Ғәли хәҙрәттән ҡалған хикмәттәр

                                                 Ғәли хәҙрәттән ҡалған хикмәттәр

     «Мәрхәмәт-шәфкәт ике төрлө була. Уларҙың ҡайһыһы мине нығыраҡ һөйөндөргәнен аңлап бөтә алғаным ғына юҡ. Беренсеһе — берәр ярҙамы тейер әле тип, өмөт менән миңә килеп, кеше ярҙам һорағандамы, икенсеһе — килгәндең теләген үтәгәндәме? Әммә мосолмандарҙың төрлө ихтыяждарын яйға һалыуҙы мин бар донъяның алтын-көмөштәренә эйә булыуҙан да артығыраҡ күрәм».
                                                                       * * *
     «Ысын мәғәнәһендәге батыр ул көндәшен көрәштә еңгән кеше түгел, асыуы килгәндә асыуҙан тыйылып ҡала белгән кеше», — тип әйтә торған була Ғәли хәҙрәт.
                                                                        * * *
     Изге яуҙарҙың береһендә ул дошманды ергә йығып һала ла, ҡоралын күтәреп, уны бөтөнләй юҡ итергә әҙерләнеп торғанда дошманы уның битенә төкөрә. Шул саҡта Ғәли хәҙрәт кинәт кенә уйынан кире ҡайтып, дошманын үлтереүҙән баш тарта. Бындай хәл хатта мөшриктең үҙен дә аптырашта ҡалдыра. Ҡыҙыу алыш барғанда ҡанлы һуғыш тураһында ла онотоп, ул Ғәли хәҙрәттән бының сәбәбен белергә теләй.
     «Иман өсөн һуғыш ике төрлө була: береһе — бына һинең кеүек иманһыҙҙар менән һуғыш. Ул һуғыш Аллаһ ризалығы өсөн тип алып барыла. Икенсеһе — үҙеңдең шәхси теләктәреңде күҙ уңында тотоп, нәфсе ҡотҡоһона ҡаршы көрәш.

     Һинең менән мин Аллаһ хаҡына тип, Уның ризалығы өсөн яуға сыҡтым. Әгәр мин һине битемә төкөргән ваҡытыңда нәфсем ҡотҡоһона бирелеп, ҡабарған асыуымды баҫыр өсөн үлтергән булһам, нәфсе ҡотҡоһонан арына алмаған булыр инем. Үҙемдең нәфсемде тыйып ҡалыу өсөн тип, мин һинең үҙеңде ҡотҡарып ҡалдым. Бына был — минең өсөн иң оло жиһад булды.
     Нәфсе ҡотҡоһона буйһоноу мосолман өсөн һинең кеүек иманһыҙҙарға килтергән зыяндан олораҡ», — ти Ғәли хәҙрәт
     Был һүҙҙәр теге кешенең күңеленә үтеп инә, күҙҙәрен томалаған пәрҙәне юҡҡа сығара, йәне Аллаһҡа ҡарата иман нуры менән тула. Һуңынан ул үҙе лә Ғәли хәҙрәт менән бергә мосолмандар яғында бик күп яуҙар саба.
     Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, фани донъянан күсеп киткәс тә, Ғәли хәҙрәт хәлифәлек өсөн тип ыҙғыш-талаштарға ҡатнашып бармай, ғәҙел хәлифәләрҙең бөтәһе менән бергә дәүләт эштәрендә ҡатнашып йөрөй, Ғоҫман хәҙрәт шәһидтәр үлеме менән был фани донъянан үтеп киткәс кенә сәхәбәләрҙән бик күптәрҙең үтенеп һорауы менәң хәлифәлек вазифаһына ризалыҡ белдерә.
     Был ваҡыттарҙа динебеҙҙең дә, пәйғәмбәребеҙҙең дә изге хәтерен күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡлап тотоу үҙәге булған Мәҙинә и Мөнәүәрәне сәйәси көрәш һәм ыҙғыш-талаш майҙанына әйләнеүҙән ҡотҡарыу, уны именлек, Исламдың ғилем, мәғрифәт һәм рухи үҙәге булыу дәрәжәһен һаҡлап ҡалыу маҡсатында үҙенең тәүге ҡарары менән Ғәли хәҙрәт илдең баш ҡалаһын Куфаға күсерә һәм үҙенең дә бөтә тормошо болаларға, мәкер менән эш итеүҙәргә, баш күтәреүҙәргә ҡаршы көрәш менән шунда үтә.
     «Диндең ныҡлығы игелеккә өндәү һәм насарлыҡтан тыйыу менән билдәләнә», — тигән мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт.
     Ибн Мүлжәм (ҡәһәр төшкөрө) мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәткә үлемесле яра һалғандан һуң, улдары Хәсән менән Хөсәйенгә, мөрәжәғәт итеп ул: «Һеҙгә диндарлык менән тәҡүәлекте васыят" итеп ҡалдырам. Фани донъя байлыҡтарына әһәмиәт биреп бармағыҙ. Юғалтыуҙарға юлыҡһағыҙ, көйөнөп, йәш түгеп йөрөмәгеҙ. Һөйләгәндә ялған һүҙ һөйләмәгеҙ. Аллаһ бойорғандарға таянып эш итә белегеҙ. Залимдарҙың дошманы, иҙелгәндәрҙең дуҫы булығыҙ.
     Жиһад мәсьәләһенә килгәндә Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Аллаһтан ҡурҡығыҙ, тип ҡабат-ҡабат әйтәм, иманһыҙҙар һеҙҙән өҫкә сығып, доғаларығыҙ ҡабул булыуҙан туҡталып ҡалмаһын тиһәгеҙ, игелеккә саҡырыуҙан, яуызлыҡты юҡ итергә тырышыуҙан туҡтала күрмәгеҙ», — тип нәсихәт бирә Ғәли хәҙрәт.
     Риүәйәттәргә ҡарағанда, үлем түшәгенә ятҡас, йән ғазаптары, әрнеүҙәр һәм уфтаныуҙар менән уның иң яуыз дошманы Мөғәүиә, үҙе лә:
     «Ах, әгәр ҙә мин Ҡорайыш ҡәүеменең бер кемгә ҡыҫылып бармай, дәүләт эштәренән ситтә Зи-Тува далаһында тыныс ҡына йәшәгән бер ябай кеше булһам икән», — тип Ғәлигә ҡаршы тарафта булғаны өсөн үкенес белдерә.
     «Әгәр ҙә күркәмлек эйәһе булған Ғәли хәҙрәт (уның менән Аллаһ риза була күрһен) үҙе ҡатнашҡан бөтә яуҙар ваҡытында уҡыуға ла күберәк ваҡыт бүлә алған булһа, уның нәсихәте нигеҙендә күпме ғилем ҡалған булыр ине. Ул бит тарифтарҙың — Аллаһтың йәшерен серҙәренә лә төшөнә белгән аҡыл эйәләренең — әмире булды. Заманында ул бер кем әйтмәгән һәм әйтә алмағандарҙы әйтеп ҡалдыра алды», — тигән әүлиәләрҙән Джунайд Бағдади.
     «Уйланырға юл күрһәткән хикмәтле һүҙҙәр ярҙамы менән йәнегеҙгә тынғылыҡ һәм ял бирегеҙ, сөнки арығанда зәғифләнергә генә торған тән кеүек, йән дә арый», — тигән ул.
     «Ғалимдарҙан: «Ниңә өйрәтмәнең?» — тигән һорауға яуап алмай тороп, ниңә белмәүе тураһында наҙандарҙан бер кем дә һорамаҫ».
     «Ысын мәғәнәһендәге аҡыл эйәһе телмәр тотҡанда ла күп һөйләмәҫ».
     «Диндә игелекле һәм кешелекле була белеү — камил аҡыллылыҡ билдәһе».
     «Наҙан менән шаярып һүҙ һөйләшеүҙән Аллаһ һаҡлаһын. Үҙенең ағыулы һәм әҙәпһеҙ теле менән ул һинең йәнеңә яра һалыр». Сөнки «Бөкрө кешенең шәүләһе лә бөкрө була бит».
     «Әгәр ҙә кеше Аллаһ сөннәтенә, Уның илсеһе ҡалдырған сөннәткә һәм изгеләр сөннәтенә эйәрә белмәһә, тимәк, уның бер нәмәһе лә юҡ тигән һүҙ. Аллаһ сөннәте — сер һаҡларға өйрәнеү, Уның пәйғәмбәрендәге сөннәт кешеләр менән аралашыуҙың күркәм холоҡҡа нигеҙләнгән юлдарын таба белеү, әүлиәләр сөннәте — түҙемлек, кешеләр тарафынан һиңә ҡарата ҡылынған хөсөтлөктәргә сабыр итә белеү».
     «Кемгәлер үсе булған кеше бәндәгә файҙа килтерерлек эшкә, бирелә алмай. Сөнки күңел бит ул ҡапма-ҡаршылыҡлы ике нәмәне һыйҙырыр дәжәлә түгел».
     «Тормошта төрлө хәлдәр булып тора. Көндәрҙең береһе уңыш килтерә, икенсеһе — бөтөнләй уға ҡаршы. Көндәр һинең яҡта, булғанда һоҡланырға ашыҡма, һинең яҡта булмағанда зарланып, һыҡрап йөрөмә». *
     «Дүрт төрлө нәмә дауам итеп кенә торғанда дин менән фани донъя ла тынғылыҡтан һәм именлектән айырылмаҫ:
     — Аллаһ тарафынан ваҡытлы ғына файҙаланып ҡалыу өсөн бирелгән мал-мөлкәте булған байҙарҙың һаранлыҡҡа бирелмәүе.
     — Ғалимдарҙың үҙҙәрендә булған, үҙҙәре өйрәнеп алған ғилем менән эш итә белеүе.
     — Наҙандарҙың наҙанлыҡтары менән маҡтаныуҙан туҡталыр тороуҙары.
     — Хәйерселәрҙең фани донъя бәрәбәренә Ахирәтте һатып йөрөүҙәре туҡталып ҡалғансы донъя тынғылыҡтан да, именлектән дә айырылмаҫ.
     Донъяны бөгөн алтын-көмөш юҡҡа сығарып бара».
     Сәхәбәләрҙән Ибн Ғаббас мөьминдәрҙе был турала әллә ҡасан киҫәтеп ҡуйған: «Ер йөҙөндә алтын менән көмөштән тәүге аҡсалар һуғылғас, бер тиклем уйланып торғандан һуң Иблис уларҙыр башта күҙҙәренә терәп, унан күкрәгенә ҡуйып ҡыҫып ҡарай ҙа, был яңылыҡҡа таң ҡалып: «Һеҙ бит минең күҙҙәремдең нуры, күңелем ҡыуанысы. Әҙәм балаларының һеҙҙе яратыуы ла, поттарға табынмауы ла мөһим түгел, уларҙың һеҙҙең алда табыныуы минең өсөн бик тә еткән. (Һеҙ бит ана шул поттарҙың иң бөйөгө.)» — тигән, ти».

                                                                                               Башҡортса календарь, 2017 йыл