Ғибрәттәр

                                                   Ғибрәттәр

     Зекериә менән Яхъя пәйғәмбәрҙәр заманынан ҡалған ғибрәттәр.
     Боронғолар әйткән; ”Бер пәйғәмбәр үлтерелһә, халыҡ араһында фетнә ҡубар ҙа, етмеш мең кеше һәләк булмай тороп был фетнә туҡталмаҫ”, — тигән. Ул замандағы етмеш менде күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел.
     Зекериә менән Яхъя үлтерелгәс, 140 мең кеше һәләк була.
     Гоҫман, раҙийәл-лаһү ғәнһү, үлтерелгәс тә етмеш мең кеше юҡҡа сыға, тигән риүәйәттәр бар.

     Хикәйәт.
     Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ үҙенең бер фәрештәһенә: ”Бер хатаһы ла булмаған берәр кеше бармы?”- тип һорарға бойорор.
     Һорауын бер тапҡыр ҡабатлар фәрештә — яуап булмаҫ. Ике тапҡыр ҡабатлар — бер кем дә өндәшмәҫ. Өсөнсө тапҡыр ҡабатлағанда ғына Яхъя күтәрелер: ”Мин, — тиер ул, — бер хатам да булмағандыр тип уйлайым”. Шул саҡта бер ҡырмыҫҡа уның был һүҙҙәренә ҡаршы төшә: ”Йә, рәсүлулла! Тәһәрәт алырға барған сағыңда минең әҫтәмә бит һин баҫып киттең”, — ти.
     Ҡырмыҫҡаның был һүҙҙәрен ишеткәс, себен телгә килә: "Ярабби! — ти ул, — Минең бик тә һыуһаған сағым ине, һыуһыным ҡанғансы Яхъяның, ғәләйһис- сәләм, күҙ йәштәрен эстем. Уның ҡырмыҫҡаға ҡарата булған был хатаһын минең исемемә яҙып ҡуйығыҙ!” — ти.
     *  *  *
     Залимдарҙан ҡасып барғанда Зекериә юлында осраған бер ағастан ярҙам һорай: ”Мине залимдарҙан йәшереп ҡала күр!” — ти.
     Уның был үтенесен ағас ҡабул итә.
     Иблес ярҙамы менән уны табып, шул уҡ Иблес ҡотҡоһо менән залимдар ағасты яра башлағас, бысҡы тештәре баш һөйәгенә инеүенә түҙемлеге бөтөп ҡысҡыра яҙып ҡалғанда пәйғәмбәр эргәһенә Ябраил, ғәләйһис- сәләм, килә:
     - Эй, Зекериә! Аллаһы Тәғәлә һиңә сәләм әйтеп ебәрҙе.
     Шуны бел: Аллаһы Тәғәләнән һорар урынға ярҙамды һин ағастан һораның. Инде ҡысҡырма. Аллаһы Тәғәләнең әмере шундай.
     - Ҡысҡырыр булһа, Ғәрше-Көрси тетрәнеп ете ҡат күк юҡҡа сығыр, сабыр итһен, — тине.
     Аллаһтың был әмерен ишеткәс, Зекериә сабыр итте. Сабыр иткән хәлдә йән бирҙе.
     *  *  *
     Бөтәһе лә Аллаһтың үҙ ихтыярында. Аллаһ ихтыяры тураһында аңлатып, пәйғәмбәребеҙ әйткән: "Әҙәм, ғәләйһис-сәләм, менән Муса, ғәләйһис-сәләм, бер ваҡыт бәхәс ҡороп алды. ”Һин, — тине Муса, — хаталаныуың сәбәпле Йәннәттәрҙән сығарып, бөтә кешелекте бәләгә тарытҡан кеше түгелме?”
     ” Нисек итеп һин — Аллаһтың үҙе һайлап алған, пәйғәмбәрлек бирелгән, Аллаһтың һөйләгәндәрен ишетеп торған кешене уҙем яралтып бар ителеүҙән 40 йыл алда уҡ тәҡдиремә яҙып ҡуйылған ғәмәлде эшләүҙә ғәйепләйһең?” — ти.
     Әҙәмдең яуабы Мусаны өнһөҙ ҡалдыра”, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
     Хикмәттәр баҡсаһынан бер гөлләмә.
     Боронғолар әйткән: «Хикмәт емеше — тынғылыҡ менән юғары урын, дәрәжә, байлыҡ биргән емеш — арыу- талыуҙар менән бәлә һәм бәхетһеҙлектәр”, — тигән.
     Һиндостан әмирҙәрендә китаптар күп була, уларҙы бер урындан икенсе урынға күсергәндә хатта филдәргә төйәп йөрөтәләр. Бындай мәшәҡәттәрҙән ҡотолоу өсөн әмирҙәр хикмәт эйәләренә китаптарҙы кәметергә бойора.
     Үҙ-ара кәңәшләшеп ғалимдар уны дүрт төркөмгә, дүрт һүҙгә ҡалғансы кәметергә тип һүҙ ҡуйыша: береһе әмирҙәр өсөн ҡалдырылғаны -»ғәҙеллек”, икенсеһе халыҡ өсөн. Ул — "күндәмлек”. Өсөнсөһө йән өсөн ҡалдырыла. Был һүҙ — "тыйылыу”, дүртенсеһе — «теҙгенде тота белеү”, нәфсең теләп кенә торғандарға ирек бирмәү.
     *  *  *
     ”Ни өсөн йән дуҫың дошманыңа әйләнә ала, ә дошманың дуҫ булып китә алмай?” — тип һорай берәү хикмәт эйәләренән булған остаҙынан.
     »Бының сәбәбе бер, — ти остаҙы, — емереп ташланғанды яңынын төҙәтеүгә ҡарағанда, төҙөп ҡуйылғанды емереү, бөтөн быяланы селпәрәмә кил¬тереп ватып ташлау, ватып ташланғанды йыйып йәбештереүҙән еңелерәк”. Шуның кеүек дарыуҙар эсеп кенә тороуға ҡарағанда сәләмәт булыуың, насарлыҡ эшләп ғафү үтенеүгә ҡарағанда гонаһтарҙан тыйылып тороуың яҡшыраҡ”.
     * * *
     Элеккеләрҙән аҡыл эйәләренән берәү күп йылдар буйы төрлө тарафтарҙа сәйәхәттә йөрөп: ” Ғилеме булмаған кешенең был фани донъяла ла, Ахирәттә лә дәрәжәһе булмауын, сабырлығы булмаған иманда ла, тормошта ла тынғылыҡ табыу мөмкин түгеллеген, ахмаҡ кешегә алған ғилеме файҙа бирмәүен аңлай”.
     Һәм тағы ла:
     ” Тәҡүәлеге булмаған кеше Аллаһ ризалығына ла лайыҡ була алмаҫ”. «Йомартлығы булмаған кеше байлыҡ тапмаҫ”. „Кешегә нәсихәт бирә белмәгән кеше Аллаһ алдында ла аҡланыу тигәнде белмәҫ”, — тип бәндәләрҙе алты төрлө хикмәткә өйрәтер булған.
     * *  *
     “Ахмаҡҡа ниндәй юлдар менән тәрбиә биреп була?» — тип һорайҙар бер ғалимдан. ”Уға, — ти ғалим, — Башҡалар тормошона ҡыҫылып ҡына йөрөргә ваҡыты ҡалмаһын тип бик күп һәм бик ауыр эштәрҙе генә тапшыралар”.
     "Әшәке кешеләргә тәрбиәне нисек итеп бирергә?”- тиҙәр.
     "Үҙҙәренең түбән булыуын белһендәр тип уларға илтифат итеп, иҫәпкә алып бармау юлы менән", — ти ғалим. «Башҡаларға ярҙам итә белгәндең, ярҙам итеүе хаҡында битәрләп йөрөмәгәндең халыҡта „киң күңелле“ тигән аты була.
     »Ни өсөн кешеләр байлыҡ тип үҙҙәрен һәләк итә?"- тиҙәр. «Донъяла байлыҡтан да яҡшыраҡ нәмә юҡ, тип йөрөгәндәре һәм байлыҡтың нимә өсөн тәғәйенләнгәнен белмәүҙәре сәбәпле», — ти хикмәт эйәһе.
     Сөнки байлыҡ ул бәндәләрҙе һынау өсөн бирелә. Тимәк, һынау ул — байлыҡтың үҙенән яҡшыраҡ.
     Аҡыллы кешеләр өс нәмәне хәтерҙә генә тоторға тейеш: донъя тормошо — фани, бөтәсәк, ваҡыт — үтәсәк, яҙмыш һынауҙары ла үҙгәреп кенә тороусан,
     "Биш нәмә бәхеткә сәбәп була алмай: ҡояш нурҙары балҡып торғанда ҡабыҙған шәм, тоҙло ергә яуған ямғыр, һуҡырға бирелгән сибәр ҡатын, туҡ кеше алдына ҡуйылған тәмле аш, ҡаты бәғерле күңелгә Аллаһ һүҙҙәрен һалырға тырышыу".
     Ибн Ғаббастан һорайҙар: «Аҡыл яҡшыраҡмы, әллә тәрбиәлелекме?”- тиҙәр: „Аҡыл, — ти мөхәддис, — Сөнки аҡыл ул — Аллаһ биргән бүләк, ә тәрбиәлелек — Аллаһ ҡолоноң үҙ тырышлығы менән тапҡаны”.
     “Бөтәһе лә аҡылға мохтаж, — тип өйрәтә хикмәт эйәләре, — Аҡылдан да ҡиммәтлерәк байлыҡ, наҙанлыҡтан да насарраҡ хәйерселек юҡ.
     Кешелә ғилем артҡан һайын, уның аҡылға булған ихтыяжы ла арта бара. Зиһене камил булмаған кеше малдары күп булып та, уларҙы көтә белмәгән зәғиф бер көтөүсегә оҡшаш».
     "Үҙ ҡолдарына Аллаһ аҡылдан да яҡшыраҡ нәмә бирмәгән. Аҡыллы кешенең йоҡоһо ла ахмаҡтың ғибә-ҙәтенән, ураҙа тотмаған аҡыл эйәһе ураҙа тотҡан наҙандан яҡшыраҡ", — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис- сәләм.
     Донъя эштәре егерме биш тармаҡҡа бүленә. 
     Уларҙан бишеһе — Аллаһ хөкөмөнә, тәҡдиргә бәйле: өйләнеүең, балаларға, байлыҡҡа, мал-мөлкәткә, ғүмергә эйә булыуың; бишеһе хеҙмәт итеп табыла: ғилем, матур итеп яҙа белеү, егетлек, Йәннәткә инеүең, Йәһәннәмдән ҡотолоп ҡалыуың; бишеһе тәбиғәттән килә: дәрәжәң, кешеләр менән аралаша белеүең, тыйнаҡлыҡ, киң күңеллелек, намыҫлы булыуың; бишеһе ғәҙәттәргә бәйле: йөрөш-торошоң, ашауың, әсеүең, башҡа төрлө хәжәттәреңде үтәп йөрөүең; ҡалғаны тәбиғәттән, нәҫелдән. Улары — төҫөң,килеш-килбәтең, күркәм холкоң, ниәттәреңдең юғары дәрәжәһе, ғорур була белеүең һәм... әшәкелегең”.
     Алты нәмә кеше өсөн бөтә донъяға тиңләшә, — тигәндәр, — тәмле ризыҡ, сәләмәт бала, үҙеңә оҡшаған яҡын дуҫ, мәрхәмәт-шәфҡәтле була белеү, камил аҡыл, татлы тел.
                    Дин ул — нәсихәт китабынан. Сәләх Суҡбаев, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла