Эт һәм мосолман
Бер нисә көн элек эттәр тураһында яҙған мәҡәләм, ҡайһы бер муллалар һәм үҙҙәрен мосолманға һанағандар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Нисек инде, ата-бабаларыбыҙ быға тиклем ҡапҡа эсендә, эт тигән Аллаһ мәхлүген тотоп, аҫрап килгәндә, бөгөн ул бар яҡтан кәрәкле: өй һаҡлаған, һуғыштарға геройҙарса хәрбиләр менән ҡатнашҡан, илебеҙҙең границаларын һаҡлаған һәм башҡаһы... “ҡәҙерле этте» ҡапҡанан сығарып ташларға әй? Был этте Аллаһ нимә өсөн яралтҡан?
Бына шулай, был, үҙҙәрен мосолман тип һанағандарҙың уй һәм фекере, аҡыл йөрөтөү кимәле, әлеге сусҡаға, аҡ икмәккә, аҡ май һылап ашатһаң, аҡ сусҡаға, аҡ ҡалъяға әйләнә тигән ҡәтғи талапта.
Улар, үҙҙәре лә аңғармаҫтан Аллаһ Тәғәләнең ҡәтғи рәүештә ҡуйған талаптарына, Изге Ҡөръән аяттарының һәм Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең сөннәтенең әхләҡ-әҙәб, гигиена, таҙалыҡ хәҙистәренә ҡаршы сығып, был йыртҡысты изгеләштерергә уйлайҙар.
Эй башҡорт мосолмандары, дөрөҫөндә ата-бабаларығыҙ эт тоттомы? Хәтерегеҙ ҡайҙа? Мин әле йәш булһам да, иҫемдә: кешеләрҙең йорттары алдында ҡапҡалар булманы, мал инмәһен өсөн “ел “ ҡапҡаһы ғына булды. Өй ишектәре лә һәр саҡ асыҡ, йоҙаҡһыҙ һәм ҡарауылһыҙ булды. Беҙ, балалар, өй эсендә зыу килеп шаяра башлаһаҡ, өләсәй «урыҫ эттәре» тип әрләй торғайны. Хәҙер бына шул, барыбыҙҙа урыҫ эттәренә әйләнеп бөттөк. Иблис коммунистәре ваҡытында (был заманды иҫләп, уны маҡтағандарға Аллаһының ҡәһәре төшһөн) урыҫ кафырҙарына оҡшатып бейек ҡоймалар, бейек башлы ҡапҡалар эшләп, бысраҡ эттәрҙе аҫырау ғәҙәте башланды бит. Шуна китте уны изгеләштереү, шуларға һәйкәлдәр ҡуйыу...
Иблис һеҙҙе һәм һеҙҙең ата-бабаларығыҙҙы аҙаштырам тиеп, ант биреп, Аллаһ Тәғәлә рөхсәте менән Әҙәм балаһы Ергә төшкәндән бире, уны аҙҙыра бит. Әллә, был Иблис шайтандары менән һәр кемегеҙгә шәхси килеп, күренеп, ишегеҙҙе шаҡылдатып, Хужа Насретдин кеүек алдар тейеп, көтәһегеҙме?
Иблис һәм Дәджәл ғәскәре менән беҙҙең йәшәү йәмғиәтенең төбөнә тиклем үтеп ингән, һәр берегеҙ шуларҙың ҡарамағында һәм йоғонтоһонда. Әле һаман аҡ менән ҡараны айыра алмайһығыҙ. Ен һеҙҙе әллә ҡасан инде аҙаштырған, өйҙә эт көтөүҙә ҙур гонаһ бит!
Берҙә баштарына етмәй, йорт, өй йәки торлаҡ мәғәнәһе шуларҙың башына. Берәйһенең ҡапҡаһына, дөрөҫөрәге өйөнә инәм тиһәң, өҫтөңә башмаҡтай эт ташлана, көнө-төнө лауҡылдап өргән, кешене өҙгөләп ташларға торған шайтан тоҡомло хайуан. Аллаһыны, хатта күршеләренә зекер итергә ҡамаусалаған хайуанды Пәйғәмбәребеҙ тоторға рөхсәт иттеме? Шул эттәрҙе һөймәүебеҙ арҡаһында, күрше-туғандарҙың хәлен белешергә бармайбыҙ бит. Аҙаҡ эттәре үҙҙәренә ташланған, балаларын тешләгән тип, ишетәбеҙ. Эттәр зыяны тураһында мәғлүмәт күп. Әле эт тотҡандарҙың ғәиләһе ауырыу икәнен, үҙҙәренә бәлә-ҡаза килгәнен күреп тораһығыҙ.
Аллаһ Тәғәлә Изге Ҡөръән Кәримдә әйтә:
وَاللَّهُ جَعَلَ لَكُم مِّن بُيُوتِكُمْ سَكَنًا
Истирәхәт ҡылыр (ял итер) өсөн, хозурланыр өсөн Аллаһ һеҙгә өйҙәр яһатты ( Бал ҡорто сүрәһе. 16/80).
Изге Ҡөрьәндә беҙҙең йорттарыбыҙ «тыныслыҡ һәм ял итер урыны» тип һүрәтләнә. Шуға күрә был урындарҙа беҙ ризыҡ ашау, эсемлек эсеү һәм торлаҡ өсөн генә түгел, ә башҡа ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндерәбеҙ. Йорт тирәһе эштәрен, баҡсаһын ҡарайбыҙ, ҡош-ҡорт, мал-тыуарын тәрбиәләйбеҙ. «Өй» кеше тыныслыҡ һәм күңелең тапҡан урынды аңлата. Был инаныс һәм бәхет урыны кеүек.
Ул боронғо төрки телендәге «Өй» йәшәү урыны, торлаҡ урыны һүҙенән килеп сыҡҡан. «Өй» ул, тәү сиратта, кеше тарафынан төҙөлгән, билдәле бер маҡсатҡа хеҙмәт иткән һәм кеше һыйыныу урынының төп атамаһы булған ҡоролмалар.
Урта Азия мосолмандарының өйө тышҡы ҡапҡанан башлана, бар йәшәү, ял итеү, эшләү һәм ризыҡ әҙерләү, йоҡлау ҡапҡа эсендә. Ә һин быға ҡаршы, беҙҙә улай түгел тип, этеңде йәлләп, уны тотор өсөн һылтау эҙләйһең түгелме? Асыҡ әйтелгән бит хәҙистәрҙә кемгә тыйылғаны. Ә кем уны тота алған хәлдә лә эшләгән изгелектәрен, намаҙҙарын һәм тотҡан ураҙаларын шул арҡала юғалта, тигән.
Башҡорттарҙа хәҙерге заманда өй термины, ғөмүмән алғанда, ағас йортҡа ҡарата хаталы ҡулланыла, сөнки йорт төшөнсәһе, өйҙән тыш, уның соланына, ҡунаҡтар өсөн тәғәйен түрьяғына, ышыҡ ишек алдына һ.б. өлөштәренә (баҡса, кәртә) ҡарата дөйөм ҡулланыла.
Торлаҡ, кеше тарафынан йәшәү һәм эшмәкәрлек итеү өсөн яраҡлаштырылған, йәмғиәттең функциональ, конструктив, эстетик талаптарына ярашлы итеп төҙөлгән ҡоролма.
Әбү әл-Баҡаның «Коллегиялар китабы»на ярашлы: «Өй — ул бер ҡыйыҡлы һәм ишек алды (двор) бина исеме. Йорт — үҙ эсенә йорттарҙы, ябыҡ ихатаны һәм кеше һәм уның ҡарамағындағы кешеләр йәшәгән кухняны алған әйберҙең атамаһы. Йорт — ул үҙ эсенә йорттарҙы, торлаҡты һәм ҡыйыҡһыҙ ихатаны алған исем. Йорт — ул торлаҡ, хатта уның стеналары юҡҡа сыҡһа ла, һәм йорт емерелгәндән һуң ул торлаҡ түгел.
Торлаҡ — ул кешенең үҙ йорто тип һанаған һыйыныу урыны һәм ул йәшәгән йорт. Был тышҡы конструкция үҙ хужаларын сит күҙҙәрҙән һаҡлай. ... Шуға күрә ул һәр яҡтан ябыҡ һәм унда инергә мөмкин булған ишеге бар.
وَأْتُوا الْبُيُوتَ مِنْ أَبْوَابِهَا
Аллаһы Тәғәлә әйтте: „Һәм өйҙәрегеҙгә ишектәре аша инегеҙ“ Әл-Бакара: 189
Ғәрәпсә “бейт”, һүҙлектә „торлаҡ“ тигәнде аңлата, суфыйсылыҡта „йөрәк“ тигәнде аңлата. Суфыйҙар фекеренсә, кешенең рухи донъяһында йөрәк — ул „Бәйтулла“, тышҡы донъяла Ҡәғбә һәм Ғәрш кеүек. Ошо йөрәгеңә Иблис ҡаҡырыған эшләнгән, ен заты ҡатнашҡан эт урынлаштыраңмы?
Өйҙең йәме һәм күрке ишек алдынан башлана, ундай ишектәрҙе беҙ “Бисмилләһи” менән асып “Өйөгөҙгә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте үә бәрәкәте булһын” тип сәләм бирәбеҙ. Ә ишек артында, йә алдында бысраҡ этегеҙ, шайығын сәсеп, ажғырып өҫтөгөҙгә ташланһа инде был Иблис, шайтандар йәшәгән ер. Һөйәктәр һәм эт бысрағы, тиҙәге менән тулы ер, дөрөҫөрәге өҫтә аңлатҡансы бындай өй, йорт, торлаҡ эсе ендәрҙең яратҡан урыны. Унда шуға ла фәрештәләр инмәй.
Аллаһы Тәғәлә Әҙәмдең тәнен яралтып, уға йән өрөр алдынан ожмах ҡапҡаһы алдында урынлаштырған. Унан үтеп барышлай Иблис: „Әгәр был Әҙәм минән юғары ҡуйылһа, һис шикһеҙ, мин уға ҡаршы сығырмын!“ — тине. Юҡ, әгәр мин унан өҫтөн булһам, мин уны мотлаҡ юҡ итермен һәм үлтерәсәкмен, тип ул әйтте. Һуңынан бөтә төкөрөк-ҡаҡырығын ауыҙына тултырҙы ла, Әҙәмдең өҫтөнә төкөрҙө. Иблистең төкөрмәһе Әҙәмдең ҡорһағы урынлашҡан урынға эләгә. Аллаһы Тәғәлә ул ҡаҡырыҡты балсығы менән йыйырға ҡушҡан. Шул урында кендек соҡоро барлыҡҡа килә. Аллаһ был бысраҡтан эт яралтҡан.
Бына ни өсөн эттең өс үҙенсәлеге бар. 1. Әҙәм балаһына яҡын. Сөнки эт уның тупрағынан. 2. Төндәрҙең күп өлөшөн ул йоҡламай, ендәрҙә бит төнөн йөрөй. 3. Ул кешеләрҙе һәм башҡа йәнлектәрҙе тешләй. Сөнки ул Иблистең төкөрмәһенән. Эттәр бер ҡасан да хыянатта булмай. (Бакара, 2/31 аяттары аңлатмаһы)
Эттәр бер ҡасан да хыянатта булмай, тоғро була тигәне, ул беҙҙең йәмғиәттең торошон күрһәттә. Шул эттәр хужаларында ҡоллоҡта булған һымаҡ, беҙҙең йәмғиәт кешеләре лә тирандарына баш эйеп һәм уны данлап, тоғро ҡоллоҡта. Ғәләмәт алдаҡҡа, ялғанға, бурлыҡҡа, яманлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа батҡан хөкүмәтен Алллаһ ҡанундарына ҡаршы сығып маҡтай һәм данлай. Был әлеге Иблис һәм Дәджәл ғәскәренең шайтан әҙәмдәрен икәнендәрен күрһәтә.
Ғалимдәр эт тотҡан кешенең һәм уның эте араһында, күҙ ҡарашы менән мейенең синхронизацияһы барлыҡҡа килә тейҙәр. Кеше эт холҡон үҙенә ала башлай. Миҫалға, Японияла эттен “һөйгән” әҙәм аҡтығы шул мосолмандар һәр саҡ сикәнгән һәм «презирать” иткән һәм кешене “собака” тип атаған йыртҡысҡа оҡшар өсөн тәненә 54 операция эшләтә. 22 мең долларға эт тиреһен эшләтеп, кейеп ала. Эттең конураһында йәшәп, шул эт ашаған нәмә менән туҡланып, дүрт аяҡлы Белгия овчаркаһы булып, урамдарҙа башҡа эттәр менән таныша. Фотола ҡарағыҙ.
Германияла бер төркөм „кешеләр“ баш ҡала Берлиндағы Плац тимер юл станцияһында йыйыла һәм „эттәр“булып олорға тотона. (видеола). Бындай эттәргә оҡшаш ҡыланыштар, ритуалдар донъяға таралған. Бәлки, һеҙҙә бер мәле яратҡан этегеҙгә ҡушылып, Аллаһ Тәғәләнең ҡарғышы менән олой башларһығыҙ. Миҫалға, мин 60 йәшкә етеп, ҡаршымдағы 60 йыл бәйһеҙ тотҡан эттәрен ҡапҡаһы эсендә тотһон тип киҫәткәйнем, күршеләр эттәренәндә яман шайтанға әйләнде. Алтмыш йыл бер туҡтауһыҙ эттәр көтөп, өйҙәрен, ҡапҡа эстәрен, урамды нимәгә әйләдергәнен аңлайһығыҙҙыр. Күпме бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙың ҡотон алды, күпме ҡош-ҡортҡа зыян килтерҙе улар? Шуға күрше менән талашам тиһәң, йә эт, йә кәзә көт.
Аллаһы Тәғәлә кешене иң хөрмәтле мәхлүҡәт итеп барлыҡҡа килтерелгәндәрҙең береһен иткән. Ҡөрьәндә Аллаһ был турала шулай тип хәбәр итә: „Беҙ кеше затын ихтирамлы, сафлы, абруйлы, маҡтаулы һәм мөбәрәк иттек, уларҙы ҡорола һәм диңгеҙҙә йөрөтөк, уларға яҡшы нәмәләрҙән ризыҡ бирҙек һәм уларҙы Үҙебеҙ барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙең күбеһенән өҫтөн ҡылдыҡ“ (Исра, 17/70).
Был өҫтә яҙылған хәл-ваҡиға Ислам хәҡиҡәттәренән тайпылғанда кеше эләгә торған трагикомик хәлдең иң яҡшы өлгөһө булып тора.
Кем белә, бәлки, был ваҡиға менән Аллаһы Тәғәлә кешелеккә: „Ислам сиген ташлап, тап шундай хәлгә эләгәһең“, — тип әйтергә теләйҙер. Эттәрҙе артыҡ ҡәҙерләп, әле-унда бында эт хаҡында яҡшы яҙылған тиеп, хурлыҡҡа төшөп, эт хәленә төшмәгеҙ.
Әүлиә Мехмет әфәнде: Беҙ йыш ҡына хәҙерге заман кешеләренең эттәр тотҡанын күрәбеҙ. Көн һайын бер нисә сәғәт буйына этте урам буйлап һөйрәп алып йөрөтөргә, өйҙәрендә уға хеҙмәт итергә мәжбүрҙәр. Тимәк, был донъяла кешеләр эт ҡолона әүерелгән! Шулай уҡ улар был донъяның ҡолдары булдылар шул эт арҡаһында. Шул уҡ ваҡытта, әгәр ул этте ҡалдырып китһә, ул уның артынан йүгерәсәк бит. (нәфсе донъянды ҡалдыр тигән мәғәнәлә)
Һиңә уға хеҙмәт итеүҙең кәрәге юҡ. Ғәҙәти эт бер нәмә лә теләмәй. Әммә, уны маҡтап, уның өсөн күп эшләһәң, уға яҡынлашаһың. Аллаһ һине эт ҡоло итер. (Эт өрә, тип һәр саҡ һиҫкәнерһең, йә олоһа сығып типкеләрһең) Тыныслыҡ менән дә шул уҡ, Аллаһ һеҙҙе был донъяның ҡолдары итә. Ул һеҙҙең (донъя) арттан барһын, һеҙгә хеҙмәт итһен, һеҙҙең бөтә ихтыяждарығыҙҙы ҡәнәғәтләндерһен.
Аллаһ менән бергә булғанда, бөтә нәмә һеҙгә Аллаһ рөхсәте менән буйһона. Аллаһ теләһә, беҙ барыбыҙ ҙа ошо юлда булыр инек, иншаллаһ, быны аңлай алыр инек. Сөнки кешеләр был мәлде аңламай. Улар үҙ белдеге менән ниндәйҙер юлға баҫалар, шул юлдан баралар. Әгәр был Аллаһ юлы булмаһа, унан бер ниндәй ҙә файҙа юҡ.
XXI быуат кешеләре шундай яуыз булып китте. Тышҡы ҡиәфәте буйынса — кеше, әммә ысынбарлыҡта — хайуан. Хатта хайуандар ҙа кеше булған хәлде ҡабул итмәй.
Кипрҙағы Әүлиә Мехмет хәҙрәттең мәрхүм атаһы Әүлиә Шәйех Нәҙим үҙенең вәғәҙәрендә: Йоҡламағыҙ. Күҙҙәрегеҙҙе асығыҙ. Эт булма! Эттәр өрәләр. Эт булма! Һеҙ абруйлы, хөрмәтле, юғары кеше. Үҙеңде бел. Эт булма! Һине Барлыҡҡа килтереүсе эт булыр өсөн яралтмаған. Көрәш (һуғыштар, бола, фетнә, дингә ҡаршы сығыу һ.б.) — эт характерында, ә кешелә түгел. Кеше һуғышмай.
Бына шулай. Иғтибарлы булығыҙ. Эт булма. Кеше бул. Аллаһҡа сикһеҙ мәрхәмәт. Хәҙерге ижад емештәр кешеләргә оҡшамай. Улар эт кеүек ҡыланырға ярата. Уларға көрәш оҡшай, сөнки эттәр көрәшергә-талашырға ярата. Аллаһ беҙҙе хөрмәт итте. Ихтирамлы булығыҙ. Кешенең Султан тигән атрибуты бар. Кеше хурлыҡҡа төшкәндә, ул хайуан атрибутын йөрөтә. Иң яманың, эт тәбиғәте. Эт булмағыҙ! Был — Күктән килгән бойороҡ — эт булма!
Эттең намыҫы юҡ. Йәнәб Аллаһ һеҙҙе эт атрибуттарына кейендермәне. Ул һеҙҙе Үҙенең гүзәл сифаттары менән биҙәне. Эй, кешеләр, эт булырға ынтылмағыҙ. Эт булыу — түбәнлек. Уның эт икәнен ҡайҙан беләбеҙ? Ул көрәшә. Фәрештәләр һуғышмай. Шуны иҫтә тотоғоҙ. Беҙ абруйлы, хөрмәтле кешеләр. Яуыз — эт булма. Ихтирамлы булығыҙ. Аллаһ яралтҡандарҙың иң күркәме — кеше. Кешеләр һуғышмай. Көрәшкән кеше — Иблис. Көрәшкән кеше — эт.
Фәрештә кеүек бул. Йә, Раббыбыҙ! Һин беҙҙе эт атрибуттарынан таҙарта алаһың. Шайтан беҙҙе эт атрибуттарына кейендерергә теләй. Был хәлдән ситтә тороғоҙ. Эт кеүек булмағыҙ. Эт кеүек булмағыҙ. Таҙа булығыҙ, сөнки эт бысраҡ.
Икенсе вәғәҙендә: Ә кем дә кем Илаһи Ҡәҙерҙә бәхәсләшә, ул бары тик „һау, һау!“ тип кенә ҡысҡыра! Көслө тауыш, эт. Эйе. Был Иблискә хас. Бының өсөн йөҙ процентҡа яраҡлы. Шуға күрә беҙ унан ҡасабыҙ, сөнки ул кешеләрҙе үҙенә эйәрергә мәжбүр итә һәм Аллаһ күрһәтмәләренә ҡаршы бәхәсләшә.
Беҙҙең көндәрҙә һанһыҙ „этле әҙәмдәр“, эттәр, шайтан кеүек, Аллаһы Тәғәләнең ҡағиҙәләре тураһында бәхәсләшә һәм Уның Илаһи әмерҙәренә ҡаршы тора. Шуға күрә, Аллаһ менән бәхәсләшеүселәрҙе күреп һәм ишетеп торғанда, улар ярһып өрөп тороусы эттәр.
Улар — Иблистең, йән эйәләре араһында иң ҙур эттең вәкилдәре. Иблистең ысын хәлен белмәйенсә, бер кем дә камиллыҡҡа өлгәшә алмай. Әгәр кеше шайтанды танымаһа һәм уның тураһында белмәһә, ул камил кеше булмаясаҡ һәм Күк Хужаһының теүәл хеҙмәтсеһе була алмай.
Шуны аңламаған әҙәм дини хеҙмәткә ҡабул ителә алмай. Шуға күрә, беренсе аҙым — шайтандың ысын әһәмиәтен аңламайынса, һеҙ Аллаһы Тәғәләнең ысын хеҙмәтсеһе була алмайһығыҙ. Һеҙҙе һәр саҡ алдауҙары ихтимал. Һәм... Көн һайын кеше Иблис һәм уның вәкилдәре тарафынан алдана, улар кешелекте камиллаштырыу юлында проблемалар тыуҙыра.
Улар — тыныслыҡты боҙоусы, кешелектең камиллыҡҡа барыу юлын киҫеүселәр. Уның әһәмиәте шунда, Иблистең әһәмиәте, „Ул“ һеҙҙең камиллыҡҡа өлгәшеү юлдарығыҙҙы ҡырҡа. Һәм кемдер Хоҙай алдында камиллыҡҡа өлгәшә ала, шул ғына фатихалы, ә фатихаһыҙ булһа, ул ҡәһәрләнгән.
Яла яғыусы шайтан һәм уның эйәрсендәре китмәйенсә камиллыҡ булмай. Бөтә Ғаләмдең иң ҙур эте — Иблис һәм уның эйәрсендәре, уларҙы көн һайын йөҙләгән бәлә-ҡазалар менән ҡарғап торған вәкилдәре лә тынғы бирмәй. Сөнки бәләләр — ҡәһәрле билдәләр. Һәм хәҙер бөтә донъя бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәләгә төшә...
Улар үҙҙәренең „кешелек“ сифаттарын юғалтҡан, улар ҡырағайға әйләнгән. Бер ниндәй хайуан да бер-береһе менән һуғышмай, тик эттәр генә. Был — эт сифаттары, улар һәр саҡ бер-береһе менән талашыуҙы көтә.
Башҡа хайуандар бер-береһе менән һуғышмай. Улар һәр береһе үҙ аллы, үҙ донъяһында. Шайтан хәҙерге кешеләргә эт сифаттарын кейҙерә. Улар бер-береһен тешләй. Улар бер-береһен юҡ итергә теләй. Алыштар, һуғыштар, ыңғырашыуҙар, илауҙар... Кешеләр үҙҙәренең кешелеген юғалтҡан. Оят һәм хурлыҡ уларға! Хәҙерге заман кешеләренең башҡа шөғөлө юҡ, тик Аллаһтың күрһәтмәләренә ҡаршы сығып, тәүлек әйләнәһенә бер-береһе менән һуғышалар. «Нисек беҙ бер-беребеҙҙе юҡ итә алабыҙ? Бер-беребеҙҙән нисек ҡотолорға?»
Хәҙрәт Сәхиб үҙенең шәйехе менән һөйләшкәненән: Шундай хәлгә тарыйым: мин ауыл ситендәге үҙ ерендә йәшәйем, әммә ауылға барған һайын һәм бейеклектән уға ҡараһам, ауыл йәнлектәр, йыландар һәм питондар менән тулы кеүек тойола. Хәҙрәт Джи-руа былай ти: Был рух (йән) медитацияһының юғары ҡатламына еткәнһегеҙ, шул арҡала кешеләрҙе рухи формала күрәһегеҙ. Кеше шул тиклем гонаһ ҡылыуҙы дауам итә, хатта рух (йән) аураһы боҙолоп, хайуан формаһын ала. Әгәр имандың бер өлөшө һаҡланып ҡалһа, ул хәләл хайуан кеүек күренә, әммә даими гонаһтар арҡаһында иманы юғалһа, ул зарарлы хайуан һәм йыртҡыс булып күренә. Ғәҙәттә, уны шундай уҡ ҡылыҡлы хайуанға әйләндереп, боҙоҡландыралар. Тышҡы ҡиәфәте кеше булып ҡала, әммә ҡылығы хайуанға оҡшап китә, тигән.
Мехмет хәҙрәт йәнә бер вәғәҙендә: Аллаһ Тәғәлә Изге Ҡөрьәндә әйтә: Ҡырағай хайуандар йыйыласаҡ". (Ҡөрьән 81:05). Ҡиәмәт көнө яҡынлашҡан һайын ҡырағай хайуан һыҙаттарына эйә булған кешеләрҙең һәм хайуандарҙың һаны артасаҡ. Ысынлап та, ҡырағай хайуандар ҡалмаған тиерлек. Кешеләр уларҙы ҡырып бөтөргән һәм үҙҙәре ҡырағай хайуандарға әүерелгән.
Ҡасыу ҙа, осоу ҙа, бер нәмә лә уларҙы ҡотҡара алманы. Кешеләр башҡаларҙы тыныслыҡта ҡалдыра алмай. Һәм улар бер ҡасан да тура юлдағы кешеләрҙе тыныслыҡта ҡалдырмай. Улар уларға һөжүм итә һәм уларҙы юҡ итергә теләй. Әммә хаҡ юлдағылар Аллаһ менән бергә Уның һағында. Был донъяла Әүлиәләр бар. Әммә һуңғы ваҡытта уларҙың күбеһе йәшерелгән.
Хәҙерге ваҡытта кешеләр, беҙ һөйләгәнсә, бер-береһенә һөжүм итә һәм бер-береһен ашай, иң ҡурҡыныс, ҡырағай хайуандар кеүек. Әүлиәләргә быны күрергә насип ителә. Бер ваҡыт Мәүләнә үҙенең шәйехе менән ҡайҙалыр китеп бара һәм уға илаһи күренмеш килә. Ул тирә-яғына ҡараны һәм кешеләрҙе күрмәне. Тик йыландар, маймылдар, сысҡандар, эттәр, бүреләр һәм төлкөләр генә бар ине, улар бөтә ерҙә лә ине. Шәйех быны аңлатып, шулай тигән: был кешеләрҙең ысынбарлығы шундай, уларҙың ҡырағай һыҙаттары уларҙы хайуандарға оҡшаш итеп үҙгәрткән.
Өҫтәүенә улар үҙҙәренең ҡырағай холоҡлолоғонан ҡотола алмайҙар. Киреһенсә, улар шундай хәйләкәр, уяу һәм башҡалар булыуы менән бәхетле булған. Беҙгә ҡырағай хайуандарҙың ендәренән арынырға һәм Әүлиәләрҙең атрибуттарына өлгәшергә тырышырға кәрәк. Кешеләр кешелек сифаттарына өлгәшергә тейеш. Кешегә ҡарап, уға оҡшарға теләһәң, әгәр ул төлкө булһа, һин дә шул сифаттарҙы үҙләштерәһең һәм төлкө булаһың.
Әгәр ул эт булһа, һеҙ ҙә уның кеүек эт булырһығыҙ. Уларҙан өлгө алып, кеше булып ҡалам, тип уйламағыҙҙа. «Был кеше башҡаларҙы алдап күп аҡса эшләй. Был кеше кемделер һатып алып, конкурста еңеү яулай»... Әгәр ҙә һеҙ: «Был кеше быны эшләне, теге кеше шуны эшләне», — тиһәгеҙ һәм улар кеүек булырға теләһәгеҙ, һеҙ уларға оҡшарһығыҙ. (Күҙ алдына килтерегеҙ: Рәсәй территорияһы һәм Украина яғынан тиҫтә миллиондарса эттәр береһенә өрөп, ажғырып, ташланып торғанын).
Һеҙ юғарыраҡ күтәрелмәйәсәкһегеҙ. Һеҙҙең хәлегеҙ Аллаһ Тәғәлә һәм Әүлиәләрҙең күҙе алдында түбәнәйәсәк. Һеҙ ошо көтөүҙәге хайуандар кеүек буласаҡһығыҙ. Беҙҙе Аллаһ һаҡлаһын. Был ҡырағай йәнлектәрҙең барлыҡҡа килеү ваҡыты. Яҡшы кешеләр йәшерен. Әгәр ҙә улар булмаһа, Аллаһ Тәғәлә кешеләргә бер тамсы һыу ҙа бирмәҫ ине. Уларҙың маҡтаулы урындарын Аллаһы Тәғәлә күтәрһен.
Өҫтә яҙылғандарҙан сығып шуны аңларға була. Бына шулай мосолман кешеһенең аңлы рәүештә өйҙә эт тотоу, ул динебеҙҙе сигенән сығыу. Фәрештә инмәгән йортто ендәр баҫып ала. Ендәр булған ерҙә мәкерлек һәм бола өҫтөнлөк итә.
Аллаһ беҙҙе шулай иҫкәртеп торһон, беҙҙе аҡылға килтерһен һәм Ҡөрьән һәм Сөннә тирәләй йәшәтһен.
Эт көтөп ләғнәт алма!: https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/et-k%d3%a9t%d3%a9p-l%d3%99%d2%93n%d3%99t-alma.html
Эттәргә һәм йыртҡыс хайуандарға ҡаршы доғалар: https://nazir1965.com/do%d2%93alar/ett%d3%99rg%d3%99-%d2%bb%d3%99m-jyrt%d2%a1ys-xajuandar%d2%93a-%d2%a1arshy-do%d2%93alar.html
Собака, чиновники и мусульмане: https://nazir1965.com/bez-rubriki/sobaka-chinovniki-i-musulmane.html