Ҡәбер ғазабы

                                                        Ҡәбер ғазабы

                                       Ҡәбер ғазабы тураһында онотмайыҡ
     Был донъяла йәшәгәндә һәр кем ләззәттәр теләй. Аллаһы Тәғәлә: «Кешеләргә ҡатын-ҡыҙҙарҙан, балаларҙан, аттарҙан, мал-тыуарҙарҙан булған шәһеүәттәр (нәфселәр) зиннәтләнде һәм биҙәлде», — ти. Кеше шул нимәләргә ҡыҙыға, уның теләге шул нәмәләрҙән булып тора.
     Ошо шәһеүәтлектә йөҙләгән таныштарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы күрәбеҙ. Ислам юлына уларҙы саҡыра башлаһаң, күптәре тыңлай кеүек. Күптәре ауыҙыбыҙҙан сыҡҡан хаҡ һүҙҙәргә ҡолаҡ һала, ләкин әле ишетергә теләмәйҙәр. «Аллаһыға ғибәҙәт ҡыл, ҡәрҙәшем. Ниғмәттәре өсөн Уға шөкөр ит, гонаһ ҡылаһың бит», — тигәс, уларҙың күңелдәренә был һүҙҙәр бер ҙә май булып ятмай. Уларға шул шәһеүәтәре тураһында һөйләһәң, ир заттарына ҡатын-ҡыҙҙар, ҡатын-ҡыҙҙарға алтын-көмөштәр, машина тураһында һөйләһәң, күптәренең күңелдәренә был ләззәтлерәк була. Ләззәттәрҙе яратһалар ла, һуңғы теләктәре изге ғәмәл буласаҡ.

     Аллаһы Тәғәлә: "Әгәр ҙә уларҙың береһенә үлем килгәс, ул әйтер: «Йә Раббым, мине кире ҡайтарһаң ине, изгелектәремде ҡылыр инем». Был иманһыҙҙарҙың һуңғы теләге — яңынан ҡайтып, уҡымаған намаҙҙарын уҡыу. Береһе лә: «Раббым, кире ҡайтарһаң ине: матур ҡатыным, балаларым, йылы урыным, машинам янына», — тип әйтмәҫ. Береһенең дә туғандары янына ла ҡайтаһы килмәйәсәк. Ләкин ҡайта алырҙармы? Ошо әжәл ишегенән атлап ингәс, ҡайта алмаҫтар. Аллаһы Тәғәлә: «Юҡ, был уның һүҙе генә», — тип әйтер. Аллаһ әжәл фәрештәһен ебәрер, кешеләрҙе ошо доньяла бәрзәх тормошҡа күсерә, күптәр ошо бәрзәх тормошонан йәнә донъяға ҡайтырға теләрҙәр, ләкин был мөмкин булмаҫ. Бар шундай кешеләр, уларға әхирәт тормошо тураһында һөйләй башлаһаң: «Кемдең барып күргәне бар әле?» — тиҙәр. Аллаһтың диненә тел-теш тейҙерәләр. Бик ҡайтырҙар ине, изге эш ҡылырҙар ине, уларҙың арттарында бәрзәх тора, ул — кәртә.

     Бәрзәх тормошо был донъя менән ахирәт араһында була. Һәр бер кеше шуның аша үтәсәк. Хәҙистәрҙә: «Бәрзәх — был донъяға ҡайтыу менән үлем араһындағы бер кәртә. Бер кеше лә бәрзәх тормошҡа күскәс, кире ҡайта алмай. Бәрзәх — ул һеҙҙең менән әхирәт араһындағы ҡәберҙәрегеҙ», — тиелә. Һәр ҡайһыбыҙ ошо ҡәберҙе күргәне бар, бер метрға ике метрлы соҡор. Туғандарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы оҙатҡаныбыҙ бар. Уға ҡарайһың, әллә ни бер нәмәһе лә юҡ кеүек. Ул беҙҙең ахирәткә тиклем булған урыныбыҙ. Беҙ ошо ҡәберҙәр тураһында нимә беләбеҙ һуң? Унда кешене нимәләр көтә? Беҙ былар тураһында бик аҙ беләбеҙ. Аллаһ мәғлүмәтте Үҙе бирҙе. Уның китабын, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтен уҡып белә алабыҙ. Профессор, академик булып, андағы тормошто белеп булмай. Аллаһ үҙе белем бирә. Ҡәбер — ахирәттең беренсе йорто. Әгәр мөьмин Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылып йәшәһә, ҡәберендә лә ләззәтте булыр. Әммә кәфер, ике йөҙлө, Аллаһҡа гонаһ ҡылыусы бәндәләрҙе ҡәберҙә ғазап көтә. Ғосман бер мәл ҡәберҙәр эргәһенә килде һәм күҙ йәштәрен ағыҙҙы. Ә арабыҙҙа мәйеттәрҙе күмгәндә, хатта шул мәйеттең туғандарына тиклем анекдоттар һөйләшеп, ситкә китеп тәмәке тартып, хатта һалҡын көндәрҙә шул ҡәбер өҫтөндә ултырып шайтан һыуҙары менән йылыныусылар ҙа бар. Ғосман иһә ҡәбер янына килгәс, күңеле тулып иланы. Уны күргәс: «Йә Ғосман, йәһәннәм тураһында һөйләгәндә, һин иламайһың, ә ҡәбер янына килгәс, илай башланың. Ни өсөн?» — тип һоранылар. Ғосман: "Дөрөҫөн әйткәндә, мин Аллаһ илсеһенең шундай һүҙҙәрен ишеттем: «Ҡәбер — ахирәттең беренсе йорто. Кем шунда уңышҡа ирешһә, ҡәбер ғазабынан имен булһа, ҡәберҙән һуң киләсәге тағы ла еңел булыр. Әгәр ҙә ҡәбер әһеле ғазапҡа дусар булһа, бынан һуң киләсәге тағында ҡатыраҡ булыр», — тип яуап бирҙе. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡәбер фетнәһе тураһында һөйләне. Ләкин беҙ андағы нәмәләрҙе күрмәһәк тә, ышанабыҙ, иман килтерәбез, сөнки беҙ — мосолмандар. Кеше хатта күмелмәһә лә (бер кешене йыртҡыс ашап бөтөрҙө, береһе һыуға батып үлде, ти), — ул бәрзәх тормошҡа инә. Уға ҡәбер ниғмәте йәки ҡәбер ғазабы була. Бында ҡәбергә инеү, ләхеткә ҡуйылыу ҙа шарт түгел. Аллаһтың бәрзәхынан бер кем дә ҡотола алмай. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Мәйетте ҡәбергә ҡуйғандан һуң, ул кешеләрҙең аяҡ тауыштарын ишетә», — тине. Туғандары, дуҫтары киткәс, эргәһенә фәрештәләр килә. «Ошо кеше, Мөхәммәд ﷺ тураһында һин нимә әйтә инең?» — тип һорарҙар. Иман эйәһе, Аллаһҡа итәғәт итеүсе: «Ул Аллаһтың илсеһе һәм бәндәһе», — тип әйтер. Ул был донъяла ла шәһаҙәт китерҙе, был һорауға ла яуап бирер. Ләкин кәфер, ике йөҙлө кеше был һорауға: «Мин белмәйем, уны кешеләр әллә нимәлер тип әйтәләр ине, мин дә шулай тип әйттем», — тийәр. Шул ваҡытта уға Аллаһтың ғазабы килер. «Уның башына сүкеш менән һуғарҙар. Әгәр шул сүкеш менән тауға һуҡһаң, ул туҙанға әйләнер. Ҡаты ғазапҡа шул ҡәҙәр итеп ҡысҡырыр, хатта уның тауышын кешенән һәм ендәрҙән башҡа бөтә йән эйәһе ишетер», — тиелә хәҙистә. Кешеләр ҙә ишетһәләр, ҡурҡыуҙарынан был донъяла йәшәй алмаҫтар, аҡылдарынан яҙырҙар ине. Аллаһ беҙҙе был нәмәнән имен ҡылды. Әйе, ҡәҙемге генә ҡәбер. Ләкин ысынлыҡта иһә ябай ғына түгел икән. Ҡәберҙе асып ҡараһаң, сереп ятҡан тәнде табарһың, ләкин унда ниғмәт йәки ғазап бара. Беҙ үҙебеҙ ишетмәһәк тә, иман китерәбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мәйетте ерләгәндән һуң доға ҡылды: «Ҡәрҙәшегеҙ өсөн истиғфәр ҡылығыҙ. Сөнки хәҙер унан һорау алыу була».

     Бер нисә ҡәбер ғазабына сәбәп булған гонаһтарҙы иҫкә төшөрөп китәһе килә. Буласаҡ ғазапҡа сәбәп — Аллаһтың диненән йыраҡ булыу, иманһыҙлыҡ, итәғәтһеҙлек. Ләкин мосолмандарҙа ла гонаһтар бар, әммә беҙҙең ғазабыбыҙҙың сәбәптәре лә шулар булалар.

     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡәберҙәр янынан үтеп барғанда, ике ҡәбергә ишара итә һәм әйтә: «Был ике ҡәбер әһеле ғазапта. Әммә быларҙың гонаһтары артыҡ ҙур түгел. Береһе үҙенең бәүеленән һаҡланманы, йомошон үтәһә, нәжестән таҙарынманы, истинжә ҡылманы. Икенсеһе нәмимә ҡылды». Нәмимә — бер мосолманды икенсе мосолман менән ғәйбәт һөйләп талаштырыуы. Ошо ике ҡәбер әһеленең береһе бәүелдән һаҡланмаһа, икенсе ғәйбәт һөйләп йөрөнө. Ябай ғына кеүек нәмә, ләкин беҙҙең арала ошондай сәбәптәр күп. Табарани риүәйәтендәге хәҙистә: "Бер ҡәберҙә ятыусыға шул тиклем ныҡ һуғалар, хатта ҡәбере ут менән тула. Ул үҙе лә һуштан яҙа. Аңына килгәс, фәрештәләргә һорау бирә: «Мин шул тиклем ниндәй ғәйеп ҡылдым? Намаҙҙы ла уҡыным, ураҙаны ла тоттом». Фәрештәләр: «Бер намаҙыңды тәһәрәтһеҙ уҡының. Тағы ла бер ҡәрҙәшеңде рәнйетәләр ине, ләкин һин уға ярҙамға килмәнең», — тиҙәр. Былар ҙа ябай сәбәптәр кеүек, ләкин улар ҙа йәмғиәтебеҙҙә осрайҙар.

     Намаҙҙың бер шарты — кешенең кейеме лә, намаҙлығы ла, үҙе лә таҙа булыу. Тәһәрәтле булыу ҙа намаҙҙың бер шарты булып тора. Мосолман хәжәтен үтәһә, истинжә ҡылһын. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Ҡәбер ғазабының күпселеге бәүелдән һаҡланмауҙан килә», — тип әйтә. Күп кеше ялҡауланыпмы, иғтибарһыҙ булыпмы, нәжестән һаҡланмай ҙа, һуңынан ҡәбер ғазабына өлгәшә. Ҡайһы ваҡытта тәһәрәтханалар шундай хәлде күрергә тура килә: бәҙрәфтән сығалар ҙа, ҡулды ғына йыуалар ҙа, унан һуң намаҙ уҡырға килеп ултыралар. Бына шулай тәһәрәтһеҙ намаҙ уҡыусылар бар. Тәһәрәттең тәртибе бик ябай. Аллаһ еңеллек бирә. Күн ситектәргә мәсих ҡылырға була. Ауыртҡан ергә лә мәсих ҡылырға була. Нәжестән һаҡланыу, тәһәрәтле булыу бик мөһим нәмә, былар ҡәбер ғазабына ирешеүгә бер сәбәп булып торорға мөмкин. Ҡайһы бер кеше ауырыу булырға мөмкин, ләкин һау-сәләмәт килеш ялҡауланырға кәрәкмәй. Был беҙҙе газапҡа илтә. Аллаһтың ғазабы хаҡ.
                                                                              Йософ Дәүләтшин, Түбән Кама ҡалаһы имам-хатибы

     Ҡәберҙәге доға: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/%D2%A1%D3%99berstan%D2%93a-kerg%D3%99nd%D3%99-u%D2%A1yl%D2%93an-do%D2%93a.html

     Ҡәберҙәге ҡаты һорау: https://nazir1965.com/bez-rubriki/%D2%A1%D3%99ber%D2%99%D3%99ge-%D2%A1aty-%D2%BBorau.html

     Ҡәберҙәге тормош:https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99ber%D2%99%D3%99ge-tormosh.html

     Ҡәбер ғазаптары...: https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99ber-%D2%93azaptary.html

     Ҡәбер янында... күңел асма, доға ҡыл: https://nazir1965.com/din/%d2%a1%d3%99ber-yanynda.html