән, аңламаған нәмәләрегеҙҙе уларҙан һорағыҙ, һәр нәмәнең асылын белергә тырышығыҙ.
    6. Йөрөгән ваҡытта атайығыҙ осраһа, уға һәм уның менән бергә булғандарға сәләм биреп, әмерҙәрҙер көтөп тороғоҙ! Әгәр ултырғанваҡытта килһә, асыҡ йөҙ менән аяҡ өҫтө тороғоҙ!
    7. Атайығыҙ бер нәмә бирер булһа, үҙенең мәрхәмәттәре менән бирер. Шуның өсөн нимә булһа ла һораған ваҡытта, янында сит кеше булмаған ваҡытта, әҙәпле генә һорағыҙ. Әгәр теләгәнегеҙҙе бирмәһә, борсолмағыҙ. Сөнки һеҙгә нәмә кәрәк һәм кәрәкмәгәнде, ниндәй әйбер ярағанды һәм ярамағанды ул яҡшыраҡ белә.
    8. Атайығыҙҙың яҡын дуҫы булһа ла атайығыҙҙан башҡа кешенән һорау ғәйеп. Ул ғаилә хөрмәтен ебәрә. Шуның өсөн нимә эшләргә теләһәгеҙ ҙә атайығыҙҙан һорағыҙ.
    9. Бала саҡта аҡса тоторға өйрәнмәгән кеше олоғайғас та аҡса тота алмай. Ғүмер түгел, көн дә үткәрә алмай. Бәлки бар байлығын исраф итеп бәхетһеҙ булып ҡалыр. Шуның өсөн атайығыҙ тарафынан бирелгән аҡсаларҙы тота белергә өйрәнегеҙ, һаҡ булығыҙ. «Был аҙ ғына аҡса», тип уйламағыҙ, сөнки бөгөн һеҙгә аҙ аҡса кәрәк.
    10. Ҡайһы бер балалар шулай була. Атаһының малына ышанып һис кәсеп һәм эш юлына кермәй. Ялҡаулыҡҡа ғәҙәтләнәләр. Ахырҙа бер көн килер, аҡсалары ла бөтөр, йәшәр өсөн ҡулда һөнәрҙәрелә булмаҫ. Шуның өсөн, ата малына ышанып тормай, ни ҡәҙәр бай балаһы булһағыҙ ҙа, фәҡир кешенең балаһы кеүек, һөнәр өйрәнеүөсөн тырышығыҙ.
    11. Донъяла торған ваҡытта шатлыҡтарҙы һөйләр, ҡайғыларҙы сисер, йәғни бушатыр өсөн иң яҡын бер кешегә мохтажлыҡ була. Ата-әсәгеҙҙән башҡа бындай яҡын кеше булмаҫ. Сөнки улар баланың шатлығы һәм хәсрәттәре өсөн ҡулдан килгән бөтә сараларҙы алдан күрергә тырыша. Шуның өсөн серҙәрегеҙҙе ата-әсәгеҙгә һөйләгеҙ, серҙәрегеҙҙең хазиналары һәр ваҡыт уларҙың күңелдәрендә булһын!
    12. Күҙгә күренгән һәр нәмәгә ҡыҙығыусы булмағыҙ. Әсәйегеҙ йыйып ҡуйған нәмәләр, ҡунаҡтар өсөн тип әҙерләнгән әйберҙәр янында йөрөмәгеҙ һәм зарар итмәгеҙ! Сөнки әсәйҙән рөхсәтһеҙ йәшерен эштәр эшләүсе балалар бындай эшкә ғәҙәтләнә һәм көндән-көн арттырып (Аллаһы Тәғәлә һаҡлаһын!) уғыры булып китеүҙәре мөмкин.
    13. Тәнегеҙ үҫеп, көс кергәс, ҡулығыҙҙан килгән эштәрҙә ата-әсәгеҙгә ярҙамсы булығыҙ. Улар ҡартайғас, уларға һис асыуланмағыҙ. Шәфҡәт һәм хеҙмәттәрегеҙҙе тағы ла арттырығыҙ, сөнки улар һеҙҙе бәләкәй булғанығыҙҙа, йәш ваҡытығыҙҙа, тәрбиәләп үҫтерҙе. Бер көн һеҙ ҙә атай булырһығыҙ, уйлап ҡарағыҙ, балаларығыҙ хөрмәтегеҙҙе һаҡламаһа, быға риза булырһығыҙмы? Рәсүл Әкрәм саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әфәндебеҙ хәҙрәттәре: «Аталарығыҙға изгелек итһәгеҙ, һеҙгә балаларығыҙ изгелек итер», тип әйткән.
    14. Ҡайһы бер бала шулай була. Атаһының тәрбиәһендә,мәрхәмәттәре күләгәһендә рәхәт-рәхәт үҫә лә, үҫкәс, атаһының фекерҙәренә ҡаршы килә, һүҙҙәрен ишетмәй, уларҙың ғәмәлдәрен аҙ тип көлә. (һеҙ шулай инсафһыҙ булмағыҙ). Атайығыҙ иһә һеҙҙең өсөн яуаплы булмай, бәлки улар өсөн һеҙ яуаплы буласаҡһығыҙ. Көн артынан көн үтеү менән, ғилемдәр алға барыу сәбәпле, бөгөнгө бөйөк ғалим иртәгә шәкерт дәрәжәһендә ҡалыуы тәбиғи.
    15. Ярамаған эш ҡушҡан ваҡытта һис тартынмай һәм күңелде йәрәхәтләмәй, киреһенсә әҙәпле, инсафлы итеп, эштең дөрөҫөн белдерергә тырышығыҙ.
    ТУҒАНДАР
    16. Ата-әсәгеҙҙән һуң туғандарығыҙ иң яҡын кешеләр. Шуның өсөн улар менән һәр ваҡыт әҙәпле һәм мәрхәмәтле булығыҙ. Уларҙың ололарын ата-әсә кеүек иҫәпләп һөйләшегеҙ, итәғәтле ғәмәл итегеҙ. Кеселәренә шәфҡәтле булығыҙ, уларҙы һис рәнйетмәгеҙ һәм ҡаты күңелле булмағыҙ. Оятһыҙлыҡ һәм тәрбиәһеҙлектә уларға үрнәк күрһәтмәгеҙ, уларҙы һүкмәгеҙ, ҡулдарында булған әйберҙәрен тартып алмағыҙ. Сөнки был уларҙың холҡон боҙоуға һәм ата-әсәне асыуландырыуға сәбәп булыр.
    17. Туғандарығыҙҙа ярамаған эш күренһә, яҡшы һүҙ менән:«Былай булмағыҙ, ғәйептер!» тип ҡаршылыҡ күрһәтегеҙ һәм бындай эштең килешмәүен аңлатығыҙ, матур юлға күндерегеҙ.
    18. Туғандарығыҙ өҫтөнән ата-әсәгеҙгә һүҙ әйтмәгеҙ (ошаҡлашмағыҙ). Сөнки бындай балалар ошондай эштәргә ғәҙәтләнә, ҙурайғаста һүҙ йөрөтөүсе була. Әгәр була ҡалһа, матур яҡтан ғына һөйләгеҙ.
    19. Туғандарығыҙҙың әйтеүҙәрен көтөп тормай һәр эштәрендә ярҙамсы булығыҙ, ҡулығыҙҙан килгән изгелектәрҙе ҡылыуҙануларҙан һис ҡыҙғанмағыҙ.
    20. Туғандарығыҙҙың серҙәрен матур һаҡлағыҙ, уларға шатлыҡлы хәбәрҙәр һөйләгеҙ. Әгәр уларға зарар килтерә торған булһа, ямандарын һөйләмәгеҙ. Һүҙ һәм фиғелдәрегеҙ менән уларға ихлас булығыҙ. Ғәйептәрен йәшерегеҙ, һәр ваҡыт асыҡ йөҙ һәм киң күңелменән ҡаршы алығыҙ.
    21. Ҡайһы бер балалар шулай була. Аталары үлгәс, мал бүлеүөсөн туған һәм ҡарындаштары менән асыуланыша. Бер-береһеменән әҙәпһеҙ була. Ҡиммәтле ваҡыттарын һәм ғәзиз малдарын тәләф итә. Үҙҙәренең ҡан һәм тән ҡарындаштарын рәнйетеп, сит кешенең ҡорһағын туйҙыра. Ошо юлдан китһәләр, үҙҙәре лә бәхетһеҙ булырҙар. Ата-әсәләренең исемдәрен дә хөрмәтһеҙ итерҙәр, ғаиләһәм ырыуҙарын мәсхәрәлеккә ҡалдырырҙар. Һеҙ үҫкәс, бындай балалар кеүек булмағыҙ. Юғиһә оят була. Киреһенсә, туғандарығыҙ менән һәр ваҡыт бергә булығыҙ, нәжесте (боҙоҡ холоҡ һәм асыу сәбәптәрен) һәр ваҡыт тупраҡ аҫтына күмегеҙ. Бындай булғанда аҙмал да оҙаҡ һаҡлана, ҡыҫҡа ғүмер ҙә ҡатмарһыҙ үтер.
    ЯҠЫН ҠАРЫНДАШТАР
    22. Ата-әсә һәм туғандарығыҙҙан һуң һеҙгә иң яҡын кешеләр үҙегеҙҙең ҡарындаштарығыҙ булыр. Улар ҙа һеҙгә бәхет һәм рәхәтлек теләй. Шуның өсөн уларға ата-әсә һәм туғандарығыҙға булған кеүек мөнәсәбәттә булығыҙ. Бөтәһен дә бер тигеҙ, дуҫ күрегеҙ.Ауырһалар, хәлдәрен һорағыҙ, шатлыҡ-ҡайғыларын уртаҡлашығыҙ, үтенестәрен матур итеп үтәгеҙ.
    23. Ялҡау һәм боҙоҡ холоҡло заттарға изгелек итеү (саҙаҡа биреп) ялҡаулыҡтарын арттырыуға үә боҙоҡлоҡтарын көсәйтеүгә сәбәп булған өсөн, яҡын ҡарындаштарығыҙға изгелек иткән ваҡытта, мәхрүм ҡалғандарҙы һәм саф күңеллеләрҙе айырып ҡарағыҙ. Йәғни изгелекте тейешле урындарҙа сарыф итергә тырышығыҙ.
    КҮРШЕЛӘР
    24. Ҡарындаштарығыҙҙан һуң иң яҡын кешеләр күршеләрегеҙбула. Шуның өсөн күршеләр менән матур мөнәсәбәттә булығыҙ. Улар менән дуҫ тороғоҙ, шатлыҡ һәм хәсрәттәрен уртаҡлашығыҙ, ауырған ваҡыттарында хәлдәрен һорағыҙ, үтенестәре булһа, үтәгеҙ, улар өсөн даими доға ҡылыусы булығыҙ.
    25. Күршеләрегеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарына күҙ һалмағыҙ, ҡойма ярыҡтарынан ҡарамағыҙ, һәр эштә лә уларҙың хәтерен ҡалдырмағыҙ! Хөрмәтле һәм аҡыллы кешеләр шулай була.
    ӨЙ ЭСЕНДӘГЕЛӘР
    26. Өй эсендә булғандар менән матур мөнәсәбәттә булыу шәриғәт алдында иң яуаплы эш. Ошоноң өсөн өй эсендә булыусыларға әҙәпле һәм миһырбанлы булығыҙ. Өй эсендәгеләр рәхәт һәм шат булһалар, һеҙ ҙә рәхәт һәм шат булырһығыҙ.
    27. Өй эсендә хеҙмәтселәр булһа, уларҙы хурламағыҙ. Күңелдәрен бойоҡтормағыҙ, йомош ҡушҡанда: «Шулай ҙа былай эшлә», тип түгел, ә “шулай итә күрегеҙ”, “мәрхәмәт итеп, былай итһәгеҙ ине”, “шулай итһәгеҙ, матур булыр ине”, тип әйтегеҙ. Был күркәм холоҡло булыуҙы күрһәтә. Тәрбиәле кешеләрҙең ғәҙәте шулай була. Йомшаҡ һүҙле булыу әҙәм улы өсөн бөйөк байлыҡ.
    28. Хеҙмәтселәргә мәрхәмәтле булығыҙ, улар алдында баһағыҙҙы һаҡлағыҙ. Хата булһа, ғәфү итегеҙ. Улар менән шаярмағыҙ, көлкөлө әйбер һөйләмәгеҙ, зарур булмағанда, уларҙың һүҙенә ҡатнашмағыҙ. Сөнки бындай нәмәләр, беренсенән, тәрбиәһеҙлек билдәһе һәм, икенсенән, уларҙан яман һүҙ ишетергә, холоҡ боҙолоуға сәбәп була.
    29. Хеҙмәтселәр өй эсендә булған серҙәрҙең асҡысы, улар күргәндәрен һөйләй, ишеткәндәрен фаш итә. Шуның өсөн һаҡ булығыҙ, ситтәрҙән йәшереләсәк һүҙҙәрҙе улар алдында һөйләмәгеҙ, аҡса һәм байлыҡтарығыҙҙы уларға белдермәгеҙ, эшләгәндәрен күҙәтеп тороғоҙ, ошо юл менән уларҙың мәкеренән имен булырһығыҙ.
    30. Өй эсендә булған серҙәрҙе сит кешегә һөйләмәгеҙ.
    31. Йоҡонан иртә тороғоҙ һәм торғас, сәләмәтлегегеҙ өсөн Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итегеҙ, һуңынан тәһәрәтләнеп, намаҙ уҡығыҙ.
    МӘКТӘП
    32. Сәй эскәндән һуң, кейемдәрегеҙҙе кейеп, уҡырға барығыҙ. Сығыр алдынан, ата-әсәгеҙҙең ҡулдарын үбеп, ризалыҡтарын алығыҙ, туғандарығыҙ менән күрешеп: «Аллаһы Тәғәлә юлына сыҡтым, Аллаһы Тәғәлә миңә тәүфиҡ бирһә ине», тип нескә күңел һәм ихласлыҡ менән мәктәпкә китегеҙ.
    33. Мәктәп юлында уйнамағыҙ, ғәжәп нәмәләргә тамаша итеп (аптырап ҡарап) тормағыҙ. Осраған балалар менән һөйләшмәгеҙ, тәрбиәһеҙ балалар һәм боҙоҡ әҙәмдәр менән бергә йөрөмәгеҙ, улар менән урамда уйнамағыҙ. Бындай нәмәләр арҡаһында ваҡытығыҙ юғалыр, үҙегеҙ һиҙмәйенсә холҡоғоҙ боҙолор. Шуның өсөн оло кешеләр кеүек аҡыллы булығыҙ. Мәктәптән ҡайтҡанда ла, башҡа ергә барғанда ла әҙәпле булығыҙ.
    34. Мәктәпкә кергәндә аяҡ кейемдәрегеҙҙе, бүрек, тун кеүек тыш кейемдәрегеҙҙе билдәле ергә ҡуйып, мөғәллим һәм башҡа иптәштәрегеҙгә асыҡ йөҙ менән сәләм бирегеҙ, һәм улар менән дәрес уҡырға башлағыҙ.
    35. Дәрес башланасаҡ ваҡыт етһә, һис кемде ҡыҫтамай, рәнйетмәй, әҙәпле генә урындарығыҙға ултырығыҙ. әгәр урындарығыҙ ҡыҫтау булһа, көс ҡулланмай, төртөшмәй, бәлки: «Шулай итһәгеҙ ине», тип иптәшегеҙҙән урын һорағыҙ.
    36. Үҙегеҙ һис бер яҡҡа ауышмай, туп-тура мөғәллимгә ҡарап, иптәштәрегеҙ менән бер тигеҙ булып, тирә-яҡҡа ҡарамай, боролмай, күңелегеҙҙән шатланып ултырығыҙ. (Был белемдең киләсәктә кәрәк буласаҡлығын аңлағыҙ.) Мәктәпкә инеп-сығып йөрөгәндә инсафлы булығыҙ.
    37. Мәктәп эсендә булған тауыштарға ҡатнашмағыҙ, шаярыусы һәм тәрбиәһеҙ балалар менән иптәш булмағыҙ. Улар менән бер урында ултырмағыҙ, үҙегеҙгә билдәләнгән урындан рөхсәтһеҙ күсмәгеҙ.
    38. Дәрес бирелгәндә, икенсе дәрестәргә ҡарамағыҙ. Мөғәллим тарафынан бирелгән дәрескә тулыһынса күңел һалығыҙ. Һәр нәсихәтте зиһенегеҙгә урынлаштырығыҙ. Дәрес ваҡытында һөйләшмәгеҙ, (иғтибар менән тыңлағыҙ) башҡа нәмәләргә күңелдәрегеҙҙе ебәрмәгеҙ. Бының өсөн остаздарығыҙҙан ризалыҡ алығыҙ. Ғилемегеҙҙән файҙа күрерһегеҙ.
    39. Мөғәллим һораған ваҡытта аяҡ өҫтө тороп, ҡулдарығыҙҙы күкрәгегеҙгә ҡуйып, хөрмәт менән мөғәллимгә ҡарап тороғоҙ, һорағанын яҡшы аңлағыҙ, һуңынан белгәндәрегеҙ менән асыҡ һәм уҡыусыға яраған тауыш менән яуап бирегеҙ. Иптәштәрегеҙгә бирелгән һорауға ҡыҫылмағыҙ.
    40. Һүҙҙәрегеҙҙә йәки яҙыуҙарығыҙҙа булған яңылышлыҡтарығыҙҙы мөғәллимдәр төҙәтһә, ҡайғырмағыҙ. Сөнки мөғәллимдәр һеҙҙе ярата һәм яңылышлыҡтарығыҙҙы бөтөрөргә тырыша.
    41. Мөғәллимдәрегеҙ уҡырға, яҙырға ҡушҡан эштәренең барыһын да мөхәббәт менән еренә килтерегеҙ.
    42. Кескенә ваҡыттан таҙалыҡ һәм тәртипте хөрмәт итеүсән булыу баланың аҡыллы һәм тәрбиәле буласағына олуғ билдә. Шуның өсөн кейемдәрегеҙ таҙа, билдәле урында, китап һәм яҙыу әйберҙәрегеҙ тәртипле булһын. Бармаҡтарығыҙ һәм дәрес әсбабтарығыҙ ҡараға буялып йөрөмәһен.
    43. Ҡәләмдәрегеҙҙе кейемдәрегеҙгә йәки сәстәрегеҙгә һөртмәгеҙ, ауыҙығыҙға ҡабып йөрөмәгеҙ, бындай нәмәләр бысраҡ йөрөүгәһәм ауырыуға сәбәп була. ҡәләм һөртөр өсөн янығыҙҙа айырым киндер киҫәге булһын.
    44. Әгәр ҡулығыҙ ҡараға йәки башҡа нәмәгә буялһа, тиҙ генә йыуып, таҙарынығыҙ. Кейемдәрегеҙ һәр ваҡыт таҙа йөрөһөн.
    45. Мәктәп һәм башҡа урындарҙың бүрәнә һәм стеналарына, асып ҡуйылған карталарға йәки китаптарға, урамда йөрөгәндә ҡойма һәм ҡапҡаларға, баҡсаларҙағы эскәмйәләргә яҙмағыҙ.
    46. Туп һәм тағанда атланыу кеүек уйындар һеңерҙәрҙе ҡеүәтләндерә, тәнде сәләмәтләндерә. Шуның өсөн бындай уйындарға ҡатнашығыҙ.
    47. Уйындарығыҙ ял сәғәттәрендә, дәрестәрегеҙ һәм башҡа эштәрегеҙгә зыян килтермәҫлек сиктәрҙә һәм таҙа, яҡшы һауалы урындарҙа, бик әҙәпле булһын.
    48. Мәктәптән ҡайтҡас, ата-әсәгеҙгә сәләм биреп, китаптарығыҙҙы һәм дәреслек әйберҙәрегеҙҙе билдәле урынға ҡуйығыҙ. Уйнағығыҙ килһә, әҙәпле генә уйнағыҙ, дәрестәрегеҙҙе эшләмәйенсә йоҡламағыҙ.
    49. Мәктәп эсендә лә, башҡа урында ла әҙәпһеҙ һүҙ һөйләмәгеҙ, ярамаған ишараттарҙа булмағыҙ. Сөнки бындай нәмәләрҙән тәрбиәле кешеләр нәфрәт итә.
    50. Дәрестәрен ҡалдырған йәки билдәләнгән сәғәткә һуңлап йөрөгән шәкерттәр өсөн һабаҡтар ҡыйын була. Иптәштәренән артта ҡала. Шуның өсөн дәрестәрегеҙҙе ҡалдырмағыҙ, һуңламағыҙ.
    51. Мәктәпкә йөрөүҙең һәм уҡыуҙың маҡсаты иманлы булыу, тәрбиәле һәм камил кеше булыу икәнен хәтерегеҙҙән сығармағыҙ һәм ошо маҡсат өсөн ихлас йөрөгөҙ. «Нисек мәктәпкә бараһығыҙ һәм нисек уҡыйһығыҙ?» тип һораусы булһа, һеҙ: «Аллаһы Тәғәләнең бойороғон еренә килтереү өсөн, ата-әсәмә доғасы булыу, туғандарым һәм ҡарындаштарыма, ырыуҙаш һәм диндәштәремә файҙалы кеше булыуҙы өмөт итәм», тип яуап бирегеҙ. Бындай яуап биреү баланың аҡыллы икәненә дәлил була.
    52. Мәктәптәрҙә дәрестәр бөткәс: «Инде уҡыу ваҡыты үтте, белем дә етәрлек булды», тип белемдән һәм китаптарҙан айырылмағыҙ. Буш ваҡытығыҙҙа яңы китаптар (кәбәк һәм сүп-сар булғандарынан башҡаларын), әҙәби әҫәрҙәр уҡығыҙ. Уҡыһағыҙ, зиһенегеҙ асылыр, аҡылығыҙ артыр, фекерҙәрегеҙ дөрөҫ булыр.
    БЕЛЕМ
    53. Белем күңел күҙен аса, наҙанлыҡ, ҡараңғылыҡты бөтөрә, оло дәрәжәләргә тоташтыра, дошмандарға ҡаршы ҡорал була. Тормошто һаҡлай, донъя көтөү сәбәптәрен белдерә, йорт эсендә һәм, ғөмүмән, халыҡтар менән нисек булырға кәрәк икәнлекте өйрәтә. Белем ғалимдарҙың зиннәте, кешеләрҙең хөрмәте була. Урланыуынан ҡурҡылмаған мөлкәт, бөтмәй торған байлыҡ.
    54. Ғалимдар пәйғәмбәрҙең вариҫтары, донъяның нурҙары була. Наҙандар донъяға тыуһалар ҙа үлектәр кеүек, сөнки улар АллаһыТәғәләнең ғәжәйеп нәмәләренә кәрәккәндә генә күҙ һала, ләкин ғибрәт ала белмәй. Кәрәк ваҡытта һыу эсәләр, әммә һыуҙың нисек хасил булыуын, шишмәләрҙең ҡайҙан килеп, ҡайҙа китеүҙәрен белмәй.
    55. Белеме күп кешеләр алдында аҙ ғилемле булыуҙан оялмағыҙ, ҡулығыҙҙан килгән нәмәләрҙе белмәй ҡалыуҙан оялығыҙ. Сөнки был ғәйептер.
    56. Белем әһелдәренә нәфсе артынан йөрөү һис килешмәй. Шуның өсөн шәриғәт үлсәүенән тыш мал һөймәгеҙ. Нәфсегеҙгә әсир булмағыҙ.
    57. Һәр ваҡыт белемде яратығыҙ. өйрәткәндәрҙе ихлас тыңлағыҙ, һуңынан кәрәккәнен өйрәнегеҙ, һәр ғилемдән матур нәмәләрҙе белегеҙ, һис бер ваҡыт ғилемгә тәкәбберлек күрһәтмәгеҙ.
    58. Белем алыу матур эш булһа ла, боҙоҡ ниәт менән уҡығанда матурлығы кәмей. Шуның өсөн: «Беҙҙән Аллаһы Тәғәлә риза булһын һәм яҡшы эштәргә сәбәп булһын ине», тип ниәт итегеҙ. Был яҡшы ниәт. «Имам, мәзин, ҡазый, мөғәллим, мөдәррис йәки ниндәй булһала бер мәртәбәгә ирештерһәң ине», тип ниәт итмәгеҙ. Күңелегеҙҙә бындай әйберҙәр булһа, сығарығыҙ. Сөнки былар яҡшы ниәт түгел. Белемдең маҡсаты дәрәжәлә түгел, ә файҙалы кеше булыуҙа.
    59. Хазинағыҙҙа булған белемдән артығын дәғүә итмәгеҙ. Үҙегеҙгә ололоҡ менән хөкөм итмәгеҙ. Күрмәйһегеҙме, бойҙайҙары күп һәм эре башаҡтар һәр ваҡыт баштарын түбән эйеп тора. Бойҙайһыҙ йәки аҙ бөртөклө башаҡтарҙың баштары юғары күтәрә. Аҙ ғына һауа һалҡынайһа, һелкенә башлайҙар. Хәлбуки: утҡа яндырыуҙан башҡа файҙалары юҡ.
    КИТАП ҺӘМ УҠЫУ
    60. Матур китаптар — ғәжәйеп нәмәләр күренәсәк көҙгө, аулаҡтағы серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, көсһөҙлөктә ярҙамсы, хәсрәттәрҙә шатлыҡ килтереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, үткән замандарҙың хәлдәрен һөйләп тороусы, тарихты хикәйәт итеүсе, аҡыллы кешеләрҙең аҡылдарын күҙгә күрһәтеүсе, хаҡы арзан үә файҙаһы күп нәмә. Шуның өсөн китап алғанда һаранланлашмағыҙ. Китаптарҙан айырылмағыҙ.
    61. Ләкин китаптар араһында юҡ нәмәләр яҙылған, мәғәнәһеҙ нәмәләр менән тулғандары ла бар. Уларҙы уҡыу ҡиммәтле ғүмерҙе бушҡа үткәреү. Шуның өсөн фекерҙәрҙе нурландырасаҡ, холоҡто пакларға ярҙам бирәсәк, аҡылды арттырасаҡ китаптарҙы һайлағыҙ, башҡаларынан йыраҡ булығыҙ. Файҙалы китаптарҙы уҡыу күңелгәшатлыҡ килтерә, фекергә аҙыҡ була, зиһенгә ҡеүәт бирә.
    62. Ҡайһы бер кешеләр шулай була: «Китабы күп», тип халыҡ араһында исемен сығарыр өсөн генә китап йыя. Тик уларҙы үҙе лә файҙаланмай, башҡаларға ла бирмәй. Хатта эстәрендә ни булғанында белмәй. Улар йөк ташыусылар кеүек. Шуның өсөн һеҙ алырға теләгән китаптарҙы үҙегеҙгә файҙа алыу өсөн һайлағыҙ.
    63. Уҡыу кешенең йөҙөнә нур, күңеленә шатлыҡ килтерә. Шуның өсөн зиһен хеҙмәте менән шөғөлләнеүселәр арыҡ булһаларҙа, аҡылдары һимеҙ һәм йөҙҙәре мөхәббәтле була.
    ОСТАЗ ҺӘМ МӨҒӘЛЛИМ
    64. Остаз һәм мәктәп етәкселәре һеҙҙең эшегеҙҙе юлға ҡуйыусылар һәм һеҙҙең өсөн хәсрәт (ыҙа) сигеүселәр була. Остазығыҙҙың һеҙгә ҡарата олуғ хаҡтары бар. Шуның өсөн уларҙың әмерҙәрен кәмселекһеҙ үтәгеҙ. Улар тыйған эштәрҙе эшләмәгеҙ.
    65. Улар менән әҙәпле һөйләшегеҙ, артыҡ ҡысҡырмағыҙ, алдамағыҙ һәм ғәйбәт итеп һис һөйләмәгеҙ.
    66. Атайҙарығыҙ тәнегеҙҙе тәрбиәләп үҫтергән кеүек, остаздарығыҙ йәндәрегеҙҙе тәрбиәләп үҫтерә. Шуның өсөн остаздарығыҙ бөйөк атайығыҙҙыр. Һеҙ быны ысын күңелдән ҡабул итегеҙ. Нәсихәттәрен тыңлағыҙ, ауырыуығыҙҙы табипҡа тапшырған кеүекбөтә ихтыярығыҙҙы уларға тапшырығыҙ, уларҙың морат-теләктәренә ҡаршы килмәгеҙ.
    67. Мөғәллимдәргә буйһоноғоҙ, ҡаршыларында әҙәпле ултырығыҙ, нәсихәттәре буйынса ғәмәл ҡылығыҙ, сауаплы булыу өсөн ҡушҡан эштәрен еренә еткереп башҡарығыҙ, уларға ялынығыҙ,башҡа урында ялыныу мөьмин сифаты булмаһа ла, ғилем өйрәнеү өсөн ялыныу мөьмин сифаты була.
    68. Мөғәллимдәргә ҡаршы килмәгеҙ, улар менән ҡысҡырышмағыҙ, уларҙың һәр яҡшы эшенә йәнегеҙ һәм тәнегеҙ менән эйәрегеҙ. Аңламаған урынығыҙ булһа, шул килеш ташлап китмәйенсә, әҙәп һәм сабырлыҡ менән: «хәҙрәт (әфәндем), ошо урынды аңламаным, ошо һүҙҙе белмәнем», тип ҡабатлап һорағыҙ.
    69. Мөғәллимдәрегеҙ йәки мәктәп етәкселәре янығыҙға килгән ваҡытта әҙәп һәм хөрмәт менән ҡаршы алығыҙ. әфәнделәр берәй нәмә һораһалар, һүҙегеҙҙе үлсәп кенә, хуш яуап бирегеҙ.
    70. Дәрестәр тамамланғас та, мәктәпте бөтөргәс тә мәктәп етәкселәре, мөғәллимдәр һәм йыйыштырыусыларҙың хөрмәттәрен хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Осраған ваҡытта хөрмәт итеүҙә кәмселек күрһәтмәгеҙ. Һәр намаҙҙан һуң һәм күңелегеҙ күтәренке саҡтарҙа улар өсөн хәйер-доғала булығыҙ.
    ШӘКЕРТТӘР
    71. Мәктәптә бергә уҡыған шәкерттәр менән матур йәшәгеҙ. Уларҙы туғандарығыҙ кеүек күрегеҙ. Улар менән йомшаҡ һөйләшегеҙ. Осрашҡан ваҡытта шатланып ҡаршы алығыҙ. Шатлыҡ һәм ҡайғыларығыҙҙы уртаҡлашығыҙ.
    72. Яман холоҡ йоғошло була. Шуның өсөн яман холоҡло шәкерт барлығын белһәгеҙ, унан айырылығыҙ.
    73. Атайығыҙҙың байлығы йәки һөнәре, кейемегеҙ, дәрес әсбабтарығыҙ менән башҡа шәкерттәргә маҡтанмағыҙ. Улар менән һәр ваҡыт ихтирамлы һәм кеселекле булығыҙ.
    74. Шәкерттәр менән бергә ойошторған мәжлесегеҙ мөхәббәт һәм белем мәжлесе булһын. Шуның өсөн унда күңел ҡарайтасаҡ хикәйәләр, әҙәпһеҙ һүҙҙәр һөйләмәгеҙ, кәрәкмәгән урында ҡысҡырышмағыҙ, һүҙ көрәштермәгеҙ, хәтерҙәрен ҡалдырасаҡ эштәр эшләмәгеҙ, бигерәк тә ҡул күтәреүҙән һаҡланығыҙ.
    75. Мәктәп тәртиптәренә ярамаған йыйылыштар ойоштормағыҙ. Кәрәкмәгән эштәр арҡаһында дәрестәрегеҙҙе ҡалдырмағыҙ.
    76. Иптәштәрегеҙҙә күргән әйберҙәргә ҡыҙыҡмағыҙ, уларҙы һорамағыҙ. Белегеҙ: бөйөклөк алыуҙа түгел, биреүҙә.
    77. Мәктәптән айырылғандан һуң, бергә көн кисергән иптәштәрегеҙҙе онотмағыҙ. Уларҙы ихтирам итегеҙ. Иң олуғ дәрәжәләргә ирешһәгеҙ ҙә, иң түбәндәре алдында ололанмағыҙ. Был әҙәпһеҙлектең билдәһе икәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
    ДУҪ
    78. Әҙәм балаһының шатлыҡлы һәм ҡайғылы ваҡыттарында таянасаҡ, файҙа күрһәтеп, файҙа күрәсәк дуҫтары булырға тейеш. Шуның өсөн дуҫтарығыҙҙы йәше һәм башҡа яҡтан үҙегеҙгә тура килгән кешеләр араһынан һайлағыҙ.
    79. Дуҫлыҡ күңелдәр араһында йөрөгән “илсе”, ауыр ваҡыттарҙа бер-береңә ярҙамлашыуға сәбәпсе булған нәмә, аралағы яҡшы мөнәсәбәт. Әгәр яҡшы мөнәсәбәт ике яҡтың ихласлыҡ һәм мөхәббәте бер-беренә иш булғанда тыуһа, ул дауамлы була. Ваҡытлы файҙа күреү өсөн генә булһа, алдау була. Шуның өсөн мөхәббәтегеҙҙең ысын булыуы өсөн тырышығыҙ һәм дуҫтарығыҙҙы камил һәм яҡшы кешеләр араһынан һайлағыҙ. Дине бөтөн, аҡылы камил, нәсәбе асыл, фекере дөрөҫ, әҙәбе урынында булған кешеләрҙе табығыҙ. Бындай кешеләр ауырығанығыҙҙа дауа, сәләмәт булғанығыҙҙа зиннәт, мәшәҡәтле ваҡытығыҙҙа таяныс, бойоҡҡан сәғәттәрегеҙҙә күңелегеҙҙе рәхәтләндереүсе кеше булыр. Бындай кешеләр йыраҡҡа киткәнегеҙҙә доға ҡылыусы, яҡын торғанығыҙҙа хәлегеҙҙе белеүсе булыр. Байлыҡҡа ирешһәләр, араны өҙмәҫ, ауырлыҡҡа төшһәгеҙ, айырылмаҫтар. Дуҫтың ысын дуҫ булыуы һүҙҙәренән, фиғел һәм ғәмәлдәренән күренә. Улар ҙур изгелекте бәләкәй иҫәпләй, аҙ ғына изгелегегеҙҙе ҙур күрә.
    80. Әгәр яҡшы дуҫтарығыҙ булһа, уларҙы юғалтмағыҙ, һеҙҙән шикәйәт итерлек кәмселек булдырмағыҙ. Уларға ысын күңелдән ҡарағыҙ. Һеҙҙе, уларҙан әхирәттә осрашыу шарты булған үлемдән башҡа, бер нәмә айырмаһын.
    81. Дуҫлыҡ күрһәтеүсе бөтәһе менән дә дуҫ булмағыҙ. Дошманлығы бар, тип шөбһәләнгән кешеләрҙең барыһын да дошманым тип иҫәпләмәгеҙ. Мөхәббәте саф булмаған заттар (рыялылар) менән дуҫ булмағыҙ. Дуҫлығының дөрөҫлөгөнә шөбһәләнгән кешеләр менән дуҫ булыуҙан, һис дуҫһыҙ тороу яҡшы икәнен онотмағыҙ.
    82. Ихлас күңелле булыуҙарын тикшереп ҡарамайынса, кәрәккәндә генә вәғәҙә итеүсе кешеләргә ышанып, дуҫ булмағыҙ. Тел күп ваҡытта күңелгә ҡаршы һөйләй. Ихтимал ки бындай кешеләр маҡсаттарына етер өсөн төрлө вәғәҙәләр бирә. Маҡсаттарына еткәс, һеҙҙең менән эштәре лә бөтә.
    83. Дуҫтарығыҙҙы шелтәләргә ашыҡмағыҙ, туған һәм ҡарындаштарығыҙ менән асыуланышыуҙы еңел күрмәгеҙ. Бындай эштәрҙә сабырлы булығыҙ. Асыуланышырға ниәт иткән кешеләр менән асыуланышмайса араларағыҙҙы боҙмай бер-ике көн сабыр итеп тороғоҙ. Күп ваҡытта бындай ниәттең хаталы икәне асыҡлана, сабыр иткәнегеҙ өсөн үҙегеҙ шатланырһығыҙ.
    84. Бик ҙур сәбәптәр булмаһа, дуҫтар менән араны боҙоу әҙәпһеҙлек була. Шуның өсөн юҡ сәбәптән дуҫығыҙҙан айырылмағыҙ.
    85. Һәр ваҡыт хөрмәт күрһәтеп тороу, хоҡуҡтарын ихтирам итеү дуҫлыҡты нығыта. Шуның өсөн дуҫтарығыҙға һәр ваҡыт ярҙамсыһәм таяныс булығыҙ. Инсан бер үҙе аҙ булһа, дуҫтары менән күп була. Дуҫтар ауыр һәм мәшәҡәтле көндәрҙә ярҙамсы булыу өсөнкәрәк.
    86. Боҙоҡ кешеләр менән ҡатнашмағыҙ, уларҙың юлына кермәгеҙ, уларға ышанмағыҙ. Сөнки улар өсөн иң ләззәтле эш боҙоҡлоҡ эшләү һәм әҙәм балаларын һәләкәткә төшөрөү була. Әҙәм балалары ашамай һәм эсмәй тора алмаған кеүек, күңеле боҙоҡ булғандарҙа уҫаллыҡ эшләмәй тора алмайҙар һәм зарар итмәһәләр, тыныс йоҡламайҙар. Яҡшы бәндәләр тулыһынса уларҙың ҡапма-ҡаршыһы була. Шуның өсөн яҡшы кешеләр юлына керегеҙ һәм уларға дуҫ булығыҙ.
    87. Боҙоҡ кешеләр менән ҡатнашыу бик зарарлы булһа ла,улар менән дошман да булмағыҙ. Тура килһә, улар менән йомшаҡ мөнәсәбәттә булығыҙ. Шуның арҡаһында имен булырһығыҙ.
    ЙӨҘ ӨСӨН ҠАҒИҘӘЛӘР
    88. Йөҙ күңелдең йомшаҡ йәки ҡаты булыуын күрһәтеүсе көҙгө. Шуның өсөн йөҙөгөҙгә иғтибарлы булығыҙ һәм ошо ҡағиҙәләрҙеүтәгеҙ!
    89. Һөйләшкәндә ситкә ҡарап һөйләмәгеҙ һәм күҙегеҙҙең сите менән ҡарамағыҙ.
    90. Һытыҡ һәм ҡараңғы йөҙлө булыуҙан, еңел йәки мәсхәрәле ҡараш ташлауҙан һаҡланығыҙ. Дуҫ-иштәрегеҙ тартынмай, иркенләп һөйләшһен өсөн һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө булығыҙ.
    КҮҘ ӨСӨН ҠАҒИҘӘЛӘР
    91. Һәр нәмәне ҡәнәғәтлек күҙе менән ҡарағыҙ. Берәй кешелә Аллаһы Тәғәлә хәҙрәтенең олуғ ниғмәтен күрһәгеҙ, көнләшмәгеҙ. Киреһенсә, тағы ла артыуын теләгеҙ, үҙегеҙҙә лә шундай ниғмәттәрҙең булыуы өсөн доға ҡылығыҙ.
    92. Фәҡир һәм ауырыу кешеләргә мәсхәрә күҙе менән ҡарамағыҙ, гонаһлы һәм ғәйепле эштәргә тамаша итеп тормағыҙ.
    93. Ҡойма ярыҡтарынан, пәрҙә араларынан, тәҙрә һәм башҡа урындарҙан сит кешеләрҙең өйҙәренә, ярамаған нәмәләргә, кешеләрҙең яҙыуҙарына, хаттарына рөхсәтһеҙ ҡарамағыҙ.
    94. Китап яҙған һәм уҡығанда күҙегеҙҙе бер ҡарыштан кәм тотмағыҙ, шәм һәм лампаларҙы һул яҡтан ҡуйығыҙ, насар яҡтыла, икенде менән аҡшам араһында уҡымағыҙ.
    95. Күҙҙәрегеҙҙе мөмкин булғанда һәр көн иртә һабын менән йыуығыҙ, һәр ваҡыт саф тотоғоҙ, йыраҡ йәки бик нескә, ҡояш йәки ай, лампа кеүек артыҡ нурлы нәмәләргә ҡарап тормағыҙ, аҡ, ҡыҙыл төҫтәргә оҙаҡ ҡарамағыҙ, йәшел һәм күк төҫтәр күҙ өсөн зарарһыҙ.
    АУЫҘ ӨСӨН ҠАҒИҘӘЛӘР
    96. Мәжлестәрҙә, бигерәк тә туй һәм тантана мәжлестәрендә булғанда көлөү һәм ғәҙәттән тыш уйын-көлкөлө әйберҙәр һөйләүҙән тыйылығыҙ. Дәрәжәле, сабырлы һәм асыҡ йөҙлө булығыҙ.
    97. Хәсрәтле (ауырлыҡта булған) һәм асыулы кешенең йөҙөнә ҡарап көлмәгеҙ. Хәсрәтле кешеләргә күңелдәрен баҫтырырлыҡ нәмәләрҙән башҡа һүҙ һөйләмәгеҙ.
    98. Мөмкин булғанда кеше алдында кикермәгеҙ. Ҡулығыҙ йәки ҡулъяулығығыҙ менән ҡапламайынса иҫнәмәгеҙ. Ауыҙығыҙҙы асып тештәрегеҙҙе соҡомағыҙ. Иҫнәгән һәм йүтәлләгән ваҡытта һөйләмәгеҙ. Бындай саҡта йөҙөгөҙҙө бер яҡҡа бороғоҙ.
    99. Әгәр иҫнәү һәм йүтәлләү ҡат-ҡат булһа, башҡаларға ҡамасауламаҫ өсөн, мәжлестән сығып тороғоҙ.
    100. Һөйләгән ваҡытта ауыҙығыҙҙан төкөрөк сәсмәгеҙ. Ҡулығыҙҙы болғамағыҙ, берәүҙең һүҙе тамам булмайынса, һөйләшмәгеҙ.
    101. Ергә һәм кешеләргә төкөрөү һәм ҡаҡырыуҙан һаҡланығыҙ. Бының өсөн янығыҙҙа ҡулъяулыҡ йөрөтөгөҙ.
    102. Һуған, һарымһаҡ йәки башҡа нәмәләр ашап, ауыҙығыҙҙы еҫләндермәгеҙ.
    103. Һәр көн иртә, бигерәк тә тәһәрәт алған ваҡытта һәм ашағандан һуң ауыҙығыҙҙы яҡшылап сайҡағыҙ. Теш араһында әйбер ҡалдырмағыҙ, мисүәк менән матур итеп таҙартығыҙ.
    ТАНАУ ӨСӨН ҠАҒИҘӘЛӘР
    104. Ҡулығыҙ менән танауығыҙҙы тотоп ултырмағыҙ, бармағығыҙ менән соҡомағыҙ, буш ҡулығыҙ менән һемгергәндән һуң, ҡулығыҙҙы башҡа әйберҙәргә һөртмәгеҙ, кейемегеҙгә һемгермәгеҙ, танау һемгереү өсөн янығыҙҙа таҙа ҡулъяулыҡ йөрөтөгөҙ.
    105. Ашаған ваҡытта танауығыҙҙы һемгерергә кәрәк булһа,бер яҡҡа боролоп, тауышһыҙ ғына ҡулъяулыҡҡа һемгерегеҙ, һөйләшкәндә, сәләм биргәндә һәм сәләм ҡайтарғанда сабыр итеп, тыйылып тороу кәрәк.
    106. Сөскөргән ваҡытта йөҙөгөҙҙө бер яҡҡа бороғоҙ һәм ҡулъяулыҡ менән ҡаплағыҙ.
    107. Танауығыҙҙы һәм ауыҙығыҙҙы тәһәрәт алған ваҡытта һыу менән йыуығыҙ. Башҡа ваҡыттарҙа ла ҡулъяулыҡ менән һөртөнөп, таҙа йөрөгөҙ.
    ҠОЛАҠ ӨСӨН ҠАҒИҘӘЛӘР
    108. Аллаһы Тәғәлә ҡолаҡтарҙы файҙалы нәмәләр ишетер өсөн яратҡан. Шуның өсөн улар менән Ҡөрьән Кәрим, мөбәрәк хәҙистәр, ғибрәтле һүҙҙәр тыңлап ғәмәл итегеҙ. Ата-әсә һәм остаздарығыҙҙың нәсихәттәрен тыңлағыҙ.
    109. Боҙоҡ әйберҙәрҙе ишетеү аҡылға боҙоҡлоҡ килтерә. Шуның өсөн яман һүҙҙәр тыңламағыҙ, йәшерен һөйләнгән һүҙҙәрҙе тыңлап йөрөмәгеҙ. Һис кемдең дә күңеле быға риза булмаҫ.
    110. Һүҙ йөрөтөүселәр һәм ғәйбәт һөйләүселәрҙе тыңламағыҙ. Әгәр бындай кешеләр йәше һәм дәрәжә йәһәтенән һеҙҙән оло булһа, күҙегеҙҙе түбән эйеп тик тороғоҙ. Һеҙҙең менән тиң булһалар, бындай эштәр ярамай, тип әҙәпле итеп әйтегеҙ. Һеҙҙән кесе булһа, мәрхәмәт менән туҡтатығыҙ.
    111. Ә ишеткән һүҙҙәрҙең фетнәгә сәбәп буласаҡтарын һискемгә һөйләмәгеҙ.
    112. Әҙәпһеҙ урындарға барып, гонаһҡа этәрәсәк тауыштар тыңламағыҙ.
    113. Ҡолағығыҙҙы һәр ваҡыт, бигерәк тә йоҡонан торғас, таҙартығыҙ, мөмкин булһа, уны таҙартыр өсөн фил һөйәгенән яһалған ҡолаҡ таҙартҡысын янығыҙҙа йөрөтөгөҙ.
    114. Йөҙөгөҙҙө йыуғанда ҡолағығыҙҙың эсен һәм тышын йыуығыҙ һәм таҫтамал менән ҡоротоғоҙ.
    115. Көслө тауыштар ҡолаҡҡа зарарлы булған өсөн, уларҙан һаҡланығыҙ.
    ҠУЛ ӨСӨН ҠАҒИҘӘЛӘР
    116. Күрешер өсөн кешегә уң ҡулығыҙҙы һуҙығыҙ.
    117. Хоҡуғығыҙ булмаған нәмәләргә һис бер ваҡыт ҡул һуҙмағыҙ һәм кешеләргә лә быға юл ҡуймағыҙ. Шуны асыҡ белегеҙ:мосолман кешенең ҡулынан һәм теленән мосолмандарға именлек кенә килә.
    118. Кешеләр алдында ҡулығыҙ менән уйнамағыҙ, бармаҡтарығыҙҙы шыртлатмағыҙ, аралаштырмағыҙ, тырнаҡтарығыҙҙы киҫмәгеҙ.
    119. Ситтән бер кешене саҡырырға булһағыҙ, ҡулығыҙҙы болғап саҡырмағыҙ. Кешеләрҙе тынысһыҙламаҫлыҡ әкрен тауыш менән саҡырығыҙ.
    120. Бысраҡ нәмә тотҡандан йәки ашағандан һуң ҡулығыҙҙы матурлап йыуығыҙ. Йыуынғанда кейемегеҙҙе еүешләмәгеҙ, ҡулығыҙҙы яҡшылап һөртөгөҙ.
    121. Тырнағығыҙҙы оҙон итеп йөрөтмәгеҙ, аҫтындағы керҙәрен таҙартығыҙ.
    БАШ ӨСӨН ҠАҒИҘӘЛӘР
    122. Башығыҙҙы юғары күтәреп, түбән һалып йәки бер яҡҡа бороп йөрөргә ғәҙәтләнмәгеҙ. Уҡығанда, яҙғанда ҡулығыҙ менән эйәгегеҙгә таянмағыҙ. Халыҡ алдында башығыҙҙы һәм башҡа ағзаларығыҙҙы тырнамағыҙ.
    123. Халыҡ алдында яланбаш булмағыҙ. Аулаҡта башығыҙ асыҡ ултырған хәлдә кеше килеп керһә, кәләпүштәрегеҙҙе кейегеҙ, башығыҙҙы ҡаплағыҙ.
    124. Йәй көндәре сәсегеҙҙе мөмкин тиклем ҡыҫҡа йөрөтөгөҙ. Уларҙы һәр ваҡыт һабын менән йыуығыҙ. Эҫе көндәрҙә ҡат-ҡат йыуығыҙ.
    125. Башығыҙҙы йыуғандан йәки ғөсөл ҡылғандан һуң яланбаш һалҡын һауаға сыҡмағыҙ.
    ҒӨСӨЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    126. Ғөсөл ҡылғанда тәнегеҙҙе яҡшылап ҡоротоғоҙ һәм тиҙерәк кейемегеҙҙе кейегеҙ йәки ятып тәнегеҙҙе йылытығыҙ. Өшөгән, тирләгән ваҡыттарҙан тыш башҡа ваҡыттарҙа һалҡыныраҡ һыу менән ғөсөл ҡылығыҙ.
    127. Һалҡын һыу менән ғөсөл ҡылғанда бер минуттан артыҡ йыуынмағыҙ һәм тәнегеҙҙе ҡаты ыумағыҙ. Йомшаҡ ҡына йыуынығыҙ, тәнегеҙҙе һөртмәй, кейем менән бөркәнеп ятығыҙ, һуңынан аҙыраҡ йөрөгөҙ, йәки тәнегеҙҙе ҡыҙҙырғансы хәрәкәтләнегеҙ. Быларҙы эшләмәһәгеҙ, тәнегеҙ тулыһынса ҡороғанға тиклем ябынып ятып тороғоҙ.
    ЙӨРӨҮ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    128. Йөрөгәндә тәнегеҙҙе тура һәм төҙ тотоғоҙ. Кәрәкмәгәндә артыҡ ашығып йә яйлап йөрөмәгеҙ, ә ғәҙәттәгесә йөрөгөҙ.
    129. Ҡалала йөрөгәндә урам уртаһынан түгел, юл ситенән йөрөгөҙ, ҡаршы килеүселәр булһа, уң тарафтан үтегеҙ, артығыҙға, тирә-яҡтарға ҡарап йөрөмәгеҙ. Был ахмаҡлыҡтың билдәһе. Күҙегеҙ алға ҡараһын.
    130. Кәрәкмәһә, туҡтап тормағыҙ, ҡаршы килгәндәргә текәләп ҡарамағыҙ, уларға ҡағылмағыҙ. Юлда ҡапыл ҡыҫтаулыҡ була ҡалһа, уң яҡта туҡтап, иркенәйгәнде көтөгөҙ.
    131. Зәғиф һәм көсһөҙҙәрҙе осратҡанда ҡулығыҙҙан килгәнсе ярҙамдан мәхрүм итмәгеҙ. Ауыр әйберҙәр күтәреп килеүселәргә юл бирегеҙ.
    132. Ҡысҡырышыусы һәм дәғүәләшеүселәр осрағанда араларына ҡыҫылмағыҙ, бер яҡтан урап үтегеҙ.
    133. Туралығына ҡыҙығып ҡарлы һәм бысраҡ юлдан йөрөмәгеҙ. Юлдарҙың тураһы тура түгел, ә яҡшы һәм таҙаһы тура була. Быныбер ваҡытта ла онотмағыҙ.
    134. Ҡыҫтау урындарҙа кеҫә, сәғәт һәм башҡа әйберҙәрегеҙҙе яҡшы һаҡлағыҙ.
    135. Кәрәкмәгәндә зонтиктарығыҙҙы күтәрмәгеҙ, күтәргәндә күҙегеҙҙе ҡапламағыҙ.
    136. Дуҫ һәм таныштар осрағанда хөрмәтләп сәләм бирегеҙ. Әгәр улар алдан бирһәләр, ихтирам менән ҡайтарығыҙ. Бөйөк кешеләр булһа, хөрмәт күрһәтегеҙ, әгәр риза булһалар, ҡулдарын үбегеҙ. (Ләкин ҡалаларҙа, баҙарҙар һәм төрлө билдәһеҙ кешеләр күп булған урындарҙа үбеү килешмәй).
    137. Урамда йөрөгәндә ашамағыҙ. Хәжәт өсөн ултырмағыҙ. Бындай нәмәләр тәрбиәһеҙлек билдәһе.
    138. Бөйөк кешеләр менән һөйләшеп йөрөгәндә, уларҙың һуляғынан бер тигеҙ йөрөгөҙ.
    139. Ололар менән өйҙәргә, пароходтарға һәм вагондарға ингән һәм сыҡҡан ваҡытта юл күрһәтеү өсөн уларҙың алдарынан йөрөгөҙ.
    140. Кемгә булһа ла зарар килтереү, шәриғәткә һәм әҙәпкә ҡаршы эштәрҙе эшләү өсөн бер аҙым да эшләмәгеҙ.
    ТИМЕР ЮЛ ҺӘМ ПАРОХОД ТӘРТИПТӘРЕ
    141. Пароход һәм тимер юлы менән сәфәр итергә булһағыҙ,сәфәр китеү ваҡытын белегеҙ. Унан ярты сәғәт элек әҙер булығыҙ, кешеләр менән төрткөләшмәгеҙ, әйберҙәрегеҙҙе тәртип менән урынлаштырығыҙ, юлдаштарығыҙ менән мөләйем ултырығыҙ, әҙәпл ебулығыҙ, берәүгә лә яман һүҙ һөйләмәгеҙ, мәсхәрә итмәгеҙ, ихтирамһыҙлыҡ күрһәтмәгеҙ. Һеҙҙең менән һөйләшергә теләүсе кеше менән ихтирамлы һөйләшегеҙ. Ләкин дин һәм мәҙһәп (партия) низағтары сығарырға теләүселәрҙән ғәфү үтенегеҙ. Сөнки бындай низағтар һис бер ваҡытта ла файҙа килтермәй.
    142. Пароходта ултырғанда уның исемен, ҡайһы ширкәттеке йәки кешенеке булыуын, ултырған вагондың номерын белегеҙ. Уларҙы белгәндә әйберегеҙ онотолоп ҡалһа, йәки үҙегеҙ тороп ҡалһағыҙ, әйберҙәрегеҙҙе табырға һәм телеграмма ебәрергә еңел була.
    143. Барасаҡ урынығыҙға яҡынлашҡас, әйберегеҙҙе йыйып бәйләгеҙ, нисә киҫәк (кладь) булғанын хәтерләгеҙ. Поезд йәки пароход туҡтамайынса сыҡмағыҙ.
    ЙОҠО ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    144 Тәбиғәт ҡушҡанса кисен йоҡлағыҙ. Йөҙ түбән һәм салҡан ятмағыҙ, бер яҡҡа ятығыҙ. Сөнки тәүге ике рәүештә ятыу ҡурҡыныс төштәр күреүгә сәбәп була.
    145. Йоҡо ваҡытын тәртипкә һалығыҙ. Туғыҙ йәки ун сәғәттәндә ҡалмай ятып, биштә йәки алтыла тороғоҙ. Йоҡоғоҙ бөткәндән һуң ятмағыҙ, кәрәккән йоҡоно ла ҡалдырмағыҙ. Сөнки йоҡо ҡалдырыу ашҡаҙан һәм аҡыл ауырыуҙарына, аҙаҡтан нервы ауырыуҙарына килтерә.
    146. Ҡарттарға биш, утыҙ йәштән юғары булғандарға алты, йәштәргә һигеҙ, бәләкәйҙәргә 10 сәғәт йоҡларға тәҡдим ителә.
    147. Йоҡлағанда өҫтөгөҙгә берәй нәмә ябынып ятығыҙ, һалҡындан һаҡланығыҙ. Һауа йөрөгән һәм еүеш урындарҙа ятмағыҙ. Тәҙрәләрҙе асыҡ ҡалдырмағыҙ.
    148. Мәжбүри хәл тыумаһа, бер бүлмәлә күмәкләп йоҡламағыҙ. Йоҡлаған ерҙә сәскәләр һәм гөлдәр булмаһын. Ҡайғылы йәки бик шатлыҡлы ваҡыттарығыҙҙа йоҡламағыҙ.
    149. Йоҡлағанда тар кейемдәрегеҙҙе сисегеҙ. Ҡыҫҡан урындарын бушатып, ҡан хәрәкәтен тотҡарлатмаҫлыҡ итеп ҡуйығыҙ.
    150. Йоҡлағанға тиклем һәм һуңынан йоҡо бүлмәләренең тәҙрәләрен асып, һауаһын яңыртығыҙ.
    МӘЖЛЕС ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    151. Халыҡ алдында әҙәпле итеп үҙегеҙгә лайыҡлы урынға ултырығыҙ. Хөрмәтле кешеләр булғанда уларҙы ихтирам итеп бер аҙ йырағыраҡ ултырығыҙ. Әгәр яндарына ултырырға мохтаж булһағына йәки улар теләһә, эргәләренә ултырығыҙ.
    152. Ултырғысығыҙға ятмағыҙ, бер яҡҡа ауышмағыҙ, аяҡтарығыҙҙың береһен икенсеһе өҫтөнә ҡуймағыҙ, ергә типмәгеҙ, уйнамағыҙ.
    153. Һөйләүсе булһа, яҡшы тыңлағыҙ. Тауышығыҙҙы кеше тауышынан өҫтөн күтәрмәгеҙ. Кәрәкмәһә, көлмәгеҙ, мәжлескә лайыҡ булмағанды һөйләмәгеҙ, һөйләүсенең һүҙен бүлмәгеҙ, мәжлестәгеләрҙең барышында кәмселек эҙләмәгеҙ.
    154. Халыҡ алдында иң мөхәббәтһеҙ кеше мәжлестә үҙен оло итеп күрә. Шуның өсөн үҙегеҙҙе башҡаларҙан оло тип иҫәпләмәгеҙ, үҙегеҙҙең дәрәжәгеҙҙе белегеҙ.
    АШАУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    155. Ашауға ултырыуҙан алда ҡулығыҙҙы йыуығыҙ һәм яҡшылап һөртөгөҙ.
    156. Үҙегеҙҙән оло кешеләр булһа, уларҙан алдараҡ ултырмағыҙ.
    157. Аш янындағы берәй нәмә менән уйнамағыҙ, әҙәпле булығыҙ, туҡланыуҙы тамаламайынса туҡтамағыҙ.
    158. Таҫтамалды тубыҡтарығыҙға һалығыҙ. (ҡайһы берәүҙәр күкрәккә ҡуйыуҙы дөрөҫ тип иҫәпләй). Аштан бик йыраҡ һәм бик яҡын ултырмағыҙ. Күршеләрегеҙҙе ҡыҫтамағыҙ, бер нәмәгә лә таянмағыҙ, тура ултырығыҙ. Ашағанда аҙ ғына эйелегеҙ.
    159. Башлағанда бисмилла уҡып, уң ҡулығыҙ менән ашағыҙ. Бөткәс, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итегеҙ.
    160. Күп итеп алмағыҙ, ашыҡмағыҙ, яҡшы сәйнәгеҙ, ҡул һәм кейемдәрегеҙҙе буямағыҙ. Табаҡтан үҙегеҙ өсөн нәмә һайламағыҙ,башҡаларҙың ашағанына ҡарап ултырмағыҙ. Ҡомһоҙ булмағыҙ, күп ашарға ғәҙәтләнмәгеҙ, ашауҙан теләгегеҙ бөтмәйенсә туҡтамағыҙ. Бындай нәмәләрҙең сәләмәтлек өсөн файҙаһы күп булыуын үҙегеҙҙә белерһегеҙ.
    161. Фекерегеҙҙе гел ашау өсөн сарыф итмәгеҙ. Маҡсатығыҙ йәшәү өсөн ашау булһын, ә ашау өсөн йәшәү булмаһын.
    162. Һөйләшеп ашаған аш еңел һеңһен өсөн, ҡысҡырышмай, һүҙ көрәштермәй, әҙәпле генә һөйләшегеҙ.
    163. Ҡулығыҙҙы табаҡҡа тыҡмағыҙ, ашҡа буямағыҙ.
    164. Бешеп етмәгән емештәрҙе ашамағыҙ, эҫе ваҡытта майлы аштар ашауҙан һаҡланығыҙ.
    165. Үҙ ваҡытында ашарға ғәҙәтләнегеҙ, ваҡыты килеп тә ашарға теләгегеҙ булмаһа, көсләп ашамағыҙ. Ашағанда кейемегеҙ тар булмаһын. Оло ҡайғылы йәки шатлыҡлы ваҡыттарығыҙҙа ашамайынса, бер аҙ сабыр итегеҙ.
    166. Ауыҙығыҙға алған нәмәләрҙе тулыһынса сәйнәгеҙ, ашыҡмағыҙ, артыҡ оҙаҡҡа ла һуҙмағыҙ. Ашауҙы егерме-утыҙ минутта тамамлағыҙ. Ашағандан һуң ике сәғәт үтмәйенсә йоҡламағыҙ һәм ауыр эштәр эшләмәгеҙ.
    167. Ни ҡәҙәре оло ғәйебе булһа ла, аш алдында һис кемде лә шелтәләмәгеҙ һәм берәүҙе лә ғәйепләмәгеҙ.
    168. Аштан һуң ҡул һәм ауыҙығыҙҙы һабын менән яҡшылап йыуығыҙ, теш араһында әйберҙәр ҡалдырмағыҙ. Мөмкин булһа, йоҡламай бер аҙ ятып тороғоҙ.
    169. Ҡайһы бер хайуандарҙың ите кешеләрҙең күңелен боҙғаны, дошманлыҡ, үс алыу, асыу тыуҙырғаны йәки йөрәкһеҙлеккә килтергәне өсөн, мөмкин булған тиклем үлән аштарын ашарға тырышығыҙ.
    170. Ит ашамаған халыҡтар башҡаларға ҡарағанда сәләмәтле, ҡеүәтле, шат, һиммәтле булғандары һәм йәш ваҡытта һәр нәмәгә ғәҙәтләнгән өсөн ит ашарға йәш саҡта уҡ ғәҙәтләнмәгеҙ. Йән эйәһенең күҙенән йәш аҡҡанда салып, ҡайнар ҡаҙанға һалып, итен бешереп ашау, кеше балаһының күңеленә ауырлыҡ килтерә.
    ЭСЕҮ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    171. Ашаған ваҡытта эсергә теләһәгеҙ, ауыҙығыҙҙа булғанды йотоп бөтөргәндән һуң ғына эсегеҙ. Эскәндән һуң ауыҙығыҙҙы ҡул йәки кейемегеҙ менән түгел, таҫтамал менән һөртөгөҙ.
     172. Сәләмәтлек өсөн (күп булмау шарты менән) бер нәмә булмаған саф һыу эсергә ғәҙәтләнегеҙ. Күлдән алынған, еҫләнгән, боҙло һәм ҡарлы һыу эсеүҙән һаҡланығыҙ. Ашағандан ике сәғәт, торғандан бер сәғәт үткәнгә тиклем һәм тирләгәндән һуң һалҡын һыу ҡулланмағыҙ.
    173. Һөт, ҡәһүә, сәй, лимонад эсергә яраған әйберҙәр.
    174. Һөт балалар һәм кескәйҙәр өсөн еңел үҙләштерелгән эсемлек.
    175. Һөтлө ҡәһүә ашҡаҙанға файҙалы, үҙләштереүҙе ҡеүәтләндерә. Ул бигерәк тә эҫе илдәрҙә эселә торған эсемлек.
    176. Сәй (күп булмау шарты менән) һалҡын илдәрҙә эсеүгә файҙалы эсемлек, ул ашҡаҙанға файҙа бирә, йонсоған кешеләргә ярҙамитә.
    177. Лимонад эҫе көндәрҙә эсеүгә файҙалы эсемлек.
    178. Ишетеү, иҫнәү, күреү ҡеүәтен кәметкәне, һулышты тарайтҡаны, аппетитты бөтөргәне өсөн бер ҡасан да тәмәке тартмағыҙ.
    179. Малды харап иткәне, үлемгә сәбәп булғаны, үлемесле ауырыуҙар килтергәне өсөн төрлө иҫерткестәрҙән һаҡланығыҙ. Уларҙы ҡулланған кешеләр менән дуҫ һәм таныш-белеш булмағыҙ.
    ТАБЫН ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    180. Ҡунаҡ саҡырырға булһағыҙ, ғөрөф-ғәҙәт буйынса иртәрәк хәбәр итегеҙ.
    181. Ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ һәм хөрмәт менән ҡаршы алығыҙ, һәр кемде урынына ултыртығыҙ.
    182. Бик ләззәтле булһа ла, аштарығыҙҙы маҡтамағыҙ, ҡунаҡтарҙы ашарға ҡыҫтамағыҙ. (Бер ике мәртәбә әҙәпле генә әйтһәгеҙ, зарар булмаҫ). Ҡунаҡ итеүсенең вазифаһы ҡунаҡтар алдына аш килтереү була. Ашау һәм ашамау ҡунаҡтарҙың ихтыярындалыр.
    183. Ҡунаҡтарҙың һәр береһенең янында әҙерәк тороғоҙ, һөйләшегеҙ. ҡайтҡандарында матур йөҙ менән хушлашып, рәхмәт әйтепҡалығыҙ.
    184. Ҡунаҡҡа саҡырһалар, билдәләнгән ваҡыттан бер нисә минутҡа һуңлап барығыҙ. Йорт хужаһы менән шатланып күрешегеҙ.
    185. Мөмкин булһа, үҙегеҙгә яҡын кешеләрҙең яндарына ултырығыҙ. Мәжлес һәм ашау ҡағиҙәләрен камил үтәгеҙ. Ни ҡәҙәре оҡшамаған аш килтерһәләр ҙә яратмағанығығыҙҙы белдермәгеҙ. Ризыҡтары матур булманы, тип бәхәсләшмәгеҙ, ашарға теләгәндәрен ашағыҙ, теләмәгәндәрен әҙәпле генә ҡайтарығыҙ. Бүлеп алмағыҙ.
    186. Аш тамамланғас, ҡулдарығыҙҙы йыуып, рәхмәт әйтеп, әҙәпле хушлашығыҙ.
    187. Мәжлескә барырға ҡаршылыҡ килеп сыҡһа, бара алмауығыҙҙы белдереп, хәбәр ебәрегеҙ.
    188. Бер кешегә барғанда икенсе берәүҙең мәжлесе, аштарының ләззәте булмауы йәки башҡа ғәйептәре булыуы тураһында һөйләмәгеҙ.
    189. Саҡырмаған кешеләрҙең мәжлестәренә бармағыҙ.
    190. Аш һәм туй мәжлестәре ойошторғанда, башҡаларҙан көнләшеп, (ярышып) хәлегеҙҙән артыҡ мал исраф итмәгеҙ.
    191. Ваҡыт алтын кеүек ҡәҙерле булғаны өсөн, бер сәғәттән артыҡ ваҡыт исраф итергә кәрәк буласаҡ мәжлестәргә бармағыҙ һәм кешеләрҙең ғүмерен исраф итәсәк мәжлестәрҙе лә йыймағыҙ.

    ОСРАШЫУ
    192. Ҡарындаш һәм яҡын дуҫтарығыҙ килгәндә асыҡ йөҙ менәнҡаршы алып, күрешегеҙ. Лайыҡ булған урындарға ултыртып, хәлдәрен һорашығыҙ, ҡайтырға сыҡҡанда хушлашып ҡалығыҙ. Әгәр килеүсе оло кеше булһа, хөрмәт менән рәхмәт әйтеп ҡалығыҙ.
    193. Осрашыу өсөн килгән кешеләргә, «йоҡлай» йәки «өйҙә юҡ» тип әйттермәйенсә, мөмкин булһа, үҙегеҙ ҡаршы алырға тырышығыҙ.
    194. Килеп киткән кешеләргә үҙегеҙ ҙә барып китегеҙ.
    195. Яҙыу йәки уҡыу менән мәшғүл булған ваҡытта һеҙгә килгән кешеләргә: «Һеҙгә ауыр булмаһа, эшемде тамамлар инем», тип рөхсәт һорап, эшегеҙҙе бөтөрөгөҙ һәм һуңынан улар менән мәшғүл булығыҙ.
    196. Йөҙ-ҡулығыҙ туҙанлы, кейемегеҙ керле булһа йәки ямғыр һәм эш өсөн махсус кейем менән һис кемгә осрашыуға бармағыҙ һәм килгәндәрҙе ҡаршы алырға сыҡмағыҙ.
    197. Осрашыуға барғанда өй хужаһына ике-өс тапҡыр килгәнегеҙҙе белдерегеҙ, яуап булмаһа, ҡайтығыҙ.
    198. Ҡалала йәшәүселәргә барған саҡта ишектәренә ҡуйылған махсус йыһаз (ҡыңғырау) ярҙамында, араларында бер аҙ көтөп, өс мәртәбә хәбәр бирегеҙ. Әммә тәҙрә тураларына килеп йәки бер ерҙә көтөп тик тормағыҙ.
    199. Барған кеше өйҙә юҡ, тип хәбәр бирелһә, килгәнегеҙҙе белдереү өсөн визиткағыҙҙы биреп ҡалдырығыҙ.
    200. Барған ерҙә ишек асыҡ булһа ла, хәбәр итмәйенсә кермәгеҙ.
    201. Ҡабул иткән кешегә асыҡ йөҙ менән лайыҡ рәүештә сәләм бирегеҙ. Әгәр ул бер кеше менән һөйләшкән йәки берәй эш менән мәшғүл булһа, эше тамамланғансы көтөп ултырып тороғоҙ, һуңынан ҡыҫҡа ғына йомошоғоҙ тураһында бәйән итегеҙ.
    202. Осрашырға барған кеше уҡыу йәки яҙыу менән мәшғүл булһа, нимә яҙып, нимә уҡығанын һорамағыҙ.
    203. Барыуҙың маҡсаты кешенең өй эсендәге хәлен белеү түгел, ә дуҫлыҡ күрһәтеү була. Шуның өсөн барған кешенең эшен тикшермәгеҙ, китаптарын, яҙыуҙарын аҡтармағыҙ, һеҙгә исемләнмәгән хаттарҙы ҡулығыҙға алмағыҙ (араларында камил дуҫлыҡ булған кешеләр өсөн бының ҡағылмауы мөмкин).
    204. Осрашыу матур ғәҙәт булһа ла, ғөрөф-ғәҙәттән тыш күп осрашмағыҙ. Ҡала кешеләренә иртәнге сәғәт һигеҙҙән алда һәм киске сәғәт туғыҙҙан һуң, бигерәк тә аш һәм сәй ваҡыттарында бармағыҙ.
    205. Уҡыу һәм уҡытыу менән мәшғүл булған шәкерт һәм мөғәллимдәргә, контора һәм судта эшләгән секретарь һәм хеҙмәткәрҙәргә, сауҙа итеүселәргә эш ваҡытында бармағыҙ. Эштән һуң да уларҙа оҙаҡ ултырмағыҙ.
    206. Вәғәҙә иткән кешеләргә ваҡытында һәм сәғәтендә барығыҙ, уларҙы көттөрмәгеҙ. Әгәр ҡапыл берәй ҡаршылыҡ килеп сыҡһа, уларға хәбәр итегеҙ.
    207. Сәфәрҙәге дуҫтарығыҙҙың хәлен хат яҙып белешегеҙ. Үҙегеҙгә яҙһалар, яуап бирегеҙ. Хатығыҙға яуап бирмәгән дуҫтарығыҙҙы шаяртыңҡырап шелтәләү мөмкин.
    АУЫРЫУҘЫҢ ХӘЛЕН БЕЛЕҮ
    208. Ҡарындаш һәм дуҫтарығыҙҙың ауырыуы тураһында хәбәр алғас, хәлдәрен һорашырға барығыҙ. Ҡапыл ауырып китһәләр, яндарына инергә табип ҡушмаһа, күрешергә мөмкин булмаһа йәки тынысһыҙландырмау кәрәк булһа, уның хәлен өй эсендәгеләрҙән һорау менән ҡәнәғәтләнегеҙ.
    209. Ауырыу янына барғанда оҙаҡ ултырмағыҙ, күңеленә ауыр буласаҡ һәм ҡайғылы һүҙҙәр һөйләмәгеҙ.
    210. Ауырыуына сәбәп булған әйберҙәрҙән һаҡланмағаны өсөн шелтәләмәгеҙ. Мөмкин тиклем шикәйәттәрен тыңлағыҙ, күңелен рәнйетмәгеҙ, (рухи) көс бирегеҙ. Сабырлыҡ теләгеҙ, ҡурҡытмағыҙ, тиҙҙән шифаланасағына өмөт бирегеҙ һәм сәләмәтлек өсөн доға ҡылығыҙ.
    ҠАЙҒЫ УРТАҠЛАШЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    211. Ҡайғы килгән кешегә ҡайғыһын еңеләйтергә тырышығыҙ. Бындай ҡайғыларҙа сабыр итеүгә өндәгеҙ. Сабыр иткәндәргә вәғәҙәителгән сауаптарҙы хәтерләтегеҙ, «Иннә лилләһи үә иннә иләйһи ражиғүн»аят Кәримәне уҡығыҙ. «Ысынлап та, беҙ Алланыҡы һәм Уға ҡайтыусыбыҙ». Бәҡара сүрәһе, 156 аят.
    212. Яҡындарығыҙҙың береһе вафат булһа, туғандарының ҡайғыһын һәм хәсрәттәрен уртаҡлашығыҙ, йыназаһына барығыҙ, эштәренә ярҙам итегеҙ.
    213. Ҡайғы уртаҡлашыу ваҡытында ҡайғылы булып күренегеҙ, ҡайғыны белдереү өсөн яраған кейемдәр кейегеҙ. Көлмәгеҙ, шаярмағыҙ, ҡайғынан башҡа һүҙ һөйләмәгеҙ. ҡайғыны белдермәгән эштәрҙе һис эшләмәгеҙ.

    КЕЙЕНЕҮ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    214. Кейенеү мәсъәләһендә бик иғтибарлы булығыҙ. Кейем кейеүҙең маҡсаты һалҡын һәм эҫенән һаҡланыу, халыҡҡа күркәм булып күренеү. Шуның өсөн ошо талаптарға тура килтереп кейенегеҙ, кейем өсөн артыҡ байлыҡ исраф итмәгеҙ.
    215. Кейемдәрегеҙҙе һаҡлап, таҙа кейегеҙ. Тир еҫе сыҡмаһынөсөн күлдәк һәм ыштандарығыҙҙы алмаштырып тороғоҙ. Халыҡҡа күркәм булып күренегеҙ. Сөнки өҫ-башығыҙ тәрбиәһеҙ булһа, халыҡһеҙҙе ялҡау һәм бысраҡ тип хөкөм итәсәк. Шулай уҡ төктәрҙе тәндә йөрөтмәгеҙ. Ләкин сәс һәм мыйығығыҙҙы матурлап ғүмер үткәрмәгеҙ. Юғарылағы тәртиптәрҙе үтәү аҡыллы булыуҙы күрһәтә.
    216. Ҡиммәтле, күренеүгә ябай, оҙаҡ туҙмай торған кейемдәр һайлағыҙ. Матур төҫлө, тиҙ туҙған кейемде һайлау донъяла йәшәй белмәүҙе белдерә.
    217. Хәлегеҙгә лайыҡ булмаған, дәрәжәгеҙгә тура килмәгән һәм ваҡытына ярамаған кейемдәр кеймәгеҙ.
    218. Мода тураһында һөйләмәгеҙ, моданы ишетмәгеҙ, мода менән ғәмәл итмәгеҙ, мода менән белеш булмағыҙ. Мода иҫерткес һәм отошло уйындар кеүек, уға эләккән кеше һәләк булмайынса туҡтай алмай.
    219. Кейемдәр алғанда әйберҙәрҙең хаҡын иҫәпләп ҡарағыҙ, ҡайһыныһы арзан булһа, шуныһын һайлағыҙ.
    220. Шәриғәт рөхсәт иткән биҙәнгестәрҙән зарар булмаһа ла, (тап ҡалдырмаҫ өсөн) кейемдәрегеҙгә хушбуй һөртөп йөрөмәгеҙ. Тәнегеҙҙе, кейемегеҙҙе таҙа йөрөтөргә ғәҙәтләнегеҙ.
    221. Кейем кейеү мәсьәләһендә үҙегеҙгә иш булмаған кешеләргә һайыҫҡан кеүек эйәрмәгеҙ.
    222. Кейемегеҙ менән маҡтанмағыҙ. Башҡаларҙың кейемдәренә мәсхәрәләп ҡарамағыҙ. Халыҡ алдында кейемдәрегеҙҙе төҙәтеп тормағыҙ. Күңеле кәбәк менән тулы кешенең тышы ебәк булыуында бер мәғәнә лә юҡ икәнен һис бер ваҡытта ла онотмағыҙ.
    223. Ныҡ ҡыҫҡан һәм ныҡ иркен кейемдәрҙе кеймәгеҙ. Башты эҫенән, аяҡты һыуыҡтан һаҡлай торған кейемдәрҙе һайлағыҙ.

    ҺӨЙЛӘШЕҮ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    224. Һөйләшкәндә артыҡ ҡысҡырмағыҙ, артыҡ әкрен дә һөйләшмәгеҙ. Тештәрегеҙҙе ҡыҫмағыҙ. Матур, ҡыҫҡа һәм асыҡ һөйләгеҙ.
    225. Телегеҙ менән ирендәрегеҙҙе яламағыҙ, тештәрегеҙ менән артыҡ тырнаҡтарығыҙҙы тешләмәгеҙ. Былай итеү әҙәпһеҙлек була.
    226. Тел әҙәм балаһының күңелендә булған асыу, хөрмәт, ҡатылыҡ кеүек нәмәләрҙе асып биреүсе, ғилем, әҙәп, мәғрифәт кеүек әйберҙәрҙе күрһәтеүсе ағза. Шуның өсөн телегеҙҙе башҡа нәмә өсөн ҡулланмағыҙ, әҙәпһеҙ һүҙҙәр һөйләмәгеҙ. Инсандың сәләмәтлегентеле һаҡлаусы икәнен онотмағыҙ.
    227. Арттырып һөйләмәгеҙ, һис ялған һөйләмәгеҙ, ғәйбәт итмәгеҙ, һүҙ йөрөтмәгеҙ, белмәгән әйберҙәр хаҡында һөйләмәгеҙ. Бер кеше һүҙ башлаһа, аҙағы мәғлүм булһа ла, туҡтамайынса, ташлап китмәгеҙ. Был кешелекһеҙ булыуҙы күрһәтә.
    228. Бер кешенең яңылыш һөйләгәнен белһәгеҙ, «яңылыш һөйләйһең йәки белмәйһең», тимәгеҙ. Дөрөҫтө уның күңелен ҡырмаҫ һүрәттә, йомшаҡ итеп белдерегеҙ.
    229. Яңылыш һөйләгәнегеҙҙе аңлаһағыҙ, «хаталандым», тип әйтергә ғәрләнмәгеҙ. Һөйләгәндәрегеҙ башҡалар тарафынан хата тип күрһәтелһә, ә һеҙ хата булмауын яҡшы белһәгеҙ, ҡаты итеп ҡаршы тормайынса һәм ҡысҡырмай әҙәпле яуап бирегеҙ. Һүҙегеҙҙең дөрөҫлөгөн ҡаты һәм асыулы тауыш менән түгел, ә йомшаҡлыҡ һәм дәлил ҡеүәте менән иҫбат итегеҙ.
    230. Мәжлестәрҙә кешенең тәнендә булған ғәйептәр хаҡында һөйләмәгеҙ, береһе хаҡында булған һүҙҙе башҡанан ишетеп булһала һөйләмәгеҙ.
    231. Башҡаларға форсат бирмәй, бөтөн ваҡытты һеҙ генә һөйләп үткәрмәгеҙ. Күңелегеҙҙе тел артынан түгел, ә телегеҙҙе күңел артынан йөрөтөгөҙ. Кешелеклелек һүҙҙә түгел, ғәмәлдә булыуға иғтибар итегеҙ.
    232. Бөйөк кешеләргә мөрәжәғәт итергә тура килһә, «хәҙрәтегеҙ, йәнәбегеҙ, зат ғәлигеҙ, һеҙ» кеүек хөрмәт белдергән һүҙҙәрҙе ҡулланығыҙ.
    233. Үҙегеҙ һәм балаларығыҙ хаҡында ғына һөйләп, ғүмер үткәрмәгеҙ, ата-баба, нәҫел-ырыу һәм остаздарығыҙ менән маҡтанмағыҙ. Кеше балаһы бер ҡасан да тулыһынса камиллыҡҡа ирешмәйәсәген белегеҙ.
    234. Берәйһе әйбер һорағанда, нисек кенә уңайһыҙ ваҡытта булһа ла, әҙәпле яуап бирегеҙ, һораған әйбер ҡулығыҙҙа йәки күңелегеҙҙә булмаһа, асыуланмағыҙ. Һүҙегеҙгә яуап ҡайтарырға онотһалар, ҡабаттан һөйләгеҙ, үҙегеҙ ҙә иһә ҡабаттан һөйләтеүгә мохтажлыҡ тыуһа, «йәнә һөйлә», тимәйенсә «мәрхәмәт күрһәтеп, тағы бер ҡабат һөйләһәгеҙ, бәлки аңлар инем», рәүешендә йомшаҡ һүҙҙәр ҡулланығыҙ.
    235. Башҡаларҙың һүҙҙәрен яҡшы аңламайынса, «дөрөҫ һөйлә» йәки «юҡ, улай түгел» кеүек һүҙҙәр менән яуап бирергә ашыҡмағыҙ.
    236. Фекерҙәрегеҙҙе иң тәүҙә яҡшы итеп аңлағыҙ, һуңынан әҙәпле генә бәхәскә керегеҙ. Үҙегеҙҙең фекерегеҙгә үҙегеҙ хайран ҡалмағыҙ (һоҡланмағыҙ), һүҙ һөйләгәндә ант итмәгеҙ. Үҙ фекеренә хайран ҡалыу наҙандар ғәҙәте, ант итеү һәм «был һүҙҙе дөрөҫ һөйләйем», тип әйтеү ялғанлыҡ билдәһе.
    237. Бер кешегә ҡаршы һөйләргә мәжбүр булһағыҙ, «юҡ, улай түгел, былай», тигән кеүек ҡаты һүҙҙәрҙе ҡулланмағыҙ, «һеҙ һөйләгәнсә булыуы ихтимал, ләкин мин, былай түгелме, тип фараз итәм»йәки «минең фекеремсә, былай булһа кәрәк» кеүек һүҙҙәр ҡулланығыҙ. Тулыһынса белмәгән нәмәләр хаҡында башҡалар менән ғауғалашмағыҙ.
    238. Кәрәкмәгәндә хәсрәтле хәбәрҙәр һөйләмәгеҙ, әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙе, әҙәби әҫәрҙәрҙән алынған булһа ла, ауыҙығыҙға алмағыҙ һәм аманат ителгән һүҙҙәрҙе фаш итмәгеҙ (сер һаҡлау аҡыллы кешеләрҙең сифаты була).
    239. Берәүгә лә ләғнәт итмәгеҙ, ҡәһәрле доға уҡымағыҙ, береһен дә һүкмәгеҙ, һис кемде аптыратмағыҙ. Хәжәт үтәгән ваҡытта һөйләшмәгеҙ, мөьмин һәм башҡа кешеләрҙе ҡурҡытмағыҙ. Өсөнсө кеше булғанда икәүләп йәшерен һүҙ һөйләшмәгеҙ, насар эш артынан йөрөүселәргә юл өйрәтмәгеҙ. Аллаһы Тәғәлә бер тел һәм ике ҡолаҡ биргәндә, ишеткән нәмәләрҙең тик яртыһын ғына һөйләргә тейеш икәнлеген әйтеүе тураһында ишарат барлығын белегеҙ.
    ГИМНАСТИКА ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    240. Гимнастика ҡағиҙә буйынса булғанда фекерҙе уяндыра,ҡан йөрөүенә ярҙам итә, аш үҙләштереүҙе яҡшырта, һеңерҙәрҙе ҡеүәтләндерә, аппетитты һәм тән йылылығын арттыра, зиһенде аса. Уҡыуға һәм өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята. Шуның өсөн ауылда булғанда йортта һәм яланда эшләгеҙ. Ат менеп йөрөгөҙ, һыуға төшөп йөҙөгөҙ, ҡош тауыштарын тыңлағыҙ, ҡул, аяҡ, һеңер һәм башҡа тамырҙарығыҙҙы хәрәкәтһеҙ тотмағыҙ. Ҡалала булғанда ҡайһы берваҡытта булһа ла баҡсаларға барығыҙ, тауға сығығыҙ, һыу буйҙарында, йәшел үлән өҫтөндә, урман һәм туғай буйҙарында йөрөгөҙ, саф һауа һулағыҙ. Күк йөҙөндәге зәңгәр түбә һәм болоттарға ҡарап илһам алығыҙ.
    241. Йәй көнө иртә, мөмкин булһа, таң атҡан һәм ҡояш сыҡҡан ваҡытта тороғоҙ. Ауыл ситенә сығығыҙ. Донъяға яратылған матурлыҡтарҙан, моңло тауыштарҙан илһамланығыҙ. Ошо бәләкәй, биктә бәләкәй һәм мәшәҡәтле донъяға бер-ике көнгә мосафир булып килгәнегеҙҙе онотмағыҙ.
    242. Гимнастиканан һуң һыу эсмәгеҙ, бер-ике сәғәт үткәнсе ашамағыҙ. Ашағандан һуң бер-ике сәғәт үткәнсе зарядка эшләмәгеҙ. Гимнастика өсөн матур һауалы урын һайлағыҙ.

    ДИН ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    243. Һәр нәмәне бар иткән һәм беҙҙе матур итеп яралтып, аҡыл ниғмәте бүләк иткән мәрхәмәтле Аллаһы Тәғәлә хәҙрәттәренә ихлас ҡоллоҡ итегеҙ. Ата-әсә һәм остаздарығыҙҙың һөйөп ҡушҡан бойороҡтарын үтәргә тырышығыҙ.
    244. Ҡоллоҡ тигәнде көн дә оҙон намаҙ уҡыу, зекер итеү, бөтә эштәрҙе бер яҡҡа ҡуйып, мәсеттәрҙә ятыу, зыяраттарға йөрөү, тип аңламағыҙ, ә Аллаһы Тәғәлә бойорған юл өҫтөндә булыу, бурыстарҙы үтәү, халыҡ менән матур мөнәсәбәттә булыу, мәрхәмәтлеһәм шәфҡәтле булыу, гонаһтарҙан һаҡланыу, тип аңлағыҙ һәм шулай ғәмәл итегеҙ.
    245. Рәсүлуллаһ Әкрәм әфәндебеҙ килтергән мөбәрәк Ислам шәриғәтенә үҙ белдегегеҙ менән бер хәреф тә арттыртмағыҙ һәм бер хәреф тә кәметмәгеҙ. Бер хәрефен арттырған йәки кәметкән кешеләргә һис бер ваҡыт эйәрмәгеҙ. Бәхет-сәғәҙәт иһә тик шәриғәттә. Быны һәр ваҡыт хәтерҙә тотоғоҙ.
    246. Кейемдәрегеҙҙе, тәнегеҙҙе кер һәм бысраҡтан пакландырған кеүек күңелдәрегеҙҙе лә нифаҡ, алдау, үс, хөсөт, асыу, золом кеүек боҙоҡ холоҡтарҙан таҙартығыҙ.
    247. Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итеү һәм Аллаһы Тәғәләнең ихлас бәндәләре менән бергә йыйылып берлек булдырыу ниәте менән намаҙҙарҙы мөмкин булғанса йәмәғәт менән ҡылығыҙ.
    248. Ураҙа тотҡанда нәфсегеҙҙе тәрбиәләүҙе, сабырға ғәҙәтләнеүҙе, фәҡир һәм меҫкен хәлен тәжрибә итеп ҡарауҙы (аңлауҙы) ниәт итегеҙ.
    249. Малығыҙҙан зәкәт биргәндә йомартлыҡҡа ғәҙәтләнеү, һаранлыҡ кеүек боҙоҡ холоҡтан нәфсене сафландырыу, фәҡирҙәрҙе шатландырыу кеүек изге ниәт итегеҙ.
    250. Мосолман ҡәрҙәштәр менән танышыу, ауырлыҡтарға сыҙап өйрәнеү, сәйәхәт итеп ғибрәт алыу ниәте менән фарыз булған хаж сәфәренә барығыҙ.
    251. Халыҡтарҙы хаҡ юлға саҡырыр өсөн Аллаһы Тәғәлә хәҙрәт тарафынан ебәрелгәндәре, барыһы ла Аллаһы Тәғәләнең хаҡ илселәре һәм гонаһтан паҡ бәндәләр булғандары өсөн пәйғәмбәрҙәрҙең (Аллаһы Тәғәләнең салауаты һәм сәләме уларға булһын) барыһын ысын күңелдән һөйөгөҙ.
    252. Мөбәрәк динебеҙ был донъянан әхирәткә алып барасаҡтура юлыбыҙ. Хәсрәтле ваҡыттарҙа аҫтына инеп һыйынасаҡ еребеҙ. Мәшәҡәттәрҙә рәхәт күрһәтәсәк ярҙамсыбыҙ. Бөтә төрлө ҡурҡыуҙар булғанда өмөт итәсәк урыныбыҙ булған өсөн уға йәбешегеҙ.
    253. Сауап һәм ғазаптар, файҙа һәм зарарҙар бөтә ғәмәлдәребеҙҙә биреләсәк әжер-сауаптарына элек йәшәгән һәм киләсәк быуындың ғәмәлдәренән беҙгә һәр ваҡыт хәбәр биреп торған хаҡ мөршиттәребеҙ, Ҡөрьән шәрифтең хаҡ һәм мөбәрәк китап булыуына ышанығыҙ.
    254. Донъяның иң ауыр сәғәте булған үлем иҫереклеге хәлендә үлемде еңеләйткән Шәриф-и Ислам динебеҙгә аҙау тешегеҙ менән йәбешеп, һәр һүҙ һәм эшегеҙҙә Аллаһы Тәғәләгә таянығыҙ.
    255. Әхирәт өлөшөнән мәхрүм ҡалырға теләмәһәгеҙ, изге бәндәләр юлынан йөрөгөҙ, шөбһәле һәм шикле кешеләргә дуҫ булмағыҙ. Бындай нәмә нәфсегеҙгә ауыр булмаһын, тиһәгеҙ, алдығыҙҙа үлем тигән нәмәнең көтөп торғанын онотмағыҙ.
    256. Халыҡтан йәшереп тотасаҡ нәмәне Аллаһы Тәғәләнән һорамағыҙ һәм ул риза булмаясаҡ әйберҙәрҙе халыҡҡа ҡарата ҡулланмағыҙ.
    257. Мәсет һәм ғибәҙәтханаларға әҙәпле инегеҙ, Аллаһы Тәғәлә хәҙрәтенә тәүбә һәм тәүфиҡ теләп доға итегеҙ. Мәсеттең хөрмәтен ебәрәсәк әйберҙәрҙән һаҡланығыҙ.
    258. Эштәрегеҙҙең хәйерле булыуын Аллаһы Тәғәләнән һорағыҙ. Күңелдәрегеҙ нескә һәм мөбәрәк ваҡыттарҙа дин һәм донъякәрәктәре, үҙегеҙ, балаларығыҙ, бөтә нәҫелегеҙ, ҡарындаштарығыҙ, остаздарығыҙ һәм һеҙҙән доға ҡылыуҙы һораған кешеләр өсөн иманменән донъянан үтеү өсөн доғала булығыҙ.
    259. Бөтә хәжәттәрегеҙҙе Аллаһы Тәғәләнең үҙенән тура һорағыҙ, доға ҡылыу өсөн белмәгән телдәрҙә булған доғаларҙы уҡымайынса ихлас күңел менән белгән телдә һорағыҙ. Аллаһы Тәғәләменән үҙегеҙҙең арала үле һәм тереләр араһынан һис кемде тоташтырыусы итеп ҡуймағыҙ. Нәҙер әйтмәгеҙ, фәлән шәйех хөрмәтенә, тип һорауҙан, зинһар, һаҡланығыҙ. Шулай булыуы ихтимал. Халыҡ «вәли» һәм «тәҡдиргә йоғонто яһаусы» тип ҡабул иткән заттар Аллаһы Тәғәлә алдында рәхмәтенән һүрелгән кеше булыуы ихтимал.
    260. Рәсүл Әкрәм тарафынан хәбәр бирелмәһә, һис кемдең бәхете һәм бәхетһеҙлеге тураһында гуаһлыҡ бирмәгеҙ.
    261. Үҙегеҙҙең ышаныуығыҙҙы һәм ғәмәлдәрегеҙҙе Рәсүл Әкрәм юлында ҡулланырға тырышығыҙ. Башҡаларға булышмағыҙ, һискемде лә «яман мәҙһәптә», «иманһыҙ» һәм «кафыр» тип һөйләмәгеҙ,телегеҙҙе бындай әйберҙәргә ғәҙәтләндермәгеҙ.
    262. Аллаһы Тәғәлә бойорған фарыздарҙы ташламағыҙ. Уларға ҡаршы килгән нәмәләр янында йөрөмәгеҙ, ғалимдарҙы хөрмәт итегеҙ, күңелдәрегеҙҙе һәр ваҡыт төҙөк йөрөтөгөҙ. Күңелегеҙ төҙөк булһа, бөтә тәнегеҙ ҙә төҙөк булыр.
    263. Ҡөрьән Шәриф уҡығанда мәғәнәһен камил итеп белмәһәгеҙҙә, Аллаһы Тәғәләнең һүҙҙәре тип, хөрмәтләп һәм ололап тыңлағыҙ,ситкә ҡарамағыҙ, ҡулығыҙ һәм кейемегеҙ менән уйнамағыҙ.
    264. Ҡартлыҡҡа ҡәҙәр булған йәш көндәрегеҙҙе, ауырыуҙан элек булған сәләмәтлегегеҙҙе, фәҡирлектән элек байлығығыҙҙы, эшкә тиклемге ял сәғәттәрегеҙҙе, вафат иткәнсе тормошоғоҙҙо байлыҡ тип белегеҙ.
    *Был рисаләлә яҙылған нәсихәттәрҙең ҡайһы берҙәре оло кешеләргә тейешле булһа ла, һүҙ ыңғайында килгәндә бында яҙылды.
                                                                    Фәхретдинов Ризаитдин, Нәсихәттәр. Автор-төҙөүсеһе һәм тәржемәсеһе Әхәт Сәлихов