Аллаһтың тәҡүәле ҡоло булыу

                             Аллаһтың тәҡүәле ҡоло булыу

     Аллаһтың тәҡүәле ҡоло булыу – был донъяға Ислам күркәмлеген таратыу, йәмғиәттә, ғаиләлә һәм эштә Ислам ҡанундары буйынса йәшәү.
     ТОРМОШ ХИКМӘТЕ
     Өс ай…
     Был фатихалы айҙарҙың көн һәм төндәре – Раббыбыҙға яҡынайыу өсөн айырым мөмкинлек.
     Аллаһу Тәғәлә ҡайһы бер айҙарҙы башҡаларына ҡарағанда хөрмәтлерәк иткән, ҡайһы бер айҙарҙы ҡолдары, ялбарып, Үҙенә яҡынайһын һәм Үҙенең сикһеҙ ризалығына ирешеп, ярлыҡауын алып, Гүзәл сифаттары кәүҙәләнешенә лайыҡ булһын өсөн, айырыуса бәрәкәтле төндәр менән биҙәгән…
     Ул сағылыштарҙың тәүге шарты – ҡәлбеңдә бер Аллаһҡа ышаныс нығыныу. Икенсе шарты – бер Аллаһҡа төбәлгән ғибәҙәттәр.

     Тормошта беҙгә бүләк ителгән хикмәттәр Аллаһтың гүзәл ҡоло булыу, камил ғибәҙәткә эйә булыу һәләтен бирә.
      Хатта кешене иң юғары дәрәжәгә күтәргән пәйғәмбәрлек Аллаһу Тәғәләгә ғибәҙәткә нигеҙләнгән. Шулай булғас, мөьминдәр алдында торған иң ҙур бурыс –
     КҮРКӘМ ҒИБӘҘӘТ
     «Аллаһтың күркәм ҡоло булыу» нимәне аңлата?
     Тормошобоҙҙоң һәр өлкәһендә Исламдың гүзәллеген сағылдырыу ул. Сауҙа эштәреме, ғаилә тормошомо, кешеләр менән мөнәсәбәттәрме – Ислам ҡанундарына таянып эш итеү ғибәҙәттәребеҙҙе илһам менән, ихласлыҡ менән атҡарыу мөһим.
     Хаҡ Тәғәләбеҙҙең күркәм ҡоло булыу юлдарын Ҡөрьәндәге Илаһи әмерҙәр асып бирә. (Исра )Төнгө йөрөү) сүрәһенең 22-40-сы аяттарына мөрәжәғәт итһәк, беҙ Аллаһу Тәғәләнең Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) йөҙөндә бөтә уның өммәтенә мөрәжәғәт итеүен, өгөт-нәсихәт биреүен күрәбеҙ. Уларҙың төп үҙенсәлеге шунда: бөтә Илаһи диндәрҙә лә уларҙың аналогтары бар. Кешелеккә ебәрелгән диндәрҙә социаль шарттар һәм йәмғиәт ҡоролошо менән бәйле айырым мәсьәләләрҙә айырмалар булыуы ихтимал, әммә был аяттарҙағы мөрәжәғәттәр бөтә диндәрҙә лә булған.
     ИЛАҺИ МӨРӘЖӘҒӘТ
     Аллаһу Тәғәлә әмер бирә:
     «Раббың бары тик үҙенә генә ғибәҙәт ҡылыуығыҙҙы, ата-әсәгеҙгә лә изгелекле булыуығыҙҙы ҡәтғи рәүештә бойорҙо. Уларҙың береһе йәки икеһе лә һеҙҙең янда ҡартайһа, уларға «Уф!», тип әйтмәгеҙ, уларға ҡысҡырмағыҙ; икеһенә лә яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ» (Исра (Төнгө йөрөү), 23).
     Был аятта тәүге талап шундай:
     Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылыу, барлыҡҡа килтерелгәндәрҙең береһенә лә ҡол булмау, ғибәҙәттәрҙе тик Аллаһҡа ғына ҡылыу, Уға ғына күндәм булыу, Унан ғына ғәфү үтенеү, сәждәләрҙе Уға ғына ҡылыу…
     Икенсе талап:
     Беҙҙең был донъяға килеүебеҙгә сәбәпсе булған ата-әсәгә яҡшы мөғәмәләлә булыу. Аллаһу Тәғәлә бойора:
     «Уларҙың береһе йәки икеһе лә һеҙҙең янда ҡартайһа, уларға «Уф!» тип тә әйтмәгеҙ».
     Олоғая килә кеше балалыҡ осорона ҡайта. Кәр бөтә. Тән көсөн юғалтҡан кеүек, ваҡыт үтә килә аҡыл һәләте лә кәмей. Был осраҡта ата-әсәләр үҙҙәрен балаларса тотоп, «Уф!» тип әйтергә мәжбүр итеүҙәре ихтимал. Әммә Илаһи талаптың мәғәнәһе ап-асыҡ:
     «Уф!» тип тә әйтмәгеҙ!»
     ӨС БӘДДОҒА
     Ҡәғб бин Удра (раҙыйаллаһу ғәнһү) былай һөйләй:
     Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) беҙгә минбәргә яҡыныраҡ ултырырға ҡушты, һәм беҙ уға ҡаршы ултырҙыҡ. Ул бер баҫҡысҡа күтәрелде һәм «Әмин!» -тип әйтте. Йәнә бер баҫҡысҡа күтәрелде һәм йәнә «Әмин!»- тине. Өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелгәс тә Ул «Әмин!»- тине.
     Ул минбәрҙән төшкәс, беҙ былай тип һораныҡ:
     – О Рәсүлуллаһ! Бөгөн Беҙ Һинән элек бер ҡасан да ишетмәгәнде ишеттек.
     Быға Ул шулай тип яуап бирҙе:
     – Мин минбәрҙә саҡта, Ябраил килде. Мин тәүге баҫҡыста саҡта, ул миңә былай тине:
     – Фатихалы Рамаҙан етеп, ярлыҡау алмаған шәфҡәттән йыраҡ булһын!
     Мин: «Әмин!» — тинем.
     Икенсе баҫҡысҡа күтәрелгәс, ул әйтте:
     – Һинең исемеңде ишетеп, Һиңә салауат әйтмәгән шәфҡәттән йыраҡ булһын!
     Мин: «Әмин!» — тинем.
     Аҙаҡ, мин өсөнсө баҫҡысҡа менгәс, Ул шулай тине:
     – Ата-әсәһе, йәки уларҙың берәйһе ҡартайып, Йәннәткә лайыҡ була алмағандар шәфҡәттән йыраҡ булһын!
     Һәм мин әйттем: «Әмин!» (Хаким, Мустадрак, IV, 170).
     Аллаһтан Ябраил алып килгән был күркәм хәҙистә өс өгөт-нәсихәт бар.
     ӨС ӨГӨТ-НӘСИХӘТ
     Беренсеһе – Илаһи шәфҡәт, бәрәкәт һәм ярлыҡау тулы фатихалы Рамаҙан айын күркәм итеп үткәрә белеү.
     Икенсеһе – Пәйғәмбәребеҙҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡиммәтен яҡшы аңлау. Пәйғәмбәребеҙ – Аллаһ Илсеһе өммәтенә Аллаһу Тәғәләнең бөйөк шәфҡәте. Ул – берҙән-бер үрнәк, «усватун хәсәнә»…
     Кеше менән ниндәй генә мөшкиләләр килеп тыумаһын йәки ул ниндәй генә уңышҡа ирешмәһен, шундайыраҡ хәлдәр Пәйғәмбәребеҙ менән дә булған. Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) – өммәтенә бик шәфҡәтле һәм мәрхәмәтле.
     Беҙ уға бурыслы. Һәм шуларҙың иң ҙуры, һис шикһеҙ, – бөтә йөрәктән әйтелгән салауаттар…
     Был күркәм хәҙистең өсөнсө өгөт-нәсихәте – ҡартайған ата-әсәләребеҙгә мөнәсәбәтебеҙ. Шарты – уларға хеҙмәт итеү һәм күндәмлек. Әммә ата-әсәләргә күндәмлек Аллаһҡа буйһоноуыбыҙға кәртә булып тора икән, был осраҡта ул кәрәкмәй, сөнки беҙҙең өсөн иң мөһиме – Аллаһҡа күндәмлегебеҙ…
     Әммә Аллаһ Раббыһына буйһонмаған ата-әсәгә лә яҡшы мөғәмәләлә булырға бойора. Аллаһу Тәғәлә ата-әсәгә яҡшы мөнәсәбәттең асылын шулай аңлата:
     «Миһырбанлыҡ һәм түбәнселек менән улар алдында (күңел) ҡанаттарыңды йәй ҙә әйт: «Раббым! Сабый сағымдан алып улар мине нисек яратып үҫтергән булһа, Һин дә уларға шулай мәрхәмәтле бул» (Исра (Төнгө йөрөү), 24).
     Йәғни, олоғайған ата-әсә хаҡында хәстәрлек күреү, тоғролоҡ бурысын үтәп, доғала булыу лазым. Шул рәүешле улар Аллаһтың шәфҡәтенә һәм ризалығына ирешер.
     Фани донъяла йәшәүселәр ике мәлгә айырата иғтибарлы булырға тейеш:
     А. Олоғайған ата-әсәгә тейешенсә илтифатлы, ихтирамлы булыу.
     Б. Күркәм һәм тәҡүәле быуын тәрбиәләүҙә тырышлыҡ күрһәтеү.
     Үҙ ғаиләһен ҡорорға ниәтләгән йәш кеше ошо мөһим бурыстарҙы үтәргә тейеш. Иртәме-һуңмы уға ла бит ҡартлыҡ килә.
     ЙӘШЛЕК ҺӘМ МАТУРЛЫҠТЫҢ ВАҠЫТЫ ҠЫҪҠА
     Аллаһу Тәғәлә ғүмер этаптары тураһында һөйләй. Кеше ғүмерен Ул ҡыҫҡаса шулай тасуирлай:
     «Берәүһенә оҙон ғүмер бирә ҡалһаҡ, Беҙ уны бөкрәйтеп бөтөрөрбөҙ. Шул турала уйлап ҡарамайҙармы?» (Йәсин, 68)
     Кеше донъяға ярҙамға мохтаж булып тыуа, ата-әсәләренең хәстәрлеге һәм мөхәббәте ярҙамында аяҡҡа баҫа. Бында ата-әсәнең роле ҙур, тимәк уларға күркәм ғәмәлдәр ҡылып йәшәү лазым.
     Йәшлегендә кешегә Аллаһ көс һәм энергия бирә. Аҙаҡ Ул Үҙе бар ҡылғандарҙы һәм уларҙың көсөн һәм энергияһын үҙгәртә. Тора-бара төп-төҙ арҡа бөгөлә, тәндәге ҡайһы бер механизмдар көсөн юғалтҡан кеүек, аҡыл кимәле лә кәмей, түҙеп тороусанлыҡ та түбәнәйә. Аллаһ даимән был хәҡиҡәткә ҡайтып һорай: «Уйлап ҡарай алмайһығыҙмы ни? Һеҙ ҡайҙа бараһығыҙ?»
     ТӘҮБӘЛӘР – ШӘФҠӘТ ҠАПҠАЛАРЫ
Барған юлыбыҙҙың асылын төшөнөп, Аллаһтың тәҡүәле ҡоло булыу лазым. Был турала Раббыбыҙ әйтә:
     «Раббығыҙ һеҙҙең күңелегеҙҙә нимәләр барын бик яҡшы белеп тора. Һеҙ изгелекле булһағыҙ, шуны белегеҙ: Аллаһ, яманлыҡтан ваз кисеп, тәүбәгә йүнәлгәндәрҙе айырыуса ярлыҡаясаҡ» (Исра (Төнгө йөрөү), 25).
     Ҡәлбебеҙҙә ни барын Аллаһ Тәғәлә яҡшыраҡ белә. Ул Үҙенең ҡолдарына «муйын тамырынан да яҡын» тороуы хаҡында әйтә. (Ҡаф, 16). Үҙе әйтеүенсә, «Аллаһ кеше һәм уның ҡәлбе араһында» (Әнфәл (Табыш малы), 24).
     Аллаһ тойғоларыбыҙҙы беҙҙән дә яҡшыраҡ белә, әммә даимән шәфҡәт ҡапҡаларын аса һәм ҡотолоу юлын күрһәтә; гонаһтарға арҡа биреп, тәүбәгә килеүебеҙҙе теләй.
     Һүҙҙә генә булған тәүбәләрҙән фәтүә әҙ. Тәүбәләр гонаһтарҙан ситләшеүҙән башлана, йәғни уларҙы ҡабул итмәүҙән. Ихлас тәүбәләр «тәүбәтү-н-насуха» — шәфҡәт һәм Йәннәт ҡапҡаларының берҙән-бер асҡысы.
     Шуныһы мөһим: Аллаһ, беҙ тәүбә ҡылғанда, шайтандан алданмауыбыҙҙы теләй:
     «…Шуны белеп тороғоҙ: Аллаһ әйткән һүҙ, һис шикһеҙ, тормошҡа ашасаҡ. Зинһар, һаҡ булығыҙ, донъя тормошона алданмағыҙ, ул бер алдаусы ғына. Һәм хәтәр ялғансы шайтан (Аллаһ барыбер һеҙҙе ғәфү итәсәк, тип) аҙҙырмаһын» (Лоҡман, 33).
     Йәғни, ҙур үкенес тулы тәүбәләребеҙ һүҙҙә генә түгел, ҡәлбебеҙҙә лә булырға тейеш.
     Йәнә Илаһи бер мөрәжәғәт.
     ЙӘМҒИӘТ АЛДЫНДАҒЫ БУРЫСЫБЫҘ
     Изге аят әмер бирә:
     «Туғандарыңа, мохтаждарға, юлсыға үҙ хаҡтарын бир…» (Исра (Төнгө йөрөү), 26).
     Тимәк, тәүге нәүбәттә туғандарыбыҙ тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. Уларҙан килә – мохтаждарға, унан һуң – юлсыларға, бигерәк тә ауыр хәлдә ҡалғандарға.
     Күреүебеҙсә, үҙебеҙҙән тыш Аллаһу Тәғәлә беҙҙе башҡалар өсөн дә яуаплы иткән. Ул беҙгә файҙаланып торор өсөн мөлкәт биргән. Ҡулыбыҙҙағы мөлкәтттең һәммәһе – Аллаһтыҡы. Ҡол
– казначей, үҙенә тапшырылған мөлкәт өсөн яуаплы. Тимәк, барыһы менән дә тәьмин ителгән ҡол мохтаж ҡолдоң бағыусыһы. Ул фәҡирҙәр өсөн яуаплы, һәм уларҙың мохтажлығына битараф ҡала
алмай. Тик Аллаһу Тәғәлә әйтә: «Мәғәнәһеҙгә исраф ҡылма!» (Исра (Төнгө йөрөү), 26)
     Йәғни Ул шулай ти:
     «Милкең ҡуртымға бирелгән икән, зиннәткә күмелеп йәшәү кәрәкмәй. Фәҡирҙәргә, йәберләнгәндәргә, мохтаждарға ҡара. Уларға ҡарап нәсихәт ал».
     Ә исраф ҡылыусылар тураһында Ул былай ти:
     «Малын әрәм-шәрәм итеүселәр – шайтандың ҡәрҙәштәре. Шайтан иһә Раббыға шөкөр итмәүсе зат» (Исра (Төнгө йөрөү), 27).
     Был осраҡта нимә планка булырға тейеш? «Үҙ байлығым – үҙемә,» — тип йәшәгән һәм байлығын үҙе теләгәнсә тотонған байҙар бар йәмғиәттә. «Бер тапҡыр йәшәйбеҙ», — тиҙәр улар һәм булғанын
иҫәп-хисапһыҙ тотоналар, нәфселәре алдауына эйәрәләр.
     Әммә был осраҡта пәйғәмбәрҙәр һәм сәхәбәләр үрнәгенән сығып эш итергә тейешбеҙ.
     Аллаһу Тәғәлә ебәргән пәйғәмбәрҙәр араһында матди йәһәттән ауырлыҡ кисергәндәр ҙә, ҙур байлыҡҡа эйәргәндәр ҙә булған.
     Әммә бай пәйғәмбәрҙәр ҡәлбен аҡса янсығына әйләндермәгән,
күңелдәрен байлыҡҡа бәйләмәгән. Улар Аллаһ биргәнде Уның ризалығын алырҙай юлдарға тотонған, милектәренең ҡоло булмаған.
     Ғосманлылар миҫалына килһәк, улар тәүге өс быуат буйы шул йүнәлештә барған, Аллаһ биргән байлыҡты дөрөҫ файҙалана алған, һәм Ул уларҙы өс быуатҡа 24 миллион квадрат километрлыҡ
территорияға хаким иткән.
     Аллаһ ҡоло булыу һәм бөтә байлыҡтарҙың хәҡиҡи Хужаһы кем булыуын аңлау мөһим. Шайтандың партнеры булмаҫ өсөн, тырышлыҡ һалыу лазым. Шайтан менән партнерлыҡ – Йәннәт юлында иң ҙур кәртә. Шул кәртәгә абынып туҡтау – ҙур ҡаза, әлбиттә!
     ЙӨРӘККӘ ШАТЛЫҠ БИРЕҮСЕ ҺҮҘҘӘР
     Милкебеҙ ҙә, беҙ үҙебеҙ ҙә Аллаһтыҡы. Шул сәбәпле беҙ милкебеҙ һәм гүзәл халәтебеҙ менән өлөшһөҙ ҡалғандарҙың йөрәген яуларға тейешбеҙ. Был турала Аллаһу Тәғәлә шулай ти:
     «Үҙең дә Аллаһтан ниғмәт һорап ялбарған саҡта (хәйер бирә алмау сәбәпле ҡыйынһынып) мохтаждарҙан боролһаң, һис юғында уларға күңелдәре рәнйемәҫлек һүҙҙәр әйт» (Исра (Төнгө йөрөү), 28).
     Пәйғәмбәребеҙгә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) йәберләнгәндәр, яңғыҙҙар, бәхетһеҙҙәр килгән, ниндәйҙер әйбер йәки саҙаҡа өмөт иткән. Ҡайһы саҡ Пәйғәмбәребеҙҙең (салләллаһу ғәләйһи үә
сәлләм) бирер нәмәһе булмаған. Ул бит үҙе лә йыш ҡына ас ултырған. Шул саҡта Ул, бирер нәмәһе булмағанға уңайһыҙланыуын йәшерер өсөн, йөҙөн әҙерәк ситкә борған. Шуға күрә Аллаһу Тәғәлә шундай өгөт-нәсихәт биргә:
     «Һис юғында уларға күңелдәре рәнйемәҫлек һүҙҙәр әйт».
     Йәғни: «Йөҙөңдө борма, ярҙам ит!» Шулай итеп, Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), матди мөмкинлектәре булмаған хәлдә лә, йылмайыуын, шәфҡәт тулы һүҙҙәрен бүләк иткән.
     Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һәр ваҡыт, һәр осраҡта халыҡты тынысландырыусы, ризалатыусы, ҡәнәғәтлек биреүсе кеше була. Мәҫәлән, Хандаҡ һуғышында мосолмандар ауыр һынауҙарға дусар була. «Аллаһтан ярҙам килмәҫме икән ни?» — тигән шик тә тыуа ҡайһы бер йөрәктәрҙә. Шул мәлдә Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтә:
     «Хәҡиҡи тормош – мәңгелек тормош».
     Ҙур еңеү килгәс, Мәккә яуланғас та Ул шул халәттә була. Мәккәгә Ул дөйәгә сәждә хәлендә ултырған килеш инә, үҙен еңеүсе итеп тотмай.
     Тирә-йүндәгеләргә ул йәнә шулай ти:
     «Хәҡиҡи тормош – мәңгелек тормош».
     Фани донъя уңыштары һәм файҙалары тиҙ үтеүсән. Күпме генә еңеү булмаһын, улар Аллаһ ярҙамы менән яуланған. Бәс, шулай булғас, ҡол даимән Раббыһынан ярҙам һорарға һәм милке, һүҙе, ғәмәлдәре менән изгелек эшләргә, баҫалҡы, яҡты йөҙлө булырға тейеш.
     Ул Исламдың нурлы йөҙөн тирә-йүндәгеләргә күрһәтергә, яҡтылығы менән ылыҡтырырға һәм ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш.
     Бөгөнгө емерелгән ғаиләләр, урам тәрбиәһенә ташланған, наркотиктарҙан һәләк булған, фәхешлек, әхлаҡһыҙлыҡ өйөрмәһенә эләккәндәр быуыны өсөн беҙ яуаплы түгелме ни?!
     Молла Джами бик күркәм әйткән:
     «Бер йәнде ҡыуандыр – был ҙур хажың булһын».
     Ҡәғбә – был донъяла инсан төҙөгән, Илаһи серҙәр сағылыш тапҡан урын.
     Ә инсан йөрәге – Аллаһ яралтҡан, Илаһи ҡөҙрәт, Илаһи серҙәр сағылыш тапҡан урын. Шуға күрә иң ҙур ғибәҙәт – йөрәктәрҙе яулау. Ә иң ҙур һәләкәт – күңелде ҡырыу.
     Мәүләнә Руми әйткән:
     «Бәлзәм бул, әммә энә булма!»
     ҺАРАНЛЫҠ ТА, ИСРАФ ТА ЮҠ
     Бәлзәм булыуҙа тәүге аҙым – бүлешә белеү. Үҙебеҙҙәге ғилемме, милекме йәки алсаҡ йөҙмө – нимәбеҙ бар, шулар менән тирә-йүндәгеләргә шифа таратыу лазым. Бының өсөн иң күркәм юл – һаранлыҡтан һәм исрафтан ситләшеү. Аллаһу Тәғәлә әйтә:
     «Ҡулыңды үҙ муйыныңа бәйләмә (һаран булма); ҡулдарыңды йәйеп тә ебәрмә (артығын йомартланма ла). Ахыр ҙа (һаран тип) һиңә асыуланырҙар, (малыңды туҙҙырып) һин меҫкен хәлдә ҡалырһың» (Исра (Төнгө йөрөү), 29) .
     Үҙең өсөн генә йәшәү тыйыла. Беҙ тирә-йүндәгеләрҙән азат була алмайбыҙ, шуға күрә ҡомһоҙлоҡ та, исраф та яраған эш түгел. Исраф – үҙең өсөн сарыф итеү, ә һаранлыҡ – үҙең өсөн туплау. Ике осраҡта ла йәмғиәткә файҙа, башҡалар тураһында хәстәрлек күреү, альтруизм юҡ. Был сифаттар – кешеләге эгоислыҡ күренеше. Аллаһу Тәғәлә беҙҙең эгоист булыуыбыҙҙы түгел, башҡалар хаҡында ҡайғыртыусан булыуыбыҙҙы теләй. Бәс, шулай булғас, исрафтан да, һаранлыҡтан да һаҡланайыҡ, даимән хәйриә эштәре менән шөғөлләнәйек. Хәйриә эштәренең үлсәме ниндәй? Аллаһу Тәғәлә уны шулай асып бирә:
     «…Йәнә һинән саҙаҡаның нисек бирелергә тейешлеге тураһында ла һорарҙар. Һин әйт: «Ихтыяжыңдан артҡанын бир», — тип» (Баҡара, 219).
     АЙЫРЫМ ИКЕ ҺЫНАУ
     Ныҡлы тигеҙлек һаҡлау лазым. Мәсьәләнең иҡтисади яғына килгәндә, Аллаһу Тәғәләнең өгөт-нәсихәте бар:
     «Раббың теләгән ҡолона ризыҡты мул бирер, теләмәгәненә кәметер. Хаҡтыр, ул кешеләрҙең нимә ҡылғанынан хәбәрҙар, барыһын да күреп тора» (Исра (Төнгө йөрөү), 30).
     Был ике хәл дә: байлыҡ та, фәҡирлек тә – һынау. Шуныһы билдәһеҙ: улар әҙәмде Йәннәт юламсыһы итәме, әллә, Аллаһ һаҡлаһын, Йәһәннәм юламсыһымы?! Был ике осраҡта кеше үҙен нисек тотор: Аллаһтың ризалығын алып, ғибәҙәттәрҙә булырмы, әллә гонаһҡа батырмы?
     Пәйғәмбәребеҙҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) өйөндә һыуҙан башҡа нәмә булмаған ваҡыттар ҙа булған. Ҡайһы саҡ ғәнимәт малы килгән, һәм Ул Мәккә һәм Мәҙинәлә иң бай кешегә әүерелгән. Ике осраҡта ла Ул фани донъя байлыҡтарына әһәмиәт бирмәгән, ә Аллаһ юлында нисек сарыф итергә кәрәк булһа, шулай сарыф иткән.
     Байлыҡ – уңыш мәсьәләһе. Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә уны кемгә теләй, шуға бирә, кемде унан мәхрүм итергә теләй, шунан ала. Уға эйә булыу – һынау, унан мәхрүм булыу – ул да һынау. Ике
осраҡта ла Аллаһ ҡоло шөкөр итергә тейеш, ә үҙ өлөшөн алғас, исраф ҡылмаҫҡа, рәхмәтле булырға.
Ике халәттә лә Аллаһ ҡолоноң Раббыһы менән ҡәнәғәт булыуы мөһим, өлөшөн алғас, исраф ҡылмайынса, рәхмәтле булып, хәйриә эштәренә тотоноуы. Өлөшһөҙ ҡалған сүрәттә, түбәндәге
аяттың серенә төшөнөү кәрәк: «Түҙем булғандарҙан (Аллаһтың әжере була, тип) һөйөнсө ал!» (Баҡара, 155) һәм әҙәпле итеп түҙемлек һынауын үтеү.
     Изге аятта әйтелә:
     «Ул Көндө мал да, улдар ҙа файҙа килтермәҫ. Әммә ләкин Аллаһҡа саф күңел менән инанғандар бәхетле булыр» (Шүғәрә (Шағирҙар), 88-89).
     Милек тә, байлыҡ та, вариҫтар ҙа бында ҡаласаҡ, тимәк бөтә тормошоңдо шуларға бәйләү – үҙеңде һәләкәткә дусар итеү ул.
     МАТДИӘТ ХАҠЫНДА ХАФАЛАР ҺӘМ ЕНӘЙӘТТӘР
     Беҙ Исламға ҡәҙәр осорҙо «яһилиәт осоро» тибеҙ һәм хаҡлы рәүештә был осор кешеләренең ғәмәлдәренә асыуыбыҙ килә, сөнки улар, фәҡирлектән ҡурҡып һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында, үҙ
балаларын үлтергән. Аллаһ балаларға ҡарата енәйәт эшләүҙе тыя.
     Ул бойора:
     «Фәҡир ҡалыуҙан ҡурҡып, балаларығыҙҙы үлтермәгеҙ. Беҙ уларға ла, һеҙҙең үҙегеҙгә лә ризыҡ бирәсәкбеҙ. Уларҙы үлтереү, хаҡтыр, ҙур гонаһ» (Исра (Төнгө йөрөү, 31).
     Бынан тыш Аллаһу Тәғәлә «…тереләй ергә күмелгән ҡыҙ баланан: ни сәбәпле һине шулай ҡылдылар, тип һорар ваҡыт еткәс …» (Тәкүир (Төрөп ҡуйыу), 8-9), йәғни балаларға ҡарата ҡылынған енәйәттәр өсөн Әхирәттә яуап тоторға кәрәк буласағын да иҫкәртә.
     Ә хәҙерге заман тураһында ни әйтербеҙ?
     Яһилиәт заманында ҡыҙ балаларҙы тереләй ергә күмгәндәр. Бөгөн миллиондарса бала әсә ҡарынында уҡ үлтерелә. Улар яҡты донъяны ла күреп өлгөрмәй… Әсәһенең күҙ алдында ҡул-аяҡтары, башы өҙөп алына. Ә әсә фани донъяла тыныс йәшәү өсөн, уны ҡорбан итә. Кем белә, бөгөн ҡорбан булған шул бала иртәгә уның тормошонда таянысы булыр ине... Аборт енәйәттәре менән йәнәш һуғыштар барған урындарҙа бысраҡ ниәттәр хаҡына күпме бала ҡырыла...
     Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ йәнә яһилиәт осорона тәгәрәп төштөк.
     Былар хаҡында уйланып, үҙ хәлебеҙҙе бизмәнгә һалып ҡарарға тейешбеҙ: Аллаһтың күркәм ҡоломо беҙ, әллә юҡмы? Беҙҙең ниндәй хаталарыбыҙ әлеге мәлдә донъя кисергән фәжиғәгә үҙ өлөшөн
индергән? Йәмғиәттәге тыныслыҡ һәм именлек өсөн ғибәҙәттәребеҙ ниндәй булырға тейеш? Үҙ әхүәле рухиәбеҙгә хисаплама яһайыҡ та, бөтә Ислам донъяһы өсөн ғибәҙәттә булайыҡ. Бәрәкәтле таң
алдынан Ватаныбыҙ, халҡыбыҙ өсөн күп доға ҡылайыҡ. Аллаһ Ватаныбыҙ ҡояшын байытмаһын. Илдәр һәм бер ғәйепһеҙ әҙәмдәр зыян күргәнсе үк, шәфҡәт болоттары менән һуғыш ялҡындарын һүндерһен. Беҙ күргән фатихалы өс ай хаҡына был донъяға тыныслыҡ бирһен. Кешелеккә файҙа килтерерҙәй, миһырбанлыҡ һәм игелек таратырҙай ҡолдары итһен беҙҙе!
     Әмин!

                                                                                        "Мөхәббәт һәм Мәғрифәт", Нуриман Мусин