Ҡайғырма...

   Ҡайғырма... Ҡайғырма...

     Һәр төшөнкөлөккә бирелеүсегә...
     Һәр ҡайғы кисереүсегә...
     Һәр фәҡирғә...
     Һәр ауырыуға...
     Һәр һыналыусыға...
     Ҡәҙерле туғаным! Ысын йөрәктән һиңә матур һүҙҙәремде әйтәйем. Бәлки Аллаһ һинең ҡайғыңды еңеләйтер, борсоулы хистәреңде таратыр. Ҡыйынлыҡтарҙан һуң еңеллек, йән ғазаптарынан һуң йыуаныс, ҡурҡыуҙан һуң именлек бирер. Ул — Ишетеүсе һәм доғаларға Яуап биреүсе.

     Ҡайғырма: тәҡдир үҙгәрмәй, яҙылған булмай ҡалмай, ҡәләмдәрҙең ҡараһы кипкән, биттәре ябылған, һинең ҡайғырыуың бер нәмәне ашыҡтырмай һәм кисектермәй.
     Ҡайғырма: ҡайғырыу юғалтҡанды ҡайтармай, йәне сыҡҡанды терелтмәй, һиңә ҙур файҙа килтермәй.
     Ҡайғырма: гонаһ ҡылһаң, тәүбә ит, ҡаршы килһәң, ғәфү үтен, хаталанһаң — төҙәл. Рәхмәте киң, ишек асыҡ, тәүбә ҡабул булыр.
     Ҡайғырма: күберәк ғәфү һора, Раббың ғәфү итеүсе: «Мин уларға: «Раббығыҙҙан ғәфү итеүен һорағыҙ. Ул бит Ғәфү итеүсе», — тинем. Ул һеҙгә күктән мул ямғырҙар ебәрер, һеҙгә мал һәм балалар биреп ҡеүәтләр. Һеҙгә баҡсалар һәм йылғалар ниғмәт ҡылыр». (Аят.)
     Ҡайғырма: бер изгелек ун изгелеккә тора, хатта ете йөҙ мәртәбәгә арта, ә кәмселек бер кәмселек булып ҡала.
     Ҡайғырма: ауырыу бөтә, ауырлыҡ китә, гонаһ ғәфү ителә, әжәт түләнә, тотҡон азат ителә, юғалып йөрөүсе ҡайта, ҡаршы сығыусы тәүбә итә, фәҡир байлығын таба.
     Ҡайғырма: һине урап насип булмай үткән нәмәләргә һиндә булғандары ла етә. Аллаһының ниғмәттәре тураһында фекерлә, улар өсөн шөкөр ит.
     «Аллаһының ниғмәттәрен һанарға уйлаһағыҙ, һанап бөтөрә алмаҫһығыҙ». Аят.
     Ҡайғырма:
     Һиндә Ҡөръән, зекер, доға, намаҙ,
                                        саҙаҡа һәм башҡа изге эштәр.
     Ғүмеремдең иң ауыр, ҡыйын,
                                       уңайһыҙ бер минутында,
     Әгәр янһам ҡаты хәсрәт үә ҡайғының мин утында.
     Уҡыйым тиҙ-тиҙ күңелдән ғәжәиб сүрә Ҡөръәндән,
     Ғазаптар бер мәғәнәүи бер ҡул менән алыналыр йәндән.
     Оса күңелдән бөтә шик-шөбһәләр,
                                       һәм мин илай башлайым:
     Яңаҡтарҙы мөҡәддәс күҙ йәшемдә ынйылай башлайым.
                                                                     Ғабдулла Туҡай.
     Ҡайғырма: әгәр фәҡир булһаң, кемдер тамам әжәттә ултыра. Бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөү өсөн мөлкәтең етмәһә, кемдер ике аяғының береһенән мәхрүм. Һыҙланыуҙан зарланһаң, ҡайһы берәүҙәрҙең ғүмерҙәре аҡ ятаҡ өҫтөндә үтә. Ҡәҙерле балаңды юғалтһаң, кемдәрҙер бер көндә бар балаларын юғалта.
     Ҡайғырма: кешеләргә изгелек ҡылыуҙан туҡтама, сөнки кешеләргә изгелек ҡылыу бәхеткә бер юлдыр.
     Ҡайғырма: ҡайғы дошманды һөйөндөрә, дуҫтың күңелен төшөрә, һинән көнләшеүселәргә шатлыҡ өҫтәй һәм хаҡ булған нәмәләрҙе һиңә үҙгәртеп күрһәтә.
     Ҡайғырма: сөнки төшөнкөлөк-ҡайғыға йөрәк эйәрә, йөҙ сөйөрөлә, өмөт юҡҡа сыға.
     Ҡайғырма: ҡайғыла ла, шатлыҡта ла, байлыҡта ла, фәҡирлектә лә, ауырлыҡта ла, рәхәттә лә һин хәйерлерәкһең.
     «Мөьминдең хәле ғәжәйеп. Уның һәр халәте хәйерле. Был хәл мөьминдән башҡа һис бер кемдә юҡ. Уға шатлыҡ килһә, шөкөр итә, был уға хәйерле була. Ҡайғы килһә, сабыр итә, был уға ла хәйерле була». (Хәҙис.)
     Ҡайғырма: ауырлыҡтарҙы еңеләйтә торған нәмәләр бар:
     * Аллаһының әжеренә өмөтлән: «Сабыр итеүселәр хисапһыҙ әжерҙәргә ирешерҙәр». (Аят.)
     * Ул ауырлыҡтар һинең динеңдә, иманыңды түгел, донъя эштәрендә булғанға һөйөн.
     * Һиңә нимә насар, нимә яҡшы — Аллаһ уны белә.
     «Бәлки, һеҙ нимәнелер һөймәйһегеҙер, ә ул һеҙгә хәйерле». (Аят.) ,
     Ҡайғырма: ҡара болоттар таралып, араһынан нурлы ҡояш сыҡҡанын күргәнең бармы? Ҡараңғы төн нисек асыла? Ҡапыл дауыл нисек тына? Караптарҙы ҡаяларға бәреүсе тулҡындар нисек тигеҙләнә? Тимәк, һинең ауырлыҡтарың еңеллеккә, борсоуло миҙгелдәрең тыныслыҡҡа, киләсәгең бәхеткә бара. Иншаллаһ.
     Ҡайғырма: әгәр һинән көстәрең китһә, һинең өсөн юлдар тарайһа, аҡ өмөт нурҙарын ҡара болот ҡаплаһа, тотонор арҡандарын өҙөлөп китһә, әйт: «Йә, Аллаһ!»- тип.
     * Әгәр һиңә киң булған ер тар булып китһә, күтәргән йөктәрен менән йәнең ҡыҫылһа, саҡыр, әйт: «Йә, Аллаһ», — тип.
     * Әгәр күкрәгең ҡыҫылһа, хәлең ауырайғандан — ауырая барһа, өндәш, әйт: «Йә, Аллаһ», — тип.
     * Әгәр ҡаршыңда ишектәр ябылһа, менгән үрҙәрең яулай алмаҫлыҡ текәләнһә, өндәш, әйт: «Йә, Аллаһ», — тип.
     Һис тә күңелем асылмаҫлыҡ эсем бошһа,
     Үҙ-үҙемде күрәлмәйсә, рухым төшһә...
     Хәсрәт артынан хәсрәт килеп алмаш-алмаш,
     Күңелһеҙ уй менән тамам әйләнһә баш...
     Шул ваҡытта мин ҡулыма Китап алам,
     Уның изге сәхифәләрен аҡтарам;
     Рәхәтләнеп шунда китә йәнем, тәнем,
     Шунда ғына дәрттәремә дарман табам...
                                          Ғабдулла Туҡай.
                                          Йосыф ДӘҮЛӘТШИН, Сарман районы имам-мөхтәсибе.