Яҙмыш һәм уның серҙәре

     Элементар өлөшсәләрҙән ҡатмарлы молекулаларға ҡәҙәр, ваҡ ҡына есемдәрҙән иң ҙурҙарына ҡәҙәр, беҙҙең донъяны ла индереп, бәләкәй дәүмәлдәр донъяһынан бөтә ғаләмдәргә ҡәҙәр ваҡыты, урыны, образы һәм сәбәбе билдәләп ҡуйылған. Билдәләнгән ваҡыты етһә, Аллаһу Тәғәлә Илаһи ниәтен бөтә күркәмлегендә тормошҡа ашыра.
     Аллаһу Тәғәлә бар иткән һәр нәмәнең үҙ тәғәйенләнеше, маҡсаты бар. Тормошобоҙҙа булып үткән бөтә ваҡиғалар асылда яҙмыш һыҙаттары. Ай, ҡояш, йондоҙҙар, үҫемлектәр, хайуандар һәм бихисап башҡа бөтә барлыҡ – һәммәһе тәҡдир прогаммаһы эсендә. Ағастан өҙөлөп төшкән япраҡ та шул программаның бер өлөшө. Әгәр ҙә бөтә барлыҡ тәҡдир ҡануниәтенә буйһонмаһа, йыһанда ғәләмәт ҙур хаос һәм анархия хөкөм һөрөр ине.
     Һәр сәнғәт әҫәре авторҙың көсө һәм һәләттәре арҡаһында барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, рәссам картинаһын яҙа, хаттат (каллиграфия оҫтаһы), мөмкинлектәренән, талантынан сығып, каллиграфик композицияһын төҙөй. Аллаһу Тәғәлә Үҙенең Ҡөҙрәте менән ғаләм барлыҡҡа килгәндән алып уның һуңғы көнөнә ҡәҙәр, кеше танып белһен өсөн, сер һәм хикмәте менән сорнап, буласаҡ бөтә нәмәләрҙе раҫлаған. Был план һәм тәртип ҡадар, йәки Аллаһтың Ихтыяры тип атала. Ошо хәҡиҡәт хаҡында Аллаһу Тәғәлә изге аяттарҙа әйтә:
                                                                                               إِنَّا كُلَّ شَيْءٍ خَلَقْنَاهُ بِقَدَرٍ
     49. Иннәә күллә шәй'ин халәҡнәәһү биҡадар.
     «Шик-шөбһәлә булмағыҙ, Беҙ һәр нәмәне үҙ тәҡдире менән (үҙ йөрәгендә) яралттыҡ» (Ҡәмәр, 54/49).

         مَا أَصَابَ مِن مُّصِيبَةٍ فِي الْأَرْضِ وَلَا فِي أَنفُسِكُمْ إِلَّا فِي كِتَابٍ مِّن قَبْلِ أَن نَّبْرَأَهَا إِنَّ ذَلِكَ عَلَى اللَّهِ يَسِيرٌ
     22. Мәә әсаабә мим-мүсыиибәтиң фил-ар-дыи үә ләә фии әңфүсикүм илләә фии китәә- бим-миң ҡабли ән нәбра'әһәә иннә ҙәәликә ғәлә-ллааһи йәсиир.
     «Беҙ бар итмәҫтән элек, Китапта яҙылмаған килеш, Ер йөҙөнә һәм һеҙҙең башығыҙға һис бер ҡайғы килмәҫ. Был эштәр беҙгә бер ҙә ҡыйын түгел» (Хәдид, 57/22).
     Ваҡиға башланғансы, уның раҫланған башланғыс планы (ҡадар) ғәмәлдәр китабында – Ләүхүл-мәхфүздә һаҡлана, уны тормошҡа ашырыу ваҡыты етһә, ҡада (тормошҡа ашыу ваҡыты) башлана.
     Әл-Ғилем сифатлы Раббыбыҙға булып үтәсәк бөтә ваҡиғалар мәғлүм. Аллаһ ваҡытҡа һәм урынға мохтаж түгел, шуға күрә ғилемгә эйә булыу уның быларға бәйле үҙенсәлеге. Сикләнгән мөмкинлектәребеҙ сәбәпле, беҙ төшөнә алмаған нәмәләр Аллаһ өсөн ауырлыҡ тыуҙырмай.
     Йыһандағы һәр нәмә алдан билдәләнгән Илаһи күрһәтмә буйынса барлыҡҡа килеүенә беҙ ышанырға тейеш. Тәҡдиргә ышаныу алты иман бағанаһының береһе булһа ла, ысын мәғәнәһендә уны ҡабул итеү кешегә ауырыраҡ. Әйтергә кәрәк, диндә булмаған кеше лә ниндәйҙер бөйөк көстөң йоғонтоһон тоя, яҙмышына һүҙһеҙ буйһона. «Миңә шулай яҙған», — ти ул. Хатта бөтә нәмәне инҡар итеүсе лә тәҡдиргә бәйлелеген йәшерә алмай: «Уңыш миңә арты менән боролдо», «Мине әсе яҙмыш эҙәрлекләй», — тип һөйләп ҡуя.
     Нәжип Фазыл әҫәренән килтерелгән өҙөк «ҡадар» һәм «ҡада» төшөнсәләренең мәғәнәләрен бик һәйбәт асып бирә:
     «...Мәҫәлән, бер автомобиль Әминөнө майҙанында кешене төкөтә. Ун минут элек нимә булғанын күҙ алдына килтерәйек. Әйтәйек, кеше Гөлхан паркы янында икән, ти. Автомобиль Таксим буйлап бара, тип уйлайыҡ. Быларҙы күҙ алдына килтерәһегеҙме? Улар хәрәкәт итә. Меңдәрсә автомобиль араһынан бер автомобиль, меңдәрсә кеше араһынан бер кеше. Кеше үҙе менән нимә буласағын белмәй, автомобиль йөрөтөүсе лә кеше тапатасағын белмәй... Икеһе лә осрашыу буласаҡ урынға яҡынлаша, минут һайын аралар ҡыҫҡара. Бәлки, кеше, магазин янында туҡталып, берәй шырпы һатып алғандыр, бер-ике аҙым үткәс, дуҫын осратҡандыр. Витриналарға күҙ һалаһала артабан киткәндер. Бер нисә минуттан ниндәй фажиғә буласағын ул күҙ алдына ла килтермәй. Бөтә был ваҡиғалар ҡотолғоһоҙ мәлгә барып тоташа. Ябай ғына сәбәп ул мәлде хәл итә. Кемдеңдер иғтибарһыҙлығы, кемдеңдер уйлап еткермәүе, йәки тағы ла нимәлер... Ҡайҙа һәм ҡасан ул хәл буласағын, һис бер йәлләүһеҙ ниндәй хөкөм сығарыласағын берәү ҙә белмәй...» (Бер кешенең яратылышы, 43)
     Уйлана белгән, тирә-йүндәге ваҡиғаларҙың асылын аңлаған кешеләр бер нимәгә төшөнә: бөтә йыһан йәшәйеше сценарийы Илаһи ҡәләм менән яҙылған.
     Әммә һуҡырға төҫтәрҙе аңлатып булмаған кеүек, донъяны ваҡыт һәм арауыҡ менән сикләнгән ер тормошо шарттарынан сығып танып белгәндәр тәҡдирҙең нимә икәнен һәм уның ни рәүешле тормошҡа ашыуын аңлап бөтә алмай. Һәммәһе лә шулай ҡоролған: кеше, үҙенең яҙмыш серен белеп, тыныслығын, түҙемлеген юймаһын, үҙен һәләк итмәһен.
     Аллаһу Тәғәлә тәҡдирҙе бөтә барлыҡтан йәшергән, һәм ул алға килмәй тороп, уны танып белеү мөмкин түгел. Был арауыҡта Аллаһу Тәғәлә бик һирәктәргә генә ул ғилемдең (ләдунни ғилем) бер өлөшөн аса.
     Аллаһтың сикһеҙ мәрхәмәте менән, хатта уйлана һәм эҙләнә белгән кеше өсөн дә киләсәк билдәһеҙлек диуары артында ҡаласаҡ. Хаҡ Тәғәлә ара-тирә генә кешегә ул диуар артына күҙ төшөрөргә мөмкинлек бирә, һәм был хәҡиҡи төштәрҙә була. Барыбыҙға мәғлүм: тәҡүәләр күргән төштәрҙең юш килеүе хаҡ – Изге Ләүхүл-Мәхфүздән төшкән нур был.
     Кешегә бирелгән һайлау хоҡуғы: килешеү йәки инҡар итеү, изге йәки насар ғәмәлдәр ҡылыу Аллаһуға буйһоноу сиктәрендә шәхси ихтыярын, «джузи ирадаһын» тормошҡа ашырыу ул. «Күлли ирада» — барса Ихтыяр Аллаһта ғына, шуға күрә ҡол өсөн тулы ирек мөмкин булмаған нимә. Тыуым һәм үлем, ғүмер оҙонлоғо, милләт, енес, һәләттәр әҙәмгә бәйле түгел, улар Илаһи тәҡдир буйынса бирелә. Кеше тәбиғәттән бирелгән сифаттар өсөн яуаплы түгел.
     Хаҡ Тәғәлә кешегә яуаплылыҡты уның һәләттәренә һәм мөмкинлектәренә ҡарап бирә. Үҙ ихтыярына буйһонмаған нәмәләр өсөн кеше яуаплылыҡ тотмай, бының өсөн уға бүләк тә бирелмәй. Әйтәйек, ураҙаһын онотоп, берәй ризыҡ ҡапҡан кешенең ураҙаһы боҙолмай һәм ул яза ла алмай.
     «Аллаһ бер кемгә лә көсө етмәҫлекте йөкләмәҫ» (Бәҡара, 2/286) тигән аяты менән Аллаһа Тәғәлә кешегә көсө еткән эште генә йөкмәтеүен белдерә. Әммә биргән һәләттәренә ярашлы ғәмәл ҡылыу-ҡылмауы хаҡында һәр кем һораласаҡ, тимәк, яҙмышҡа һылтанып, ғәмәлдәрҙән баш тартыу – иҫәрлек, наҙанлыҡ.
     Кеше рухиәтенә тыйнаҡһыҙлыҡ һәм Раббыһынан ҡурҡыу кеүек сифаттарҙы һалған Аллаһу Тәғәлә, һайлау хоҡуғы биреп, уны һынарға теләй, йәғни ул ер тормошонда билдәле бер сиктәрҙә үҙ ихтыярына ҡуйыла. Бала ла бит ваҡ-төйәккә ата-әсәһе биргән аҡсаны яҡшыға ла, яманға ла тотона ала. Әҙәм һайлаған юл кешенең мәңгелек тормошона туранан-тура йоғонто яһай – уға йә бәхет, йә һәләкәт әҙерләй.
     Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә Ихтыярынан тыш ғаләмдә бер эш тә ҡылынмай, хатта япраҡ та һелкенмәй. Һәр нәмә Аллаһ ихтыяры менән эшләнһә лә, Уның ризалығы изге ғәмәлдәр менән генә. Мәҫәлән, уҡытыусы уҡыусыһының уңыштарға ирешеүен һәм киләһе синыфҡа күсеүен теләй. Әгәр уҡыусы тырышырға теләмәй икән, уҡытыусы бер нимә лә эшләй алмай.
     Берәү гөнаһ юлын һайлап, «Тәҡдирем шундай», — тип әйтә икән, был ғәмһеҙлеген генә аҡларға маташыу. Аллаһ намаҙ уҡырға теләгәндәргә был мөмкинлекте бирә, намаҙ уҡырға теләмәгәндәргә лә бихисап сәбәптәр бирә. Тимәк, әгәр кеше яҙмышына һылтана икән, ул хәҡиҡәткә ҡаршы бара.
     Изге аяттарҙа Аллаһу Тәғәлә бойора:
                                                                                           إِنَّ اللَّهَ لَا يَظْلِمُ مِثْقَالَ ذَرَّةٍ
     40. Иннә-ллааһа ләә йаҙлимү миҫҡаалә ҙәр-рат...
     «Шик юҡ, Алллаһ һеҙгә туҙан бөртөгө кеүек тә ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ...» (Ниса, 4/40).
                                                      وَمَا أَصَابَكُم مِّن مُّصِيبَةٍ فَبِمَا كَسَبَتْ أَيْدِيكُمْ وَيَعْفُو عَن كَثِيرٍ
     30. Үә мәә әсаабәкүм мим-мүсыиибәтиң фәбимәә кәсәбәт әйдиикүм үә йәғфүү ғәң кәҫиир.
     «Башығыҙға төшкән һәр бәлә үҙегеҙ ҡаҙанған урынына. Шуға ҡарамаҫтан, (тәүбәгә килгәндәрҙең) күбеһен (Аллаһ) ярлыҡаясаҡ» (Шура, 42/30).
     Мәүләнә Йәләлетдин Руми, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, әйткәнсә, кешенең ихтыяры сикле булһа ла, ул яҙмышҡа япһарып ҡуя алмай:
     «Аяғыңа сәнске ҡаҙалған икән, ғәйеп үҙеңдә! Нәзәкәтле, йомшаҡ кейемдәр кейеп алғанһың икән, һин бит уларҙы үҙең тегергә ҡуштың!»
     Билдәле сиктәрҙә күҙ күрә, ҡолаҡ ишетә. Ниндәйҙер алыҫ арауыҡтан нимәнелер күреү, ишетеү мөмкин түгел. Шулай уҡ кешегә тәҡдир (ҡадар) һәм тәҡдирҙең алға килеүен (ҡада) аңлау бирелмәгән. Беҙ һәммәһен сәбәп – эҙемтә бәйләнештәре аша танып беләбеҙ. Ә улар артында торған хикмәтте төшөнә алмайбыҙ. Хөрмәтле Алиҙан, раҙыйаллаһу ғәнһү, «ҡадар» һәм «ҡада»ның нимә икәнен һорағас, ул былай тип яуап бирә:
     «Был тема төпһөҙ диңгеҙ кеүек тәрән!»
     Был төпһөҙ океанды йөҙөп сығырға маташыусылар ҙа бар, улар араһында ҡолдоң ихтыярын бөтөнләй инҡар итеүсе «джабариттар», һәммәһе ҡолдоң ихтыярынан тора тип иҫәпләгән «ҡадариттар» бар. Тегеләре лә, былары ла диңгеҙ упҡынына бата.
     Бәс, шулай булғас, бәндәнең мөмкинлектәре, ихтыяры сиген, ә иң мөһиме яуаплылығын билдәләмәй тороп, беҙ хаталарҙан азат була алмайбыҙ. Ҡолдоң, ихтыяр һәм һайлау азатлығын арттырып күрһәтеп, бөтә ғәмәлдәрҙең, ваҡиғаларҙың ижадсыһы тип баһалау дөрөҫ түгел; бәндәнең ихтыярын инҡар итеп, уны йәнһеҙ автомат рәүешендә күҙ алдына баҫтырыу ҙа дөрөҫ түгел – былар диндең нигеҙенә ҡаршы килә. Дөрөҫө шул: бәндәне Аллаһу Тәғәлә бар ҡылған һәм уға һайлау һәм ихтыяр азатлығы биргән.
     Был мәсьәләлә аҡыл һәм күҙаллау көсһөҙ, әммә, үҙеңде Аллаһ Ихтыярына тапшырып, рухи донъя аша бер ни тиклем ғилем алырға мөмкин, тик яҙмыш серен асыу элеккесә мөмкин түгел. Сиктәрҙе белеп, шунан сыҡмайынса уны танып белеү камил ҡолдоң ғына хәленән килә.
     Хөрмәтле Мәүләнә, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, үҙенең «Мәснәүиҙәр»ендә яҙмыш сере һәм уны төшөнөү мөмкин түгеллеге һәм был асылда бөйөк мәрхәмәт булыуы хаҡында яҙа:
     Бер әҙәм Муса пәйғәмбәргә, ғәләйһис-сәләм, килгән дә әйткән:
     - Ий Кәлимуллаһ (Аллаһ менән һөйләшкән кеше)! Мине хайуандар телен аңларға өйрәт әле! Улар телен аңлап, үҙемә нәсихәт алырға теләйем!..
     Муса, ғәләйһис-сәләм, былай тигән:
     - Был уйыңдан кире ҡайт, көсөңдән килмәгән нәмәне аңларға тырышма! Әгәр ҡырмыҫҡа бөтә күл һыуын эсеп бөтөрөргә теләһә, ул һыуға сәсәп батасаҡ. Һин дә мөмкин булмағанды аңларға ынтылма! Өлөшөңә төшкән һәләттәр менән Илаһи ҡөҙрәтте танып белергә тырыш! Йөрәгең менән Аллаһҡа уҡтал! Уның серҙәре һәм хикмәте йөрәге һәм ниәттәре саф булғандарға асыла!
     Әммә әҙәм ныҡышыуын дауам иткән:
     - Этемдең, йорт хайуандарының телен булһа ла аңларға өйрәт!
     Уны был уйынан дүндерә алмағас, Муса, ғәләйһис-сәләм, теләген ҡәнәғәтләндерергә булған, әммә киҫәткән:
     - Зирәк бул, мәғлүмәт океанында батып ҡуйма!..
     «Йорт хайуандарының телен аңлай башланыммы икән?»- тип уйлаған бәндә иртән торғас.
     Был ваҡыт хеҙмәтсе ҡатын иртәнге табындан һуң өҫтәл йыйыштырып йөрөгән һәм ергә икмәк киҫәген төшөрөп ебәргән. Уны эргәлә йөрөгән әтәс эләктереп тә ҡасҡан, ә эт артынан былай тип ҡысҡырған:
     - Һин ғәҙел түгел! Һин бит иген сүпләй алаһың. Һин ни эшләп миңә тейешле киҫәкте алдың?
     Әтәс яуап биргән:
     - Ҡайғырма, иртәгә хужаның аты үләсәк, һәм һин туйғансы ит ашаясаҡһың.
     Билдәһеҙ донъянан килгән хәбәргә һанап, кеше атын йәһәт кенә һата һалған. Әтәскә эт алдында оят булған. Улар бәхәсләшә башлаған, һәм бәхәс өс көнгә һуҙылған. Икенсе көндө шул уҡ әтәстән ҡасыры үләсәген, өсөнсө көндө хеҙмәтсеһе үләсәген белеп ҡалған хужа, аҡыллы эш итәм тип уйлап, уларҙы ла һата һалған. Эт йәнә ҡоро ҡалған. Әтәс уны һәр ваҡыт алдай һымаҡ килеп сыҡҡан. Өс тапҡыр уңайһыҙ хәлгә ҡалған әтәс дүртенсеһендә былай тигән: 
     - Һис шикһеҙ, беҙҙең хәйләкәр хужабыҙ, йолом биреп ҡотолорға уйлаған. Әммә был ғәмәле менән ул үҙенә генә насар эшләне. Иртәгә ул үләсәк! Вариҫтары һыҡтаясаҡ, уфтанасаҡ, үгеҙҙе һуясаҡ, һәммәһе үҙ өлөшөн аласаҡ: һин дә, мин дә!.. Атының, ҡасырының, хеҙмәтсеһенең үлеме тәҡдиргә яҙылғаны һәм был наҙан бәндәне бәләләрҙән йолоу була. Ә ул, милкенә зыян килтереүҙән ҡурҡып, үҙенә зыян ғына эшләй.
     Иҫәр әҙәм әтәстең әйткәндәрен ишетә, был хәҡиҡәт уны уғата ҡурҡыуға һала. Ҡото осоп, ул Мусаға, ғәләйһис-сәлләм, йүгереп килә.
     - Ий Кәлимуллаһ! Минең ялбарыуымды ҡабул ит, ярҙам ит! — тип инәлә башлай.
     Муса, ғәләйһис-сәләм, әйтә:
     - Һин хәлеңдән килмәгән нәмәне йөкмәнең. Хәҙер һин хәҡиҡәттән йырағайҙың. Хайуандарыңды, хеҙмәтсеңде һатып, тәҡдирҙән ҡотолам, тип уйланыңмы ни? Мин һиңә ҡадар һәм ҡада хаҡында белергә тырышма тип кәңәш бирмәнемме? Аҡыллы кеше аҙағын тәүҙә уйлай, ә иҫәр эш үткәс кенә уйлай башлай. Хәҙер инде ғәмәл ҡылынған. Сауҙала уңышҡа ирешкәнһең икән, йәнеңде файҙа менән һат һәм үҙеңде ҡотҡар!
     Был әҙәм, ныҡ үкенеп, Муса пәйғәмбәрҙән, ғәләйһис-сәләм, күпме генә ярҙам һорамаһын, теге былай тип әйтеү менән сикләнгән:
     - Уҡ йәйәнән осҡан! Уны кире бороп булмай. Мин Хаҡ Тәғәләнән һинең иманлы булып китеүеңде генә һорайым!
     Муса, ғәләйһис-сәләм, Аллаһҡа ялынып доға ҡыла. Кәлимәтуллаһ доғалары фатихаһы менән әҙәм бик ыҙа күрмәй генә йән бирә. Аллаһу Тәғәлә әйтә: 
     - Ий Муса! Әгәр теләһәң, мин уны ҡабаттан тергеҙәм...
     Әммә Муса, ғәләйһис-сәләм, былай ти:
     - Ий Раббым! Һиңә бик күп дан һәм маҡтауҙар! Яҡты һәм юғары донъяларҙа тергеҙ уны! Сөнки унда, мәңгелек донъяла, тәҡдир һәм уның алға килеү серҙәре асыла!
     Хикәйәнән күреүебеҙсә, әҙәм балаһы йыш ҡына үҙенә игелек килтермәҫтәй нимәләрҙе теләй. Хатта теләгәне уны һәләкәткә илтеүе лә ихтимал. Бындай финалға килеп еткәс, ул меңәр тапҡыр ялынып һораған нәмәләре өсөн бик үкенә. Шуға күрә ер тормошонда күңел тыныслығы табыу һәм мәңгелек донъяла бәхетле булыу өсөн, Аллаһтың Ҡөҙрәтен аңлап, тулыһынса Уның Ихтыярына буйһонорға кәрәк. Үҙеңдең көсһөҙлөгөңдө таныу – ҡолдоң мәңгелек капиталы. Яҙмыштың билдәһеҙлеген танып, Аллаһтың ихтыярына буйһоноу – иң яҡшыһы. Өмөттәреңде Аллаһҡа бағлау, үҙеңде Уға тапшырыу – мәрхәмәт ишектәре. Тәҡдир, ана шул ишектәр аша үтеп, шатлыҡ һәм хозурлыҡ алып килә.
     Аллаһ Илсеһе, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, әйткән бит:
     «Тәҡдиргә ышаныу төрлө һағыш, көйөнөстәрҙе алып ташлай». (Суйути, Джамиус-Сәғир, I, 107)
     Ҡәнәғәтлек, үҙеңде Аллаһҡа тапшырыу, мөмкин булған бәләләрҙән һаҡланмайынса, ялҡау һәм пассив рәүештә көтөү тигәнде аңлатмай. Именлекте тәьмин итеү, яманлыҡты еңеү өсөн бөтә сараларҙы күргәс кенә өмөттәрҙе Аллаһҡа бағлау лазым. Сәбәп итмәһәң, һөҙөмтәһе лә булмаясаҡ. Ғәмәл ҡылмайынса, өмөт бағлап ҡына ултырыу ҙа дөрөҫ түгел.
     Мәҫәлән, хөрмәтле Ғүмәр, раҙыйаллаһу ғәнһү, Сүриәгә походтарҙың береһендә, үҙе йыйған шура ҡарары буйынса, киҙеү булған төбәккә барыуҙан баш тарта. Асылда Аллаһу Тәғәләнең һәм Пәйғәмбәребеҙҙең, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, бойороғона тап килгән был ҡарар ҡайһы бер сәхәбәләрҙә, бигерәк тә танылған ғәскәр башлығы Әбү Үбәйҙә Джәррахта, раҙыйаллаһу ғәнһү, шик тыуҙыра:
     - Ниңә һин Аллаһтың тәҡдиренән ҡасаһың? — ти ул.
     Ғилемле, абруйлы сәхәбәнән быны көтмәгән Ғүмәр, раҙыйаллаһу ғәнһү, әйтә:
     - Ий Әбү Үбәйҙә! Был һүҙҙәрҙе башҡа берәү әйтһәсе! Эйе, беҙ Аллаһтың тәҡдиренән йәнә Аллаһтың тәҡдиренә ҡасабыҙ. Бер яғы көйөп бөткән үлән, икенсе яғы йәм-йәшел тау янына килеп, һин ниндәй ҡарарға килер инең икән? Дөйәләреңде көйөп бөткән битләүгә түгел, йәшел утлауға ебәреү Илаһи тәҡдир булмаҫ инеме? (Бухари, Тыбб, 30)
     Тәҡдир сиктәренән ситкә сығыу мөмкин түгеллеге мәғлүм. Шуға күрә ҡол, тейешле саралар күреп, маҡсатына ынтылырға тейеш.
     Зирәк күҙ менән ҡарағандар белә: яҙмышыңды аҙағынаса асыҡлау мөмкин булмаған эш, һәм был бәлә түгел, киреһенсә, беҙгә ҡарата бөйөк мәрхәмәт. Әгәр бәндә уға яҙмыш нимә әҙерләгәнен алдан белһә, ул икенсе сиккә ташланыуы ихтимал, ундай хәүефте лә инҡар итергә ярамай.
     Әйтәйек, кеше төҙәлә алмаҫлыҡ сирҙән үләсәген белмәй. Әгәр ул быны белһә, һау сағында уҡ үлә башлар, иҫен юйыр, фалиж һуғыр, бер нәмә лә эшләй алмаҫ ине. Балаһы үҙенән алда үләсәген белгән әсә ҡайғы һәм һағыш эсендә ғүмер кисерер ине. Һөҙөмтәлә ғаләм ҡоролошона ҡаршы килеү булыр ине был, тормош гармонияһын юҡҡа сығарыр ине.
     Заманыбыҙҙың рухиәтһеҙлеге эске көсөргәнеш, көрсөктәр тыуҙыра, үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙарҙы арттыра. Рухи тәрбиә алмаған йөрәк нәпселе теләктәр һәм ынтылыштар йоғонтоһона бирелеүсән. Ҡапыл килеп баҫҡан һынауҙарҙы һәм яҙмыштың боролоштарын «күҙгә күренмәгәнгә» һәм тәҡдиргә ышаныусылар ғына тыныс, күндәм үткәрә ала.
     Бәхеткә илтеүсе ҡаҡшамаҫ ҡағиҙә – Илаһи яңылыҡтарҙы аҡылың менән ҡабул итеү, йөрәгеңде гүзәл әхлаҡи сифаттар менән биҙәү, яҙмыштың көтөлмәгән боролоштарында ла ҡәнәғәт булыу. Ә бәхет – тормошто нисек бар шулай ҡабул итеү, ауыр мәлдәрҙә түҙемлек күрһәтеү, һәр нәмәнең яҡшы яғын күреү һәм Ғаләмдәр Раббыһы Ихтыярына буйһоноу.
     Хаҡ Тәғәлә Үҙенең мәрхәмәтен ҡайғы рәүешендә, ә ҡайғыны мәрхәмәт рәүешендә биреүе ихтимал. Ҡайһы бер нәмәләрҙең йәшерен булыуы тормоштоң һынау урыны булыуы менән аңлатыла.
     Аллаһу Тәғәлә был турала шулай ти:
             عَسَى أَن تَكْرَهُوا شَيْئًا وَهُوَ خَيْرٌ لَّكُمْ وَعَسَى أَن تُحِبُّوا شَيْئًا وَهُوَ شَرٌّ لَّكُمْ وَاللَّهُ يَعْلَمُ وَأَنتُمْ لَا تَعْلَمُونَ
     216. ... ғәсәә әң тәкраһүү шәй'әү- үә һүүә хайруль-ләкүм үә ғәсәә әң түхиб- бүү шәй'әу-үә һүүә шаррүл-ләкүм үә-ллааһу йәғләмү үә әңтүм ләә тәғләмүүн.
     «…Шулай ҙа була: һеҙ берәй нәмәнән нәфрәтләнәһегеҙ, ә ул һеҙҙең өсөн файҙалы; ҡайһы саҡ һеҙ үҙегеҙгә зарарлы булғандарҙы ла яратаһығыҙ. Быларҙың барыһын да Аллаһ белә, һеҙ белмәйһегеҙ» (Бәҡара, 2/216).
     Икенсе аятта әйтелә:
                                          قُل لَّن يُصِيبَنَا إِلَّا مَا كَتَبَ اللَّهُ لَنَا هُوَ مَوْلَانَا وَعَلَى اللَّهِ فَلْيَتَوَكَّلِ الْمُؤْمِنُونَ
     51. Ҡуль ләй-йүсыиибәнәә илләә мәә кәтәбә-ллааһу ләнәә һүүә мәүләәнәә үә ғәләллааһи фәлйәтәүәккәлил-мүьминүүн.
     «Әйт һин: «Аллаһ яҙғандан башҡа нәмә беҙҙең өҫкә килмәҫ. Ул – беҙҙең ярҙамсыбыҙ. Шуға күрә һеҙ, мосолмандар, бары тик Аллаһҡа ғына инанығыҙ», — тип» (Тәүбә, 9/51).
     Хәҡиҡәттә, тормоштоң асыҡ, күренеп торған яғын ғына күреү зыян һәм юғалтыуҙарға дусар булыу, һуҡыр булыу менән бер. Бәхәсһеҙ, күрә алыу – бөйөк бүләк. Әммә был донъяға һуҡыр булып килгән кеше күп кенә яманлыҡтарҙан һәм гөнаһтарҙан әрсәләнә, етешһеҙлек ахырҙа шатлыҡ сығанағына әүерелә. Фәҡирлек һәм байлыҡҡа ла был ҡағыла. Әгәр ярлы тормошона зарланмайынса, Аллаһтың тәҡдиренә ҡәнәғәт булыуын күрһәтһә, мәңгелек тормошта ул бәхет-сәғәҙәткә лайыҡ булыуы мөмкин. Әгәр ул бай булһа, ҡулындағы байлығы арҡаһында нәпсеһенә эйәреүе һәм моңһоҙлоғо сәбәпле күп хаталар һәм гөнаһтар ҡылып ташлауы, мәңгелек бәхеттән мәхрүм ҡалыуы мөмкин. Әлбиттә, киреһе булыуы ла ихтимал. Мөьмин үҙе менән булғандарҙы ыңғай баһаларға, Илаһи тәҡдир менән ҡәнәғәт булырға, уны мәңгелек бәхеткә ирешеү юлы тип ҡабул итергә һәм түҙемле, рәхмәтле, күндәм булырға тейеш.
     Хәҙистә әйтелә:
     «Мөьминдең хәле ни ҡәҙәр ғәжәп һәм гүзәл, сөнки уның менән нимә генә булһа ла был яҡшылыҡҡа сәбәп. Тик мөьмингә генә шундай сифаттар хас: мөьминде шатландырырҙай бер хәл булһа, ул рәхмәтле, һәм был уның өсөн игелек. Әгәр уға бәлә килһә, ул түҙемлек күрһәтә, был да уның өсөн игелек». (Мөслим, Зухд, 64)
     Үрҙә бәйән ителгән тәҡдиргә бәйле төп темаларҙың нескәлектәренә инеп китһәк, әлегә яуап табылмаған һорауҙар ҡалҡып сығыуы ихтимал. Шуға күрә Рәсүлуллаһ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, бик күп уйланыуҙарға бирелмәйенсә һәм бәхәсләшмәйенсә, тәҡдиргә ышанырға ҡушҡан. Бер заман ул яҙмыш хаҡында бәхәс ҡорған төркөмдө осрата һәм әйтә:
     «Һеҙгә был әмер ителдеме? Мин һеҙгә шуның өсөн ебәрелдемме? Һеҙгә ҡәҙәр булғандар һәм һеҙҙең һымаҡ ҡыланғандар юҡ ителде. Был темаға бәхәсләшеүҙән һаҡ булығыҙ!» (Тирмиҙи, Ҡадар, 1) 
     Эй Раббым! Беҙҙе Үҙеңә иң тоғро ҡолдарыңдан ит, Үҙең риза булырҙай ғәмәлдәр ҡылырға насип ит. Биргән тәҡдиреңә ҡәнәғәт булғандарҙан ҡыл беҙҙе! Әмин!
     «Һуңғы һулыш» китабынан, Нуриман Мусин, Төрөксәнән тәржемәсе: Дауыт Ҡадыров, Рус теленән тәржемәсе: Әҙилә Ниғмәтуллина, Редактор: Айҙар Ғәййәр.