Ҡабил менән Һабил

                                                         Ҡабил менән Һабил

     (Беренсе үлтерелгән кеше)
     Әҙәм менән Һауа йәннәттә ҡотло бер ғүмер йәшәйҙәр, арыу һәм ҡурҡыу тигән нәмәне белмәйҙәр ине. Ләкин Алланың әмеренә ҡаршы килгәндәре өсөн Тәңре уларҙы ер йөҙөнә төшөрҙө. Ер йөҙө бейек ағастар һәм үләндәр менән ҡапланған, текә ҡаялар һәм ҡурҡыныс тауҙар менән тулы. Бөтә ерҙә йыртҡыс хайуандарҙың, арыҫландарҙың, филдәрҙең һәм башҡа бик күп йыртҡыс ҡоштарҙың йәшәгәндәрен күрҙеләр. Был вәхши хайуандар үҙҙәрен тотоп ашамаһындар өсөн бейек бер мәмерйәгә һыйындылар. Асыҡҡан ваҡытта йәннәттәге һымаҡ аҙыҡты яҡын-тирәлә таба алманылар, ризыҡты урман, ағастар араһында йөрөп эҙләргә тура килә ине.
     Хәҙер инде ашарға табыр өсөн арығансы эшләргә һәм тир түгергә кәрәк. Һауа ла уға ярҙам итешә һәм ауыр эштәрен уртаҡлаша башланы, Һауа ауырға ҡалып бер ул тыуҙырҙы. Уға Ҡабил тигән исем бирҙеләр. Хәҙрәт Әҙәм балаһы тыуыуына бик ныҡ шатланды. Ләкин һауа хәҙер уға эштә ярҙам итә алмай ине. Уның хәҙер башҡа хәстәре бар — бала ҡарай.
     Әҙәм бер үҙе сығып көнө буйы ашарға йүнләй, кис булыу менән мәмерйәгә кире ҡайта, улы менән уйнай, үҙе шат һәм мотло.

     Бер йылдан Һауа йәнә ауырға ҡалып бер ул тапты. Быныһына Һабил исемен бирҙеләр. Хәҙрәт Әҙәм ғаиләһе өсөн аҙыҡ-түлек табып килтереүен дауам итте. Йылдар һаман үтә тора, Һауа балалар таба. Йыл һайын ишәйә барған ғаиләне туйындырыр өсөн Хәҙрәт Әҙәм бер үҙе эшләй.
     Ҡабил менән Һабил ҙурайҙылар. Икеһе лә йәш егет булдылар. Хәҙер инде уйын уйнауҙарын ташлап, ҙур ғаиләгә ризыҡ әҙерләүҙә һәм йыртҡыс хайуандарҙан һаҡланыуҙа аталары Хәҙрәт Әҙәмгә ярҙам итә башланылар.
     Ҡабил Һабилдан ҙурыраҡ, әммә Һабил ағаһынан көслөрәк, йомшаҡ күңелле һәм яҡшы кеше ине. Хайуандарҙы бик яратты һәм уларҙы һыйлауҙан ләззәт тапты. Артабан Хәҙрәт Әҙәм был ике улдары араһында эш бүлеп бирергә теләне. Ҡабилға баҫыу эштәрен ҡушты, сөнки ул ҡаты бәғерле һәм ҡомһоҙ ине. Ерҙең иһә шәфҡәткә, йомшаҡ күңелгә әллә ни ихтыяжы юҡ тип, был эште уға тапшырҙы. Мал йәнле Һабилға иһә һарыҡ һәм һыйырҙарын көтөргә ҡушты. Был эш уның үҙенә лә оҡшай ине.
     Таң атып ҡояш тыуғас, Ҡабил емеш-еләк йыйырға, Һабил ваҡ малдарын көтөргә китә, Хәҙрәт Әҙәм ҡоштарҙы тотоп ашата, мәмерйәгә һыу ташый, Һауа иһә һыу менән балаларын йыуындыра. Ирҙәр кис еткәс мәмерйәгә ҡайта, Ҡабил емеш-еләк, Һабил һөт килтерә. Хәҙрәт Әҙәм дә аулаған ҡоштарын алып мәмерйәгә ҡайта. Ашамлыҡтар уртаға ҡуйыла һәм бөтә ғаилә ризыҡҡа йәбешә. 
     Аллаһ Әҙәмдең һөм балаларының ризыҡтарын арттырған ине, был ниғмәттәрҙе арттырған өсөн Хәҙрәт Әҙәм Бөйөк Аллаға Һабил менән Ҡабилға нисек шөкөрана ҡылыуҙы өйрәтергә теләне. Улдарына тауҙың түбәһенө менергә һәм тапҡан ризыҡтарының бер өлөшөн хайуандар ашаһын өсөн шунда ҡалдырып китергә ҡушты. Ҡалдырып китәсәк ризыҡ Аллаһ өсөн ҡорбан һөм саҙаҡаһы буласаҡ.
     Йомшаҡ күңелле Һабил был һүҙгә бик ҡыуанды. Ә Ҡабилдың күңеле был эшкә хуш килмәне. «Ҡыйынлыҡ менән ҡаҙанған байлығымды ниңә бер тауҙың башына ташлап китергә тейешмен», — тип уйланы, шулай ҙа атаһына ҡаршы төшә алманы.
     Һабил шунда уҡ һарыҡтарының янына китте. Малдарын ҡарап сыҡты, иң һәйбәтен, иң һимеҙен һайлап алды ла ҡорбан итеп салды. Үҙҙәренә ошо хәтле ашамлыҡ, эсемлекте биргән Аллаға шөкөрана ҡылып йөрәге шатлыҡ менән тулды.
     Ҡабил иһә бик көйһөҙ йөрөнө, емеш-еләктәренең иң насарҙарын, серегәндәрен айырып килтерҙе. Уның күңеле лә бүләге һымаҡ боҙоҡ һәм насар ине.
     Икенсе көнө бүләктәренең ҡабул булыу-булмауын күрер өсөн аталары Әҙәм менән былар тау башына китте, һабил бүләген таба алмағас, Аллаһы тәғәләнең уны ҡабул иткәнен аңланы. Ҡабил иһә ҡуйып киткән серек емеш- еләктәренең шул килеш ятҡанын күрҙе. Бүләге ҡабул ҡылынмаған булып сыҡты.
Һабил шатланып Аллаға шөкөрана ҡыла, ә Ҡабил иһә асыулана, ҡустыһынан көнләшә ине. Аптырағас атаһына ошолай тине:
     — Һин Һабилға доға әйткәйнең, шуға Аллаһ уның бүләген ҡабул итте. Миңә доға әйтмәнең. Мине яратмайһың.
     Хәҙрәт Әҙәм:
     — Улым, — тине, — Аллаһ Һабилдың бүләген ҡабул итте, сөнки ул ысын күңелдән байлығының иң яҡшыһын тәҡдим итте. Ә һин иһә, байлығыңдың иң насарын һонғаның өсөн Аллаһ бүләгеңде ҡабул итмәгән.
     Һабил килде. Ҡабил иһә асыулы ҡараш менән уға ҡараны, йөрәге тулы нәфрәт менән уның артынан атланы. Күңеле бик төшкәйне, сөнки Аллаһ ҡустыһын ағаһынан өҫтөн ҡуйҙы.  Шулай ҙа Ҡабил үҙен ғәйепле һанамай, бөтә яуызлыҡты Һабилға япһара ине.
     Шул саҡ Шайтан килеп Ҡабилдың ҡолағына шыбырланы:
     — Ниңә тик тораһың? Ҡустыңды үлтер, Һабилды үлтер!
     Ҡабил башын күтәреп ҡараны, Һабил һуҡмаҡ буйлап китеп бара, был уның артынан төштө. Шайтан да уның эргәһендә, ҡотортоп бара: «Үлтер, үлтер!» 
     — Һине үлтермәһәм, рәхәт күрә алмам, һине үлтерәсәкмен! — тип ҡысҡырҙы.
     Һабил ағаһына былай яуап бирҙе:
     — Әгәр мине үлтерһәң, бөтөнләй рәхәтлек күрә алмаясаҡһың, һин мине үлтереү өсөн ҡулыңды һуҙһаң да, мин һинән көслөрәк булыуыма ҡарамаҫтан, һине үлтерәм тип ҡулымды һуҙмаясаҡмын. Бөтә ғаләмдең раббыһы булған Алланан ҡурҡам.
     Һабил яйлап атлап китте. Ҡабил башын эйгән килеш тора, күңелендә һаман ҡустыһына ҡарата нәфрәт тойғолары уйнай. Үҙе һаман да:
     — Уны үлтерәсәкмен!— тип ҡабатлай.
     Ҡабил моңһоу кәйеф менән мәмерйәгә ҡайтты, йоҡларға ятты, ләкин йоҡлай алманы, булғандарҙы уйланы. Ә Шайтан һаман ҡолағына шыбырлай: '
     — Һабилдан ҡотолоу өсөн уны үлтер! Һабилды үлтер, Һабилды үлтер!
     Таң атыу менән Ҡабил мәмерйәнән сыҡты, ҡустыһын үлтерергә тигән ныҡлы ҡарарға килде.
     Ә Һабил һарыҡтары янына киткән, ҡыуаныс менән мал көтөп йөрөй.
     Ҡабил баҫыуға орлоҡ сәсергә тип килде. Ҡустыһын тыныс һәм ҡыуаныслы кәйефтә күреп асыуы артты. Ә шайтан һаман:
     — Уны үлтер ҙә ҡотол, — тип бышылдай.
     Ҡабил тирә-яғына ҡаранды һәм ҙур бер таш күрҙе. Шуны алды ла ҡустыһына ҡарай атланы, ташты күтәреп уның башына һуҡты. Һабил ергә йығылды ла үлде. Ошолай итеп ер йөҙөндә беренсе енәйәт эшләнде һәм беренсе ҡан тупраҡҡа аҡты.
     Ҡабил аңына килде. Ҡустыһының ҡан эсендә ятҡанын күреп үкенергә тотондо. Бик насар эш ҡылғанын аңланы. Ҡустыһы һәйбәт ине, гел яҡшылыҡ эшләй ине. Ә Ҡабил иһә насар холоҡло һәм боҙоҡлоҡ эшләне, үҙе быны аңларға теләмәне, ҡустыһынан көнләште, уны үлтерҙе. Бик яман эш ҡылды. Хәҙер нимә эшләр инде?! Ҡустыһын үлтереп үҙенә ниндәй файҙа булды? Ҡабил ҡурҡа, үкенә, ҡайғыра башланы. Тыныслығы ҡасты, ышанысы юғалды, хәсрәткә төштө. Ыжғырған ел, шундағы ағастар, вәхши хайуандар яғындағы һәр нәмә бер ауыҙҙан:         — Һин кеше үлтереүсе! Һин кеше үлтереүсе! — тип ҡысҡырғандай ине.
     Әллә ниндәй тауыштар яңғырай, Ҡабилдың ҡолаҡтарын сеңләтә: — Үлтереүсе... Үлтереүсе...
     Ҡабил ҡурҡыуынан ҡалтырай, аяҡтарында көс-ҡеүәт ҡалмаған, ҡустыһының янына йығылды ла, уны һелкетергә тотондо: — Һабил, Һабил! Тор!
     Һабил тауышһыҙ-йәнһеҙ ята, күптән үлгән. Хәҙер нимә эшләргә инде? Ҡайҙа ҡуясаҡ был мәйетте? Ҡустыһының кәүҙәһен йыртҡыс ҡоштарға, хайуандарға ҡалдырасаҡмы? Юҡ, былай булмаҫ!
     Ҡустыһының үле кәүҙәһен алып китеү аҡылына килде. Мәйетте йөкмәне лә китте, арығансы атланы. Бик арығас мәйетте ергә ҡуйҙы. Баш осона ултырып, ҡайғылы төҫ менән уға ҡарап ултырҙы. «Ниңә уны үлтерҙем икән?» — тип илай башланы.
     Әҙерәк ял итеп алғас ҡустыһын йәнә йөкмәп алды. Шулай йөрөй ҙә йөрөй, мәйетте нимә эшләтергә лә белмәй. Бына тағын арып ял итергә ултырҙы. Шул саҡ бер ҡарға күҙенә салынды, был ҡоштоң янында тағы бер үлгән ҡарға бар. Ҡабил шуларҙы күҙәтә башланы. Ҡош суҡышы, тырнаҡтары менән ҙур ғына соҡор ҡаҙҙы, ҡарға емтеген, шул соҡорға төшөрөп, өҫтөн тупраҡ менән күмде.
     Ҡабил үҙ-үҙенә:
     — Йә, бер ҡарға хәтле лә була алманым, — тине. Шунда уҡ бер соҡор ҡаҙып, мәйетте күмде. Йәне бер аҙ тынысланғандай итте. 
     Был ваҡытта Хәҙрәт Әҙәм, балаларының юҡлығына аптырап, уларҙы әҙләргә сыҡҡайны. Ҡабил атаһын күргәс ҡурҡыуға төшә, был енәйәтен атаһының ғәфү итмәйәсөген уйлап, ҡаса башланы. Хәҙрәт Әҙәм улының ҡасып барғанын күреп аптырауға төштө. Тирә-яғына ҡарап Һабилдың ҡанын күрҙе. Ҡабилдың Һабилды үлтергәнен аңланы. Күҙенән йәштәр тамды.
     — Ҡабил! Ҡустыңды нимә эшләттең? — тип ҡысҡырып, артынан йүгерә башланы. Үҙе шул хәтлем ярһығайны, Ҡабилға бөтә донъя ҡысҡыра кеүек тойолдо.
     Ҡабил тау итәгенә төшөп ҡасыуын дауам итте.
     Атаһы һаман да ҡысҡыра:
     — Ҡабил! Һис бер ваҡыт рәхәт йөҙө күрмәйәсәкһең! Һин үҙеңә ҡурҡыу ишектәрен астың! Кит! Гел ҡурҡыу эсендә, күргәндәреңә ышанмай йәшә!
     Атаһының бәддоғаһын алған Ҡабилға ғүмер зиндан кеүек булды, ҡарғыш төшкән һәм бер кемгә лә кәрәкһеҙ кеше булып йәшәргә дусар булды.

                                    Башҡорт халыҡ ижады, 7 -се том