Өшкөрөүсе хәҙрәт

                                            Өшкөрөүсе Фәрит хәҙрәт (дауамы)
     «Фәрит хәҙрәт Кадиров: өшкөргәндә кемдер илай, кемдер көлә...»
     Ҡаҙандың «Хәҙисә» мәсетенең имам-хатибы Фәрит хәҙрәт Кадиров 20 йыл өшкөрөү менән шөғөлләнә икән.
     - Фәрит хәҙрәт, өшкөрөүҙең ниндәй төрҙәре була?
     - Өшкөрөү ул төрлө осраҡтарҙа ҡулланыла. Күҙ тейеүҙән, сихырҙан, хәлем юҡ тип зарланып киләләр. Күҙ тейгән осраҡта кеше ҡулына урын тапмай, насар төштәр күрә. Сихыр булғанда төшөндә йығылып төшкәнен, эттәр ҡыуғанын күрә. Йоҡонан арып, тирләп уяна. Өшкөргәс, Аллаһтың рәхмәте менән еңеллек табалар.

     - Өшкөргәндә ниндәй доғалар уҡыйбыҙ?
     Сихырға ҡаршы аяттар бар. «Әлиф Ләм Мим», «Аятүл Көрси», Әғрәф", «Саффәт», «Та-һа», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» һәм башҡалар. Баш ауыртҡанда ла айырым дарыу, йөрәк ауыртһа ла айырым дарыу бар. Шуға күрә күҙ тейеүгә бер, сихырға икенсе доғалар. 
     - Өшкөргән ваҡытта кешеләр үҙҙәрен нисек тоталар?
     - Өшкөргән ваҡытта ҡайһы берәүҙәр илай башлай, ҡайһы берәүҙәр ҡалтырана, көлә, кемдер сығып китә, икенселәре бик ҡурҡып тирә-яҡҡа ҡарана башлайҙар. Ҡайһы берәүҙәре бик ныҡ аҡыра башлайҙар. Бына шул ваҡытта ҡурҡып ҡалмаҫҡа кәрәк. Сөнки өшкөрөүсе ул Аллаһтың дошманы менән көрәшә. Йәки һин уны еңәһең, йәки ул һине. Аллаһ һаҡлаһын, әгәр ҙә һин уны еңә алмаһаң, ул һиңә бер хәл ҡылырға мөмкин. Шуға күрә өшкөрөүсе кеше бөтә күңелен Аллаһҡа тапшырырға тейеш. Бөтә яҡтан Аллаһ юлында булырға тейеш.
      Хәҙерге ваҡытта аҡса өсөн өшкөрөүсе кешеләр бар. Еңелсә генә өшкөрәләр ҙә, кешенең ҡалтырана башлағанын күргәс, ҡурҡып: «Етте етте, барығыҙ шул кеше янына», — тип сығарып ебәрәләр. Ҡәрҙәштәрем, шундай кешеләрҙе күрһәгеҙ, уларға бармағыҙ.
     - Өшкөргән ваҡытта, кемдер иларға мөмкин, икенсеһе көлөргә мөмкин, тинегеҙ. Бына был осраҡтар берәр нәмәне аңлатамы?
     - Ауырыу кешегә Ҡөръән аяттары уҡығас, улар еңеллек табалар. Ә эсендәге ен: «Етте уҡыма, мине үлтермә, яндырма мине», тип, хатта кеше менән һуғыша башлай.
     - Ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы өшкөрөүҙә айырма бармы?
     - Ҡатын-ҡыҙҙы ла өшкөрәбеҙ, ир-атты ла өшкөрәбеҙ. Шифаны беҙ биреүсе түгел, Аллаһ биреүсе. Ир-атты өшкөргәндә лә, ҡатын-ҡыҙҙы өшкөргәндә лә бер үк доғалар уҡыйбыҙ.
     - Өшкөртөргә килеүселәргә ниндәй талаптар?
     - Күп кешеләр яланбаш, ҡыҫҡа итәк кейеп килә. Өшкөргән ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙың ғәүрәте күренһә, ул ерҙә фәрештә булмай. Әгәр ҙә кеше Ҡөръән аяты менән үҙенә шифа табырға теләһә, өшкөрткәндә ғөсөллө һәм тәһәрәтле, ғәүрәте ҡапланған булырға тейеш.
     - Ҡатын-ҡыҙ өшкөрөүсе вазифаһын башҡара аламы?
     - Ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына өшкөрә ала. Ир-аттарҙы өшкөрөргә уның хаҡы юҡ. Мин ҡатын-ҡыҙҙарға өшкөрөргә кәңәш итмәҫ инем, сөнки өшкөрөү — Аллаһының дошманы менән көрәшеү.
     - Һеҙгә, ғәҙәттә, нимәнән зарланып мөрәжәғәт итәләр?
     - Бик күп нәмәләргә зарланып киләләр, һанап бөтөргөһөҙ. Рәхмәт әйтеүселәр бик күп.
     Ендәрҙе лә күргәнем булды. Өшкөргән ваҡытта улар менән һөйләшәбеҙ. Беҙ уларҙан: “Ни өсөн керҙең? Тәндең ҡайһы ерендә? Нисәүһегеҙ был кешенең эсендә?"- тип һорайбыҙ. Ләкин ендәргә ышанырга ярамай, улар бик алдайҙар.
     "Үҙ-үҙемде үлтерәһе килә, миңә ендәр аҫылынырға ҡушалар, хатта мине тәҙрәнән ырғытмаҡсы булалар", — тип килеүселәр бар. Өшкөргәс, Аллаһының рәхмәте менән, еңеллек табалар.
     - Өшкөртөргә башҡа дин кешеһе килһә, өшкөрәһегеҙме?
     - Әгәр ҙә Аллаһыны инҡар итмәһә өшкөрәбеҙ. Сегәндәрҙең дә килгәне бар.
     - Ниндәй ендәр бар?
     - Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә: «Беҙ бәндәләрҙе һәм ендәрҙе яраттыҡ бары тик ғибәҙәт ҡылыу өсөн», — тине. Ендәрҙең дә ғибәҙәт ҡылыусылары бар, бәндәләрҙең дә. Ендәрҙең дә кеше үлтереп йөрөүселәре бар, кешеләрҙең дә. Ендәр кеше ҡиәфәтенә, бесәй йә эт ҡиәфәтенә лә әүерелә алалар.
     - Ендәр кешенең эсенә нисек инәләр?
     - Ендәр тән ҡалтыранып-туңып киткәндә, аңды юғалтҡанда, баш әйләнеп киткәндә, операция ваҡытында, бисмиллаһыҙ ашағанда һәм гонаһ эшләгәндә кешегә инә.
     - Ендәрҙе кеше эсенән сығара алмаған осраҡтар бармы?
     - Ендәрҙең ҡайһы берәүҙәрен сығарыу бик ауыр. Нәҫелдән килә торған осраҡтар бар, урыҫтар уны «родовое проклятие» тип әйтәләр. Беренсе нәҫелдә 15 процент булһа, балаһында 25 була. Шулай нәҫел алышынған һайын үҫеп, ҡайһы берҙәре психҡа ла әйләнергә мөмкин. Ҡайһыларын сығарып булмай.
     - Ен инмәһен өсөн нисек һаҡланырға?
     - Беҙ бит урамға сыҡҡанда ишектәребеҙҙе бикләйбеҙ. Ни өсөн? Бур инеп, өйҙө талап сыҡмаһын өсөн. Әҙәм балаһы сығып киткәндә һәр ваҡытта та ғөсөллө һәм тәһәрәтле булырға, ғәүрәттәрен күрһәтмәйенсә: “Әғүҙү бикәлимәти лләһи тәммәти мин шәрри мә халәҡ", — тип, ошо доғаны уҡып сығырға кәрәк.    Пәйғәмбәребеҙ әйтә: «Кем дә кем Аллаһыға тапшырып сығып китһә, Аллаһ Тәғәлә уның янына 70 мең фәрештә ебәрер», — тигән.
     - Өшкөрөр өсөн махсус ғилем кәрәкме? Бөтә хәҙрәттәр ҙә өшкөрә аламы?
     - Өшкөрөү — уйын эше түгел. Һәр бер кеше өшкөрә ала, әммә өшкөргәндән һуң кеше үҙе ауырырға мөмкин. Хатта бәләкәй генә баланы өшкөргән ваҡытта ла ул һинең бөтә көсөңде һурып ала. Ҡөръән аяттары уҡыуы ҡыйынлаша, һаҡаулана башлайһың. Ҡайһы бер кешегә Аллаһы Тәғәлә тарафынан һәләт бирелгән. Мәҫәлән, мин кешенең күҙенән ауырыуын, сихырҙы күрә алам. Сихырмы кешелә, йә иһә нәҫелдән килгән ауыртыумы, бына шуларҙы белеп була.
     Өшкөрөү: Фәрит хәҙрәттән бер миҫал
     Һорауҙарға яуап биргәс Фәрит хәҙрәт беҙгә өшкөрөп күрһәтте. Видеоға төшөргәнгә риза булыусылар табылмау сәбәпле, мине өшкөргәнде төшөрҙөк.
     Фәрит хәҙрәт менән йөҙгә-йөҙ ҡарашып ултырғыстарға ултырҙыҡ. «Күҙҙәреңде йом һәм үҙең белгән доғаларҙы уҡып ултыр», — тине Фәрит хәҙрәт. Шунан һуң “Аятүл Көрсиҙе" уҡыны һәм:; “Ләә илләәһә илләллааһ, Мөхәммәдүр рәсүлүллааһ. Йә Рәхман Әр-Рахим", Алмазда (корреспонденттең исеме) ауырыуҙар, боҙомдар булһа, ошо ауырыуҙарға шифаланырға үҙең ярҙам йә Раббым. Әмин", — тип Аллаһынан ярҙам һораны һәм күҙҙәрен йомоп, бышылдап доға уҡып алды.
     Шуның менән бергә урынынан тороп, «Әғүҙе бисмиллә» уҡып, ҡулдарын һыпырҙы. Ҡулдарын башыма һәм күкрәгемә ҡуйып, «Әлхәм» һәм башҡа сүрәләр һәм аяттар уҡыны, һәр сүрә йә иһә аяттан һуң төкөрөндө. Өшкөреүҙе тамамлағанда ул минең башымдан һәм кәүҙәмдән һыпырҙы. Ендәр ҡыуғандыр инде шулай итеп.
     Яңынан ҡаршыма килеп ултырҙы һәм: “Берәр нәмә һиҙмәнеңме?"- тип һораны. Мин уға тәнемдә еңеллек һиҙгәнем әйттем.
                                           Алмаз Биҡҡол //Интернет.ру//, Рамаҙан, Мосолман календаре, 2018 йыл

     Өшкөрөүсе Фәрит хәҙрәт: https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D3%A9shk%D3%A9r%D3%A9%D2%AFse-f%D3%99rit-x%D3%99%D2%99r%D3%99t.html