Албаҫты

                                                                           Албаҫты

     Албаҫты ул – бик ауыр кәүҙәле, бик көслө, өндәшмәй-һөйләшмәй торған яуыз көс. Көндөҙ яҡтыла ул күренмәй, ҡайҙалыр ташландыҡ өйҙәрҙә, йорт харабаларында, иҫке лапаҫ баҙҙарында, ҡараңғы соҡорҙарҙа йәшәй. Кеше йәшәмәй торған һаҙ буйҙарында, юл буйындағы ҡыуаҡ арттарында, буш ерҙәрҙә була. Албаҫты кис ҡояш байып ҡараңғы төшә башлағас та, аҙбар, тыҡрыҡ арттарынан, тиреҫ түгелгән йылға баштарынан шым ғына ҡуҙғалып сыға, урамдарҙа йөрөй башлай. Эңер төшөп күҙ бәйләнә башлағас, ул урман, туғай юлдарында, баҫыу буйҙарында, йә ҡыуаҡ янында, күпер төптәрендә көтмәгәндә күҙгә күренә. Уның бигерәк тә ҡурҡыныслығы шунда: ул тауыш-тынһыҙ ғына йөрөй. Ул күҙгә кеше булып, ҡыуаҡ булып, йөк булып, ҙур ат булып, күбә йәки тиреҫ өйөмө булып, йә ҡаршыңда ҡуйы урман булып күренә. Башта ул күрер күҙгә ҙур булмай, тик һин уның юҡ урында кинәт кенә бар булып күренеүенә шикләнеп, был нимә икән тип ҡараһаң, ул да туҡтаған, ҡуҙғалмайса әйбер кеүек тик тора: «Һин, әй шундағы бер күбә икән, юҡҡа ҡурҡҡанмын», —тип китмәксе булып ҡуҙғалаһың, ул да ҡуҙғала. Һине ҡурҡыу ала, яңынан ҡарағансы, ул кинәт үҫә, ҙурая, һин ҡаушап йүгерә башлаһаң, албаҫты инде кәбән хәтле булған, ул бер тауышһыҙ килеп етә лә өҫтөңә ауып һине баҫа башлай. Ул баҫһа, кешене иҙә. Албаҫты баҫҡан кеше үҙенең йөрәге төшкәнен һиҙә, тын ала алмай, быуыла башлай.

     Албаҫты ҡайһы бер төндө атһыҙ арба булып, бер ҙә көтмәгән ерҙән тәгәрәп килеп сыға ла урамда яңғыҙ йөрөгән кешене тапап китә. Уның аҫтында ҡалған кеше ҡурҡыуынан телһеҙ йә ҡалтырап — тотлоғоп йөрөгән имгәк булып ҡала.
Албаҫты бигерәк тә йоҡлаған кешене баҫырға, быуырға бик ярата. Йоҡлағанда өҫкә әллә ниндәй ауыр нәмә менгән кеүек була. Кеше үҙе шуны һиҙеп ята, уяу кеүек була, ҡысҡыра, тик үҙенә генә тауышы бер ҙә сыҡмаған кеүек тойола, башҡа кешегә лә ишетелмәй, йә бик зәғиф тауыш ҡына сыға. Ул кешегә ҡуҙғалырға, хатта ҡулын күтәрергә лә ауыр була, ҡулдары үҙен тыңламай, белгән доғаларын уҡымаҡсы була — теле әйләнмәй. Албаҫты ирек бирмәй, кешенең көсө-хәле ҡалмай, тыны бөтөп, ҡото осоп ята. Албаҫты баҫҡанды баҫтырылыу, (быҫтығыу һәм башҡаһы) тиҙәр.
     Бер мәлде Ҡазан мәҙрәсәһенең бер шәкерте: «Рамаҙан айында төндә, йәстү һәм тарауих намаҙын уҡып, ашап-эсеп йоҡларға ятҡас, төшөмдә күрәм, мәсеткә намаҙға барам, имеш. Мин мәсеткә ингәндә, мулла менән халыҡ намаҙ уҡып яталар ине. Кинәт кенә күрәм, бик таҙа кәүҙәле хәйерсе бер ҡарт бик тупаҫ ҡына минең яныма килде лә мине баҫтыра башланы. Шундай ныҡ итеп баҫа, мин тын да ала алмайым. Миңә һулыш етмәй, һушымдан яҙҙым. Ярҙам һорап ҡысҡырмаҡсы булам, боғаҙымдан тауышым сыҡмай. Бер аҙҙан һуң албаҫты китте, мин ҡурҡыуымдан ҡысҡырып уяндым. Шундай үҙемде интеккән, йонсоған итеп тойҙом ни, икенсе көндө лә ауырыу булдым» , — тип һөйләй.
     Албаҫты күберәк осраҡта йоҡлаған кешене салҡан ятҡан сағында баҫырға ярата. Яңы һалған өйҙә ҡырҡ көн яңғыҙ ятырға һис тә ярамай, албаҫты баҫа, тиҙәр. Бигерәк тә өрлөк тураһына арҡыры ятһаң — бөттө: үҙе баҫыу ғына түгел, өҫтән күкрәгеңә өрлөктө лә төшөрөп арҡыры һала икән. Шуның өсөн, ундай өйҙә яңғыҙ ятырға тура килһә, мосолман кеше баш аҫтында «Һәфтиәк-шәриф»те йәки берәр доғалыҡ китабын һалып ята, өрлөк төшә башлаһа, доғалығын баш аҫтынан алып, күкрәгенә ҡуйырға тырыша. Ҡуя алмайынса ҡалһа, шунда баҫылып үлә.
     Мосолман ниндәй өйҙә йоҡлаһа ла, албаҫтынан үҙен баҫтырмаҫҡа хәйләһен белә: ятҡанда шуның өсөн ул салҡан да, йөҙ түбән дә ятмай, «Бисмилла»һын әйтеп, иҙеүен сисеп ҡырын ята.
     Инде шунда албаҫты килеп баҫа башлаһа, мосолман кеше сыңғарсай (сәтәкәй) бармағын ҡыбырҙата. Албаҫты әзмәүерҙәй ҙур, ғәйәт көслө нәмә булһа ла, шул сәтәкәй ҡыбырлауына ҡаршы бер ни ҙә эшләй алмай, ул яуыздан ҡотолоу өсөн ошо хәйлә етә икән. Хәйер, албаҫты үҙе лә һәрваҡытта ла кешене бөтөнләй ҡаты итеп баҫмай, ҡайсағында кеше еңелсә ҡурҡыу менән генә ҡотола, йәғни артыҡ зарар килтермәй икән.
     Албаҫты кешене баҫып, быуып иҙһә, ул кешегә шауҡым һуға, сир тейә. Албаҫты тейгән кеше ҡалтырай, уның бар һөйәге һыҙлай, йоҡлағанда аяғын-ҡулын ҡуҙғата алмай, төндәрен һаташа. Был сирҙе ырым итергә элек имсе ҡарсыҡҡа барғандар. Ул уларҙың исемдәрен белә, имләгәндә: «Ел албаҫтыһы, мал албаҫтыһы, һыу албаҫтыһы, ут албаҫтыһы, зәхмәт албаҫтыһы», — тип атап-атап ырымлай икән.
     Албаҫты күмәк йәшәргә яратмай, яңғыҙы була, бер үҙе йөрөй. Кеше менән һөйләшмәй, аралашмай, күренгәндә өндәшмәй, шым ғына кешене баҫа ла шулай уҡ тауыш-тынһыҙ юҡҡа сыға. Баҫтырылған кеше ҡапыл уянып уны тоттом тигәндә генә ҡулынан шыуып сығып та юҡ була. Шулай тиҙ генә юҡ булһа ла, бик йылғыр кешеләр барыбер үҙен күреп ҡалғандар: оҙон йөнлө, оҙон ҡойроҡло, тиҙәр. Сәсе-башы бик йәмһеҙ, туҙған, шешмә ҡабаҡлы, алпы-һалпы бер нәмә, тиҙәр. Имсәктәре әллә ике, әллә дүрт тиме шунда, һалынып төшкәндәр, тиҙәр. Күрәһең, ҡатындар затынандыр, иргә оҡшаған нәмә түгел, тиҙәр.
     Албаҫты эт өргән, әтәс ҡысҡырған тауыштары бер ҙә яратмай, әтәс ҡысҡырҙымы, ул да убыр, әүермән кеүек шундуҡ күҙҙән юҡ була икән.
    Шундай хикәйәт һөйләнә: кемдер ҡыш көнө төндә Ҡазандан үҙ ауылына ат менән ҡайтып килә икән. Ауылға күп булһа ике-өс саҡрым ҡайтаһы ҡалғандыр, ҡараһа, юлдың ике яғында ике бесән кәбәне килә, яндарында ялт-йолт итеп ниндәйҙер ут күренә, ти. Нығыраҡ итеп ҡарағас, был кеше, моғайын, албаҫтылыр тигән шиккә төшкән. Атын ҡыуа ла ҡыуа, ни тиклем сапһа ла, янындағы бесән кәбәндәре һәм емелдәгән уттарҙы уҙа алмай икән. Үҙен албаҫты эҙәрлекләүенә ышанғас, был кеше санаға баҫып, аяҡ үрә тороп атын яра-яра саба башлаған, барыбер уҙа алмаған. Шулай ике-өс саҡрым сапһа, ул был тирәлә һис ҡасан да булмаған ҡара урманға килеп еткән. Бына ул урман эсенән музыка тауыштары, ҡыңғырау сыңдары, алыҫта һөйләшкән айырым кеше тауыштары, һыйырҙар мөңрәүе, аттар кешнәүе ишетелә, ти. Был кеше белгән доғаларын уҡып бара ла бара, ҡараһа, янында ике яҡтағы бесән кәбәне һәм емелдәгән уттар ҙа шул урында, имеш. Инде ни булһа ла булһын тип, был кеше санаһына бөгәрләнеп ятҡан да атты үҙ көйөнә ебәргән. Бына хәҙер албаҫты өҫтөнә ташлана, бына баҫа тигәндә генә, кинәт әтәс ҡысҡырған тауыш ишетелгән. Был тороп ҡараһа, ике яҡтағы бесән кәбәндәре лә юҡ, емелдәгән ут та юҡ, ти. Ат та еңеләйеп киткән. Баяғы ҡыйнап та саба алмаған атты хәҙер тартып та тыяр хәл юҡ, саба ғына икән. Аҙағына был шулай таныш булмаған бер ауылға килеп ингән, ҡарай-ҡарай, ҡайһы ергә барып сыҡҡанын да белә алмай икән. Уйлана торғас, был ауылды көндөҙ бер үтеп киткәнен аңғарған. Үҙенең дә иҫе киткән, һуңғы көсөн йыйып, был хәҙер үҙ ауылынана юл тотҡан. Шул арала таң да ата башлаған. Юлда барғанда хәҙер был тирә-яғына ҡарана-ҡарана, шулай көс-хәл менән үҙ ауылынана ҡайтып еткән. Албаҫтының ошо эҙәрлекләүенән был ағай сирләгән, саҡ ҡына үлмәй ҡалған. Шул төндө әтәстәр ҡысҡырмаған булһа, һәләк булаһы хаҡ икән.
                                                                                           «Исламда мөһим мәсьәләләр» китабынан Жәғфәр хәҙрәт Мөбәрәк

Был донъяла...:https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/byl-donyala.html

«шүрәле» хаҡында ошо биттә: https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/sh%D2%AFr%D3%99le.html